Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
13 Март , 15:39

Бүре мәрхәмәте

Күҙ бәйләнә башланы. Уйланып килеп байтаҡ ара үткән . Анау түбәсектең артында ауылы. Ике йыл буйы ҡайтып урай алмаған тыуған йортон, атаһын өҙөлөп һағыныуын тойҙо. Әсәһе менән ситтә осрашып торҙолар. Ә атаһы менән икеһенә бер булған ғорур холоҡ үҙенекен итте. Бер тапҡыр осрашманылар.Ниндәйҙер тауыш ишетелгәнгәндәй булды. Боролоп ҡараны һәм егерме метрҙай арала теҙелешеп килгән ҡара шәүләләр күрҙе. Бәй, ауыл эттәре бында тиклем килеп еткән тип уйлап та өлгөрмәне, берәүһе янына уҡ килде һәм ҡалғандарына тешен ыржайтып ҡаршы торҙо.- Бүре! Бүреләр!..

Бүре мәрхәмәте
Бүре мәрхәмәте

Иларға кәрәктер ул бындай осраҡтарҙа. Ярһырға .Йоҙроҡ төйнәп ташланырға кәрәктер кемгәлер. Уға, әлбиттә уға. Саф мөхәббәтенән көлгән, хыялдарын емергән кешегә. Эргәһендә радионан ағылған көйгә башын һелкеп, руль тотоп килгән һөйгәненә. Һөйгәненә? Һөйгәндәрҙең хыянатын ауыр кисерәләр бит. Китаптарҙан уҡығаны, киноларҙан ҡарағаны бар. Ә ул иламай. Хатта ғәрләнмәй ҙә. Бушлыҡ. Бары бушлыҡ. Аңлашылмаған, быға тиклем күңелен өйкәп торған нимәнәндер ҡотолоу тойғоһо ғына бар. Нимәнән? Уйҙарының тағата башлаған осона ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтыуҙан башы ауырта башланы Гөлсирәнең. Машинаның һыуыҡ тәҙрәһенә маңлайын терәйем тигән мәлдә генә, Азаттың телефоны шылтыраны. Радионың тауышын баҫып, яуап бирҙе.
Теге остан: “ Һөйөклөм, һағындым һине. Киләһеңме бөгөн?” – тигән наҙлы ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде.
- Көт, матурым, – тип сутырҙаған Азат күҙенең ҡырыйы менән генә Гөлсирәне күҙәтте.
Был һөйләшеүҙе Гөлсирәнең ишетеүен күреүҙән ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡайны.
- Туҡтат машинаңды. Төшөп ҡалайым. Ҡатын-ҡыҙҙы көттөрөргә ярамай, - алдында ятҡан сумкаһын ҡулына алған Гөлсирә талапсан, һалҡын ҡарашын Азатҡа төбәне.
Уныһы, шуны ғына көткәндәй, бер һүҙ әйтмәй юл ситенә барып туҡтаны.
Эңер. Офоҡ аллана башлаған. Оло юл ситенән атлаған Гөлсирә, үтеп барған машиналарға боролоп-боролоп ҡараны. Яңғыҙ атлаған ҡыҙҙы үҙе туҡтап ултыртырҙай мәрхәмәтле юлсыны көтөү юҡҡа икәнен аңланы . Ҡараңғыға ҡалырға ярамай ине. Шулай ҙа, туҡтауҙарын ҡул күтәреп үтенеүҙе булдыра алманы. Ауылдарына биш-алты саҡрым ҡалғандыр. Йәһәтләп атлаһам, бөтөнләй ҡараңғыға ҡалмаҫмын тип, текә юлдан аҫҡа төштө.
Бынан ауылдарына тура юл бар. Атлы халыҡ, бәләкәй техника, трактор – фәлән был юлдан йөрөй. Баҫыу аша ике ауылдың сабынлығы. Йәйен - ҡышын юл таҡыр.
Һәлмәк сумкаһын яурыны аша һалып, ҡулдарын кеҫәһенә тыҡты Гөлсирә. Телефонын һәрмәп тапты. Һүрән генә өмөтө бар ине. Һис юғында: “ Ҡайҙа, өйөгөҙгә еткереп ҡуяйым, ҡараңғыға ҡалаһың бит.” – тигән хәстәрҙе булһа ла. Бер йыл бергә йәшәгән бәхетле тормош хаҡына.

*******
Түңәрәктең уртаһына төшөп бейегән сибәр, шаян ҡыҙҙы был ауылдағы дуҫына ҡунаҡҡа килгән Азат шундуҡ күрҙе. Күрҙе һәм: “Минеке буласаҡ” - тине.
Егет үҙе лә сибәр ине. Килешле буй-һын, үҙен иркен, ышаныслы тота. Уның теләгәнен алып өйрәнгәнлеген белгән дуҫы яурын һикертеп кенә ҡуйҙы.
- Мөмкинме һеҙҙе оҙатып ҡуйырға. Бындай һылыуҡайҙы ҡараңғы төндә урлауҙары ла бар бит.
- Бындай һылыу ҡыҙҙың оҙатыусылары юҡ тип уйлайһыңмы?
- Ооо! Мин уларҙың һәр береһенән ялбарып һораясаҡмын. Ә юҡ! Ялбыратып туҡмаясаҡмын. Йә минеке буласаҡһың , йә бер кемдеке лә.
Бындай саялыҡты көтмәгән Гөлсирә бер аҙға ҡаушап ҡалды. Егеткә иғтибарлыраҡ ҡараны.
- Оҙаттың тип иҫәплә. Хуш.
Клуб эргәһендәге йортҡа йүгереп инеп киткән ҡыҙҙың артынан ауыҙын асып ҡарап ҡалыуҙан башҡа сара ҡалманы Азатҡа. Дуҫынан Гөлсирә тураһында бар мәғлүмәтте туплаған егет ике ауыл араһын йыш тапаны.
Ҡыҙҙың күңелендә лә беренсе кистә үк урын алған ине ул.
Мөхәбәттәре ҡоро утын өйөмөнә янған сыраҡ ырғытҡан һымаҡ ҡапыл дөрләне. Ялҡыны үҙҙәрен дә ялмап алғыланы. Азаттың урынһыҙ, һис юҡтан тоҡанып китеп көнләшеүҙәренән Гөлсирә арый ине. Башта аҡланып ҡараны, һуңынан өндәшмәҫ булды. Гөлсирәнең янына килеп һүҙ ҡушҡан өсөн генә туҡмалмаған дуҫы, иптәше ҡалманы.
Шундай мәлдәрҙә күңеленең иң сөңгөлөндә тыуған бер тойғоһон баҫтырып килде Гөлсирә. Аңламай ине был тойғоно. Шик булдымы, хәүефме, шоммо.
Ошолай язаланып, түбәнселеккә төшөрөлһә лә, мөхәббәттәре һүнмәне. Ярата, көнләшеүе шунан ғына тип аҡланы һөйгәнен ҡыҙ.
Гөлсирә диплом алыу менән өйләнешергә булдылар. Азат ашыҡтырҙы.

*******
- Юҡ! Юҡ һәм юҡ! Әҙәм аҡтығының тоҡомона ҡыҙ бирәһем юҡ! Бармайһың!
Һәр ваҡыт тыныс, юҡҡа-барға тауыш күтәрмәгән атаһының емерелгән йөҙөнә ҡарап таш һын һымаҡ ҡатты Гөлсирә. Ҡурҡыныс йөҙөндә ниндәйҙер ҡайғы, хәсрәт күреп, йөрәге өшөнө.
- Атай, тыныслан . Әсәй, нимә булды һуң? Аңлатығыҙ, зинһар.
Атаһы ишекте ҡаты ябып сығып китте.
- Кем менән дуҫлашҡаныңды һораным бит, ҡыҙым. Әйтмәнең. Эҫенешеп киттегеҙ инде.
Фатиха бирмәүҙәренең сәбәбен нисек кенә инәлеп һорамаһын, атаһынан да, әсәһенән дә яуап ала алманы Гөлсирә.
- Биклә ҡыҙыңды. Аҙым да баҫмаһын урамға. Ә теге менән үҙем һөйләшермен.
Иртәнсәк Гөлсирә атаһының был һүҙен ишетте. Әсәһе бүлмәһенә инеүгә йоҡлағанға һалышты.
Атаһы эшенә киткән. Эштән ҡайтып, әсәһен машина менән район үҙәгенә ҡалдырып килергә тейеш. Төнгөлә бөгөн әсәһе. Шул ваҡытҡа осрашырға килешеп, Азатҡа шылтыратты.
Тыштан бикләнгән өйҙән сығып ҡасыуы ауыр булманы Гөлсирәгә.

*******
- Улай икән... Миндә йәшәп торобоҙ, - тине Азат телефондан хәлдәрҙе аңлатҡан Гөлсирәгә.
Осрашыу менән Азаттың ҡарашындағы һалҡынлыҡты аңғарҙы ул. Ҡыҙ бирмәүҙәренә ғәрләнгәндер, яҙылыр тип уйланы.
“Бер-беребеҙҙе яратабыҙ бит. Шул еткән. Аңларҙар һәм ризалыҡтарын бирерҙәр” - тип йыуатыуын көттө.
Әммә был һүҙҙәрҙе ул үҙе әйтте, Азатты үҙе йыуатты.
Азаттың бер нисә тапҡыр атаһын ҡыҫтырып бәхәс сығарыуын иҫәпкә алмағанда, тыныс ҡына йәшәп алып киттеләр.
Атаһының хәтере ҡалды ҡыҙына. Ҡыҙыуында, ҡайтып йөрөмәһен, тип әйтеп һалды. Ике арала йөрөгән әсәһе йөрәге тирәһен йышыраҡ баҫты.
Үҙен инде ир ҡатынымын тип уйларға күнеккән Гөлсирә яҙылышырға тәҡдим итте бер көн.
- Юююҡ. Атайың килһен миңә, һине ал тип үтенеп. Унда ла ҡарармын әле. Ҡыҙын бирмәгәндә мин ғәрләндем, ҡыҙын алмағанда ул да ғәрләнһен. Кемгә кәрәкһең һин хәҙер?
Был һүҙҙәрҙән Гөлсирә сайҡалып китте. Үҙен ҡулға алды. Яйлап ултырып, оҙаҡ итеп әрепләшергә, кәмһетергә йыйынған Азатҡа бер генә һирпелеп ҡараны ла, әйберҙәрен йыя башланы.
Ниндәй ниәт менәндер, машинаһын ҡабыҙып, Гөлсирәне алып барырға булды Азат.

*******
Күҙ бәйләнә башланы. Уйланып килеп байтаҡ ара үткән . Анау түбәсектең артында ауылы. Ике йыл буйы ҡайтып урай алмаған тыуған йортон, атаһын өҙөлөп һағыныуын тойҙо. Әсәһе менән ситтә осрашып торҙолар. Ә атаһы менән икеһенә бер булған ғорур холоҡ үҙенекен итте. Бер тапҡыр осрашманылар.
Ниндәйҙер тауыш ишетелгәнгәндәй булды. Боролоп ҡараны һәм егерме метрҙай арала теҙелешеп килгән ҡара шәүләләр күрҙе. Бәй, ауыл эттәре бында тиклем килеп еткән тип уйлап та өлгөрмәне, берәүһе янына уҡ килде һәм ҡалғандарына тешен ыржайтып ҡаршы торҙо.
- Бүре! Бүреләр!..
Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте Гөлсирәнең. Аяҡ быуындары йомшарҙы.
- Туҡтарға ярамай. Йүгерергә ярамай. Тағы, тағы нимә әле?
Бүреләр тураһында бар булған мәғлүмәтте иҫенә төшөрөргә тырышты Гөлсирә.
Нисек атлаған, шулай атларлыҡ ихтыяр көсө тапҡан Гөлсирә күҙенең ҡырыйы менән бүреләрҙе күҙәтте. Ышанып булмаҫтай ине күргәндәре. Янында килгән бүре уны һаҡлай ине! Өйөрҙәштәренән, үҙе һымаҡ йыртҡыстарҙан уны, кеше балаһын һаҡлай. Ҡалған өс бүре яҡынлаһа, яман ырылдап уларға табан ырғый . Тегеләр сигенә.
- Инәһеңме һин? Ата бүреме? Һинән ҡурҡалар. Тимәк, һин – өйөр башлығы. Әллә түгел? Кем һин? Ниңә мине һаҡлайһың?
Оләсәһе өйрәткән доғалар иҫенә төштө. Уҡыған арала Гөлсирә был бүрегә лә рәхмәт әйтте.
Сәс аралары үлтереп ҡысый башланы. Ғәжәп. Үрелеп кенә һыйпар ине, артыҡ хәрәкәт менән ым биреүҙән ҡурҡты.
Әсәһен, атаһын иҫләне. Ерләрҙәр ине, ҡалдығымды ла тапмаҫтар инде тигән уйынан үҙе өшәнде. Үкенес, Азатҡа булған үпкә рәнйеүгә әүерелде. Һәм шунда ғына күңеленең иң төбөндәге теге бер тойғоһон аңлар хәлгә етте.

Кешеләр бойһондора алмаған бер генә нәмә бар. Ул - күңел. Аңын, зиһенен, холоҡ-фиғелен, хатта йөрәген дә үҙ яйына көйләй ала әҙәм балаһы, ә күңелен - юҡ. Аңы, йөрәге ҡысҡырып торһон, ғәйепле түгел был кеше тип, күңеле кирегә көйләнгән икән – иртәме, һуңмы, ғәйебен танытасаҡ. Күңел күҙе барыһын да күрә. Күңел менән йөрәк бер һүҙҙә тиһегеҙме? Юҡ. Һәр береһенең үҙ биләмәһе бар. Шуғалыр ҙа, теләктәрҙең иң ҙуры итеп "күңел тыныслығы" теләйбеҙ. Йөрәк тыныслығын түгел. Йәшәү һәм һөйөү өсөн йөрәк тыныс булырға тейеш түгел.
Мөхәббәтенән күҙе томаланған Гөлсирә лә Азаттың бер кире яғын күрмәне. Бер кемде тыңлар хәлдә түгел ине. Азаттың йәмһеҙ ҡыланыштарынан һуң тыуған теге шикте баҫтырҙым тип уйланы. Ә күңеле, күрәһең, тынысланмаған. Ул үҙ бурысын үтәгән.
Бына ниңә Азаттың хыянатын ауыр кисермәгән Гөлсирә. Был һөйөүҙең ҡасан да булһа үлерен зирәк күңел белгән һәм яйлап уны ла күндергән. Йән яраһынан ҡурсалаған Гөлсирәне. Ғорурлығын юйырҙай мөхәббәттән һаҡлаған. Кәмһетергә, тапарға, үс алырға тигән Азат алдында башын юғары сөйҙөргән. Иии, Күңел!

*******
- Һикер, Гөлсирә! Туҡтарға ярамай миңә. Һикер машинаға!
Арттан ҡыуып еткән еңел машина тауышын да ишетмәй килгән икән. Тере ҡалмам, ахыры, тип төңөлдөргән уйы ҡолағын томалаған, торошон бер тораташ иткән дә, атлатҡан да атлатҡан. Бер тиҙлеккә көйләнгән һыны, уйҙары һәм бүре. Үҙенә теш ҡайраған бүреләрҙе лә күрмәй ине инде. Ғүмерен үҙен һаҡлап килгән ошо берәүһенә тапшырған ине.
Ҡапыл уянып киткәндәй булды. Ауылдаш егеттең яйлай биргән машинаһына тыңлауһыҙ аяҡтарын һөйрәтә биреп барып ултырҙы ла ҡайырылып артҡа ҡараны. Һаҡлап килгән бүрене өйөрҙәштәре ботарлай ине. Йыртҡыстар күҙендәге ялт-йолт үс йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды ла һушын алды.

*******
- Азаттың төп сығышы беҙҙең ауылдан. Ҡарт олатаһы Ғабдулла Бөйөк Ватан һуғышынан 1942 йылдың яҙында бер ҡулһыҙ ҡайта. Бисәләргә, ҡарттарға, бала-сағаға ҡалған колхозды етәкләтәләр фронтовикҡа. Һуғыш башланыр алдынан ғына өйләнешеп, оҙатып ҡалған йәш кәләше менән йәшәй башлай. Кеменең үсе булғандыр, ғәйбәт еткерәләр. Йәнәһе лә, кәләше тоғро көтмәгән. Кәләшенең аяғына йығылып илауына, ҡорһағындағы сабыйҙары менән ант итеүенә ҡарамай, сатлама һыуыҡ төндә урамға ҡыуып сығара.
Бер-ике өйҙөң ишеген ҡағып ҡарай ҡатын. Колхоз етәксеһенең уҫал, үсле икәнен белгәнгә күрә, ишек асыусы булмай.
Иртәнсәк ҡатынының бүреләр өҙгөләгәндән ҡалған ағзаларын сүпләп алып урман ҡырындағы соҡорға ауҙарғанын күргән күрше малайы был хәлде әсәһенә ҡайтып һөйләй. Ул малай һинең олатаң була, ҡыҙым.
Һуғыш бөтә. Тере ҡалған ирҙәр ҡайта. Олатайыңдың атаһына ла ҡайтырға насип була. Күкрәге орден, миҙал менән тулы Ғәйзулла Буранбаевҡа колхозды тапшырып, Ғабдулланы күрше колхозға ебәрәләр. Шунда төпләнәләр.
Күңелендәге ауыр йөккә түҙә алмай, олатайың теге хәлде атаһына һөйләй. Атаһы бер осрашҡанда Ғабдуллаға әйтеп ысҡындыра.
- Көсөгөңдө күрҙем мин. Аңламағандыр тинем. Дөмөктөрөп, теге уйнаштан яралған менән бергә күмер инем, – тип ҡурҡытмаҡ була әҙәм аҡтығы.
Ҡатыны ҡорһағынан сыҡҡан сабыйға бүреләр теш тейҙермәгән.
Был һүҙҙәренән һуң олатайыңды, унан һуң тыуған балаларын эргәләренән ебәрмәй, ҡурсалап үҫтерәләр. Хәбәр ысҡынмай тормай. Ике ғаилә араһында быуындан быуынға күсеп килгән был ғибрәт һиндә өҙөлөп ҡалырға тейеш ине. Ошо бер йыл эсендә нисек кенә әсенмәһен, атайың һөйләтмәне һиңә. Ҡатын-ҡыҙ күңеленә ундайын да ауыр хәбәрҙе оялатырға ярамай тине.
Сәстәренән һыйпаған әсәһен, аяҡ осонда башын баҫып ултырған атаһын ғүмерлек хәсрәткә һала яҙғанын бар аяуһыҙлығы менән аңлаған Гөлсирә тороп ултырҙы. Ҡулйыуғысҡа барып битен, ҡулын йыуҙы. Таҫтамалға үрелгән арала көҙгөгә күҙ һалды.
Көҙгөнән сикә сәстәре ап-аҡ йәш ҡыҙ ҡарай ине.

 Наилә Хәмбәлиева.

Сығанаҡ: https://vatandash.ru/articles/proza/2024-03-07/b-re-m-rh-m-te-hik-y-nail-h-mb-lieva-3673096

Фото:ru.wallpaper.mob.org

Автор:
Читайте нас: