Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
11 Март 2024, 06:22

Ғәҙеллек аҡланы (нәҫер)

Урамда яҙҙың тәүге бүләге булып, йорт башынан тамсылар тамды. Үҙенең мәшәҡәттәре, шатлыҡтары менән тағы бер көн үтте. Һағышлы, кәмһетелгән күңел төрлө уйҙарға сорналып, татлы йоҡоға сумды. Әйтерһең дә, көн менән төн араһында ғәҙеллек билдәһе булып, татлы төш мине үҙ ҡосағына алып, тыуған яғыма, бәхетле бала сағыма алып ҡайтты.

Ғәҙеллек аҡланы (нәҫер)Ғәҙеллек аҡланы (нәҫер)
Ғәҙеллек аҡланы (нәҫер)

Ҡулымдан етәкләп бер ҡыҙ бала аллы-гөллө аҡланға алып килде лә, күҙ йәштәремде һөртөп, башыма сәскәләрҙән үрелгән таҡыя кейҙерҙе. Илама, бына һиңә беҙҙән бүләк, тыуған ереңдең эскерһеҙ ғәҙеллек билдәһе, тип шыбырланы. Шул саҡ ике күгәрсен ике яҡ иңемә ултырып, мине иркәләп, сутылдашып гөрләп алдылар, сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләктәр күңелемә ижад нурҙары һибеп остолар ҙа, остолар. Ҡайҙалыр салғы тауыштары сыңланы, яңы ғына бешкән еләктәр ҙә миңә киң ризыҡтар теләп, ҡыҙарып бешкән суҡтарын эйгәндәр. Саф һауа, тыуған ауылымдың тәбиғәтенең икһеҙ-сикһеҙ матурлығы күңелемде әсир итте. Ғүмер, йәшәүемә көс, рухи аҙыҡ биргән ошо тыуған еремдең бөйөклөгөн аңланым.
Ҡулымдан етәкләп алын килгән ҡыҙ бала, ул минең йәшлегем , бала сағым ине. Мине берсә шаяртты, берсә яратты, берсә ҡурсаланы, йөрәгемдәге әсе һыҙланыуҙарыма дауа бирҙе. Аҡлан сәскәләре араһынан йүгертте лә, йүгертте. Был Минифә һинең ғәҙеллек аҡланы, бар бәхетең тыуған ереңдә тип шыбырланы. Әйтерһең дә, төн менән көн араһында ожмах күперен үткәндәй хис иттем. Был донъяның ғазаптарынан арынып, беҙҙән һуң да бәхет ҡапҡаларын асылғанын тойоп инандым. Был тормошта үҙеңдән түбәндәрҙе хөрмәт итеү, олоно – оло, кесене – кесе итеү тормош ҡанундарының ни тиклем тәрән мәғәнәлеген, бөйөклөгөн аңланым. Был тормошта ҡылған эштәреңә, беҙҙән һуң да Хоҙай тарафынан ебәрелгән фәрештәләрҙең барлығына инандым. Был ҡыҙ бала ла Хоҙай Тәғәләнең оло бүләге булып, төштәремә килеп ингәндер, тигән уй менән татлы йоҡоларҙан уянып, Хоҙайға рәхмәт доғаларымды ҡылдым.
Минифә Батталова.
Үтәгән ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас