Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
20 Февраль , 14:24

Йәшәү һинән күпкә көслөрәк Хикәйә

Нәзилә лә ауыҙ асып йөрөмәгән, судҡа әҙерләнеп килгән. Иренең өйләнешкәндә ниндәй талап ҡуйыуын, был талапты ни өсөн үтәй алмауын, ҡыуылып сығыуын, урамда ҡуна яҙыуын ентекләп һөйләп бирҙе.

Йәшәү һинән күпкә көслөрәк Хикәйә
Йәшәү һинән күпкә көслөрәк Хикәйә

Ике йыл ир менән ҡатын өсөн аҙ ғүмер түгел. Нәзиләнең эшләгеһе, иргә ярағыһы, бала табып ҡыуандырғыһы килә. Ана, бергә эшләгән иптәштәре лә:

– Нимә көтөп йөрөйһөң, бәлки, ирең һинең тәүәккәлләгәнеңде көтәлер. Ҡыуандыр үҙен берәй малай менән, – тип ҡоторта.

– Ауырлы икәнемде белеп ҡалып, ҡыуып сығарһа, тип ҡурҡам, – ти Нәзилә.

– Әгәр иреңде бала менән үҙеңә бәйләп ҡуймаһаң, барыбер ҡыуып сығарасаҡ, – ти тәжрибәлерәк ҡатындар.

Ире иһә йәшәй башлағандың тәүге аҙналарында уҡ:

– Мин һинең бала табыуыңды теләйем, тик саҡ ҡына һуңыраҡ. Ваҡыты еткәс, үҙем әйтермен, – тигәйне. Ире үҙ алдына һөйләнгәндәй, ҡосаҡлап, иркәләп, яғымлы итеп әйтте. Башҡа был хаҡта һөйләшмәнеләр. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре бергә йәшәү генә түгел бит әле ул. Балаһын да табырға, үҫтерергә лә кәрәк.

Нәзилә тәүәккәлләне. Йылдың аҙағында был хаҡта иренә иғлан итергә, үҙенсә бүләк яһарға булды. Яңы йылды ҡаршылар алдынан әйтергә ҡарар итте.

– Мират, йәнем, ни хәл итәйем икән? Ай аҙағы отчет, башым да ҡатып йөрөй ине, һиҙмәй ҡалғанмын, беҙҙең балабыҙ буласаҡ, – тине тотлоға-тотлоға.

– Ысынлапмы? – тине Мират – Һин дөрөҫ әйтәһеңме? Ә һин беҙҙең был хаҡта һөйләшкәнде хәтерләйһеңме?

– Хәтерләйем, – тине ҡатын ҡалтырана-ҡалтырана.

– Нимә, оноттоңмо?

– Онотманым, – тине ҡатын, бышылдап ҡына.

– Ир көнө-төнө эшләй, әҙер фатир, хәҙер бала табам да быны тамам арҡанлайым, тип хыялланаһыңмы? Хаталанаһың, килеп сыҡмаясаҡ.

Мират ҡапыл ярһып китте лә уң ҡулы менән өҫтәлгә шапылдатып һуҡты.

– Аҡсаһын үҙең табаһың, алдырып киләһең!

Нәзилә бәпес хаҡында күпме хыялланды, урамда бала күтәреп йөрөгән кешеләрҙе күрһә, көнләшеп ҡарап ҡала.

– Һиңә кәрәкмәһә, үҙем өсөн табам, – тине ул, әхирәттәре өйрәткәнсә ныҡ итеп әйтергә тырышты.

– Ярай әтеү, үҙең өсөн тап! –тине ир. Шунан аҡрын ғына торҙо ла Нәзиләне ишек яғына һөйрәй башланы.

– Бына итегең, бына пуховигың, бер нәмәңде лә ҡалдырма. Ысҡын, күҙемдән юғал!

– Мират, көтөп тор, һин нимә һөйләйһең, мин ҡайҙа барайым?

– Ә ниңә ҡайҙа барырыңды мине алдар алдынан уйламаның? Миңә алдаҡсы ҡатын кәрәкмәй, ысҡын бынан, юғал күҙемдән!

Нәзилә һаман, ире шаярталыр, тип өмөт итә. Бер аҙ тынысланыр ҙа, ярай, мин риза, һиңә лә күптән бала үҫтерергә ваҡыт, тип әйтер һымаҡ. Юҡ, Мират тынысланырға уйламай. Шифоньерҙы асты ла Нәзиләнең кейемдәрен алып ырғытты.

– Бына, тоҡҡа тултырып ал, – тине ул. Етмәһә, ҡатлап-ҡатлап һүгенә. Ҡатындың ҡото осто, ирен был килеш күргәне юҡ ине әле.

Бына эргәһендә тоғо, иҫке генә сумаҙаны. Телефонын алып, әллә шылтыратып ҡарайым микән, тип уйланы Нәзилә. Әгәр әсәһенә – Вәсилә апайға – шылтыратып ҡараһа? Шылтыратыу менән әсә кеше шунда уҡ яуап бирҙе:

– Тыңлайым, – тине ул һалҡын ғына.

– Һеҙҙең менән, Вәсилә Әхәтовна, осрашып һөйләшергә ине.

– Кем тип әйтәйем икән һеҙгә, һин миңә ни килен, ни ҡыҙым түгелһең. Ярай, ябай ғына итеп, Нәзилә тип өндәшәйем. Минең улым үҙен ҡарарлыҡ өлкән кеше. Һеҙҙең арала нимә булһа ла, мин уның шәхси тормошона ҡыҫылмайым. Ул, тәүге ҡатынынан ике бала таптырып, бик ҙур хата яһаны. Алиментын ауырлыҡ менән түләй. Ул алиментын кем уйлап тапҡандыр... Ҡыҫҡаһы, әгәр улым һеҙгә ҡарата ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткән икән, мин уға башҡа кәңәш бирә алмайым, – тине лә трубканы һалып ҡуйҙы.

Аңлашылды, тимәк, ул алимент түләй. Был яңылыҡ Нәзиләне тамам шаңҡытты.

Ҡатын башы ҡатып тышта тора.

Нәзиләнең эргәһенән бер малай үтеп-һүтеп йөрөй ине. Төн уртаһы етеп килә, ул бында нишләп йөрөй икән? Эргәләге гараж артында малайҙың кем менәндер һөйләшкәне ишетелде.

– Малай, һинең исемең нисек? – тине ир тауышы.

– Рушан.

– О-о, ниндәй матур исем. Әйҙә минең фатирға барайыҡ.

– Ә унда миңә нимә бар? – тине малай.

– Компьютерҙа уйнарһың, фильм ҡарарбыҙ. Мин һиңә шоколад ашатам. Бергә уйнарбыҙ.

– Ә һинең фатирың ҡайҙа һуң?

– Ана, ошонан ике өй аша ғына. Әйҙә, киттекме?

– Белмәйем, – тип икеләнә малай. – Хәҙер атайым ҡайтырға тейеш.

– Атайың Яңы йыл ҡаршылап йөрөйҙөр. Ниңә борсолаһың?

Нәзилә, ниндәйҙер хәүеф һиҙеп:

– Рушан, кем менән һөйләшәһең унда, кил әле бында! – тине. Гараж артына үрелеп ҡарағайны, теге ир, йөҙөн йәшереп, ситкә боролдо ла тиҙ-тиҙ атлап китеп барҙы.

– Рушан, кил бында, – тине Нәзилә. Малай Нәзилә эргәһенә сыҡты.

– Ә һин мине ҡайҙан беләһең?

– Беләм инде. Ә һин мине танымайһыңмы ни? Мин бынауҙа йәшәйем.

– Минең атайым таксист булып эшләй. 12-гә тиклем ҡайтырмын тигәйне, һаман күренмәй бит. Мин ул ҡайтҡансы берәй нәмә бешереп ҡуйырмын тигәйнем. Ә һин, апай, кемде көтәһең?

– Көтмәйем. Минең барыр урыным юҡ.

– Ә ниңә улай? Өйһөҙ ҡалдыңмы?

– Юҡ, минең өйөм юҡ, мин ауылдан килдем.

– Ә һин билмән бешерә беләһеңме?

– Ә мин күп нәмә бешерә беләм.

– О-о, ҡалай шәп! Әйҙә, әтеү беҙгә керәйек.

– Ә атайың ҡайтып, мине ҡыуып сығарһа? Әсәйең ҡайтып керһә?

– Юҡ, атайым ҡыумаҫ, мин һөйләшермен.

– Ә әсәйең ҡайҙа?

– Ул больницала ятты. Бик оҙаҡ ятты. Ҡайтманы.

– Әйҙә улайһа, һиңә керәйек.

Нәзилә бер ҡулына тоғон, икенсеһенә юл сумкаһын тотто ла малай менән өйгә кереп киттеләр.

Өсөнсө ҡатта урынлашҡан ике бүлмәле фатирға инделәр. Ҙур булмаған йыйнаҡ ҡына фатир, тәртип яғы, әлбиттә, самалы. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәне күренеп тора. Нәзилә Мираттың фатирын иҫкә төшөрҙө. Һәр әйбер үҙ урынында, ҡаты тәртип. Уның фатиры буйлап йөрөп, көн һайын йыйыштырып, әйберҙәрен тәртипкә килтереп сыҡмаһа, күңеле булмай торғайны Нәзиләнең. Ҡатын Рушан менән яҡындан танышты. Малай йүгереп тәҙрәгә барҙы, шул ыңғай һыуытҡысты асты, туралған ит сығарҙы. “Бында нимәгә килдең?” – тигән һымаҡ, Нәзиләгә ҡарап:

– Билмән буламы? – тип һораны.

– Хәҙер эшләрбеҙ, – тине Нәзилә һәм еңдәрен һыҙғанды. Һурпа ҡайнатырға һөйәк һалды, ҡамыр әҙер булғас, Рушанды билмән яһарға саҡырҙы.

– Һин минең әсәй һымаҡ, – тине Рушан. – Ул да шулай тәмле итеп бешерә торғайны.

Малай һуңғы һүҙҙәрен һағыш менән, моңһоу ғына әйтеп ҡуйҙы. Күп тә үтмәне, йорт хужаһы ҡайтып керҙе.

– Тәмле еҫтәр сыҡҡан фатирҙа, – тине ул ишек төбөнән үк. – Улым, берәйһе килдеме әллә?

– Нәзилә апай килде, – тип, малай йүгереп атаһына ҡаршы сыҡты.

– Юнир, – тип таныштырҙы ул үҙен. – Рөхсәт итһәгеҙ, ошо фатирҙың хужаһы булам.

Нәзилә ҡыҫҡа ғына итеп үҙенең бында нисек килеп кереүен һөйләп бирҙе.

– Яҡшы булған, – тине Юнир. – Ана, теге бүлмә буш, шунда йәшәп тороғоҙ, оҡшаһа, бәлки, ҡалырһығыҙ.

Нимәһе яҡшы булһын инде? Берәүҙән ҡыуылып сыҡ та икенсеһенә тамаҡ хаҡына ялланып йөрө инде. Бәләкәй генә аш өҫтәленең өс яғына ултырып, өндәшмәй генә ашанылар.

– Атай, билмәнгә “бишле” ҡуям, – тине малай икенсе тәрилкәне ашаған сағында.

– Ә мин “плюс бишле” ҡуям, – тине атаһы. – Эх, Яңы йыл хөрмәтенә бер йөҙ грамм да булғанда...

– Ниндәй йөҙ грамм? – Малай атаһына етди итеп ҡараны. – Һиңә ярамай. Әсәйем һиңә нимә тип әйтте? Эсмәйһең, Рушанды ҡарайһың, тине.

– Ярай, шулай булһын, – тине атаһы күңелһеҙ генә.

Яңы йылды сәй менән ҡаршы алдылар. Урамда мөйөш һайын күккә фейерверктар осто, ҡала сағыу уттарҙан һәм шартлаған тауыштарҙан ҡайнап торҙо. Бер аҙ телевизор ҡаранылар, оҙаҡламай Рушандың йоҡлап киткәне беленде. Атаһы, малайҙы алып, урынына илтеп һалды. Икәүләшеп шым ғына телевизор ҡаранылар.

– Ә мин билмән өсөн рәхмәт әйтергә онотҡанмын, – тине фатир хужаһы.

– Улығыҙ әсәһен дауаханала тигәйне.

– Дауаханала ине. Оҙаҡ ауырыны, үлде ул. Ярты йыл була инде.

– Ә Рушан уның үлгәне хаҡында белмәйме ни?

– Бала тиҙ өйрәнә бит. Вафатына тиклем оҙаҡ ҡына дауаханала ятҡайны, шуға әсәһенең юҡлығына күнде шикелле. Ә һеҙҙең хәлдәрегеҙ нисек?

Нәзилә үҙенең хәлен һөйләп бирҙе.

– Ошонда йәшәй алаһығыҙ, – тине Юнир. – Күпме кәрәк, нисек оҡшай, шулай йәшәгеҙ. Аҡса һорарға уйым юҡ, донъябыҙҙы ҡарап, малайҙы уҡырға йөрөтөп, ярҙам итһәгеҙ, шул еткән. Артабан үҙегеҙ ҡарарһығыҙ.

– Рәхмәт, – тине Нәзилә. – Бында бик тыныс түгел икән.

Ул Рушандың бая бер ир менән һөйләшеп тороуы хаҡында һөйләп бирҙе.

– Ана бит, – тип аптыраны ир. – Ҡала ҙур, кеме генә юҡ. Үҙем дә өлгөрмәй ҡуям ҡайһы берҙә. Фатир өсөн кредит алғайныҡ, шуны ла түләп бөтөп булмай. Көнө-төнө сабырға тура килә.

Шулай итеп, Нәзиләнең бында килеп юлығыуына ике айҙан ашыу ваҡыт үтте. Юнир уға иғтибар иткән икән. Бер көн:

– Һеҙ декретҡа йыйынаһығыҙмы? – тип һораны.

– Эйе, – тине Нәзилә һәм айырылышыуының сәбәбен аңлатып бирҙе.

– Һеҙ мине сығарып ебәрерһегеҙме икән? – тип һораны Нәзилә.

– Мажаралар эҙләп, ҡыҙ күҙләп йөрөр йәштән үткәнмен, – тине Юнир. – Әгәр риза булһаң, өйләнешер ҙә ҡуйыр инек.

Шулай килештеләр. Тик Нәзиләнең бер генә үтенесе бар ине: кеше араһында уңайһыҙ , никах булһа ла уҡытайыҡ, тине ул, әллә ни ҙурға өмөт итмәй генә.

– Мин ҡаршы түгел, – тине Юнир. – Никах ҡына етмәҫ, әйҙә, загсҡа ла барайыҡ, мөнәсәбәттәребеҙҙе рәсмиләштереп ҡуяйыҡ.

Шулай күңелле генә йөрөгән ваҡытта көтмәгәндә Мират шылтыратты.

– Үҙебеҙҙең яҡта һине күргеләп ҡалам, – тине ул бошонҡо ғына тауыш менән. – Миңә ҡайтыуҙан өмөт өҙмәгәнһең икән һаман. Әгәр минең талапты үтәгән булһаң, ҡайта алаһың.

– Әгәр үтәмәгән булһам?

– Уныһы икенсе мәсьәлә. Һәр хәлдә баланың атаһы мин тип иғлан итергә ҡабаланма.

– Ул һинеке түгел, ул минең бала, – тине Нәзилә ҡаты итеп. – Минең өсөн уның тере ҡалыуы, йәшәүе һиңә ҡарағанда күпкә мөһимерәк.

– Ҡайһылай уҫаллашырға өйрәнгәнһең, – тип әсе телләнде Мират.

– Кинола нимә тине әле? Өйрәтеүселәре яҡшы булды, тинеме?

Нәзилә телефонды һүндерҙе.

Ә бер нисә көндән Вәсилә Әхәтовна шылтыратты. Баҡтиһәң, Мираттың әсәһе улына Нәзиләгә өйләнергә кәңәш иткән, уларға бәхет теләгән икән. Хатта, ошо ҡатындан да арыуын таба алмаҫһың, эҙләп тап, өйөңә алып ҡайт, тип әйткән.

– Һуң инде, Вәсилә Әхәтовна, – тине Нәзилә. – Мин бит кейәүгә сыҡтым. Мине бик һәйбәт ҡабул иттеләр, һис тә үкенмәйем.

Йәй аҙаҡтары. Бына бер таныш малай. Бәй, был бит Рушан. Мәктәпкә китеп бара. Уға кемдәр эйәргән? Коляска этеп атаһы, уның эргәһендә Нәзилә, хәҙер уны Рушан әсәй тип йөрөтә, ҡалай күңелле итеп китеп баралар.

Мират, таныш ҡатынды һәм коляска этеп барған ирҙе күргәс, күңелендә үҙе бығаса кисермәгән хис-тойғоларға тарығандай тойолдо. Балалар арбаһында йоҡлап ятҡан сабый уныҡы ине бит. Ул үҙе баш тартты. Улар үтеп китте, ә Мират көнләшеүҙән тештәрен ҡыҫты һәм үҙен беренсе тапҡыр бәхетһеҙ итеп тойҙо.

Ир асыуынан тештәрен шығырҙатып, уларҙың артынан ҡарап ҡалды. Әллә күрмәнеләрме икән, тип уйланды. Ҡайҙан күрмәһендәр, хатта Нәзиләһе бер генә тапҡыр күҙ һирпеп алды. Ҡарап ҡына үтеп китмәне бит әле, бына күр, тигән һымаҡ, коляскаһынан балаһын күтәреп алды. Баланы күргәс, Мират урынында сайҡалып ҡуйҙы. Сит кеше түгел бит, үҙенең балаһы. Әйтерһең, бала сағы үтеп барған һымаҡ. Хатта сабый тирә-яҡҡа ҡарап, атаһына күҙ һалғандай тойолдо.

Ҡайтҡас, бик оҙаҡ уйланып ултырҙы Мират. Ир был донъяла юғалтыуҙар күп кисерҙе. Ләкин ул ғәйепте үҙенән түгел, сит-яттарҙан эҙләне. Тәүге ҡатыны, Зөләйха, өс йылда ике бала табып биргәйне, иҫәпләп ҡараһа, барлыҡ тапҡан-таянғаны балаларына һәм ҡатынына китеп тора икән. Элекке ҡатынының аш-һыу тирәһендә булашыуы ла оҡшаманы. Бешереүен бешерә, ләкин, йә тоҙло, йә тоҙһоҙ итә. Әсәһе лә улын яҡланы. Һеҙ нимә, миҙал алырға йыйынаһығыҙмы әллә, тип ныҡлы асыуланды. Миратҡа шул етте лә ҡуйҙы. Бисәһен айырып ебәрҙе лә уның менән барлыҡ бәйләнеште өҙҙө. Алиментын рәсми алынған килеменән түләгәс, аҡсаһы ла күп китмәне. Хатта үҙен бизнеста уңған кеше һымаҡ итеп тойҙо. Шуға икенсе тапҡыр өйләнгәндә йәш кәләшенә талапты етди ҡуйҙы: рөхсәт булмайынса, бала тапмаҫҡа! Нәзиләһе лә тыңламаны, ауырға ҡалды ла, ҡыуылып, ҡайтып та китте.

Мираттың йәне көйә. Нәзиләһе, балаһын табып, уға ярҙам һорап киләһе урынға, ана, күрмәмеш булып үтеп китте. Әсәһенең дә иҫенә төшкән, ейән-ейәнсәрҙәр кәрәк булған! Ә хәҙер ҡатыныңды, улыңды алып ҡайт, тип тамам аптыратты.

Мират таныш юристар менән һөйләшеп ҡарағайны, тегеләр мәсьәләнең айышына төшөнөргә теләп, асыҡлыҡ индереүсе һорауҙар бирәләр. “Тәүгеһенә күпме түләйһең, икенсеһен ниңә айырҙың, алимент түләгәндә күпме аҡса бирәһең, һ.б.”

Аптыраттылар әҙәпһеҙ һорауҙары менән. Алиментты аҙ түләр өсөн, бизнесҡа тотондом, күпселек табышты һоро схема буйынса алам, балаларыма ярҙам итергә теләмәйем, тип аңлатып булмай бит инде.

Шулай ҙа Нәзиләне судҡа бирерлек ҡағыҙ төҙөнөләр. Уныһына ла байтаҡ түләргә тура килде.

Бына Мират менән Нәзилә суд залында осрашты.

Судья иң тәүҙә Мираттан:

– Судҡа мөрәжәғәт итеүегеҙҙең сәбәбе ниҙә? – тип һораны.

– Миндә атайлыҡ тойғоһо көслө, улымды күргәс, хаталаныуымды аңланым, уны тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнашҡым килә, – тип белдерҙе.

Адвокаты ла, Миратты яҡлап, ҙур ғына телмәр тотто. Баланың атаһы һәйбәт кеше, етеш йәшәй, торлағы бар һәм башҡа дәлилдәр менән үҙ һүҙен өҫкә сығарырға тырышты.

Нәзилә лә ауыҙ асып йөрөмәгән, судҡа әҙерләнеп килгән. Иренең өйләнешкәндә ниндәй талап ҡуйыуын, был талапты ни өсөн үтәй алмауын, ҡыуылып сығыуын, урамда ҡуна яҙыуын ентекләп һөйләп бирҙе. Нәзилә шулай уҡ судтан Мираттың тәүге ҡатынын – Зөләйханы тыңлауҙарын һораны.

Уныһы ла буш ҡул менән килмәгән, һуңғы йылдарҙа күпме алимент алыуын, ҡайһы ваҡыт ас ултырыуын, балаларын ҡарарға аҡса етмәүен һөйләне.

Бөршәйеп ултырған Мират, оятынан ҡайҙа барырға белмәйенсә, сығырға уҡталып-уҡталып ҡуйҙы. Суд уның тулыһынса еңелеүе менән тамамланды.

Нәзилә ҡайтҡас, иренә:

– Әллә үҙем ҡаршы судҡа бирәйемме, улына алимент түләһен, тип тәҡдим итте.

Юнир ҡулын ғына һелтәне:

– Һуңынан, мин баланы ҡараштым, аҡса түләнем, тип һорап йөрөр. Ундай кешенән әллә нимәләр көтөргә мөмкин.

Нәзилә өйҙә балалар менән ултыра ине, ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Асып ебәрһә, Вәсилә Әхәт ҡыҙы килгән. Күренеп тора, улының үтенесе менән йөрөй.

– Ҡайтһағыҙ, һеҙгә лә, беҙгә лә еңелерәк булыр ине, – ти Вәсилә Әхәт ҡыҙы, – Мират тамам ҡулдан ысҡынып бара: эсә башланы. Уның тормошонан һис тә ҡәнәғәт түгелмен.

– Вәсилә Әхәтовна, ниңә улығыҙ ике балаһы менән тәүге ҡатынын ғына алып ҡайтмай?

– Мин ул ҡатынды яратмайым, тине.

– Ә балалары менән нимә эшләргә уйлай?

– Тәрбиәләүҙә ҡатнаша, алиментын түләй, шул етмәгәнме ни?

– Етмәй, – тине Нәзилә, – балаларҙы ҡарауға шул хәтле күп аҡса китә, ә Мират бик әҙ түләй бит.

Күп тә үтмәне, Вәсилә Әхәт ҡыҙы ауыр сиргә юлыҡты. Дауаханаға һалыу ҙа, өйҙә дауалау ҙа ярҙам итмәне. Кеше ярҙамынан башҡа, хәҙер үҙен дә ҡарай алмай. Мират, әсәйем эргәһендә булайым, тип уның фатирына күсеп барҙы. Үҙе бушамағас, әсәһен ҡарарға кеше ялланы. Был хеҙмәт ҡалала бик ҡиммәт икән. Көн һайын мең тәңкәнән артыҡ түләргә тура килә. Мират ентекләп иҫәпләп ҡарағайны, үткән айҙа ҡырҡ меңгә яҡын аҡсаһы киткән. Дарыу, түшәктә ятҡан әсәһе өсөн башҡа кәрәк-яраҡ та алынған. Эх, әсәйемдең килене эргәһендә булһа, шул ғына ҡарар ине, ул тиклем аҡса ла китмәҫ ине, тип үкенде һәм түҙмәне, тәүге ҡатыны Зөләйхаға шылтыратты. Шунда уҡ әйтеп булмай бит инде, тәүҙә кафеға саҡырҙы, мөнәсәбәттәрҙе көйләргә кәрәк. Малайҙарына 240 һумға алма, мандарин, әфлисун, 40-ар һумдан ике шоколад алып бирҙе. Шунан һуң хәлдәрен белергә барҙы. Буш ҡул менән йөрөмәйҙәр бит инде – кәнфите лә, еләк-емеше лә тағы һатып алынды.

Малайҙары менән бергәләп ултырып сәй эсте. Зөләйхаһы һаман да уҫал икән:

– Мират, һиңә нимәлер кәрәк шикелле, ниңә уралтып-суралтып тораһың, әйт тә ҡуй. Бергә йәшәргә булһа, мин – риза. Малайҙарың да, һин килеп ҡайтҡан һайын, һорашалар. Дөрөҫөн әйт, нимәгә йөрөйһөң?

Һөйләмәһә лә була ине, Мират барыһын да әйтте лә ҡуйҙы: әсәһенең сирләүен, ярҙамға мохтаж икәнлеген.

– Аңлашылды, – тине Зөләйха битараф ҡына, – шул, миңә көнөң ҡалғандыр, тип уйлағайным да. Шуның өсөн, минең ваҡытымды алып, тегендә-бында саҡырып, арзанлы алма-әфлисун ташымаһаң да булыр ине. Уйламай ҙа барыр инем. Аҡсаң да кәрәкмәй, оло кешене ҡарау – изге бер бурыс һымаҡ ҡына. Ләкин киләсәктең ышанысһыҙ булыуы мине тотоп тора. Һин, тормошта үҙ мәнфәғәттәреңде генә хәстәрләп өйрәнгән кеше, хеҙмәтемә кәрәгем бөткәндең иртәгәһенә мине ҡыуып сығармаҫһың, тип кем әйтә ала? Шуға, Мират, әсәйеңә аҡсаңды йәлләмә. Әсәй бит ул. Үҙеңә аҙаҡ үкенерлек булмаһын. Ҡара, тәрбиә күрһәт.

– Уныһын һинән башҡа ла эшләрбеҙ, – тине Мират, – мине өйрәтмәһәң дә була.

– Өйрәтмәйем, – тине Зөләйха, – күңелем һиҙә, һин әсәйеңдән бик еңел ҡотоласаҡһың. Хәҙер Өфө эргәһендә ярҙамсыһыҙ ҡалған, үҙен ҡарай алмаған әбей-бабайҙар өсөн ҡарттар йорттары эшләй, әсәйеңде шунда тапшырырға итәһеңдер, моғайын.

– Уныһы һинең эшең түгел! – тип асыуланды Мират. Кейенә башланы.

– Йә, йә, туҙынма! – тине Зөләйха элекке иренә. – Үҙеңдең ҡартлығыңды ла онотма. Мин әйтте, тиерһең, көнөң ошо малайҙарға ҡаласаҡ. Бер заман, уларҙы эҙләп, алимент түләнем, тәрбиәләүҙә ҡатнаштым, ярҙам иттем, тип йөрөмәҫһең, тип әйтеп булмай.

... Мират ҙур баҡса эсендә ултыра. Ҡоштар һайрай, эргәһендә сәскә түтәлдәре. Бына бер ейәнсәре, йүгереп килеп, сәйгә саҡыралар, тине.

Ә Мират уйлана, икеләнә. Уның бында ултырырға, ейән-ейәнсәрҙәре менән уйнарға, хатта улар менән сәй эсергә хоҡуғы бармы?

Бәй, былар бит, ысынлап, саҡыра. Икенсе яғынан ҡулын ейәне етәкләп алды: “Олатай, олатай, һине өйҙә көтәләр!”

Көтәләр икән, тимәк, керергә кәрәк. Мираттың хатта тыны иркенәйҙе. Башын күтәреп, тирә-яҡты ҡараны. Күрегеҙ, ишетегеҙ, бына мине нисек хөрмәтләйҙәр!

Ә кем әйткәйне әле, ҡартайғас, бер йотом һыуға тилмереп ятасаҡһың, һине берәү ҙә ҡарамаҫ, һинең урының – ҡарттар йортонда, дэддомда (“дэд” инглизсәнән – үлем ) тип? Шуларға Мираттың хәҙерге тормошон күрһәтергә ине. Ана, уға ҙур бер бүлмә бирҙеләр. Үҙенең ваннаһы, башҡа уңайлыҡтары бар. Хатта эҫе көндә кондиционер эшләй. Олатайға, йыраҡ булмаһын, тип эргәһенә телевизор ҡуйҙылар. Шулай күңелле йәшәй Мират ҡарт. Әсәһе күрһә, аптырар ине. Бындай ҡәҙер-хөрмәткә әсәһе лә лайыҡ ине. Йәл, күрә алманы, иртәрәк үлеп китте. Шулай күңелле генә итеп йәшәй ине Мират, бер мәл аяғына әллә төрттөләр, әллә типтеләр, һиҫкәнеп, уянып китте.

– Нимә булды? – тине санитарҙарҙың береһе. – Нимә һуҙылып ятаһың бында? Аяҡтарыңды йыйып алып булмаймы ни?

Бәлтерәгән Мират, ҡулы менән үрелеп, аяғын койкаһына һалырға тырыша. Ҡартайылды шул, улары тыңлап та бармай.

Мират, аптыранып, тирә-яғын ҡараны. Ә ҡайҙа улдарының өйө? Әле генә ҡоштар һайрай, түтәлдәрҙә гладиолустар, раузалар сәскә ата ине, уның етәкләп килгән ейән-ейәнсәрҙәре ҡайҙа булды? Шайтан алғыры! Һеҙ мине ҡайҙа килтерҙегеҙ? Был ниндәй тупаҫ егеттәр?

– Нимә һорай ул, нимә кәрәк? – тине санитарҙарҙың береһе.

– Уф, ҡасан ошолар ҡырылып бөтә инде?! – тине икенсеһе. – Ҡысҡырып, матур итеп әйт, нимә кәрәк?

Береһе ҡарттың эргәһенә килеп эйелде.

– Ҡара, ейәндәрен һорай. Ха-ха-ха! Ейәндәре иҫенә төшкән.

Айыу һымаҡ егеттәр Мират эргәһендә ятҡан ҡартты, ҡайҙалыр алып барыр өсөн, кейендерә башланы.

– Ипләп, Славик, беҙҙе лә шундай уҡ ҡартлыҡ көтә, – тине береһе.

– Ә һин шулай оҙаҡ йәшәргә уйлайһыңмы? – тип һаһылданы икенсеһе.

– Белеп булмай. Бәлки йәшәргә тура килер.

– Бындай көнгә ҡалғансы, ят та үл инде. Был ҡарттың бер кешеһе лә юҡмы ни?

– Берәйһе булһа, бында ятмаҫ ине.

– Баяраҡ мин ҡағыҙҙарын ҡарап ултырғайным, Өфөлә өс улы бар. Юҡ, береһе лә ҡарарға теләмәй, ти.

– Бына шулай, Славик, ғүмер буйы ашатаһың, эсерәһең, кейендерәһең, бил бөгәһең, ә аҙаҡ улар һине ошонда килтереп һала. Ғәҙел түгел.

– Ата-әсәһен ҡарамағандар өсөн берәй закон юҡмы ни шунда? Мөлкәттәрен конфискациялап, үҙҙәрен ултыртып ҡуйырға кәрәк!

– Ҡайһылай дөрөҫ әйтәһең, депутаттарға шул хаҡта еткерергә ине.

– Бына шулай! Ярай, тәғәйен урынына алып барып, йыуындырып алып киләйек.

Ике санитар ҡартты елтерәтеп, коляскаға ултыртты ла сығып китте.

Мираттың аңы ваҡыт-ваҡыт асылып китә. Ул саҡта, түҙеп кенә тор, үткән тормошо кино-картина һымаҡ, күҙ алдынан үтә лә үтә, үтә лә үтә. Ябай кино түгел был. Нисек йәшәгән, ни өсөн йәшәгән, барыһын да күрһәтә.

Мул ғына йәшәне. Әсәһенән, атаһынан ике фатир ҡалды. Өс тапҡыр өйләнде, малайҙары ҡалды. Байтаҡ байлыҡ тупланы, бөлдө, яңынан аяҡҡа баҫты.

Юҡ, был кино ғәҙел түгел, тине Мират үҙенең тормошон күргән һайын.

Ә ниңә туҡтауһыҙ аҡса һанағанын күрһәтәһегеҙ? Ул бит шул аҡсанан алимент түләне, балалар тәрбиәләне, шуларҙы үҫтерҙе. Дөрөҫ, һирәгерәк барғандыр, әҙерәк тә ярҙам иткәндер, ләкин бер ваҡытта ла буш ҡул менән йөрөмәне.

Санитарҙар Миратты һөйрәп, тигәндәй, йыуыныу бүлмәһенә алып керҙеләр ҙә, ваннаға ултыртып, өҫтөнә һыу һиптертә башланылар. Һалҡын һыу ҡарттың ҡулдарын күтәрҙе, битен ҡапларға мәжбүр итте.

– Ниңә йылы һыу ҡушмайһың? – тип ҡысҡырҙы санитарҙарҙың береһе икенсеһенә.

– Беҙҙең әсәй, бәләкәй саҡта, ҡусты ыштанын бысратһа, һалҡын һыу менән йыуығыҙ, үҙенә нимә кәрәген әйтергә өйрәнһен, тип әйтә торғайны. Бәлки шуны белер.

Һалҡын һыуҙан зәп-зәңгәр булған ҡартты киренән арбаһына ултырттылар ҙа бүлмәһенә оҙатып ҡуйҙылар.

– Ә был ҡарттың йәш сағында нисек булғанын беләһеңме? – тип һорай береһе икенсеһенән.

– Ишеткәнем юҡ, нимә һөйләйҙәр?

– Бай булған, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән. Хәҙер малайҙары кинәнә икән. Теге элиталы ҡаласыҡтарҙың береһендә ҙур итеп өй төҙөгәндәр, өс ҡатлы, ти. Унмы, ун икеме бүлмә, һәр береһенә – айырым ванна.

– Ә был ҡартҡа урын табылмағанмы?

– Юҡ шул, тапмағандар. Ошонда килтереп ташлағандар.

– Ҡуй инде. Хәҙер беҙ уның ... таҙартып йөрөйбөҙ. Шул да булған тормош!

Ҡартты урынына керетеп һалдылар. Ул көс-хәл менән юрғанын ябынды ла, ойоған һымаҡ итте.

– Телевизор ни эшләп эшләмәй ул? – Мират ҡарт санитарҙарҙың береһенә шулай тип өндәште.

– Нимә кәрәк?

– Телевизор һорай. Да, был ҡарт оҙаҡ йәшәр, ахыры. Һаман телевизор ҡарап туймаған.

– Телевизор кәрәк, тиме? Әфлисун менән мандарин кәрәкмәйме?

Икәүләшеп һаһылдаштылар.

– Ярай, телевизор булыр. Телевизор ҡарап туйһаң, смартфон, планшет килтерербеҙ.

– Ҡара уны, тағы эш боҙма! Һалҡын һыу әҙер.

Тағы бер һаһылдаштылар ҙа күршеләге бүлмәгә күстеләр.

Миллионлы ҡала үҙ тормошо менән йәшәй.

– Һеҙ, атайығыҙҙың хәле тураһында ай һайын шылтыратып әйтеп тороуҙы һорағайнығыҙ.

Төҫ-ҡиәфәте менән Миратҡа оҡшаған урта йәштәрҙәге бер ир телефон аша һөйләшә:

– Эйе, ҡарттың хәле нисек? Тиҙ генә һөйләгеҙ, минең ваҡытым юҡ.

– Атайығыҙҙың хәле уртаса. Бер үҙен ҡарар өсөн икешәр санитар йәлеп итергә тура килә. Шуға, беҙҙең сығымдарҙың үҫеүен иҫәпкә алып, атайығыҙға тәрбиә ҡылған өсөн аҡсаны күберәк туләүегеҙҙе һорайбыҙ.

– Пенсияһы тулыһынса һеҙгә күсерелә, һеҙ шуны етмәй, тиһегеҙме?

– Етмәй. Ни өсөн етмәй? Сөнки ул бик аҙ эшләгән, стажы етерлек булмаған. Пенсияһы ла шуныңса сыға.

– Ундай ялыуҙар менән Пенсия фондына, йә Хөкүмәткә мөрәжәғәт итегеҙ! Миндә артыҡ аҡса юҡ!

– Ә беҙгә күп кәрәкмәй. Ун мең күсерһәгеҙ, шул еткән.

– Ярай, хат менән ун меңгә счет ебәрегеҙ.

– Рәхмәт! Һау булығыҙ!

Мират ҡарт һаман төш күрә. Төш түгел инде, бер оҙон, бөтмәҫ кино. Ҡара әле, бынау баҡсаның матурлығын әйт! Мират ҡарт ҡайһылай бәхетле! Рәхмәт яуғыры! Балалары уны шул тиклем ярата...

 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Автор:
Читайте нас: