Ҡулына көнө буйы бер эш барманы уның. Ниндәй ҙә булһа шөғөлгә тотонорға үҙенең дә теләге булманы. Әле бер нәмәһен, әле икенсеһенең урынын алмаштырып, төшкә тиклем ваҡытын үткәрҙе лә, тәҙрә ҡормаһын тартып, серем итеп алырға уйланы. Күҙе эленеп, йоҡомһорап бара ине инде, кемдеңдер уның йәшел сиҙәм баҫҡан ихатаһына инеүен ишетте. Кем икәнлеген, әлбиттә, бөтә булмышы менән тойҙо Хәлимә. Бынан утыҙ-утыҙ биш йыл элек ошо аяҡ тауышын ишетһә, һикереп тороп ҡаршы сыҡҡан булыр ине. Шулай ҙа тороп ултырҙы, өҫтөн-башын һыпырып рәтләне, яулығы аҫтына сикә тирәһендәге сәсен ҡымтып йәшерҙе.
Бына таныш аҙымдар һаҡ ҡына тупһаға баҫты, соланға үтте, ишек асылды, унан иң беренсе сал сәсле ирҙең башы күренде һәм асҡан ишеген дә япмай тәҙрә ҡаршыһында ултырған ҡатынға текәлде. Күпме шулай бер-береһенә өнһөҙ ҡарап торғандарҙыр - билдәһеҙ, тынлыҡты ирҙең ауыр көрһөнөүе боҙҙо. Хәлимә лә ҡарашын унан айырҙы.
- Иң беренсе, һинән ғәфү үтенгем килә...- тип башлаған ирҙе ҡулын һелкеп кенә туҡтатты.
- Тағы ниндәй бәхетһеҙлек алып килдең? Шуны ғына әйт. Һин тиктәҫкә йөрөмәҫһең.
- Бөтә нәмәлә мине генә ғәйепләргә тырышма әле һин. Үҙеңдең башың да бар ине бит...- ир тағы теләгәнен әйтеп бөтөрә алманы, ҡатындың бөтә уйы, эске донъяһы, хәсрәте яҙылған ҡарашты күреп туҡтаны. Олпат йәшкә етһә лә, һылыулығын һалмаған был ҡатындың намыҫы ла, күңеле лә башындағы ап-аҡ яулыҡ һымаҡ саф икәнлеген яҡшы белә ул. Тик шуны танырға ирҙең ғорурлығы, тәкәбберлеге генә ҡушмай. Дөрөҫөрәге ҡурҡа.
...Хәлимә менән Зәйни, яҡын ғына ауылда йәшәһәләр ҙә, мәктәпкә килгәнсе бер-береһен белмәй ине әле. Шунан улар 10 йыл буйы бер парта артында ултырып уҡыны. Бер өҫтәлдә ултырған класташтарының исемен бер-береһенә ҡушһалар, улары үпкәләп, йә уҡытыусыға, йә атай-әсәһенә ошаҡлашырға йүгереп ҡайтып китһәләр, был икәү, киреһенсә, кинәнес кисереп ултыра торғайны. Мөхәббәт бөрөһө ошо балаларса шаяртҡан ваҡытта уҡ яралдымы - бер-береһенә эҫенешеп киткәндәрен белмәй ҙә ҡалдылар. Мәктәптә уларҙы “Зөһрә менән Таһир” тип йөрөттөләр. Уҡытыусылар иһә уларҙы айырым саҡырып та, линейкала ла һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа сәбәп табып, шелтәләп кенә торҙо. Етәкләшеп йөрөүҙәрен совет мәктәбенә хас түгел тип, уларҙан йөҙ бороп, сирҡанып үтеүселәр ҙә булманы түгел.
Бөтә хис-тойғоһо күҙ ҡарашынан сағылған аҙ һүҙле Хәлимәне телдәр Зәйни сибәрлеге менән менән генә арбаманы. Яҡын-тирә ауылдарҙағы иң оҫта гармунсылар менән бәләкәйҙән бер ҡатарҙан ултырып уйнаны ул. Йырға маһирлығы ла бар ине. Армияға киткәндә “Бейеш”те йырлап, табындағыларҙың бөтәһен дә илатҡан тиҙәр. Хәлимә генә була алманы унда. Һөйгәне күҙ йәштәре менән илап, ергә тубыҡланып үтенгәс, мөхәббәт емешен - балаһын - алдырырға барған ине. Күп ҡан юғалтыуҙан оҙаҡ ҡына дауаханала ятырға тура килде, шул осорҙа егете армияға киткән ине. Отпускыға ҡайтҡанда иһә Зәйниҙе күрше ҡыҙы бәпес менән ҡаршы алды.
Хыянатты бик ауыр кисерҙе Хәлимә, башын стенаға бәрә-бәрә илағанын күргәндәр ҙә булған.
Кешеләргә тиҙ ышаныусан, балаларса бер ҡатлы, хәйлә-мутлыҡты белмәгән, киң күңелле ҡыҙ күңел төшөнкөлөгөнән оҙаҡ сыға алманы. Инәле-сығалы йөрөгән ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу бик ҡыйынға төшә әсәһенә. Дауахана юлын да оҙаҡ тапарға тура килә уларға. Ауылдаштары араһында саф күңелле, изгелекле кеше булып абруй яулаһа ла, керпек ҡаҡмай үткәргән йоҡоһоҙ төндәрендә ҡыҙының ошондай хәлгә төшөргән кешеләрҙең бөтәһенә лә ныҡ рәнйене әсә.
Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаһа ла, артабан уҡыу ҡайғыһы булманы Хәлимәлә. Армиянан Зәйни тура үҙенә ҡайтыр, тип уйланы, хаттар яҙҙы, тик ҡыҙҙың яҡты өмөттәре генә аҡланманы. Бер аҙ тынысланып, күңеле урынына ултырғас ҡына, ситтән тороп уҡырға инде, колхоз бухгалтерияһына эшкә урынлашты. Был ваҡытта Зәйниҙең ҡыҙы башланғыс класты тамамлағайны инде.
Агроном булып эшкә ебәрелгән егет менән дуҫлашып йөрөй башлауын ишеткәс, “Кейәүгә сыҡма инде, мин шундай бәхетһеҙ, тиҙҙән айырылышам, саҡ ҡына көт”, - тип илап килгән Зәйниҙең татлы теленә тағы ышанды Хәлимә. Айҙар артынан ай, йылдар артынан йыл үтә. Тик Зәйни генә ғаиләһенән китергә ашыҡманы. Агроном егет тә ғәрсел булып сыҡты, башҡа Хәлимә яғына әйләнеп ҡараманы.
Әсәһе вафатынан һуң Хәлимә атай йортон, мал-тыуарын һатып, район үҙәгенә күсенде һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл хужалығы идаралығында эшләне. Маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, сит илдәрҙә ял итте, йыл һайын диңгеҙ һауаһын һуланы. Уға ҡарап һоҡландылар, көнләштеләр. Хәлимәнең эшендәге уңыштарына ҡарап, уны, ысынлап та, бөтәһе лә бәхетле ҡатын, тип уйланы.
Тик ул ғына үҙен бәхетле һанаманы. Үкенесең булмаһа ғына үҙеңде бәхетле һана тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Ә уның береһенән-береһе ҙурыраҡ ике үкенесе бар: тәүге мөхәббәттән яралған бер ғәйепһеҙ балаһын алдыртыуы һәм үҙе өсөн өҙөлөп торған кешене ташлап, тағы ла Зәйниҙең таҫма теленә ышаныуы өсөн үҙен бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәк. Үҙе алдында ғына түгел, әсәһе алдында ла ғәйепле бит ул, сөнки йәп-йәш көйө тол ҡалған һөйөклө әсәһен кейәү бәхетен күреү һәм ейән һөйөү бәхетенән күрәләтә мәхрүм итте. Үҙенең ғүмеренең сәскәләй иң матур йылдарын бер ҡасан да бойомға ашмаясаҡ хыялдар менән үткәрҙе. Дәрәжәле кешеләр ҡулынан маҡтаулы билдәләр, исемдәр алған ваҡытта күмәк кешеләр араһында Зәйниҙең дә барлығына ышанды. Ҡара диңгеҙ ярында йылы ҡомда ҡыҙынған сағында һөйөклөһө килеп сығыр ҙа, етәкләп мәңгелек мөхәббәт утрауына алып китер кеүек тойолдо. Яңы йыл төнөндә, ҡатын-ҡыҙҙар йәки тыуған көнөндә бер ҡосаҡ гөлләмә тотоп инер ҙә, мин һинән бер ҡайҙа ла китмәйем тип, ғәфү үтенер тип көттө. Тик ҡатындың был уйҙарын бер ҡасан да, бер кем дә белмәне. Кемгәлер һөйләп, үҙенең ыуалырға ғына торған хыялындағы матур тормошон боҙғоһо килмәне. Шулай итеп, ул үҙенә генә хас параллель донъя булдырҙы. Тәне бында, йәне иһә үҙе уйлап сығарған ана шул донъяла булды...
Асыҡ тәҙрә аша сабый баланың илаған тауышы ишетелде. Хәлимә терт итеп ҡалды ла һикереп тороп тәҙрәгә ҡапланды. Бала тауышы - уның иң йомшаҡ урыны, уның уңалмаҫ яраһы.
- Хәлимә, әгәр риза булһаң, бөгөндән үк ейәнсәрем менән һиңә йәшәргә киләм, - ирҙең тауышы ҡалтыранып сыҡты. Быға тиклем ҡатын алдында бер нисә тапҡыр үкһеп илағаны булһа ла, был юлы Зәйни күҙ йәшен күрһәтергә оялды - башын аҫҡа эйҙе. Тегеләре ялған булһа, былары уның йөрәген ярып сыҡҡан ысын күҙ йәштәре ине. Тик Хәлимә уның күҙ йәшен дә күрмәне, һуңғы һүҙҙәрен ишетмәне лә, был ваҡытта ул урамда, машина янында ине. Баланы күтәреп өйгә ингәндә иһә Зәйнигә ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булды. Бер көндө ҡатынын, ҡыҙын, кейәүен юғалтыу ҡайғыһы ла, үкһеҙ йәтим ейәнсәренең киләсәге өсөн борсолоу ҙа, Хәлимә алдындағы сикһеҙ ғәйеп тойғоһо ла - бөтәһе бергә уҡмашып, типһә тимер өҙөрҙәй ирҙең йөрәген икегә ярҙы. Хәлимәнең әсәһенең рәнйеше төштө...
Дауахананан Зәйни тура Хәлимәгә ҡайтты. Ғүмер буйы бергә йәшәгән ғаилә һымаҡ йәшәп алды ла китте улар. Ә иң ғәжәбе шул: уларҙы белгән кешеләр ҙә Хәлимә менән Зәйниҙең ҡауышыуын шул тиклем тәбиғи ҡабул итте, хатта ки иң яҡын кешеләре лә һорау биреп маҙаһыҙламаны. Тик шуныһы ғына тиҙҙән бөтәһен дә аптыратыр: ҡыҙсыҡтың теле “әсәй” тип асылыр һәм үҫкән һайын Хәлимәгә ике тамсы һыу кеүек оҡшай барыр. Был күренеште төрлө кеше төрлөсә юрар, әлбиттә. Көҙөн сәскә атҡан гөл кеүек икенсе балҡыш кисергән бәхетле ҡатын ғына быны ысын мөғжизә тип ҡабул итер...
Лена АБДРАХМАНОВА.