Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
18 Февраль , 11:36

ИЛЛЕ ҺУМ... (Булған хәл)

Өйҙә ҙур ҡыҙым менән икәү генәбеҙ, атайҙары һәр ваҡыттағыса эштә, ҡалған балаларым тышта уйнайҙар. Улар көндөң көнө буйына уйнап туя алмайҙар, өйгә әллә нимә менән алдаштырһаң да индереп алып булмай. Эҙләп, саҡырып алып тамаҡтарына ашатамаһаң ашауҙы ла оноталар хатта. Ә инде көсләп алып инһәң ашарға ултыртырмын тимә, анан - бынан аяҡ өҫтө ҡапҡылайҙар ҙа тағы урамға атылалар. Ауылда шуныһы рәхәт шул, бигерәктә бала – сағаға хөрриәт.    

ИЛЛЕ ҺУМ... (Булған хәл)
ИЛЛЕ ҺУМ... (Булған хәл)

Көнө буйы әллә ҡайҙа олағып, күренмәй йөрөһәләр ҙә балаңдың һәр аҙымын белеп тораһың. Ауыл бит ул! Һәр бала бик ҡәҙерле ауыл халҡына, олоһо ла, йәше лә балаларҙы бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Балаларҙың ҡайһы тирәлә, ни рәүешле уйнауҙарын бер береһенә еткереп кенә торалар. Шуға күрәлә балалар менән бер - бер хәл булыр тип ҡурҡыу юҡ ауылда. Әлбиттә бәләкәстән генә хәүеф - хәтерҙән һаҡланыу сараларын, ҙурҙарының бәләкәс туғандарын һәр ерҙә ҡурсып, ҡарап алып йөрөүҙәрен, әсәй менән атай рөхсәтенән башҡа алыҫ китмәүҙәрен, әгәрҙә берәй хәл булһа яҡын тирәлә үҙебеҙҙең ауылдың нидәй кешеһе бар шуны ярҙамға саҡырыуҙарын, яҡшы белгән үҙебеҙҙең ауыл кешеһенән башҡа, ят кешеләргә ышанмауҙарын һәм башҡа, һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе һәр баланың аңына һеңдереп үҫтерәбеҙ. Шуға күрә уйнап йөрөгән балаларым өсөн һис борсолмай, өйҙә ҙур ҡыҙым менән ярышҡа (конкурсҡа) әҙерләнеп мәж киләбеҙ. Ауылдың мәҙәниәт йортонда “ Әсәләр һәм ҡыҙҙар” исемле ярыш үткәрергә булғандар ҙа, ҡыҙым менән мине лә ярышта ҡатнашырға, көс һынашып ҡарарға саҡырҙылар. Мөкиббән китеп мода күрһәтеү конкурсына костюмдәр, күлдәктәр әҙерләйбеҙ, аш – һыу әҙерләү буйынса ярышҡа еңел генә ефәк туҡыманан йәрпесәкләп (оборки) аляпҡыс, ресторандарҙағы шеф поварҙарҙыҡы кеүек бейек түбәле башлыҡ тегеп алдыҡ. Бик матур килеп сыҡты. Ихласлап миңә ярҙамлашып йөрөһәлә ҙур ҡыҙым ҡатнашмай ярышта. Ул үтә оялсан, ҡыйыуһыҙ, тыйнаҡ ҡыҙыҡай, шығырым тулы халыҡ алдында, сәхнәгә сығып баҫыу ҡайҙа инде! Үҙенең ҡулынан килмәгәне юҡ, әммә ҡыйыуһыҙлығы көслөрәк шул.
Ярышта үтеп сығып барған, баҫҡан ерендә осҡондар осороп йөрөгән, ҡулынан да, теленән дә килә торған уртансы ҡыҙым ҡатнаша. Төрлө милли бейеүҙәр, заманса бейеү, брэйк данс һәм башҡалар. Башҡорт телендә шиғыр һөйләргә лә оҫта ул ҡыҙыҡайым. Әммә ярышҡа әҙерләнешергә уның түҙеме етмәй. “Әҙерләһәгеҙ ҡатнашам!”- тип кенә ҡуйҙы ул. Әйткәндәй ул ҡыҙыҡай осоп ҡунып магазингә барып килде лә:”Әсәй бына алып ҡайт тигән әйберең, бына ҡалған 50 һум аҡсаһы - тип әйберен өҫтәлгә, аҡсаны минең янымдағы ултырғысҡа һалып сығып китә һалды.
Бөгөнгө яҙмамдың ғилләһе ошо 50 һумдала инде. Шулай ҡым – ғыуытлап ауылыбыҙҙың иң һылыу, иң егәрле, иң һөйкөмлө апайҙың килеп ингәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Ул шундай күркәм, шундай ипле, шундай уңған, ундай кеше тураһында аҫыл һөйәк тигәндәрен ишеткәнем бар. Ул буй – һын, ул һылыуҙарҙан һылыу йөҙ, ул үҙәкте өҙөрлөк моңло тауыш, йырлап ебәрһә илатмай ҡуймай. Бирһә бирәлә ҡуя бит ХОҘАЙ ТӘҒӘЛӘ бөтә булған күркәмлекте бер кешегә! Ауылда бөтәһелә уны хөрмәт итә, олоһо ла, кесеһе лә берҙәй яраталар. Минең дә күңелемде ошо матур апайға хөрмәт итеү, һоҡланыу тойғолары биләй. “Әйҙә апай түргә уҙ!”- тип ҡаршы алам мин уны. Әйткәндәй өйөбөҙҙөң түре лә юҡ инде, 20 кв.м. ғына бер бүлмәле өйҙә йәшәп ятабыҙ. Боронғолар әйтмешләй, күңелең киң булһа, өйҙөң ниндәй ҙурлыҡта булыуы мөһимме ни?.. Шулай эшебеҙҙе ҡуйып тороп, апай менән әңәмәләшеп, төрлө хәбәрҙәргә төшөп китеп, кинәнеп һөйләшеп ултырғанда өсөбөҙҙең дә күҙебеҙ бер нөктәгә төбәлде. Был баяғы алабарман ҡыҙым ҡалдырып киткән 50 һум аҡса ине. Ул ултырғыста ята торғас иҙәнгә төшөп киткән күрәһең. Әллә үҙебеҙ үтеп барғанда итәк еленә эләгеп төштөме, әллә теге бала ҡабаланып шулай елләп киттеме инде, белмәҫһең. Беҙ ул аҡса тураһында бөтөнләй онотҡан булғанбыҙ икән. Бына хәҙер өсәүләп бергә күреп ҡалдыҡ. Беҙ ҡыҙым менән нимә булһа ла эшләп, йә өндәшеп өлгөрмәнек, апайыбыҙҙың ҡылығы аптыратты. Ул ҡапыл ғына йәнләнеп, ҡыҙарынып китте, урынында ултырып сыҙай алмаған кеше һымаҡ, бер торҙо бер ултырҙы. Иң ахыры апайыбыҙ ҡулына өҫтәлдә ятҡан гәзитте алып, өй бигерәк эҫегә һылтнаған кеше булып, иҙәнгә төшөп ултырҙы. Аҙыраҡ ултыра биргәс, ул нишләптер гәзитен ултырғыс аҫтына ииҙәнгә һалып торҙо ла кире аҡса менән ҡуша күтәреп, гәзит аҫтынан ғына аҡсаны кеҫәһенә тығып ҡуйҙы. Ул аҡсаны ҡыҙым менән мин дә күргәнде апайыбыҙ абайламаны буғай. Мин ипләп кенә ҡыҙыма ҡарайым, үҙемдең башымда бер уй. “Уй АЛЛАҡай ғынам, балалыҡ менән берәй нәмә ҡылып, йә әйтеп ҡуймаһа ярар ине”... Ә ҡыҙым аптыраулы, һораулы ҡараштарын миңә төбәгән. Мин һаҡ ҡына баш һелкәм дә, өндәшмә тип ымлайым. Бына апайыбыҙ ҡабаланып китте:” Аһа-аһ оҙаҡ ултырып ташлағанмын бит һүҙгә әүерәп” – тип, шәпләп атлап сығып китте. Өйҙә тәрән тынлыҡ урынлашты, мин иҫем китеп әле генә күҙ алдыбыҙҙа булған хәлгә ышана алмай һеңгәҙәп ултырам. Был хәл мөмкин түгел, нисек инде улай? Апайыбыҙ бик бай, етеш йәшәй бит! Ул һарай тулы мал, ул техника, машиналар, тракторҙар, ул эсе тулы йыһаз өй! 50 һумға ҡалған көнө бармы һуң инде! Эй АЛЛАҺЫм, быны нисек аңнарға? Ниһәйәт ҡыҙым түҙмәй миңә һүҙ ҡуша:” Әсәй нишләп әйтмәнең инәйгә, ул бит беҙҙең аҡса ла инде?”- тип һорай ул. ”Оялдым балам, уңайһыҙ бит. Ә һин мин тыйғансы нишләп өндәшмәнең һуң?”- тием уға. “Мин дә оялдым әсәй” – тине балам. Шулай итеп үҙ аҡсабыҙҙы күрә тороп урлатып, үҙебеҙҙең әйбер өсөн үҙебеҙ оялып өндәшмәй ултырып ҡалдыҡ.
Күңелгә шул тиклем ҡыйын булып китте, һөйләп аңлатырлыҡ түгел хатта. Күҙҙәр үҙҙәренән үҙҙәре йәш менән тулды. Ул йәштәрҙе ҡыҙымдан йәшерә һалам, әсәйем 50 һум аҡсаһын ҡыҙғанып илай тип уйлай күрмәһен тағы. Оло хөрмәт иткән, яратҡан апайыбыҙға ҡараш үҙгәҙе лә ҡуйҙы. Уның тышҡы һылыулығы нисектер уңып, юйылып, таушалғандай тойолдо. Ә һоҡланыу, хөрмәт итеү тойғолары ҡул менән йолҡоп ташлағандай бер мәлдә юҡҡа сыҡты. Урынында өңрәйеп, әсендереп, һулҡылдап һыҙлап бушлыҡ ҡына тороп ҡалды. Ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс...

 

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Зилдә ХӘМИҘУЛЛИНА
Автор:
Читайте нас: