Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
16 Февраль , 21:56

Упҡын Хикәйә

– Йәш бит әле, ололар кеүек сәстәре ап-аҡ, арҡаһы ла әҙерәк ҡайтышҡан һымаҡ. Анһат түгел, ғаиләмде туйындырам тип шундай хәлгә төшөүе. Уйлап ҡара, ғүмер буйы ҡырҙа, һыуыҡ, аслы-туҡлы. Ауылда бит иң беренсе булып ул йорт һалды. Хан һарайымы ни? Бисәһе ҡәҙерҙе белә торған кеше булып сыҡманы. Уның үҙен ҡыуып сығарырға ине. Их иҫәр, бигерәк йыуаш шул беҙҙең Йәмил, – тиештеләр.

Упҡын                                         Хикәйә
Упҡын Хикәйә

Зыярат эсе. Бер нисә кеше ҡап-ҡара балсыҡ өйөмө менән ҡәберҙе тигеҙләй. Олорағы:

– Насар кеше булманы, һәр саҡ ярҙамсыл, ғаиләһе өсөн йәнен бирергә әҙер ине. – Ҡара мыйыҡлыһы ла иптәшенең һүҙен йөпләп:

– Эйе, ауырыу арыҫланды ла еңә, йәшләй китте. Ҡырҡ икелә генә, шуныһы йәл, – тине.

Йәшерәге көрәгенә таянып ауыр уйҙарға сумды.

Ауылдаштары ҡәберҙән ҡайтышлай үҙ-ара:

– Йәш бит әле, ололар кеүек сәстәре ап-аҡ, арҡаһы ла әҙерәк ҡайтышҡан һымаҡ. Анһат түгел, ғаиләмде туйындырам тип шундай хәлгә төшөүе. Уйлап ҡара, ғүмер буйы ҡырҙа, һыуыҡ, аслы-туҡлы. Ауылда бит иң беренсе булып ул йорт һалды. Хан һарайымы ни? Бисәһе ҡәҙерҙе белә торған кеше булып сыҡманы. Уның үҙен ҡыуып сығарырға ине. Их иҫәр, бигерәк йыуаш шул беҙҙең Йәмил, – тиештеләр.

... Йәмил оҙаҡҡа һуҙылған командировкаһын тамамлап тыуған яғына ҡайтырға сыҡты. Тәүҙә поезда унан һуң автобус менән ауылына ҡайтып төштө. Иң тәүге йорт – атай йорто. Унда һуғылмай китеү мөмкин түгел, әсәкәйе көтә уны. Ана, килеп инеү менән ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Хәлдәрен һорашып, улын сабый балаларҙан да кәм күрмәй башынан һыйпап, арҡаларынан дөпөлдәтеп яратып алды.

– Айнанайым, юлда йонсоғанһыңдыр, арыуың күҙҙәреңә төшкән. Килен мунса яҡҡандыр, аяҡтарыңды нығыраҡ сап. Яңаҡтарың эскә төшкән, ҡырҙа һинең тамағыңды кем уйлаһын? Киленгә әйтәм әле көндә һурпа бешереп эсерһен, – тип ҡайғыртыусан һүҙҙәре менән улына һөйләргә ирек тә бирмәне.

Йәмил тиҙ кенә өҫтәлен дә йәйеп өлгөрҙө. Үҙе өс балаһына атай булһа ла, әсәһе янында ниндәй рәхәт, бер аҙ балалыҡҡа ҡайтып иркәләнеп тә алды.

Ваҡыт үтә генә. Ана бит көн кискә лә ауҙы. Йәмил үҙ йорттарына ҡарай атланы. Ҡапыл һулаҡай яҡ түше аҫтында нимәлер сәнсеп алды. Йөрәкһеп, һағынып ҡайтып килгәнгә ауыртып алғандыр тип уйланы ир. "Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул" – тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде боронғолар. Эйе, күп йөрөлдө Йәмилгә лә оҙон аҡса артынан ҡыуалап, ун һигеҙ йыл... Тәүҙә йорт күтәрәм, унан һуң балалар үҫтерәм, уҡытам, ауыл ерендә бесән эшләргә тимер аты ла кәрәк, өр яңы автомобилендә алды. Өй эсе шарттары ҡаланыҡынан берҙә ҡалышмай. Эҫе һыуы ағып тора, ҡапыл ғына йыуынып сығырға ваннаһы ла, барыһы ла инде. Аҡсаһын алып ҡайтып торҙо, юҡ-барға сарыф итмәне. Тәмәкеһен ташланы. Эше лә ауыр ине. Ситтә йөрөһә лә, күңеле менән һәр ваҡыт өйөндә булды. Ҡатыны өйләнешкәс өс йыл ғына күрше ауылда һатыусы булып эшләне лә "Өйҙә балаларҙы ҡарарға кеше юҡ"- тип эшен ташланы.

Йәмилде көтәләрҙер, өйөндә ут балҡып тора. Күтәрмәгә баҫтым тигәндә генә, ҡапыл ишек асылып китте. Ҡыҙы Вәсиләһе атаһын күреп:

– Ур-р-а, атай ҡайтты, – тип яҡынының ҡосағына сумды.

Ҡыҙыҡайын күтәргән килеш эскә үтте Йәмил. Икенсе бүлмәнән ҡаршы сыға килеп ҡатыны иренә ҡысҡырып ебәрҙе:

– Һинең үҙ өйөң юҡмы тура ҡайтырға? Әсәңә эшләгән хаҡыңдың отчетын биреп, яртыһын ҡалдырып ҡайттыңмы? Тамағың туҡтыр, күрше Гәрәй күптән отчет бирҙе инде сәғәт нисәлә ҡайтып әсәңә инеп барғаныңды.

Иренең асыуы килеп:

– Туҡта әле, Сәлимә, ниңә һин юҡтан ғына тауыш сығараһың? Эйе, индем, хәлен белдем, сәйен эстем. Һуң бит ул минең яҡын әсәм. Нисек уның өйөн үтеп китәйем? Ул бит тәҙерәнән ҡарап көтөп ултыра. Нисек? Иҫән-һау ҡайттыңмы тип һорау юҡ, инер-инмәҫтән ҡысҡыраһың. Бер нисә ай үтте тип, сит кешегә әйләндемме һиңә?

Аҙаҡҡы һүҙҙәре нисектер тыныс, ҡарлыҡҡан һымаҡ килеп сыҡты. Ҡапыл өйҙә һауа етмәгән төҫлө булып китте Йәмилгә. Тышҡа сыҡты, бөтә тәне буйлап һыуыҡ ток үтеп киткән һымаҡ булды. Өшөп ҡалтырана башланы. Их ошо ваҡытта тәмәкеһе булһа... Юҡ бит, бәлки әҙерәк тынысланып алыр ине. Күпме торғандыр, ныҡ өшөнө, кире өйгә инде. Балалар кемеһе телевизор ҡарай, кемеһе дәрес әҙерләй. Аталарының сумкаһын асып күстәнәс, бүләктәрен алып үҙ-ара бүлешкәндәр инде. Ҡатыны урынды айырым һалды. Ир өндәшмәне. Тағы берәй нимә әйтһә талашып китерҙәр. Йәмил күҙҙәрен йомдо. Яҡындарыңдан айырылып йыраҡта йөрөһәң, үҙең сит кеше булып китәһең икән. Эштәге режим буйынса иртүк торҙо. Мал ҡарарға юҡ, үҙе өйҙә тормағас күптән эреһен дә, ваҡ малын да бөтөрҙөләр. Йорттоң тирә-яғын ҡарап инәйем тип тышҡа сыҡты. Кисә ауыртҡан ере, бөгөн тағы ныҡ итеп сәнсеп алды. Тыны ҡыҫылды. "Был нимә булды?" – тип шул ерен ҡулы менән тотоп өйгә инде. Юҡ, баҫылырға уйламай. Тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртып, район дауаханаһына алып киттеләр.

– Еңелсә инфаркт кисергәнһең, – тинеләр аҡ халатлылар.

Йәмилде ун ике көн дауаланғандан һуң, кире өйөнә ҡайтарҙылар. Сыҡҡан саҡта оло ғына табип ағай:

– Ҡустым, кәңәш итеп әйтәм: аҡса ғүмерҙә лә етмәй, һаулығыңды һаҡла. Әгәр һаулығың булмаһа, һин бер кемгә лә кәрәк түгелһең, йөрәк менән шаярма, – тине бармағын янап.

Улай уҡ хәлгә барып етермен тип уйламаны Йәмил. Яҙып биргән дарыуҙарын алып, өйөндә бер айҙа булманы Йәмил кире эшенә китте. Барып етеп, ун көн эшләнеме юҡмы, кире дауаханаға эләкте. Инде ауырыу сәбәпле "эшкә яраҡһыҙ" тип ҡағыҙ тотторҙолар. Еңелерәк эш булмаҫмы икән тип дуҫтарына шылтыратып ҡараны. Булһа ла етәкселәр "Ғәфү ит, бер-бер хәл булһа һинең өсөн яуап бирмәйбеҙ " – тинеләр. Ҡасан документтарын юллағансы бер ай үтеп тә китте, ҡабат ауылына ҡайтты.

Йәмилде Сәлимәһе ишектән үк индермәне. Ишек төбөнә кейем-һалымын сығарып ырғытты.

– Миңә әрәмтамаҡ кәрәкмәй, бар әсәңә ҡайтып йәшә, – тип ҡысҡырҙы.

Гүйә юха йылан ыҫылданы. Әсәһен төнөн ҡурҡытмайым әле тип, кәрәкле кейемдәрен генә алып, дуҫы Саматҡа китте. Хәлен аңлатҡас дуҫы бот сабып аптыраны.

– Бына, баштан шаштырҙың һин уны. Аҡса эсендә йөҙә генә бит. Хәҙер ул бисә хатта беҙҙе лә танымай, танауын өҫкә күтәреп үтеп китә. Башҡа әйтерлек һүҙем юҡ. Дилбәгәңде оҙон ебәрҙең, хәҙер тота алмайһың. Күрҙеңме уға һин кәрәкмәйһең, аҡса, аҡса кәрәк хәҙер, тфү, – тип төкөрҙө лә, йәне көйөп ултырған еренән тороп уҡ китте. – Әҙерәк һиңә лә ирҙәрсә саңын ҡағып алыр кәрәк ине, – һаман ярһыны дуҫы.

Йәмил дуҫының өй буйлап тегеләй-былай йөрөгәненә башы әйләнеп киттеме.

– Ҡуй, Самат, урыныңа ултыр әле. Мин ауылда ҡалмаҫмын, ҡабат яҡыныраҡ ҡала тирәһенән эш эҙләп ҡарайым. Йән биргәнгә йүн бирә тиҙәр бит. Оялмай ир башым менән әсәйемдең бер пенсияһына ҡарап ятмайым, – тине.

Шулай итте лә, иртәгеһенә үк ауылдан сығып та китте. Ҡатыны шуны ғына көткәндәй, үҙенән ете йәшкә кесе бер ирҙе индереп тә алды. Ике малайы уҡып бөтөп, ситкә киттеләр. Ҡыҙы ауыл мәктәбендә уҡыуын дауам итте.

Йәмил китеп йылда үтмәне, әсәһен ерләне. Ҡыҙын күрәм тип өйөнә барҙы... Ҡатыны теге ир алдында һығылып-бөгөлөп кенә тора. " Минең менән йәшәгәндә берҙә улай түгел ине!" – тип эстән үртәләнеп тә ҡуйҙы. Алыштырып ҡуйғандармы ни ҡатынын. Элеккесә үк уға ҡарата бер ниндәйҙә иғтибар юҡ был йортта. Такси саҡыртып килгән еренә кире китте Йәмил.

Ир танышы буйынса бер урынға ҡарауылсы булып урынлашты. Һаман ҡатынының "Миңә әрәмтамаҡтар кәрәкмәй" тигән һүҙе иҫенә төшөп йөрәген ҡыйнаны. Уның алдында ул бер меҫкен ир булып сыҡты түгелме?

Ике яҡ килешеп айырылышыуға ғариза яҙҙылар. Донъя бүлешкәндә Йәмил бер нәмәһен дә алманы.

– Балаларға булһын, минең был тормошта күпме генә ғүмерем ҡалған тиһең, – тине.

Бисәһе ирененең ситенән генә мыҫҡыллы йылмайып:

– Эшләгән аҡсаһын үҙенә йыймаған тиһеңме ул? Шуға ла эре сирттереп тора инде, – тине.

Ир ҡаршы бер һүҙҙә өндәшмәне, кепкаһын башына батыра биреп кейҙе лә, ҡулын һелтәп сығып китте. Бәлки һуңғы хушлашыуы ла ошо булғандыр.

Йәмил бер туған апаһы Нәсимәләрҙә торҙо. Ул да кесе улы Вәсим менән генә:

– Өй ҙур, ситтә йөрөмә, ҡасан көсләнеп киткәнсе миндә йәшә, – тине апаһы.

Нәсимә ҡустыһын: "Үҙе һалған өйҙә рәхәтләнеп йәшәй ҙә алманы. Сит- яттарҙы хужа иттерҙе, бигерәк эскерһеҙ, тыныс кеше булыр икән" – тип шул тиклем йәлләй ине.

Ҡапыл көндәр боҙолоп, ҡойоп йәшенле ямғыр яуырға тотондо. Бер аҙнанан Йәмилгә күңелһеҙ хәбәр килде: "Сәлимәләрҙең өйөнә йәшенле ут ҡапҡан. Яртыһы янып бөткән, ауылдаштары саҡ һүндереп алып ҡалғандар". Иргә өй түгел, ә балалары, ҡатыны ҡыҙғаныс ине. "Яндарына ҡайтырға, берәй нисек ярҙам итергә кәрәк. Әҙ булһа ла шуларға тип йыйған аҡсам бар," – тип уйланы ул. Тиҙ генә өҫтөнә йылы кейемдәрен кейҙе лә, автобус туҡталышына йүгерҙе. Ҡабат йөрәге сәнсеп ҡуйҙы: "Йүгергәнгәлер, хәҙер баҫыла ул" – тип үҙ-үҙен йыуатып ергә сүгәләне. Кемеһелер килеп:

– Мужчина, вам плохо? – тине.

Йәмил "Юҡ" тигәнде аңлатып башын сайҡаны. Күҙен асҡанда, янында торған шәфҡәт туташы:

– Ағай, саҡ һуңламаның бит, тегендә китеп бара инең инде, – тине.

Йәмил ике көн тормаҫтан йоҡланы. Укол ҡаҙап киткәндәрен дә һиҙмәне. Һаташа башланы. Ауылға ҡарай юлын дауам итә. Яр ҡырына килеп сыҡты! Ә аҫта упҡын... Туҡта, упҡын эсенә төшөп бара түгелме? Тау башында Сәлимәһе тора.

– Ҡотҡарығыҙ! Нишләп ишетмәй уныһы? Зинһар ҡулыңды бирсе! Түбәнгә тәгәрәйем бит! – тип Йәмил ҡысҡыра.

Шул ваҡыт ҡатыны ҡулын һуҙа. Әллә тартып сығармаҡсы? Тик буйы ғына етмәй шул. Йәмилде упҡын үҙ ҡосағына алды.

Иртәгеһен Нәсимә апаһы, улдары уның һыуынған кәүҙәһен ҡосаҡлап илайҙар ине.

Зифа ИШМЫРҘИНА.

Автор:
Читайте нас: