Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
16 Февраль , 16:43

Еңгәй

Әхнәф үҙен-үҙе белмәй, кире тороп йүгерҙе: йә бөгөн, йә бер ҡасан да! Нисәмә йылдар һағынып эҙләгән яҡты йондоҙоң бына ғына тора, ынтыл да тот! Тот та ҡабат ҡулыңдан ысҡындырма. Ҡапҡа ла, ишек тә эстән һаман бикләнмәгән: әллә көткәнме? Ул дөбөр-шатыр өйгә килеп инде. Гөлкәйҙең төпһөҙ күл ише асыҡ зәңгәр күҙҙәре уға төбәлгән. Ошо ғәжәпһенеү ҡатыш мөләйем ҡарашта бөтмәҫ һағыш та, өҙөлмәгән өмөт тә, эскерһеҙ һөйөү ҙә сағыла, әммә ҡурҡыу тигәндең тамсыһы ла юҡ. Еңгәһенең һынамсыл ҡарашы ҡәйнешкә ҡыйыулыҡ өҫтәп, әллә ниндәй ҡаһарманлыҡтарға ҡанатландырып ебәрҙе.

Еңгәй
Еңгәй

— Шафиҡ ағай кәләш апҡайтҡан, кәләше һәләк сибәр икән! Ошо, ауыл ерендә һәр малайҙың ниндәйҙер эске кисерештәр менән, бик ныҡ теләп, хатта ашҡына биреп көтөп алған хәбәр тиҙ арала ауылды урап сығып, ун бер йәшлек Әхнәфтең дә ҡолағына барып етте.

Әхнәф Әлтәфович киске аш мәлендә, ашхана хеҙмәткәре ауыҙынан осраҡлы ғына үҙенә күрә көтөлмәгән хәбәр ишетеп, уның раҫ икәнлегенә ышаныр-ышанмаҫ күтәрмәгә сығып баҫты. Ысынмы-бушмы, Әхнәфтең күҙ уңынан әллә ҡасан, бала сағында уҡ, юғалып, инде онотола башлаған еңгәһе ошо ауылда йәшәп ята, имеш. Хәйер, йәшәһә йәшәйҙер, нимәһенә аптырарға, кешене бер урында бәйләп тотоп булмай. Ул ҡайҙа теләй, шунда көн итергә хоҡуҡлы. Әммә ләкин...

Ярай, Әхнәф үҙе был яҡтарға эш менән килеп сығып, бына инде ай самаһы командировкала ята. Археолог булараҡ ул ошо тирәнең үткәнен, боронғо тарихын өйрәнә, нисә тонна ер аҡтарып ташлағаны бер Хоҙайға ғына билдәле. Ә бына ҡасандыр үҫмер Әхнәфтең иҫ-аҡылын алып, үҙен уттарға һалып киткән аҫыл еңгәһен төпкөл тарафтарға ниндәй елдәр ташланы икән, ҡыҙыҡ?

Өйрәткән адрес буйынса барырғамы, юҡмы, тип ул оҙаҡ икеләнде. Бараһы ла килә, уңайһыҙ ҙа һымаҡ. Шулай ҙа нимәһенә уңайһыҙланып, тартынып тормаҡ кәрәк? Ошондай ҡарарға килгән егет, ниһайәт, тәүәккәлләне. Элекке еңгәйҙең хәлен белеп сығыу хилаф эшме әллә? Берәүҙең берәү хәл-әхүәлен белешә икән сауаплы булыр, ти. Ошо хаҡта хатта изге яҙмаларға яҙып ҡуйылған, үҙе күргәне бар. Һәм ул ҡыйыу аҙымдар менән ҡараңғы урамдан үрге осҡа ҡарап атланы: ауыҙға һуғып сығармаҫ әле...

 

*         *         *

— Шафиҡ ағай кәләш апҡайтҡан, кәләше һәләк сибәр икән!

Ошо, ауыл ерендә һәр малайҙың ниндәйҙер эске кисерештәр менән, бик ныҡ теләп, хатта ашҡына биреп көтөп алған хәбәр тиҙ арала ауылды урап сығып, ун бер йәшлек Әхнәфтең дә ҡолағына барып етте. Хәбәрҙең яҡшыһы шулай тиҙ ишетелә, ә яман унан да йәһәтерәк.

Бына тиҫтерҙәре араһында мыҡты кәүҙәһе, мәленән алда егет ҡорона инә башлаған ҡиәфәте менән айырылып торған Әхнәф еңгәй күрергә тип китеп бара. Еңгәй күреү йолаһын ул беренсе тапҡыр башынан үткәрмәй. Әлеге йоланың танһыҡ емештәрен күп татыны, асыл-серҙәренә төшөнөп бөткән. Ҡыҙыҡлы ғына ғәмәл ул еңгәй күрә барыуҙары... Һин тулҡынланып та, бер аҙ борсола төшөп тә өр-яңы киленле тупһа аша үтәһең. Ағай кеше һине мәғәнәле йылмая биреп ҡаршы ала. Ошо ҡәнәғәт йылмайыуҙа ниндәйҙер асылмаҫ сер бар. «Нимә, ҡустылар, янсыҡ ала килдегеҙме? Алығыҙ, әммә еңгәгеҙгә ғашиҡ булып, күҙектереп ҡуя күрмәгеҙ», — тигән кеүегерәк әлеге йылмайыу. Һәр хәлдә Әхнәфкә гелән шулай тойола. Шул сәбәпле ул ҡайһы бер уҫалыраҡ ағайҙарынан шикләнә биреп тә ҡуя. Ауылда бит нисек, бергә-бергә йәшәйһең, бер шишмәнең һыуын эсәһең, уртаҡ һауа һулайһың икән — үҙ туғаның ғына түгел, һинән өлкәнерәктәр барыһы ла ағай һанала, ағай, тип өндәшәһең. Шулай икән, тимәк, улар иш итеп алып ҡайтҡандар көллөһө лә һиңә еңгәй булып сыға. Бар, киреһен иҫбат итеп ҡара. Еңгәй күрә барыу ғәҙәти хәл, әммә онотолмаҫ ваҡиға. Әхнәфте генә ал, ун бер йыл ғүмерендә нисә еңгәй күрҙе, һәр ҡайһыһынан ниндәй бүләк тәтене — барыһы ла иҫендә. Ләкин бүләктәрҙең береһен дә һаҡлап тотманы: янсыҡтарын әллә ҡайҙа итә торҙо, сигеүле ҡулъяулыҡтарын әрһеҙләп туҙҙырып, башҡаһының да ҡәҙерен белмәй юғалтып бөттө. Шулай ҙа ҡайһы еңгәйенән ниндәй күренеш алғанлығын яҡшы хәтерләй. Был еңгәһе нисегерәк икән, йомартмы, әллә Фәтиха инәйгә оҡшап... Киленде бит ҡәйнә буҫағаһынан тиҙәр.

Ана, Шафиҡ ағайҙың бер яҡҡа янтая барған иҫке ҡапҡаһы. Хәҙер уны асып инеүгә үҙе серле көлөмһөрәп ҡаршы алыр әле. Алыр ҙа ихласлап китеп өйөнә әйҙәр. Бәғзе бер, Шафиҡ ише йомоҡ, ҡатыраҡ ағайҙар шулай кәләшле булдымы, йомшарып, алсаҡлана ла китә, быныһын Әхнәф яҡшы үҙләштереп алған. Кәләш алған мәлдәрендә ҡырыҫ холоҡло, тиҫкәре ағайҙар менән дә уртаҡ тел табырға була. Нимәһе менән бер ябай ғына кәләш шул тиклем арбайҙыр әзмәүерҙәй ирҙәрҙе, аптырарһың? Әхнәфтең үҙенең ҡыҙ-ҡырҡын заты менән борсағы әллә ни бешеп етеңкерәмәй, шуғамылыр, кәләш, тип йәнен бирергә әҙер ҡайһы бер ағаларын һис аңлай алмай. Күрәһең, шул бәләкәй генә нәмәгә төшөнөр өсөн дә ҙур аҡыл кәрәк.

Әхнәф, йәнә лә эреле-ваҡлы өс малай, бер тиҫтерҙәр, ихатаға барып ингәндә Шафиҡ ысынлап та ишек алдында тора ине. Йөҙө үҙенең ҡараңғы, сырайы һытыҡ күренә. Әле генә кәләш алған кешенең дә ҡиәфәте шул ҡәҙәре ҡотһоҙ булыр икән. Күренеп тора, туҡтау белмәй тәмәке төтәткән Шафиҡтың, нимәгәлер йөрәге янып бара. Шул йөрәкте яндырмаҫ өсөн ул тәмәке көйрәтә. Йөрәк янғансы, тәмәке янһын...

Ошолай уйлап бошона башлаған Әхнәфтең күңеленә шом йүгерҙе: әрләп, кире бороп сығармайы был һөмһөҙ. Һиҙгер малайҙың шиге өлөшләтә раҫ сыҡты. Юҡ, Шафиҡ уларҙы әрләп тә торманы, хурлыҡлы рәүештә ҡыуып та сығарманы. Бары, биргән сәләмде алып тормаҫтан:

— Нимә, һуйылдай кәүҙәгеҙ менән оялмай бүләк ала килдегеҙме? — тип мөңгөрҙәп биттәренән алып, көлөмһөрәй бирҙе. Көлөүе томһа, ямаҡ килеп сыҡты. — Һеҙҙең һымаҡ саҡта беҙ...

Малайҙар әллә аптырауҙан, әллә уңайһыҙ хәлгә ҡалыуҙан шып туҡтап, артабан нишләргә белмәй торҙо.

— Теге... ней... Еңгәй өйҙәме? — тигән булды араларынан иң кәрлә буйлыһы.

— Өйҙә булһа, шунан.

Әхнәф алдында аңшайып торған дуҫының ҡабырғаһына төрттө, уныһы әйләнеп ҡарағас, эйәге менән ҡапҡа яғына ымланы: хәйерле саҡта, йәнәһе, шылайыҡ был тирәнән.

Төйлөгәндән өрккән ҡаҙ бәпкәләре ише өймәкләшеп, этешә-төртөшә сығыу яғына ыңғайлағандар ине инде, ошо мәл бошмаҫ Шафиҡтың ниндәйҙер мөғжизә менән ҡайырылып төшмәй һыңар үксәһендә аҫылынып торған иҫке солан ишеге һөйрәлеп асылып китте. Ә унда йә Хоҙай! Әкиәттәрҙә генә була торған һылыу ҡыҙ килеп сыҡты. Хур ҡыҙы! Башҡалар нисектер, Әхнәф ихата эсенең бер сама яҡтырып киткәнен тойҙо.

— Һи-и, йәнә ҡәйнештәр килгән түгелме? — Хур ҡыҙы зыңғырлатып көлдө. Көлөүе быныһының ихлас ине. — Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, хәҙер үҙегеҙгә бүләк таратам. Бында тороу килешмәҫ, өйгә инегеҙ.

Ә ҡәйнештәр, Әхнәф тә, арбалған тиерһең, асылған ауыҙҙарын ябырға ла онотоп, йәнә шаҡ ҡатты. Был юлы күҙ ҡамаштырыр матурлыҡтан. Бүреһе олоған бит Шафиҡтың, ниндәйен ҡаптырған, ә сабаҡтың! Һаҡмар буйы ҡыҙҙары һылыу була тигән-дәрен ишеткәне бар барлығын малайҙарҙың, әммә был тиклемен көтмәгәндәр ине. Бушты һөйләмәйҙәр икән. Кәләш күҙләр мәле етһә, Алла бирһә Әхнәф үҙе лә...

— Инмәйерәк торһондар! — Тупаҫ тауыш Әхнәфтең матур уйҙарын бүлдерҙе. — Ошонда сығар ҙа бир, ир еткәндәр, иҙән тапатып өйгә индереп тормаға.

Малайҙың йөҙөнә бысраҡ, өҫтөнә һалҡын һыу һипкәндәй булды: әйттереүен әйттерһә лә, әлегә алып та өлгөрмәгән кәләшен быларҙан ҡыҙғанып маташа түгелме йомсайған Шафиҡ? Һе, тиген тапшауыр түгел икән дә баһаң! Башҡа саҡта ауыҙын шаҡарып һүҙ алып булмай, ә бында...

Бүләкте малайҙар еңгәй күңелен уйлауҙан ғына алдылар буғай, ихата уртаһында торған килеш кенә. Күтәрмә тултырып баҫып, йөнтәҫ ҡаштары аҫтынан эскерле көлөмһөрәгән Шафиҡ янынан өйгә үтергә әллә ҡыйманылар, әллә теләктәре һүрелде. Ә бүләге шулай ҙа дан ине. Һәр төрлө төҫтәге ебәк таҫмаларға нағыш ҡушып, суҡлап тегелгән бынамын тигән янсыҡ. Янсыҡ эсендә ғәжәп матур һыбыҙғы, йәнә лә, берәр услам өрөк. Юҡ, теге әйтем әлеге осраҡҡа тап килмәне, был еңгәләре ҡәйнәһенә һис оҡшамаған. Ошоларына өҫтәп, ул Әхнәфкә айырым өндәште:

— Бигерәк шәп, үҫкән егет икәнһең, — тип арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы, — бәхетле бул, һәйбәт килен насип итһен үҙеңә. Әхнәфтең былай ҙа иләҫ-миләҫ килә башлаған күңеле наҙлы ҡағылыуҙан бөтөнләй ирене лә китте.

Кешегә күп кәрәкме, ошо кескәй генә әммә үҙенсә ҡиммәтле бүләктән малайҙарҙың кителгән күңелдәре бөтәйеп, кәйефтәре һәүетемсә күтәрелде. Күңелдәре бөтәйҙе тиһәк тә, Әхнәфтең ҡалған хәтер төбөнә, йәнен әрнетеп, аңлайышһыҙ юшҡын яғылды. Шул юшҡындың йөрәген аяуһыҙ өйкәп, ғүмере буйына оҙата килерен малай әле белмәй ине. «Их, ҡарағош тырнағына килеп тәл булған аҡҡошһоң бит һин, еңгә, тип үҫмер аҡылы менән фекер йөрөтөп, һылыу еңгәһен ысын күңелдән йәлләгән булды, харап булып ҡуймаһаң ярай ҙа...»

Харап булып ҡуймаһа ярай ҙа. Әлеге һүҙҙәр күрәҙәлек итеү менән бәрәбәр сыҡты, Гөлкәй еңгәләре ысынлап та тормоштан уңманы, харап булды. Әле туй мәлендә үк Шафиҡ уны, кейәү көсөгөнән ҡыҙғанып, бәргесләп ташлаған. Ә туйҙан аҙаҡ бахыр Гөлкәйгә бөтөнләй көн бөттө. Биҙрәләрен сайҡалтып, төшөнкө күңел менән генә һыуға сығып китә икән, ҡайтып ингәненсә Шафиҡ күҙәтеүе аҫтында. Кибеткә йөрөтмәй, аҡсаһын услап үҙе бара. Бәхетһеҙ ҡатын хатта кеше ыңғайына онотҡанда бер булған кино ҡарауҙан да мәхрүм. Емеш-еләккә яңғыҙын ебәрмәй, ҡунаҡ-фәләндән һуң, һин шуға шулай тип әйттең, быға былай итеп ҡараның, тип быуынһыҙ еренә бысаҡ һалып бәйләнергә тотона. Сараһыҙ Гөлкәй түҙемлеге бөтөп ҡаршы һүҙ өндәшә икән, йоҙроҡтарын эшкә ҡуша. Үҙе торғаны тере һәлкәү булһа ла, йоҙроҡтары Шафиҡтың тос ҡына. Ҡыҫҡаһы, еңгәйҙәренең күҙенән мәңге күк китмәне, сибәр йөҙө йылмайыу тигәнде белмәне. Күгенән былайыраҡ ҡыҙғансыҡ иренең тиктомалға нахаҡ һүҙ һөйләп, кешелек дәрәжәһен кәмһетеп намыҫына тейеүе үҙәгенә нығыраҡ үтә, бәғерен өҙгөләй. Тән яраһы ҡасан да уңала, ә бына йәнең йәрәхәтләнһә...

«Шундай ҙа матурлыҡҡа намыҫы етеп, нисек ҡулы күтәрелә тиһең? Әхнәфтең ошолай уйлап иҫе китер ине. Матур бисәләр ҙә, матур бисәле ирҙәр үҙҙәре лә шулай бәхетһеҙ буламы икән?» Әүәл нур сәсеп йөрөгән еңгәһенең көҙгө ҡырау мингәткән сәскә ише шиңә барыуын күреп, йөрәге аҙ һыҙламаны. Һыҙлау менән ни хәл итәһең?

Бер шулай, ҡыҙ-ҡырҡын, килен-киштә эштән аҙаҡ күмәкләп быуаға барғандан һуң һуҡмышлап йөрөгән Шафиҡ, ни ҡыланғанын белмәй, ҡурсаҡ ише ҡатынын һыу эскеһеҙ итеп туҡмап һалып ҡуйҙы. Уныһы, әҙәм күргеһеҙ булып, аҙна-ун көн ҡан төкөрөп ятты, тиҙәр. Эсенә тибеүҙән ярала башлаған бәпесенән дә яҙған, имеш. Хәйер, быларын Әхнәф үҙе күрмәне, кеше аша ишеткәне генә.

Әлеге хәлдән һуң Гөлкәй еңгә, ошонан терелеп аяҡҡа баҫа алһам, был өйҙә бер көн дә тораһым юҡ, ҡабат тупһаһына баҫмайым, тип әйтеү әйткән, имеш. Әйтһә әйткәндер, еңгәй бер һүҙле ине, һәм һүҙендә торҙо. Көҙгө һауала осар ҡоштар соролдашҡан йонсоу көндәрҙең береһендә төйөнсәген төйнәп сығып китте лә башҡаса килеп күренмәне. Уның бит, балалар йортонда тәрбиәләнеп үҫкән кеше булараҡ, бер кеме лә юҡ, быны барыһы ла белә ине. Шунлыҡтан ҡайҙа олаҡҡанлығын берәү ҙә әйтә алманы. Мәғәнәһеҙ Шафиҡ ҡатыны алдында тубыҡланып, инәлеп-ялбарып ярлыҡау һорап маташҡан, тегеһе инде әйләнеп тә ҡарамаған. Бары: «Тинтәк!» — тип бер генә һүҙ әйткән дә, ғорур баҫып киткән дә барған. Башы һуҡҡан яҡҡа. Шул китеүҙән уны башҡаса күреүсе булмаған. Рәнйеүе, күрәһең, шул хәтлем үҙәгенә үткәндер.

*     *    *

Әхнәф Әлтәфович, инде утыҙҙы уҙған олпат ир, археология төркөмө етәксеһе, Гөлкәй еңгәһен, ҡасандыр һылыулығы, уңғанлығы, ябай алсаҡлығы менән бер ҡатлы малайҙың һушын алып, ғүмерлеккә әсир иткән ғәжәп еңгәһен икенсегә күрергә китеп бара. Малай саҡтағыса бер аҙ тулҡынлана ла, йөрәкһей ҙә. Теге мәл, ҡарап туя алмаған еңгәһе ҡапыл ғәйеп булғандан һуң Әхнәфтең күкрәгендә ниҙер өҙөлдө лә ҡуйҙы, ул үҙен үтә ҡәҙерле нәмәһен мәңгелеккә юғалтҡандай хис итте, артабан йәшәүҙең йәме ҡалмаған һымаҡ тойолдо. Малайҙарға хас бер ҡатлыҡ менән: «Их, нишләп биш-алты йыл элегерәк тыуманым икән!» — тип үкенеп бөтә алманы. Ни өсөн тигәндә ун ете йәшлек Гөлкәй еңгәһенән ул биш йәшкә кесе. Ошо биш йыл ул мәлдә әллә ниндәй үтеп сыға алмаҫлыҡ кәртә булып күренгәндер. Тиңдәше булған хәлдә Әхнәф, Шафиҡ менән эт урынына һуғышһа һуғышыр, әммә еңгәһен ситкә ебәрмәй, ауылда ҡалдырыр ине. Ә ун бер йәше тулыр-тулмаҫ малай ни эш ҡыра алһын. Башҡа, Гөлкәй еңгәләренә ғашиҡ тотоп йөрөгән малайҙар ише ул да яҙмышына буйһонорға мәжбүр булды. Буйһонмай ни хәл итәһең — башың йәш бит әле.

Буйһоноуын яҙмышына буйһондо, шулай ҙа күк йөҙө ише зәп-зәңгәр күҙле, ай ҡашлы, ҡояшта йылҡылдап торған көмөш сәсле, ҡыр кәзәһе шикелле буй-һынлы, һәр саҡ көлөп кенә һөйләшер еңгәһен онота алманы. Ихласлап, кире сыҡмаҫлыҡ итеп, йөрәгенә инеп ултырҙы ла ҡуйҙы еңгәһе. Мәктәпте бөткәнсе лә, институтта уҡығанында, һуңынан да сибәрлек яғынан унан һис ҡалышмаған байтаҡ ҡыҙҙар егеттең күңел ҡылын сиртеп маташты. Әхнәф кенә уларға ҡарата аяуһыҙ битарафлыҡ күрһәтте. Ҡаты һуғылып әрләмәне лә, янынан ҡыуып та булашманы, бары битараф ҡалды. Күҙҙә-ре үҙенең ҡарап тора, ә күрмәйҙәр, әйткәндәрен ҡолаҡтары ишетмәй, ҡыҙығыу-ылығыуҙың әҫәре лә юҡ. Ҡыл сиртеүселәр сәйер егеткә ҡарап-ҡарап торалар ҙа, һуп бармаҡтарын һамай* тирәһенә килтереп, үҙенсәлекле ишара яһағандан һуң, әйләнеп китә лә баралар. Бәғзе береһе уны «ненормальныйға» һананы, кемдер хатта «эшкинмәгәнгә» үк сығарып ҡуйҙы: ир затында бер дауаға бирелмәҫ сир бар ти бит, шуның менән яфаланалыр... Ә Әхнәфкә барыбер, булды ни ҙә булманы ни ҡыҙҙар. Нимә һөйләһәләр ҙә үпкәләмәй. Ҡатын-ҡыҙ нәҫеленә ҡарата егет барлыҡ хис-тойғоларҙан мәхрүм кеүек. Һәр хәлдә бөгөнгө көнгәсә шулай тойола ине.

 Әхнәф, адрес яҙылған ҡағыҙ остоғон бағана башындағы лампанан төшкән яҡтыға ҡуйып, күҙ ташлап алды ла, тимер рәшәткәле ҡапҡаны төрттө. Уныһы һис ҡарышып тормай асылды ла китте, бикһеҙ икән. Намыҫы саф, күңеле асыҡ кеше бикләнеп ултырмай.

Ипләберәк баҫырға тырышып, болдорға күтәрелгәс, мәгәр ире булһа, тип шөрләнкерәп тә ҡуйҙы: әллә кире сығырға ла китергәме? Ошондай икеле-микеле уйҙар яфалаған мәлдә, йөрәгеңдән алда аҡылыңды тыңла, тигәндәрен ишеткәне бар, ә әле Әхнәфтең йөрәге лә, аҡылы ла бер яҡлы, уларға буйһонмайынса әмәле юҡ.

Баҙнатһыҙ ғына ишек шаҡыуға эстән:

— Инегеҙ, асыҡ! — тигән тауыш ишетелде. Тауышты Әхнәф шунда уҡ танып алды: ул! Ҡасандыр буй етмәҫлек, бары хыялдарҙа ғына ҡалыр һымаҡ күренгән Гөлкәй еңгәһенең танһыҡ тауышы! Тимәк бая юҡты һөйләмәгәндәр. Йөрәк тибеше йышая төшкән Әхнәфтең сикәләре янып китте.

— Һаумыһығыҙ! — Егет уҫлаптай кәүҙәһен тар ишек уйымына көскә һыйҙырып, тупһа аша атланы ла, артабан ни эшләргә белмәй тапанып торҙо.

— Һауғынабыҙ әле, — Гөлкәй әүәл сәләмде ҡабул итте, һуңынан төпкө бүлмәнән үҙе лә килеп сыҡты. —Һеҙгә кем кәрәк?

Әхнәф Әлтәфович, үҙен әллә күпме күргән, ул-был ваҡлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫ һанап йөрөгән арҙаҡлы ир, егерме йыл элекке шикелле шаҡ ҡатып, телен йотто ла ҡуйҙы: шул уҡ йән арбағыс ҡараш, күҙ ҡамашыр һылыу йөҙ, йөрәгеңде һурып алып аҡылдан яҙҙырыр серле йылмайыу! Йә, Хоҙай, үҙгәрмәһә үҙгәрмәй икән кеше! Юҡ, яңылышты, кеше үҙгәрә, матурлыҡ ҡына үҙгәрмәй шул көйө ҡала...

— Һеҙ кемгә? — аптырай төшкән ҡатын ҡабатлап һораны.

— Ә... миңә... һеҙ Гөлкәй еңгәйме? — Ҡаушап ҡалған Әхнәф уҡытыусы алдында яуап таба алмай торған уҡыусы шикелле этенеп-төртөндө.

— Эйе, Гөлкәй мин булам, ә бына еңгәйлеген әйтә алмайым. — Гөлкәйҙең йөҙө кинәт гөлт итеп балҡып китте лә шунда уҡ ҡабат һүрелде. Еңгәй һүҙен ишеткәс тә, күрәһең, ҡапыл ғына хәйерһеҙ үткәне, килен булып бәхетһеҙ тормош башлағаны иҫенә килеп төшкәндер. Гөлкәйҙең нескә хәтер ептәренә ҡағылды буғай Әхнәф. Әммә ҡатындың сырайын ялмап алған болот-күләгә оҙаҡ торманы, тиҙ арала таралып юҡҡа сыҡты, ул элекке сибәр, алсаҡ еңгәйгә әйләнде. — Ғәфү итегеҙ, һеҙ кем булаһығыҙ һуң? Һис төҫмөрләй алмайымсы.

— Мине танымауыңа аптырайһы юҡ, егерме йыл аҙ ғүмер түгел, — ниһайәт, асылына ҡайта башлаған Әхнәф ҡыйыулана төшөп хатта «һин»гә күсте. — Мин Ҡалмаш ауылынан, үҙ ваҡытында һинән бүләккә янсыҡ алғайным.

— Ә-ә, хәтерләй бирәм... Сырамыта башланым, буғай.

— Матур килен насип итһен, тип теләгәйнең.

— Эйе, эйе, бына хәҙер иҫемә төштө! Дүрт малай инегеҙ, ибет. Араларында һин иң буйлыһы инең.

Былар береһен бүлдерә-бүлдерә шулай һөйләшеп киттеләр. Гөлкәй, әйтерһең, ер йөҙөндәге иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеһен осратҡан, ҡанатланып йүгереп йөрөп, өҫтәл әҙерләргә тотондо. Үҙе йүгереп йөрөй, теле һөйләп йөрөй. Ул теге мәл, ауылды ташлап сығып киткәс, яҙмышын даланға тапшырған да, биш йөҙ саҡрымдан ашыу ер үтеп, ошонда килеп төпләнгән икән. Бер кем тәғәйен генә юл да өйрәтмәгән, был яҡтарҙы тәҡдим дә итмәгән, былай ғына, бәхетенә өмөт бағлап килгән дә урынлашҡан. Һәм даланы алдамаған, шөкөр, ер йөҙөндә яҡшы кешеләр бөтмәгән икән, уны ла һыйындырыусы табылған. Эшкә төшкән, Йоматау техникумын тамамлап, бөгөнгө көндә хужалыҡта бухгалтер булып эшләп йөрөй. Аҡыллы, егәрле кешегә кәсебе сығып тора инде ул, теләгең генә булһын.

— Еңгә, ә, — шөрпөлдәтеп сәй һемергән Әхнәф баянан бирле тел осонан ысҡындыра алмай интеккән һүҙен онотҡандай тотлоғоп ҡалды. Шулай ҙа һиҙгер еңгәһе уның тел төбөн аңланы ла ҡуйҙы, мәрәкәгә бороп:

— Башҡаса кейәүгә сығып мәшәҡәтләнмәнем, балам да юҡ, күреп тораһың, — тип зыңлатып көлдө. Хас та әүәлге, бынан ике тиҫтә йыл элекке кеүек. — Бына шулай, ҡәйнеш.

Һылыулығына өҫтәп, зиһенле лә икән. Матур бисәләрҙе аҡылға еңелерәк була тигән булалар тағы.

— Ниңә улай? Һоратыусыһы табылмағандыр, — Әхнәфтең һорауы мәғәнәһеҙерәк килеп сыҡты, әммә һуң ине.

— Ниңә тиһеңме? — Гөлкәй, бер ни булмағандай, һорауға ҡаршы һорау ҡуйҙы, үҙе үк уға яуап бирҙе. — Һоратыусыһы булманы түгел, булды, хатта артығы менән. Шулай ҙа ир затына ҡарата күңелем ҡатҡан һымаҡ минең, уларҙан ҡурҡам мин хәҙер. Ҡурҡыу ғына түгел, ытырғанам, күрә алмайым шикелле.

— Хатта ана нисек!

— Хатта шулай.

Тынлыҡ урынлашты. Һәр кем үҙ уйына бирелеп, хәтирәләр диңгеҙендә йөҙҙө. Эс бошорғос тынлыҡты Гөлкәй боҙҙо.

— Ә үҙең нисек һуң, үҙең? Был яҡтарға ниндәй елдәр ташланы? Ҡайҙа, кем булып эшләйһең? Күптән өйләнгәнһеңдер инде? Балаларың...

Уның һорауҙарына Әхнәф көскә яуап биреп өлгөрҙө.

Сәй эселде, хуш ителде, ә егет үҙенең был өйгә сәфәренең сәбәбен дә, әйтергә теләгән төп һүҙен дә әйтә алманы. Шуның менән айырылыштылар. Сибәр Гөлкәй еңгәһе уны ҡапҡа тышына сығып оҙатып ҡалды.

Әхнәф ятаҡтарына табан атламаҡсы итә — аяҡтары тыңламай, әйләнеп ҡарамаҫҡа тырыша — көсө етмәй, ә еңгәһе һаман ҡапҡа төбөндә йылмайып торғандай тойола. Ә-ә, юҡ икән, инеп киткән. Бәлки дөрөҫ тә эшләгәндер, бер бешмәгәнде көтөп тормаға.

  Тәҙрәһендә уты әле яна: ни эшләй, ни уйлай икән ул ошо мәлдә, беләһе ине. Әхнәфкә ифрат ауыр булып китте, эсе бошоп, күңеле болоҡһоно. «Их, асыҡ ауыҙ, ошо баҙнатһыҙлығың арҡаһында ғүмер баҡый бәхетеңде таба алмай, тапҡанын тота алмай йөрөрһөңмө шулай? Йылдар бит үтә. Ғүмер үтә». «Ул бит ирҙә булған, өҫтәүенә һинән күпкә оло». «Һи-и, оло имеш, биш йәш айырма оло була тиме?» «Бәхет ҡошоң, ана, яныңда ғына, тотоп ҡал, юғиһә һуң булыр». Әхнәфтең эсендә ошо рәүешле, икеһе ике төрлө һөйләп, ике көс, мейеһендә ике фекер алышты. Ҡайһыһын тыңлап, ҡайһыһына буйһонорға: йөрәккәме, аҡылғамы? Хәйер, әле һаман икеһе бер үкте өйрәтә түгелме улар? Ә тегеһе, ҡайырып маташҡаны, ниндәйҙер ят тауыш, бары ҡотҡо һалып булашҡан иблис тауышы.

Әхнәф үҙен-үҙе белмәй, кире тороп йүгерҙе: йә бөгөн, йә бер ҡасан да! Нисәмә йылдар һағынып эҙләгән яҡты йондоҙоң бына ғына тора, ынтыл да тот! Тот та ҡабат ҡулыңдан ысҡындырма.

Ҡапҡа ла, ишек тә эстән һаман бикләнмәгән: әллә көткәнме?

Ул дөбөр-шатыр өйгә килеп инде. Гөлкәйҙең төпһөҙ күл ише асыҡ зәңгәр күҙҙәре уға төбәлгән. Ошо ғәжәпһенеү ҡатыш мөләйем ҡарашта бөтмәҫ һағыш та, өҙөлмәгән өмөт тә, эскерһеҙ һөйөү ҙә сағыла, әммә ҡурҡыу тигәндең тамсыһы ла юҡ. Еңгәһенең һынамсыл ҡарашы ҡәйнешкә ҡыйыулыҡ өҫтәп, әллә ниндәй ҡаһарманлыҡтарға ҡанатландырып ебәрҙе.

— Еңгә! Гөлкәй, мин бер ҡайҙа ла китмәйем! Ошонда ҡалам! Бөтөнләйгә! Ғүмерем ахырынаса! Үҙең әйттең, бәхетле бул, тинең, бәхетле булаһым, һине лә бәхетле итәһем килә.

— Ҡал һуң...

 

https://oskon.info/news/t-rl-n-n/2024-01-06/e-g-y-hik-y-3586761 

Автор:
Читайте нас: