Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
13 Февраль , 16:52

ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ

Уҡытыусы Кәбирә Ильясовна бынан биш йыл элек төрмәгә эләккән уҡыусыһының әсәһен күреп, үҙе башлап һаулыҡ һорашты ла:- Эдиктың хәлдәре нисек? Хат яҙамы?- тине.- Һин һорама, мин әйтмәйем инде. Ҡуйсы, ҡуйсы, кем уйлаһын һөйөп, ҡәҙерләп кенә үҫтергән балам енәйәтсе булыр тип. – Мәғишә ауыр көрһөндө.- Эй, Мәғишә, үҙ ваҡытында әйттем бит, балаңды урынһыҙ яҡлама, артыҡ ҡурсалама, уның аҙағы насар бөтөргә мөмкин, - тинем. Тик тыңламаның шул кәңәштәремде.- Терһәкте тешләп булмай. Әлеге аҡылым булһамы, улымды яҡлашыу түгел, мәктәптә тәртип боҙғаны өсөн үҙем сыбыҡ алып һыҙырыр инем.Икеһе лә эстән генә мәктәптә бынан ете йыл элек физкультура уҡытыусыһы Раил Фаткуллович менән булған хәлде иҫенә төшөрҙө. Эдик спортзалда бер ҡыҙ баланы баҫтырып тотоп, уны бер мөйөшкә һырыҡтырған да илатып, түш тирәһен һәрмәргә маташҡан.

ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ
ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ

ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ. ЛИРА ЯҠШЫБАЕВА.

Бәхетһеҙлек бәйһеҙлектән башлана. (Халыҡ әйтеме)

Уҡытыусы Кәбирә Ильясовна бынан биш йыл элек төрмәгә эләккән уҡыусыһының әсәһен күреп, үҙе башлап һаулыҡ һорашты ла:
- Эдиктың хәлдәре нисек? Хат яҙамы?- тине.
- Һин һорама, мин әйтмәйем инде. Ҡуйсы, ҡуйсы, кем уйлаһын һөйөп, ҡәҙерләп кенә үҫтергән балам енәйәтсе булыр тип. – Мәғишә ауыр көрһөндө.
- Эй, Мәғишә, үҙ ваҡытында әйттем бит, балаңды урынһыҙ яҡлама, артыҡ ҡурсалама, уның аҙағы насар бөтөргә мөмкин, - тинем. Тик тыңламаның шул кәңәштәремде.
- Терһәкте тешләп булмай. Әлеге аҡылым булһамы, улымды яҡлашыу түгел, мәктәптә тәртип боҙғаны өсөн үҙем сыбыҡ алып һыҙырыр инем.
Икеһе лә эстән генә мәктәптә бынан ете йыл элек физкультура уҡытыусыһы Раил Фаткуллович менән булған хәлде иҫенә төшөрҙө. Эдик спортзалда бер ҡыҙ баланы баҫтырып тотоп, уны бер мөйөшкә һырыҡтырған да илатып, түш тирәһен һәрмәргә маташҡан. Быны күреп ҡалған йәш уҡытыусы түҙмәгән, барып бөтә класс алдында уҡыусыға һуғып ебәргән, шунан спортзалдан ҡыуып сығарған. Эдик ҡайтып әсәһенә Раил Фатҡуллович мине туҡманы тип яманлап һөйләгән.
- Улың үҙе ғәйепле, яҡлашма, бер ере лә ғәрипләнмәгән, һуҡҡан-бөткән, - тип класс еткәсеһе Кәбирә Ильясовнаның әйтеүенә, ялынып өгөтләүенә ҡарамаҫтан Мәғишә тотто ла уҡытыусыны судҡа бирҙе.
- Минең ҡәҙерләп кенә үҫтергән балама, берҙән-беремә ниңә ул ҡул күтәргән?! Мин ул уҡытыусыны мәктәптән ҡыуҙыртам. Башҡаларға ла һабаҡ булһын, - тип ярһыны. Ҡәһәтләнгән Мәғишә һүҙен һүҙ итте, Суд ҡарары менән уҡытыусыны эшенән бушаттылар. Уҡыусының тәнендә яра, күк эҙҙәре булмағас, хөкөм шуның менән тамамланды.
Был хәлдән үҙенә ныҡлы һабаҡ алған Раил Фаткуллович:
- Уҡыусы бөтә класс алдында әҙәпһеҙ ҡылана, ә минең уға ҡағылырға ла хаҡым юҡмы ни? Бынан ары мәктәп тирәһенә яҡын да бармайым, - тине лә физкультура уҡытыусыһы, университеттың юридик факультетына уҡырға инде. Уны уңышлы тамамлап сыҡты. Башта адвокат булып эшләне. Яңыраҡ яҡшы эшләгәне өсөн судья итеп тәғәйенләнде.
Ә Эдик тәртипһеҙ малай булып үҫте. Уҡыуының да рәте-сираты булманы. Әсәһенең физкультура уҡытыусыһы менән ни ҡылғанын күреп белгән уҡытыусылар Эдиктән белем, тәртип талап итмәне, физкультура уҡытыусыһының хәленә ҡалмаҫ өсөн, уның боҙоҡлоғона күҙ йомдо, йә күрмәмешкә тырыштылар. Эдик егет ҡорона тулғас, тағы нығыраҡ бәйһеҙләнде холоҡһоҙланыуҙың сигенә сыҡты. Улым, берҙән-берем, тип өҙәләнеп торған әсәһенә көн күрһәтмәй башланы. Йүнләп бер ҡайҙа эшләмәһә лә:
- Ниңә ашарға әҙерләмәнең? Һин ниндәй әсәй? Бар, магазинға барып бер ярты алып кил. Аҡсаң булмаһа, бурысҡа һора, - тип әсәһен өйҙән ҡыуып сығарыр булып китте. Тора-бара Мәғишәгә бөтөнләйгә көн бөттө. Иҫереп ҡайтып, әсәһенән аҡса таптырһынмы, ерле юҡтан өйҙә скандал сығарһынмы, өйгә теләһә ниндәй фәхишә ҡыҙҙарҙы алып ҡайтып йоҡлаһынмы, йыш ҡына һуғышып ҡайтһынмы, ошондай яман ҡылыҡтары менән тамам әсәһенең үҙәгенә үткәрҙе.
- Балаҡайым, күҙ нурым, берҙән-берем, тип кенә һөйөп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙем. Шулмы минең изгелегемә һинең яуабың?! - тип зар илаған саҡтары булды Мәғишәнең. Ләкин әле күрәһеләре алда булған икән.
Судлашып әсәһе мәктәптән ҡыуҙырған элекке физкультура уҡытыусыһының судья булып китеүенә Эдиктең һыны теймәй, эсендә һарыуы ҡайнаны. Үсле егет төрлө хәтәр пландар ҡорҙо. Барыбер йәшәтмәйәсәкмен ул Раилды, тине ул. Бер көндө эсеп алған кенәсел Эдик судья Раил Фаткулловичтың кабинетына килеп инде:" Һин миңә һуҡтың, үсемде алам",- тип, көтмәгәндә судьяның тәненә бысаҡ ҡаҙаны. Тауышҡа йүгереп ингән секретарҙы йыға һуҡты ла, шул арала сығып ҡасты.
Бер аҙна тигәндә милиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене эҙләп тапты, ҡулға алдылар. Суд абруйлы судьяға һөжүм итеүсегә ҡаты хөкөм сығарҙы: Эдикты ун йылға ҡаты режимлы төрмәгә яптылар.
Бәхетенә ҡаршы, Раил Фаткулловичтың яраһы үлемесле булманы. Бер айҙай ятҡандан һуң, ул дауахананан һауығып сыҡты.
Инде" балам" тип йән атҡан әсә класс етәксеһе Кәбирә Ильясовнаның: “Мәғишә, улыңды урынһыҙ яҡлама! Әле уҡытыусыларға көн күрһәтмәй, аҙаҡ үҙеңде лә аямаҫ,”- тип ялбарып әйтеүенең хаҡ булыуын аңланы. Тик һуң ине шул, бер нәмәне лә төҙәтеп булмай, ныҡ һуң ине. Холоҡ төҙәтеү йортонан кешенең тағы ла нығыраҡ боҙолоп ҡайтыуы хаҡында ишетеп йөрөгән Мәғишә, яңынан дүрт йылдан ҡайтасаҡ улын ҡото осоп көттө. Әлеге аҡылы элегерәк булһамы, Мәғишә белер ине ни эшләргә. Һуң шул, һуң. Аҡыл һуң төштө шул улын гел яҡлап йөрөгән әсәгә! Үкенеүҙән дә файҙа юҡ. Инде үҙ башынан үткәндәрҙән сығып ата-әсәләргә: "Балаларығыҙҙы иркәләтеп, урынһыҙға яҡлашып, шаштырмағыҙ. Белем, тәрбиә бирәгән уҡытыусыларығыҙға ихтирамлы булығыҙ, тел тейҙермәгеҙ! - тип кәңәш биргеһе килә лә ул, тик һуң шул, һуң! Үҙеңә етмәгән аҡылыңды беҙгә өйрәтмә, тип әйтерҙәр кеүек. Шулай ҙа бәлки ҡайһы бер ата-әсә ошо хикәйәнән фәһем алыр, тип уйланы зарлы әсә...

https://vk.com/id221104265?w=wall221104265_14268 

Автор:
Читайте нас: