Башҡорт әҙәбиәтенең пәйғәмбәренә арналды
Үтәгән ауылында көн һайын тиерлек төрлө-төрлө үҙенсәлекле саралар уҙа. Уларҙың барыһы ла “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә башҡарыла.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе, БР Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйеновҡа арналған хәтер кисәһе шәхсән үҙем өсөн иң әһәмиәтле сараларҙың береһе булды. Сөнки миңә ҡасандыр “Башҡорт энциклопедияһы”н әҙерләү өҫтөндә Ғайса Батыргәрәй улы менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Бөтә ҡатмарлы һорауҙар менән тик уға мөрәжәғәт итә инек.
Хәтер кисәһе арҙаҡлы шәхестең ҡәберенә һәм ауыл мәктәбе янындағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән башланды.
Сара барышында Өфөнән килгән ҡунаҡтар - яҙыусы, журналист Фәнил Ҡоҙаҡаев, энциклопедия белгесе, БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге исемендәге милли китапхананың ғилми секретары Клара Әһлиуллина, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, филология фәндәре кандидаты Рәүеф Иҙрисов, районыбыҙ әҙиптәре - Фәрғәт Ҡотлобаев, Риф Йөҙлөкбаев, башҡорт теле уҡытыусылары арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы тик изге һүҙҙәр менән генә иҫкә алды, яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Иң тәүге һүҙ район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге начальнигы Рушания Хәмәтғәлимоваға бирелде.
- Үтәгән ауылы халҡы менән һоҡланам. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә һеҙ бик күп эштәр башҡарҙығыҙ. Ҡырмыҫҡалы ере ғорурланырлыҡ арҙаҡлы шәхестәргә бай булыуын бөгөнгө сара тағы бер тапҡыр иҫбатлай, - тине ул.
Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова ла ошо бәләкәй генә ауылдың шундай бөйөк шәхестәр үҫтереүе, бында уңған, тырыш, талантлы халыҡ йәшәүе хаҡында һөйләне һәм республика кимәлендә “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яуларға өмөтөн белдерҙе.
Ғайса Батыргәрәй улының “Ватандаш” журналының баш мөхәррире булараҡ журналистика өлкәһендә лә яҡты эҙ ҡалдырыуы тураһында Фәнил Шәмсетдин улы бәйән итте һәм ул мәктәп уҡыусыларына ярты йылға “Аманат” журналына, “Йәншишмә” гәзиттәренә яҙылыу бүләк итте.
- Ғайса Хөсәйеновтың башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫешенә, башҡорт энциклопедияһы эшенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Китап сығарыу эше еңел түгел, шулай ҙа Ҡырмыҫҡалы районы энциклопедияһын да булдырырға яҙһын, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе Клара Ишбулды ҡыҙы. Ул да мәктәпкә китаптар һәм үҙе ҡатнашлығында эшләнгән үҫеш уйыны бүләк итте.
Рәүеф Рифҡәт улы ла үҙенең уҡытыусыһы, диссертация етәксеһе хаҡында йылы һүҙҙәрен әйтте:
- Интеллигент булды ул, икенсе төрлө әйткәндә зыялы, нурлы һәм илһөйәр кеше. Ғайса – ул пәйғәмбәр исеме. Бында килер алдынан Марсель Сәлим осраны һәм: “Ғайса Хөсәйенов – ул башҡорт әҙәбиәтенең пәйғәмбәре. Ошо сәләмемде еткерегеҙ, зинһар, үтәгәндәргә”, - тине.
Нурислам Мирхәйҙәр улының ялҡынлы телмәрендә Ғайса Хөсәйенов эшмәкәрлегенә тәрән ихтирам, оло хөрмәт, ауылда йәшәгән халыҡҡа дан, тел яҙмышына борсолоу, илһөйәрлек тойғолары менән тулы һүҙҙәр яңғыраны:
- Иң тырыш халыҡ Ҡырмыҫҡалыла йәшәй. Бында тыуған билдәле шәхестәр быға асыҡ миҫал булып тора. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән бөтә кешеләрҙең эшен Ғайса Батыргәрәй улы бер үҙе тиерлек башҡарҙы. Ғайса Хөсәйенов – ул беҙҙең мәғрифәтсе. Уның ошондай исеме булырға тейеш. Районда ғына түгел, Өфө урамдары, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты уның исемен йөрөтөргә, Өфөлә таҡтаташы булырға тейеш. Ә Үтәгән мәктәбенә уның исемен биреү мотлаҡ.
Башҡа сығыш яһаусылар ҙа яҡташыбыҙҙың ябай, бөйөк, итәғәтле, ғилемле булыуы, ҙур мираҫ ҡалдырыуы һәм уның исемен мәңгеләштереү эшен дауам итергә кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Сара һуңында Фәнил Ҡоҙаҡаев Ғ.Хөсәйенов тураһында ғилми эш башҡарыусы башланғыс кластар уҡытыусыһы Ильвина Әхмәтйәноваға һәм үҙҙәренең сағыу сығыштары менән кисәне йәмләүсе бер төркөм уҡыусыларға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ошондай фәһемле саралар артабан да булып торһон, ә үтәгәндәр алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.