

Балаға балалар баҡсаһына яраҡлашырға нисек ярҙам итергә?
Бала өсөн иң ауыры иртән ата-әсәһе менән айырылыу. Әсәйҙең дә, сабыйҙың да көнө тыныс үтһен өсөн иртәне нисек ойошторорға , балаға алдан нимәләр аңлатырға кәрәк? Төп ҡағиҙә: әсәй тыныс булһа, сабый ҙа тыныс була. Ул һеҙҙең икеләнеүегеҙҙе күреп, тағы ла нығыраҡ күңелһеҙләнә.
Балаға балалар баҡсаһының нимә икәнлеген, ни өсөн унда балалар йөрөй, ни өсөн һеҙ сабыйҙың балалар баҡсаһына барыуын теләгәнегеҙҙе аңлатырға кәрәк.
Баланы иртәрәк йоҡларға һалырға, йоҡлар алдынан уның менән оҙағыраҡ булырға, балалар баҡсаһы тураһында һөйләшергә кәрәк. Кис менән ниндәй уйынсыҡтарҙы үҙе менән балалар баҡсаһына алып барыу, иртән ниндәй кейем кейергә барасағы хаҡында бергәләп хәл итергә мөмкин.
Балала кире үҙгәрештәр күҙәтелгәндә (аппетит боҙолоуы, йоҡо, тирә-яҡтағыларға ҡыҙыҡһыныу кәмеүе) уны өйҙә 2-3 көн тотоп торорға, ә һуңынан балалар баҡсаһына алып барырға мөмкин.
Сабыйҙың иммунитетын нығытыу сараһын күрегеҙ. Улар йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡламай, әммә өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеү ихтималлығын кәметә.
Кейем алмаштырыу һәм хушлашыу ваҡытын мөмкин тиклем ҡыҫҡартығыҙ. Бала менән 10-15 минут ҡосаҡлашып, үбешеп ваҡытты оҙайтмағыҙ. Ниндәйҙер вәғәҙә бирһәгеҙ, мотлаҡ үтәгеҙ.
Балағыҙҙың менюһын мөмкин тиклем балалар баҡсаһыныҡына яҡынайтығыҙ. Онотмағыҙ: бала һеҙҙең иғтибарға һәм йылылыҡҡа бик мохтаж, сөнки ул көнө буйы һеҙҙән башҡа булды! Эштән һуң арыуға һәм ваҡыт тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, көнөнә бер сәғәт булһа ла тулыһынса бала менән уйнауға һәм һөйләшеүгә бағышлағыҙ.
Адаптация осороноң барышы ниндәй факторҙарҙан тора?
Беренсе рәттә баланың йаше, Һаулыҡ торошо ,уның үҫеш кимәле, ололар һәм тиҫтерҙәре менән аралаша белеү, предмет һәм уйын эшмәкәрлегенең формалашыуы, йорт режимының балалар баҡсаһы режимына яраҡлашыу.
.Адаптация осороноң оҙайлығына ҡарап , баланың балалар баҡсаһына яраҡлашыуының өс дәрәжәһе айырыла: еңел, уртаса, ауыр .
Яраҡлашыу еңел барһа, бәләкәй йәштәге балаларҙың тәртибе бер ай эсендә нормалләшә . Аппетит яҡшыра, 1-2 аҙнанан йоҡо яйлана. Бала яуап бирә һәм өлкәндәрҙең күрһәтмәләрен үтәй ала. Беренсе ай аҙағында әүҙем телмәр тергеҙелә. Ауырыу бер тапҡыр, ун көндән дә оҙаҡ түгел.
Уртаса яраҡлашыу кимәлендә балалар балалар баҡсаһына оҙағыраҡ, 2-3 айға тиклем күнегә . Йоҡо 20-40 көндән һуң ғына тергеҙелә, йоҡо сифаты ла зыян күрә. Аппетит 20-40 көндән һуң яҡшыра. Кәйеф бер ай буйына тотороҡһоҙ, көн дауамында илау күҙәтелә. Ауырыу осраҡтары ике тапҡырға тиклем, ун көндән дә артыҡ .
Ауыр яраҡлашыу дәрәжәһендә бала насар йоҡлай, йоҡоһо ҡыҫҡа була, күҙ йәштәре менән уяна; аппетиты юҡ кимәлендә, бала күп һәм оҙаҡ илай. Яҡындарына ҡарата мөнәсәбәте эмоциональ-ҡыҙыу. Балаларға ҡарата мөнәсәбәт: ситләшә йәиһә агрессия күрһәтә. Һөйләм ҡулланылмай . Уйын ситуатив, ҡыҫҡа ваҡытлы була.
Адаптация осоронда иң ҡатмарлы мәлдәрҙең береһе - баланы йоҡларға һалыу, шуға күрә беҙ төрлө алымдар ҡулланабыҙ: бишек көйҙәре ярҙамында йоҡоға көйләү, баланы иркәләү: ҡулын, аяҡтарын, арҡаһын һыйпау (был ғәҙәттә балаларға оҡшай) – йоҡлап китеүгә яҡшы тәьҫир итә.
Адаптация процесы бәләкәй балалар һәм ата-әсәләр өсөн һәр ваҡыт ауыр үтә. Өлкәндәр өйрәнеп китеүҙе еңеләйтә, яңы шарттарға яраҡлашыу осорон тиҙләтә һәм патологик процестарҙың үҫешен иҫкәртә ала.
Ҡайһы бер кәңәштәрҙе үтәп, баланың индивидуаль үҙенсәлектәрен белеү һәм бала үҙен тыныс тойһон өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим.
Ҡәҙриә Мирхәйҙәрова.
1-се Ҡырмыҫҡалы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.