

ЮҒАЛҒАН АУЫЛ
( хикәйәт)
2053 йыл
Был ауылға юлсылар кермәй. Машиналар боролмай. Эргәһенән үткән оло юлдағы автобустарҙан да кешеләр төшмәй.
Был ауылға етәрәк, машиналар тиҙлеген кәметә, ундағы кешеләр шыма һәм ҡараштарын ситкә бора.
Әүәле, был ауыл һуңғы һулышын алғанда, ҡыҙыу - ҡыҙыу һөйләшә инеләр . Ниңә шулай килеп сыҡҡан, кем ғәйепле, ҡотолоу юлы бармы тигәнерәк хәбәрҙәр, бәхәстәр күп булды.
Һәр кем фекер әйтеп ҡалырға тырышты. Ситтән.
Фекерҙәр фекер булып ҡалды.
Был ваҡытҡа ауыл халҡы нимәлер әйтеүҙән туҡтаған ине.
Хәбәрҙәр ҙә тынды. Кешеләрҙең үҙ тормошо бар бит. Улар бит ситтә. Кемгә кәрәк Өмөтөн юғалтҡан ауыл?
Эйе, иң тәүҙә Өмөт юғалды. Утыҙ йыл элек. Ҡалҡынып, талпынып ҡараны ла, әллә ҡайҙа юҡ булды. Уны эҙләгән кеше лә булманы. Өмөт табылһын өсөн сыраҡтар күп кәрәк ине. Ә сыраҡ тотор кешеләр аҙ ине, бик аҙ ине.
Һуңынан түрәләр юғалды. Юғалыр алдынан үҙҙәренә кәрәген һәрмәп өлгөрҙө.
Бер көн килеп мал бөттө. Тирә-яҡтан баҫып ингән сиреү - сиреү йылҡынан бер сирек бесәнлек, бер сирек көтөүлек артманы.
Ололарҙан мал шундуҡ китте. Бер һыйырының еленен тартып, тәрбиәләп күңеле булған ололар хәсрәткә батты.
Бирешмәгән, телләшкән урта йәш кешеләрен берәм - берәм сүпләнеләр. Һындырҙылар, ҡурҡыттылар, һатып алдылар, ҡыҫтылар. Малдарын көтөргә ер ҡалдырманылар, бесәнлектәрен тартып алдылар. Йылҡы көтөүлектәрен тапаған малды рәхимһеҙ туҡманылар. Ятып үлгән мал күбәйҙе. Ярҙам бер ерҙән килмәне. Ҡаршы әйткәндәр эҙәрлекләнде.
Бер төндә мәҙәниәт усағы һүнде . Кеше йылыһынан йәшәй бит ул, шунан осҡон ала. Бер мәл ауыл уртаһында йәнһеҙ, йәмһеҙ бер урын ғына ҡалған ине. Йән өрөп ҡаранылар ул. Әммә үтәнән-түтә ел өрөп тик торҙо.
Мал да булмағас, мәҙәни усаҡ та һүнгәс , күңелһеҙ кистәр артты. Ололар бала һымаҡ бит ул. Әүрәп йәшәр нимә булмағас, көйһөҙ көндәр артты. Ситтән балалары килеп, алып ҡайтып бөттөләр.
Һуңынан балалар баҡсаһы бөттө. Һирәк - һаяҡтары булһа ла, ата нигеҙен һыуытмайым тип, ҡайтып йәшәй торған инеләр әле. Бер - ике бала тыуһа ла, киләсәккә бер тамсы ине. Нигеҙ һүнгәс, ҡайҙа ҡайтһындар.
Тәбиғи, балалар баҡсаһынан һуң, белем усағы һүнде. Көс - хәл менән ,яңы уҡыу йылына һан тултырып килә инеләр. Уҡытыусылар ярты эш хаҡына йөрөргә лә риза ине.
Йоҙаҡты бик тиҙ килтереп элделәр. Нисәмә йылдар башҡара алмаған ниәттәренең шулай уңай бойомға ашыуына ҡыуанып бөтә алманылар өҫтәге түрәләр.
Ҡыҙыу ирҙәр тауыш күтәрҙе. Бушҡа...
Тауыш һауала эленеп ҡалды . Шаулайҙар ҙа тыналар ул тигән әйтеү дөрөҫ булды.
Кешеләр ситкә китте. Күрше ауыл, күрше ҡала, сит яҡтар, сит ил был ауылдың аяныс тарихын белде, фәһем итте.
Беренсе йылдарҙа, ауылым тип һағынып ҡайтыусылар күп булды. Әруахтарҙы иҫкә алыу, тыуған йорттарының ҡыйшайып барған ҡапҡа бағандарын һыйпап алыу - былар барыһы ла һуштан яҙырлыҡ һағыш менән башҡарыла ине.
Ҡот ҡаса башлаған ерҙән улар ҙа яйлап ситләште.
Дауалар кеше ҡалмағас, шәфҡәт усағы һүнде. Ул йортта хәҙер мал дауаханаһы. Ат табиптарының эш урыны.
Мәсет... Иң оҙаҡ бирешмәгән урын булды. Бик оҙаҡ ваҡыт аҙан әйтелде. Көндән - көн бөгөлә төшкән хәҙрәт ауылына ярлыҡау һораны ла һораны. Аттар кешнәүе һәм тотанаҡһыҙ үрсегән эттәр олоуы аҙан тауышын баҫты.
Был донъялыҡта нәфсе һәм ҡомһоҙлоҡ хөкөмө һаман юғары икәнен аңлар хәлгә еткәс, хәҙрәт тә асмаҫ булды мәсет ишеген.
... Ауыл өҫтөндә һәр ваҡыт туҙан өйөрөлә . Меңәрләгән ат тояғынан сыҡҡан туҙан ҡара томан булып ҡояшты ҡаплай.
Ауыл уртаһынан аҡҡан бәләкәй йылғаның һыуы әүәлгеләй һалҡын , саф түгел. Саңдау булыуҙан да туҡтаған уның ярҙары. Ниндәйҙер тере йән һыуларлыҡ түгел. Эре себен, ҡорт баҫҡан бысраҡ һыуынан ары йәшәгән ауылдар ҙа биҙрәй ҙә бит. Ҡалайтһындар. Һүҙҙәр һаман һауаға эленә.
Ташландыҡ йорт - ҡаралтының иҫкеләре һүтелеп ҡоролоп , арыуыраҡтары шул көйө, ат һарайҙары булып хеҙмәт итә. Ҡайһыларында мал һуйыу урыны.
Ҡымыҙҙы ғына бында эшләмәйҙәр. Ҡырҙа, йәшел үләнле туғайҙарҙа бешәләр. Аҡҡа саң ҡунһа аҡса кәмей икән.
... Мәктәп бинаһында ҡарауыл һәм эшселәр ятағы. Эшселәр күптән инде урындағы түгел. Әллә ҡайҙан килтерелгән ят халыҡ. Ғаилә ҡормайҙар. Һөйләшмәйҙәр. Ҡырҙарҙа һайт - һайтлаған тауыштарына ҡарағанда, ҡаҙаҡтар, ахыры. Ҡаҙаҡ көтөүселәр аттарын ситкә ҡыуа икән тигән хәбәр сыҡҡас, уларына ҡарауыл ҡуйылған. Шулай бер ерҙә, берен - бере һағалап йәшәйҙәр.
Хужалар үҙҙәре был ауылдан күптән киткән. Бейек тауҙың башында урынлашҡан йорттарына тура таҡыр юл һалынған. Ит, ҡымыҙ, ҡаҙы тейәп хеҙмәтселәр йөрөй был юлдан. Оло, таҙа донъя менән бәйләнештәре икенсе юлдан, икенсе тәртиптә.
... "Һа - һа - һа - һа!!!
Һеҙ, кешеләр!
Аңланығыҙмы инде, кемдең һүҙе был ерҙә һүҙ икәнен? Мин хужа был ергә! Мин!"
Тау башынан тирә - яҡты байҡаған сал сәсле ҡарсыҡтың һалҡын ҡарашы әлегә йәнле, йәмле туғайҙарҙы, күрше ауылдарҙы ҡапшаны.
... Был ауылға кеше инмәй. Был ауыл юҡ.
Был ауылда хатта ҡар ҙа яумай. Ҡалын, ҡара туҙан ҡатламынан нәфис, илаһи бөртөктәр ҡалайтып үтһен.
Наилә Хәмбәлиева