-
Ә бала саҡта көндөң холҡон үҙебеҙсә бора инек шул. Ҡышҡы буран көйөнә йырлап-бейеп көтөп алған Яңы йыл байрамы үтте, каникулдар етте. Был көндәрҙә беҙ өйҙә ятмайынса, тау башына барабыҙ, көнө-төнө йомшаҡ ҡарҙа айыу балаларылай аунап уйнайбыҙ. Әсәйемдәр кис ултырып биҙәкләп бәйләгән йомшаҡ йылы мамыҡ шәлгә уранып тирә-яҡтың, ауылдың матурлығына ҡарап һоҡланабыҙ. Ҡышын беҙҙең ауыл ултырған тауҙар, аҡҡош мамығынан һырылған ап-аҡ йомшаҡ юрғанға төрөнөп, күңелле ҡар бөртөктәренең бишек йырын тын ғына тыңлай кеүек. Әммә был тынлыҡ оҙаҡҡа бармай. Яңы йыл байрамынан һуң көтөп алынған ял көндәрендә тау башы бала-саға тауышынан шаулап-гөрләп тора. Бала-саға ғынамы ни?! Төрлө конструкциялы саналар тартып йәштәр ҙә килеп етә. Әйтерһең дә, ҡышҡы һабантуй?! Тынлыҡ был сағыу тауыштарҙан әллә ҡайҙа, быуа аръяғынан башланған иркен баҫыу-ҡырҙар артына боҫа. Тегендә-бында сана һөйрәп тауға менеүселәр, һайтлап шыуып төшөп килгәндәргә юл бирергә ашыға. Ныҡлап ҡына ҡараһаң, был көндәрҙә беҙҙең тау башы бында килеүселәрҙең төрлө төҫтәге башлыҡтары, сағыу өҫ кейемдәре менән Бүләк урманының йәйге елдә елферҙәгән аллы-гөллө хәтфә туғайҙын аҡланын хәтерләтә.
Ҡалған тауҙарҙан беҙҙеке үҙ атамаһы булыуы менән айырылып тора – Хәйҙәр тауы. Әлбиттә, уны бер ниндәй ҙә Хәйҙәр өймәгән. Исеме йәбештерелгән бабайҙың йәшәгән урыны ла тау башындағы урамдың был яҡ осонда. Киң ырҙын баҡсаһы. Заманына күрә ҙур соланлы иркен өй. Йәй көндәрендә Сәхипьямал әбей менән Хәйҙәр бабай гел генә тау башына сығып оҙаҡ ҡына ултырыр ине. Буш сыҡмайҙар ине, үҙҙәре менән яндарында элекке оҙонса тура биҙрә лә тора. Нимә булғандыр эсендә, иллә әбей менән ҡартҡа иғтибарлаһаң, улар бик ҡәнәғәт әңгәмәләшеп ултырыр ине. Хәйҙәре бик бирешмәһә лә, әбейенең биттәре алһыуланып киткәнен һиҙмәйенсә ҡалмай инек. Беҙгә, быуаға һыу инергә төшкән, унан ҡайтҡан тыз-быз йөрөгән бала-сағаға улар йылмайып баш ҡағып ҡына ҡала. Тәфлис - инженер Вәлиев Хәйҙәр йырындар буйлап борғоланып – иркәләнеп ағып ятҡан Янбай йылғаһы буйында тау итәгендә тирмән ҡороп тирә-яҡта дан алған кеше. Алтын ҡуллы оҫта кеше булған, беҙҙең Ползунов! Колхоз яңы тирмән төҙөгәс тә, халыҡ он тарттырыға тау аҫтына Хәйҙәргә йөрөнө. Әлеге көндә тирмән урынын тегендә-бында сығып торған нигеҙ таштары ғына иҫбатлай. Уларын да ваҡыт йәлләмәйенсә үлән үҫтереп күҙгә күренмәҫлек итеп бара. Хәҙерге ауыл балалары Хәйҙәр тауына тип сыҡҡанда ҡоролманы үҙ ҡулдары менән төҙөгән оҫтаны күҙ алдына ла килтерә алмайҙарҙыр шул. Заманында Хәйҙәр тирмәненә әллә ҡайҙа урынлашҡан татар, сыуаш ауылдарынан да килеп етәләр ине. Аттарын туғарып, көнө буйы ана шул тирмәнгә ҡапсыҡ ташып, ап-аҡҡа буялып бөтөп, һуң ғына үҙҙәренә юлланалар. Хәйҙәр тирмәненә кемдәр килгәнен ҡайҙан беләбеҙме? Бик тә яҡшы беләбеҙ шул. Сөнки был бейек ҡоролма беҙҙең быуаның был яҡ ярын ике өлөшкә бүлә. Александрия маяғындай эсе тулы механизмдар гөрләп эшләп ултырған бүрәнә бина тәрән һыулы йылға ярында урынлашҡан. Был урынға һыу инергә иң ҡыйыу малайҙар ғына баҙнат итә. Уларға ни, сыуаш килде ни ҙә, күрше ауыл татары ни!? Тартынып тормайынса, быуала үҙҙәрен хужалай тойған өйрәк-ҡаҙҙай, рәхәтләнеп йөҙәләр, сумалар. Беҙ, ҡыҙҙар, ҡомлоҡ буйына, һайыраҡ ергә китәбеҙ. Ана, ярҙың теге ярына ауыл көтөүе лә туплауға килеп төштө. Быуаның теге яғында – һыйырҙар, был яғында, беҙ, ҡыҙҙар һыу эсенә инеп баҫабыҙ. Бер яҡта үҙ биләмәһенән сыҡмай. Балыҡтай кинәнеп, күңелебеҙ булғансы һыу инеп, башыбыҙға ябынған яулыҡтарҙы сайҡатып-киптереп бөткәс кенә ҡайтыр яҡҡа йүнәләбеҙ. Кисен тау башында һыйырыңды көткәндә, уйнап-онотолоп китеп, аҙаҡ һәүкәште ҡысҡырып эҙләп табып алып ҡайтып еткергәндә, был изге урынға йәштәр ағыла башлай. Тауҙар араһында һыйынып-иркәләнеп көмөштәй һыуы менән сылтыр-сылтыр ағып ятҡан шишмәбеҙ “арғыс”
-
менән “бирғос” тауҙарының сиге булып йырлай-йырлай Янбай йылғаһына һыуын бушата. Һәр ос үҙенең тау башында ярышып-ярышып усаҡ яға. Йәш-елкенсәктең көлөшә-шаулаша йыйылышҡанын баянда һыҙҙырған көйҙәргә кем бейеп, кем йырлап күңел асҡанынан белеп була. Нисек кенә күңел менән шулар янына барып ҡайтаһы килһә лә, кем һине кисен уйынға сығарып ебәрһен! Көнө бөгөн түгел тип үҙеңде йыуатып, иртәнән кискә тиклем сабып арығанлыҡтан, әүен баҙарына киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Уның ҡарауы, көндөҙ табалай тигеҙ тау башы беҙҙең ҡулға ҡала. Матур- матур таштар, сәскәләрҙән гөлләмәләр йыябыҙ. Шундай иркенлек! Ә бейеклеге беҙҙең тауҙың! Йүгереп төшәм тиһәң, ҡомлоҡҡа тәгәрәп төшкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың бит инде.
...Йәйҙең эҫе көндәренең береһендә төрлө сағыу сәскәләр ҡайылған йәшел ашъяулыҡ йәйелгән өҫтәлде хәтерләткән тау башында әхирәтем менән “секрет” өсөн ваҡ матур таштар йыйып йөрөйбөҙ. Йылға йырынында ҡул менән бәләкәй соҡор яһап, таштарыбыҙҙы теҙәбеҙ. Өҫтөн юлда табылған быяла ярсығы менән ҡаплайбыҙ. Кескәй түңәрәктәй уйым ҡалдырабыҙ ҙа, тирә-яғын тупраҡ менән ышыҡлайбыҙ. Әле уйлаһаң, ул тау башында аҙым һайын “секрет”тар булған бит инде. Әйтерһең дә, өләсәйемдең һандығы! Нисәмә ҡыҙ баланың хыялдарын үҙенә һыйҙырған. Зөлфиә әхирәтем менән бөгөн шишмә буйындағы ҡомлоҡта йыйған матур таштарыбыҙҙы “секрет”лап ҡуйырға булдыҡ. Көн матур, кәйеф шәп, кеҫә лә байтаҡ “трофей”. Юл буйлап ялан аяҡ туҙан туҙҙырып боландай сабабыҙ. Беҙҙең артта һоро бурандан башҡа бер нәмә лә күренмәй. Ҡолас йәйеп кинәнеп көлөшә-шаулай тигеҙ тау башында сабабыҙ. Эй, рәхәтлеге! Бына алда аҙашып ҡалған ҡаҙ бәпкәһендәй берәү күренде, төҫкә-башҡа беҙҙең йәштәр тирәһендә булырға тейеш. Бәй, бергә уҡыған класташ булып сыҡты – Фәрит! Туҙан өйөрмәһенең тиҙлеге менән шап итеп ҡаршыһына килеп тә баҫтыҡ, кластағы иң шым малайҙы туҙан болотона сумдырҙыҡ та. Йәшел күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ҡоңғор битен бысраҡ ҡулдары менән ышҡығас, мөрйә таҙартыусынан да кәм булманы уның ҡиәфәте. Беҙгә көлкө. Ә ул һаман бер ни әйтмәй, йылмайып, бер ни аңламай беҙгә ҡарап тороуында булды. Уның тыныслығы беҙгә аңлашылманы. Әллә шуға ҡыйыуланып киттекме, әллә икәү булғанғамы, ҡушамат менән үсекләүҙә генә сикләнеп ҡалманыҡ, тырышып-һайлап йыйған таштарҙы йәлләмәйенсә пулеметтан һиптергәндәй, яуҙыра башламабыҙмы?! Беҙҙең ваҡ таштар үҙҙәре бик матур ҙа бит, тик нөктәһенә тиклем барып ҡына етә алмай. Нисек кенә булмаһын, иң тыныстарҙан иҫәпләнгән класташты түҙемлегенән сығарҙыҡ. Снарядтар тигеҙ түгел ине, беҙҙең ваҡ таштарға ҡаршы ул ауыр артиллерия менән һөжүмгә тотондо: аяҡ аҫтына эре-эре таштар ни арала әҙерләп өлгөргәндер. Беҙ “фыйт” та, “фыйт” осҡан снарядтарҙан ҡасып “артҡа биреп”, бөтә ауылға ишетерлек итеп ҡушаматты һөрәнләй-һөрәнләй тау аҫтына сабабыҙ. Мин “ятып ҡалғансы, атып ҡал” тигәндәй кеҫә төбөмдәге һуңғы ташты алып Фәриткә ебәргәндә, үҙемә таба комета тиҙлегендә осоп килгән ҙур ташты шәйләп өлгөрҙөм, әммә тайпынырға һуң ине. Ҡапыл ниндәйҙер йылы ағым күҙемде ҡапланы, ниңәлер күлдәгем эсемә йәбеште. Тау аҫтына еткәндә, теге таш минең башты тишкәнен аңланым. Вулкан лаваһымы ни, маңлайҙан һирпеп ҡан аға. Селтәр бал итәкле ап-аҡ күлдәгем ҡыҙыл төҫкә инде. Зөлфиә әхирәтем менән тау аҫтына йүгергән ыңғайҙан тура йылғаға сумдыҡ. Ярай әле, беҙҙең өйгә урам уртаһынан ҡайтырға түгел, шишмә йырынынан тура саптыҡ. Әсәйем мине күреп, теҙгенде тиҙ тотто. Кем икәнен һораны ла, күлдәкте лә алмаштырып тормайынса, ҡулымдан етәкләп урамдың теге алыҫ осонда йәшәгән Фәриттәргә алып та китте. Арыған аяҡтарым менән келтер-келтер йүгереп уның шәп аҙымдарынан ҡалмаҫҡа тырышам. Әсәйем менән икәүҙән торған демонстрацияның ҡыҙыл флагы мин инем. Беҙ барып еткәнсе минең маңлай һарҡып барҙы. Әсәйемдең “өйрәк биреп, ҡаҙ алған” тигәнен мин үҙем әсәй булғас ҡына, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татый башлағас ҡына аңланым. Ауыл осондағы өйҙөң ҡапҡа төбөнә етеүебеҙ булды, ниҙер һиҙенгәндәй, Әминә апай ҡаршыға сыҡты. Ике әсәй нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер, әммә уларҙың береһе лә беҙҙе орошмағаны һаман күҙ алдымда. Ҡулына мунса миндеге тотҡан әсә класташымды “һә” тигәнсе елтерәтеп мунсаға бикләп тә ҡуйҙы. Шуның менән эш
-
бөттө тип, яу ҡыры еңеүсеһендәй әсәйем һәм мин ҡыҙыл күлдәктә ҡайтып киттек. Ниңәлер мин йәлләнем класташымды. Йоҡларға ятҡас та, оҙаҡ ҡына уны күҙ алдыма килтереп яттым. Ҡараңғы һыуыҡ мунсала ас төн сыға инде тип ҡайғырҙым. Ғәйеп беҙҙә, ҡыҙҙарҙа бит. Тик мин юҡҡа бөтөрөнгәнмен икән! Эш бөтөнләй икенселәй булған. Фәрит мунса инмәҫ өсөн әсәһенән ҡасып тау башында йөрөгәндә беҙҙең “штурм”ға эләккән. Әсәйем менән беҙ килгәнде күргәс, Әминә апай беҙҙең визитты үҙ мәнфәғәтенә борған. Улын, мин уйлағанса, һалҡын мунсаға түгел, киреһенсә, эҫе мунсаға миндек менән сабынып –йыуынырға тип бикләп ҡуйған икән. Был ваҡиғаның һөҙөмтәһе - маңлайҙың тишек урыны тамға булып ҡалып, һаман да минең дөрөҫ эшләмәгәнемде баһалап тора кеүек. Йырҙағыса, күпмелер ваҡыт үтте, йылдар- һыуҙар аҡты. Яҙмыш беҙҙе өсөбөҙҙө тағы ла шул тау башында күрештерҙе. Таш та атышманыҡ, ҡушаматтан да һалдырманыҡ. Һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә гөлдәр үрә ине. Беҙҙең яҡты хыялдарға, тәрән хистәргә бында үҫкән үлән-сәскәләр шаһит булды. Бала саҡтың ”секрет”тары ғына ҡайҙалыр? Тишелгән маңлай сәбәбендәме, әллә йылы тойғолар булғанғамы, беҙ ике класташ бер-нисә йәйҙе тау башында серләшеп таң ҡаршылап үткәрҙек. Янбай йылғаһынан карапҡа ултыртып ҙур ҡалаға- баш ҡалаға алып китергә ине уның хыялы. Хыялы ҡалды, ә үҙе китте. Хәҙер тигеҙ тау башы юҡ: ҡом-ташына, балсығына ҡыҙышып соҡоп бөтөрҙөләр. Ҡараусыһыҙ ҡалған етем бала кеүек үпкәләп ҡарай кеүек миңә Хәйҙәр тауы. Бала саҡта иркәләгән, иркен майҙандарында уйнатҡан, матур таштарын бер ҙә һаранланмайынса йыйҙыртҡан, хуш еҫле сәскәләрен йәлләмәйсә өҙҙөргән киң күңелле тау башы. Йәшлектең күпме хыялдарын тыңлап бер ҙә көлмәгән, күңел шатлыҡтарын һыйҙырған, моңло ваҡыттарҙа ла үҙ иткән беҙҙең ос тауы.
Йәйен-ҡышын тау башында ишетелгән шат тауыштар, йәш-елкенсәктең күңел асыуҙары бала саҡтың – йәшлектең ауазы булып ҡайтҡан матур хәтирәләрҙе иҫкә төшөртөп, күңелемде күтәрә. Һәр кемдең күңелендә ғәзиз булып иҫтә ҡалған изге урын, Хәйҙәр тауы, беҙҙең тау! Һин һаман да сер йыйыр һандыҡ булып ҡалаһың, тимәк, һин яңғыҙың түгел. Тыуған ауылымдың матурлығына һоҡланып йөрөгәндә, хуш еҫле, табаҡ битле, киң күңелле мәңге йәш тау башы “тормош дауам итә, бойоҡма, күрәһеңме, нисек күңелле миңә!” тип йыуата һымаҡ.
Фәниә Юнысова.
Иҫке Муса ауылы.