Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
28 Ноябрь 2023, 11:19

Рухи байлыҡ өләштеләр

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы “Китап менән ғүмерлеккә!”акцияһын иғлан итте. Был проект сиктәрендә республикабыҙ әҙиптәре 3000 китап бүләк итәсәк. Проект БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолған.

Рухи байлыҡ өләштеләр
Рухи байлыҡ өләштеләр

Рухи байлыҡ өләштеләр

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы “Китап менән ғүмерлеккә!”акцияһын иғлан итте. Был проект сиктәрендә республикабыҙ әҙиптәре 3000 китап бүләк итәсәк. Проект БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолған.

БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов билдәләүенсә, китаптарын таратыуҙарын һорап мөрәжәғәт итеүсе әҙиптәр һәм шулай уҡ китап һатып алырға теләүселәр бихисап. Шуға күрә Яҙыусылар союзы ағзаларының китаптарын “Китап” нәшриәтенән һатып алып, төрлө райондарҙа осрашыуҙар ойоштороласаҡ һәм автографлы китаптар бүләк ителәсәк.

Изге акция сиктәрендә ойошторолған сара Ҡырмыҫҡалының үҙәк китапханаһында уҙҙы. Унда ҡунаҡтар һәм яҡташ яҙыусылар ҡатнашты.

Иң тәүге һүҙ БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағир-драматург, БР-ның Ш.Бабич исемендәге премияһы лауреаты һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаға бирелде. Ул Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе һәм:

  • Беҙ был акцияны Дүртөйлө ҡалаһынан башлап ебәрҙек. Ҡырмыҫҡалы районы – беҙҙең икенсе пункт. Әле Ҡарлыман ауылында мәктәп уҡыусылары менән осраштыҡ, китаптар бүләк иттек, Ш.Бикҡолдоң йорт-музейына сәйәхәт ҡылдыҡ. Артабан беҙ Архангел, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ райондарына юлланасаҡбыҙ.

Ихлас ҡабул итеүегеҙ һәм беҙҙең акцияны күтәреп алыуығыҙ өсөн рәхмәт. Ҡырмыҫҡалының һәр баҫҡан ере, һәр тамсы һыуы, һәр ағасы һәм һәр үләне, моғайын, һеҙгә илһам бирә торғандыр. Шуға ла был ер бик күп талантлы шәхестәр үҫтергәндер.

 Һуңғы ваҡытта, интернет заманында китапҡа һәм әҙиптәргә ҡарата ихтирам, мөнәсәбәт барыбер артты. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа китаптың баһаһы иҫ китмәле ҙур, - тине һәм үҙенең бер нисә шиғырын бүләк итте.

Яҡташ шағирәбеҙ, бик күп йырҙар авторы Дилә Булгакова ла осрашыуға килгән яҡташтарына изге теләктәрен юлланы, үҙенең ижад һәм тормош юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте һәм тыуған яҡтарына арналған бер нисә шиғырын уҡыны.

  • Беҙ бөтәбеҙ ҙә коллегалар, сөнки барыбыҙ ҙа рухиәт өлкәһендә эшләйбеҙ. Был матур сара беҙгә яҡташтарыбыҙ менән тағы бер тапҡыр осрашыу мөмкинлеге бирә һәм тарихҡа инә торған проекттарҙың береһе булып тора, - тип башланы һүҙен педагогия фәндәре кандидаты, шағир, бик күп премиялар лауреаты Фәнзил Санъяров һәм Ҡырмыҫҡалы еренән сыҡҡан данлыҡлы шәхестәр тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ үҙенең уҡытыусылыҡ, журналистика, тәнҡит өлкәһендәге эштәре ул тураһында бәйән итте һәм ижад емештәре менән таныштырҙы.

Артабан һүҙ алыусылар – билдәле шағир, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы Рәмил Сурағол менән яҙыусы, рәссам Риф Йөҙлөкбаев та шиғри күстәнәстәр алып килгән.

Иҫке Бәпес ауылы китапханаһында эшләп килгән “Кәрәҙ” ижади түңәрәге етәксеһе Фәүриә Әбүталипова уҡыусыларының ижади эштәре менән таныштырғас, түңәрәк ағзаһы Нурсилә Хәсәнова үҙенең бер нисә шиғырын һөйләне.

Сара һуңында Тәнзилә Сәлих ҡыҙы һәм кисәлә ҡатнашыусы барлыҡ әҙиптәр китапханаға үҙҙәренең автографлы китаптарын бүләк итте, ә Үҙәк китапхана директоры Светлана Дмитриева үҙ сиратында ҡунаҡтарға оло рәхмәтен белдерҙе.

Яҡташ әҙиптәребеҙ менән осраштырған, шиғриәт менән һуғарылған һәм рухи байлыҡ өләшеүсе йәмле сара күңелдәргә дәрт һәм йәм өҫтәне.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: