

Уҡыусылар көләмәстәре.
Сахарный завут
Эй, ауыл кешеһе шулай, русса белмәһә лә һөйләшергә, нимә әйтергә теләгәнен аңлатырға тырыша.
Әле бына уҡыусым Фәнзирә Гареева яҙа.
Ауылға ҡайтҡас, Фәнзирә рис бутҡаһы бешерергә булып, әсәһенән рис һорай. Әсәһе:
-Эй балаҡайым рис юҡ шул! Әллә дөгөнән генә бешерәһеңме бутҡаны? -тип һораған.
Әле бына тағы бер ҡатын яҙа, ахры үҙенең исеме түгел контактта. Шуға яҙмайым исемен. Яңы ғына шәкәр заводына эшкә урынлашҡан сибәр генә йәш ҡыҙ, эштән һуң ауылға ҡайтырға булып, юлда ҡул күтәреп, юлаусы машинаға ултыра. (Мәләүездәге Сахарный заводтан түгелме икән ул ҡыҙ? 1969 йыл мин дә унда эшләп киткән инем. Эй күңелле саҡтар бар ине!)
Ҡайһы бер шоферҙар ауыр юлда йоҡлап китмәҫ өсөн дә, һөйләшергә яраталар. Күрәһең шофер русс егете булғандыр инде. Сибәр башҡорт ҡыҙы менән һөйләшәһе килеп:
-Красавица, как тебя зовут?-тип һорай...
Ҡыҙ ни, яңы ғына заводҡа эшкә урынлашып, руссаны ла бик белеп бөтөрмәй икән. Бәлки машинаның геүләүенә ишетмәгәндер, завут һүҙен генә ишетеп ҡалғас:
-Сахарный завод!-тип яуап бирә
Маргоның яҙыуы буйынса, уларҙың ауылында ,,гулять итеп" тапҡан баланы ,,тума" тип әйтәләр икән.
Бер ирҙең улы өйләнергә теләй икән. Атаһы елкәһен тырнап:
-Улым яҡын тирәнән-кәләш алма инде! Бындағы ҡыҙҙарҙың күбеһендә минең ҡан аға -тигәс, әсәһе:
-Улым өйлән, өйлән! Һиндә атайыңдың ҡаны аҡмай!-тип яуап биргән.
Танһыҡбикә Ягудина йәшәгән ауылда ла ундай балаларҙы “тума” тип тип атайҙарҙыр күрәһең . Ул үҙенең ағаһы һөйләгәнен яҙа.
Һуғыштан һуң тыуған балалар тураһында.
Күрше ауыл егете тыуған көнөнә йәштәр йыя. Үҫмер егеттәр тышҡа сығып тәмәке тартып торғандар. Эскән генә ир үтеп барған саҡта, туҡтап:
- Ниндәй ҡунаҡ бара? -тип һорағас, йәштәр:
- Ильястың тыуған тыуған көнө!- тип яуап биргәндәр. Теге иҫерек ир аптырап:
- Һы, тыуманың да тыуған көнө була икән!- тигән дә китеп барған.
Ә бына Минсылу Аминеваның яҙғаны ла бик ҡыҙыҡ! Уларҙың ауылында тыңламаған малайҙарҙы “нигүҙин” тип әрләгәндәрен ишеткәс, был һүҙҙе бик насар оятһыҙ һүҙ тип уйлаған. “Тик үҫкәс кенә, ул һүҙҙең армияға бармаған егеттәргә әйтеүҙәрен белдем!”-тип яҙа.
Шулай инде, беҙ үҫкәндә, армияла хеҙмәт итмәгән егеттәрҙе яратмай торғайныҡ...
Хәҙерге көндә иң “крутой” аҡсалы егеттәр генә армиянан тороп ҡала ала. Аҡсаң булмаһа бик ары-бире ауырыуға ҡарамайҙар, “иди служи!”- тип кенә ебәрәләр.
Миләүшә Гарипова ла ҡустыһы тураһында яҙа.
-Ике күрше үҫмер егеттәр әрләшеп бер-береһенә:
-Уйнаштан туған! -тип ҡысҡыралар икән. Миләүшәнең ҡустыһы был һүҙҙе ишеткәс, әсәһенән:
-Нишләп улар уйнаштан туған әсәй? -тип һорай. Миләүшәнең әсәһе берҙә генә аптырап ҡалмаған. Сөнки һуғыш ваҡытында күп кенә ирҙәр һәләк булғас, ҡайтҡан фронтавиктәр тол ҡатындарҙың йыш ҡына “күңелдәрен тапҡандар” Был егеттәр ысынтылап та, шул һуғыштан һуң доньяға килгән егеттәр була.Шуның өсөн улына:
- Ул малайҙар икеһе лә ун йәштән тыуған!-тип әйтеп ҡотолған
Ғәлиә Джукашева яҙа.
Яңы йыл алдынан ауылда кибет тотҡан ҡатын яңы йыл педрадттары алып ҡайта.
Байрам алдынан эше күп булғанға, әсәһен кибеткә һатыуға ҡуя.
Кис менән әсәһе:
-Теге бидирисларыңды һатып бөттөм!-тигән ғорурланып. Ҡыҙы аптырап:
-Уныһы тағы ниндәй мин белмәгән тауар?-тип һорай.
Ах, белмәйһеңме ни? Теге малайҙар шартлатып уйнай торған бидараслар!-тип яуап бирә.