Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
20 Октябрь 2023, 16:59

Сәскәнән яралған ижад

Бөгөн Олокүл ауылы китапханаһында журналист, прозаик, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова менән осрашыу уҙғарылды.

Сәскәнән яралған ижадСәскәнән яралған ижад
Сәскәнән яралған ижад

Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы килеп ингән ыңғайға үҙенең ябайлығы, ихласлығы, асыҡлығы менән барыһын да үҙенә әсир итте. Китапхана мөдире Рәдифә Кинйәбаева ҡунаҡтар менән таныштырып, яҙыусыға һүҙ биреү менән әңгәмә йәнле аралашыуға әүерелде. Әҙәбиәтте һөйөүселәр Миләүшә Ҡаһарманованың әҫәрҙәре буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ентекле яуаптар алып кинәнде. Ауылдың ағинәйе Флүрә Самиҡова, Олокүл урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Эльмира Ҡолбахтина һәм Әлиә Сәхибгәрәевалар яҙыусыға “Бетерәй шаршыһы”, “Вахта”, “Күңелем йылы теләй” һәм башҡа әҫәрҙәрҙең геройҙары ысынбарлыҡтан алынғанмы тигән һорауҙы бирҙе.

- Эйе, әҫәрҙәремдең күп геройҙары, ысын тормоштан алынған. Уларҙа бер кеше яҙмышы ғына түгел, бер нисә кешенең прототибы алыныуы мөмкин.

Мәҫәлән, “Вахта” повесында хәҙерге заман ир-егеттәренең ситтә эшләргә мәжбүр булыуы, шул сәбәпле балаларҙың атайлы килеш атайһыҙ үҫеүҙәре, ғаиләләрҙең тарҡалыуы барыһы ла тормоштағы ысынбарлыҡтан алынған миҫалдарға таянып яҙылған.

Ҡустымдың ғына ғаиләһен алһам да, ул да вахтала эшләргә мәжбүр. Уның ҡатыны, балалары ла быны ғәҙәти хәл тип ҡабул итә. Был беҙҙең йәшәйешебеҙ, унан ҡасып булмай, - тип яуапланы Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы.

Яҙыусының бала сағы, ғаилә тормошо, ижад юлы һәм хыялдары тураһында белеү ҙә сарала ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы булды.

Рәдифә Әлипбай ҡыҙы “Туған тел – ғаиләнән башлана”, был хаҡта нимә әйтерһегеҙ тигән һорау бирҙе.

“Милләтеңде, телеңде яҡларлыҡ шәхестәрҙе беҙ өйҙә тәрбиәләргә тейешбеҙ. Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарым Лилиә һәм Әлиә ҡалала үҫһәләр ҙә үҙ телебеҙҙә һөйләшәләр.

Бер ваҡыт өлкән ҡыҙыбыҙҙың туған телдә һөйләшергә теләге юҡлығын күреп борсолһам да, тормошҡа сыҡҡандан һуң, кейәү менән үҙ телебеҙҙә һөйләшеүҙәрен күреп ҡыуанам. Хәҙер улар үҙҙәре ейәнсәребеҙҙең теле башҡортса асылһын өсөн тырышалар.

Ә кесе ҡыҙым Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла белем алды. Уның тел өсөн янып-көйөүе, рухлылығы әле үк һиҙелеп тора”, - тине үҙенең уҡымлы, заманса һәм тормошсан әҫәрҙәре менән башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән әҙибә.

Районыбыҙҙың яҙыусылары Риф Йөҙлөкбай һәм Таһир Вилданов үҙҙәре менән таныштырып, яҙыусы менән танышыуҙарына һөйөнөстәрен белдерҙе һәм уға ижади үрҙәр, ижади ҡомар теләне.

Осрашыуҙа Миләүшә Ҡаһарманованың шиғырҙары, уның шиғырына яҙылған йырҙар, хикәйәләренән өҙөктәр яңғыраны.

Әҫәрҙәре аша ғына таныш булған иҫ киткес талантлы, алсаҡ һәм бай телле Миләүшә Ҡаһарманова менән аралашыуҙан һәр кем онотолмаҫ тәьҫораттар һәм рухи аҙыҡ алғандыр, тип ышанам. Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙынан киләсәктә лә матур-матур әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас