Сөгөлдөр баҫыуы.... Эйе, күпме юлда килеп тә, мин әле бер генә лә шундай баҫыуҙы күрмәнем. Ә бит беҙҙә юлсыларҙы ике яҡлап икһеҙ-сикһеҙ сөгөлдөр баҫыуҙары оҙатып бара!
... Көҙҙөң һалҡын ямғыры илаһынмы, йәиһә ҡыштың епшек бурандары ауылды ҡарға күмһенме, инде ҡарҙар иреп, һаман да хушлаша алмай юлдарҙа батҡаҡ йәбешеп ятһынмы, йәйҙең оҙон көндәренең эҫелеген ҡыҙыулатып ебәргән елле көн булһынмы, әсәйем һәр иртәне бер төрлө һүҙҙән башлай: “Эйй, балам, беҙ бындай көндәрҙә сөгөлдөр баҫыуында йырлап эшләй инек, бер ҙә арымай инек”.
Сөгөлдөрҙө сүптән айыра башлағас, беҙ, ауыл балалары, үҙебеҙҙе эшкә ярағанбыҙ тип иҫәпләп, әсәйҙәребеҙгә эйәреп, баҫыуға һирәкләүгә йөрөй башлайбыҙ. Әлбиттә, тәүге көндәрҙә күңелле ул. Ана, йәм-йәшел шәлен иңенә һалып, ултырмаға килгән ҡунаҡ ҡыҙымы ни, татлы тамыр һутлы япраҡтарын йәйеп иркәләнеп үҫкән. Тәүге көндәрҙә ямаулы юрғанды хәтерләткән баҫыуҙа тегендә-бында сабышҡан бала-саға, көлөшкән тауыштар сөгөлдөрҙөң ҡуйы япраҡтары араһында оя ҡорған һабантурғайҙарын өркөтә. Ә һеҙ уларҙың йомортҡаларын күргәнегеҙ булдымы? Юҡтыр шул! Сөнки баҫыуҙа тир түккәндәр генә был турғайҙарҙың мүк үләненән ел үтмәҫлек, ямғыр теймәҫлек итеп ҡоролған ояларына осрай. Буталмаҫҡа тигән кеүек, зәңгәрһыу төҫтәге ике йәки өс йомортҡаға төрлө тамғалар һалынған. Уларҙы бәлә-ҡазанан һаҡларға тырышып, беҙ ундай рәттәрҙе һаҡ ҡына һирәкләп үтәбеҙ.
Сүп үләндәренең күплегенә, төрлөлөгөнә, матурлығына ла аптырарһың. Сәсеп үҫтерһәң дә шул тиклем булмаҫ! Ҡайһы берәүҙәренең япрактары ҡар бөртөгөнөң ҡайып алынған ҡанатындай семәрле. Минең шундай ҡый үләндәрен ғәфү үтенә-үтенә йолҡоп ырғытҡан саҡтарым да булды. Әммә ҡыҙыу эш мәлендә мөхит фәлсәфәһенә кереп китергә ваҡыт юҡ. Башланған алымды тиҙерәк бөтөрөп икенсеһенә күсергә тырышабыҙ. Сөнки бер-ике көндән күмәк эшләгәндәрҙән ҡалыша башлаһаң, кәйефтәр үҙгәрә. Күмәк кеше яу ҡайтарғанын да нәҡ сөгөлдөрсөләр әйткәндер ул. Ана бит, ундайҙар бер аҙна элек һирәкләүҙе тамамлап, Өфөгә барып ҡайтырға ла, ял итергә лә өлгөрә. Ә яңғыҙ кеше күпме генә эш ҡыйратһын да, күпме генә өлгөрһөн! Баҫыуҙан ҡайтыу менән көтөүҙән ҡайтмаған һыйырыңды ла эҙләп табып ҡайтҡас, һауған һөттө эшкәртеп алырға кәрәк. Көнө буйы ас эшләп булмай баҫыуҙа, тиҙ генә ҡамыр ҡуйып бешеренеп алғансы, ярты төн үтә. Йорт алды тулы ҡош-ҡорт, һарай тулы мал-тыуар, ҙур картуф баҡсаһы. Һыу ташыуҙы, кер йыуыуҙы эшкә лә иҫәпләмәй ине әсәйем.
Сөгөлдөр баҫыуы тураһында һөйләгәндә әсәйемдең йөҙҙәре яҡтырып, күҙҙәрендә нурҙар балҡый башлай кеүек. Эйе, улар дәүере эшсәндәре иң ауыр эштәрҙә эшләһәләр ҙә, нисектер уны ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, күңел күтәренкелеге менән йырып сығалар ине. Ҡул менән алты-ете гектар сөгөлдөрҙө һирәкләү, көҙөн ҡул менән сығарып өйөү, салғынан эшләнгән бысаҡтар менән һәр татлы тамырҙы киҫеп, бысраҡтан таҙартып, тағы ҡул менән машиналарға тейәү...
Шул ҡатындарҙың береһе лә бит өйҙәге ҡый-сыйҙарын эштә бушатмаған. Әсәйемә яңғыҙына эшләргә тура килде ана шул етешәр гектарҙы. Баҫыуҙа бер үҙе ятып эшләһә эшләне, әммә апайым менән беҙҙе Өфөгә уҡырға мәжбүри ебәрҙе. Имтиханға әҙерләнергә бер көн. Тик китап уҡып ҡына ултырып булмай бит ауыл балаһына. Өй эштәре араһында , китаптарҙы ҡараштырғалап сыҡҡан булам. Икенсе көндө әсәйемдең “Имтиханды уңышлы тапшырһаң, минең янға йүгереп кил”, тигән наказын иҫтә тотоп, киң-киң аҙымдар менән уның янына, шатлығымды уртаҡлашырға сабам. Ә әсәйемдең ҡыуаныуы һуң! Ана шулай, беҙ апайым менән сөгөлдөр һирәкләй-һирәкләй, бураҙналар һанай-һанай, ҙур уҡыу йортонда студенттар булып киттек.
Өҫтән яуып тормаһа, баҫыуҙан ҡайтыу юҡ инде ул. Иларға ғына торған көҙҙөң һалҡын еленән мамыҡ шәл менән билен быуып кейгән һырылған куфайка сөгөлдөрсөләрҙе күпме генә һаҡлағандыр инде. Миңә һыу
күнәгендәй эре татлы тамырҙарҙы таҙартҡанда тоторға уңайлы булһын тип, Өфөнән бирсәткәләр ҡайтарталар ине, аяҡтарҙа галушлы быйма – “сушинкә”. Бер мамыҡ шәл билдәрендә булһа, маңлайҙарын “прастуй” аҡ яулыҡ менән ҡаплап өҫтөнән икенсе мамыҡ шәл менән уранып, ҡәлғәләй теҙелеп ятҡан кагаттарҙы штурмлай башлайҙар. Поезд вагонын хәтерләткән “Колхида”, улар янында ыҡсым күренгән “Зил” машиналарының шоферҙары – Мәскәү “командировочный”ҙары менән һөйләшеп, ҡараңғы төн еткәнсе сират көтөүҙәр... Ҡул менән тейәп оҙатыуҙар... Ҡайтҡас, еүешләнеп, батҡаҡҡа бысранып бөткән өҫ кейемдәрен йәһәт кенә мейес башына киптерә ҡуйып, сәй ҡайнағансы тип, һыйыр һауыу, тауыҡ-ҡаҙҙарҙы барлау...
Әсәйемдең ҡыштың әсе буранлы көндәрендә лә сөгөлдөр баҫыуында эшләгәне берҙә фәстереү түгел икәнен мин бик яҡшы беләм. Көҙгө эште ун-ун биш ҡатын-ҡыҙҙан торған звено ысулы менән эшләй башлаған осорҙа булды был хәл . Әсәйем ни сәбәплелер бер көн эшкә бара алмағас, ял көнөнә ҡайтҡан еремдән, йылы кейемдәр кейеп, уның кеүек билде шәл менән быуып, киттек баҫыуға. Ул йылды ҡыш иртә килде. Баҫыуҙа ҡар тубыҡтан булһа ла, ап-аҡ бүрек кейгән сөгөлдөр өйөмдәре әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә саҡырып ята. Бына бер-бер артлы ауыр сетка-сумкалар күтәреп звено ҡатын-ҡыҙҙары йыйылышып бөттөләр. Кагаттың теге осонан был осона ҡысҡырышып – шаулашып, һөйләшеп- көлөшөп туң сөгөлдөрҙәрҙе бысаҡ менән киҫеп-таҙартып яңы өйөм өйә лә башланылар. Кеше хәбәренә ҡолағым бик тишек булмаһа ла, бында тыңламайынса булдыра алманым. Бына ҡайҙа икән ул беҙҙең турала хәбәрҙәр! Генштабтың разедкаһы ары торһон! Кемдең улы армиянан ҡайта, кем китә, кемдең ейәнсәре донъяға килгән – бындай яҡшы хәбәрҙәр изге йоланы дауам итеүҙең сәбәбе. Күстәнәстән ауыҙ итеү шәп бит ул. “Улым армияла өшөмәһен әле тип, кисә үҙем дә һыйырымды шәлгә уранып ҡына һауып керҙем” тип аптыратты әхирәттәрен Рәмилә апай. Рәмиле ай тирәһе хеҙмәт итте бит инде, тип уйлап ҡуйҙым мин. Уның янында ултырғаны “Һинең улың ҡайтҡанда, минең ейәнсәрем бейеп йөрөр әле бына”, тип һөйөнөсө менән бүлеште. Әммә хәбәрҙәр бының менән генә сикләнмәгәнен мин әле аңламай инем. Буйым бәләкәй булыу сәбәпле, шул сөгөлдөр өйөмөнән бик күренмәгәнгәме, әллә тауыш-тын сығармайынса шым ғына эшләп ултырғанғамы, минең барлыҡты онотоп киттеләр, ахыры. Береһе: “Ни эшләп һинең ҡыҙың кисә клубтан минең улым менән ҡайтмаған ?” “Бәй, ҡала ҡыҙҙары янында сыуалмаһын ине”, тип яуаплай икенсеһе. “Минең улымды армияға күрше ҡыҙы оҙатта бит әле”, Рәмилә апай һаман да уйҙары менән улы янында йөрөй, ахыры.“ Зәлифә бик аҡыллы ҡыҙ, тимәк, көтәсәк улыңды”. Зәлифәгә рәхәт, ул сөгөлдөрҙөң ҡайҙа үҫкәнен дә белмәй шул, уның әсәһе почтала открытка-конверттар һата. Ә апайҙар хәбәр сисеүҙәрен дауам итә. “Кисә күршемә икмәк әсеткеһенә тип барырға сыҡһам, тыҡрыҡта ике кешенең торғанын шәйләп ҡалдым.”
-Кемдәр ине ?
-Кисә йәштәр күмәк ҡайтты бит!
-Үҙебеҙҙекеләрҙер, моғайын?
-Ҡала ҡыҙҙары ла булған икән!
Миңә был хәбәрҙәр бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Кисә ҡала ҡыҙы менән минең күршем Сабир юҡ булдылар шул, бына ҡайҙа торғандар улар! Хәбәрҙәр таҡмаҡ менән алышынды. “Туйҙан таҡмаҡ отоп ҡайтып, ирем йырлап йөрөгән ине, шуны ҡыҙым йыр дәресендә йырлауын йырлаған да бит, тик билдә ҡуймағандар!”
- Йә, беҙгә лә йырлап ишеттер әле !
- Тауыш бик юҡ бит әле.
- Ҡыҙың сығып йырлағанды инде!
Бына бер мәлде звено бригадиры Фәнзилә күңелле итеп йырлап та ебәрҙе:
Беҙ барабыҙ Борайға,
Борайҙарҙан Чурайға,
Чурайҙарҙан сығып киткәс,
Тапшырабыҙ Хоҙайға!
Был таҡмаҡ бик тә оҡшап китте , күмәкләп тә йырлап алдылар, яңы бит!
- Ә һинең ҡыҙыңдың такмағы нисек әле?
Күрше ауылдан күптән түгел генә күсеп килеп сөгөлдөрҙөң тәмен татырға өлгөргән йәш апайҙан һоранылар. Уның ҡыҙының тауышы матур шул. Кесе йәштә булыуына ҡарамаҫтан, клуб сәхнәһендә лә күренгәләй. Күңелсәк Нәзифә апай инәлтеп тормайынса татарсалап таҡмаҡты ишеттерҙе:
Сыер менгән алмагачка
Койрыгын болгый-болгый,
Сиңа булган мөхәббәтем
Бозлы су кебек кайный.
Апайҙарға был таҡмаҡ та бик оҡшаны, бар баҫыуҙы яңғыратҡан көлөү тулҡыны һауала оҙаҡ ҡына эленеп торҙо. Кәйефтәр күтәрелгәс, эш тә йәнләнә төштө.
Бына бер мәлде танауҙы ҡытыҡлап
итле аш һурпаһының тәмле еҫе таралды. Ул замандарҙа колхоз сөгөлдөрсө звеноларына ит бүлеп бирә ине. Баҫыуҙа туң ер өҫтөндә усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып аш бешереүҙәре, ут алдында өйҙән алып килгән тәмле күстәнәстәрҙе йылытып эҫе сәй эсеүҙәре! Көләс йөҙлө, алһыу битле Ләлә апай Ғәйнетдин бабайҙың таҡмағы менән беҙҙең куңелде күтәреп ебәрҙе:
Уфимский парахутка
Самолеттар юл бирә.
Был ашауға, был эсеүгә
Әлдә хоҙай йүн бирә.
Мин бабайҙың таҡмағын иғтибарлап тыңлап ултырҙым да, ҡысҡырып көлөп ебәреүҙән үҙемде саҡ тыйып ҡалдым. Нисек итеп самолет була тороп пароходҡа юл бирһен инде ?! Рифмаға тура килтергәс, мәғәнәһенә ҡарап тормаған шул инде. Шулай йырлаша- көлөшә тамаҡ ялғарға ултырҙыҡ.
Тыныс ҡына ашап булһа икән, апайҙар усаҡ янында тел байлығы бәйгеһендәге сәсәндәрҙәй бер-береһен уҙҙырырға тырышып өйҙәге хәлдәрен ҡыҙыҡҡа бороп, көлкөгә һабыштырып хәбәрҙәр һаталар. Ҡаҙ өмәләрендә ҡыуыҡ өрөп, аяҡ араһында буталған бала-сағанан шиғыр һөйләтеп, йыр йырлатып, таҡмаҡ әйттереүҙәрен, улар булып ҡат-ҡат ҡабатлауҙарынан баҫыуҙағы тынлыҡ шартланымы ни?! Апайҙарҙың ҡайһыһы хихылдап, кемелер ихахайлап көлгән тауыштары ялан-ҡырҙарҙа тирбәлеп алыҫ-алыҫҡа таралды. Йылынып алғас, күҙ бәйләнгәнсе эшләй торғайныҡ. Аяҡ-ҡул остарын һыуыҡ семетә башлағанда саналы арбаһын таҡҡан тракторға бушап ҡалған ризыҡ тоҡсайҙарын һалып, ап-аҡ түшәккә ултырған ҡар ҡыҙҙарылай ауылға юл тоттоҡ. Биттәре һалҡынға ҡыҙарһа ла, көн оҙоно ултырып аяҡтары ҡатһа ла, өйөмдәрҙе машина-робот тиҙлегендә таҙартып-өйөп арыһалар ҙа, әсәйемдәрҙең ҡәнәғәт йөҙҙәре, һаман көлөшөп күңел күтәренкелеге менән ҡайтыуҙарына хайран ҡала инем. Таҡмаҡтары ла бит әле, ана ниндәй! Алдынғы колхоздың өс бригадаһы үҙ-ара ярышыу -уҙышыуы ҡәҙимге хәл. Шуға күрә, бер-береһе алдында һыр бирмәҫкә тырышыпмы төртмә таҡмаҡтар менән әйтешеү ҙә булып ала.
Беренселәр пирог ашай,
Икенселәр аҡ бойҙай.
Артта калған өсөнсөләрҙең
Бутҡаһы ҡарабойҙай.
Береһе лә бит, ҡайтҡас, эштең күплеген иҫкә төшөрмәй ине. Араларында уларҙың ҡайтыуҙарын икмәк һалып, аш бешереп көтөп тороусылар аҙ ине. Кемдәр ҡәйнәләре менән йәшәй, уларға ғына бер аҙ еңелерәк булғандыр. Эштең ауырлығына, ҡыштың иртә килеүенә, көндөң һыуыҡлығына ла бер ҙә уфтанманы сөгөлдөрсө апайҙарым. Трактор арбаһында елләп ҡайтыу ҙа улар өсөн ҙур бәхет булды, йәйәү йөрөү түгел бит! Нисә йылдар баҫыуҙа яҙын-ҡышын уҙғарһалар ҙа, эш хаҡы, аҡса иҫәпләгәндәрен бер ҙә иҫләмәйем. Эйе, ул осор кешеләренә эштән йәм, тәм алып йәшәү ҡәҙерле ине шул. Йәшәү дәрте шул тиклем көслө булған бит уларҙа. Тормоштоң бәләкәй генә шатлыҡтарына һөйөнөп, һәр эштән кинәнес алып ғүмер итеүсе ауылдаштарым - сөгөлдөрсө апайҙарым. Һеҙҙә булған ауыл хеҙмәтенә һөйөүҙең дауамы хәҙер йәштәрҙә. Ауылым көндән-көн йәшәрә, матурлана. Тирә-яҡлап уратып алған баҫыуҙарҙа звенолап ауыл ҡатын-ҡыҙҙары эшләмәй хәҙер, һабантурғайҙарын өркөтөп төрлө техника эшкәртә. Эйе, заман алға бара, ә хәтирәләр йылдар үткән һайын яҡыная. Бәлки шуғалыр, әсәйем һәр көн баҫыуҙа гөрләп- көлөшөп үткән көндәрен һағыналыр. Дәртле саҡтар үтте тимә, әсәйем, улар һинең күҙ ҡарашыңда, һинең уңғанлығың йомшаҡ ҡулдарыңдың зәңгәрләнеп барған көслө тамырҙарыңда.
...Урман-ҡырҙар бер-береһен алмаштырып артта ҡала. Ә мин бәләкәй саҡтан яҡын булған сөгөлдөр баҫыуын осрата алманым. Уның ҡарауы, мине хәтирәләрем шул саҡҡа алып ҡайтып килде.
Фәниә Юнысова.
Иҫке Муса ауылы.