Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
11 Август 2023, 07:03

Хыянат. Хикәйә

Экранда Наиленең телефон һандарын күреп, тиҙ генә кире үҙе итергә булды. Трубканы йәнә лә ҡатын кеше алды. Яҙгөл аңын юя алмай торғанда, теге остан: "Һеҙгә кем кәрәк?"- тип дорфа өндәштеләр. Ҡатын бары: "Тормош иптәшем Наилгә шылтыратам", - тип бар көсөн йыйып бышылданы. Ул хәлһеҙләнеп, үҙенең ҡайҙа икәнен дә онотоп, урам уртаһында туҡтап ҡалды. Башы әйләнеп, күҙҙәре томаланғандай булды. Уйҙар буталдылар. Аңына килгәндә инде шылтыратыу өҙөлгән ине. Ҡатын бар көсөн йыйып иренең телефонын ҡабат йыйҙы.  "Алло, һеҙгә кем кәрәк?" - таныш түгел ҡатындың асыулы тауышы сәрелдәүгә күсте. Яҙгөл был юлы бер нәмә лә өндәшеп торманы, телефонын һүндерҙе лә, үҙен ҡулға алырға тырышты. Тик дарҫлап типкән йөрәгенә бойороп буламы ни?

Хыянат. ХикәйәХыянат. Хикәйә
Хыянат. Хикәйә
Хыянат. Хикәйә. Зөлфиә Фәйрушина
Яҙгөл ирендәренә ҡыҙыл инлек яҡҡас, алһыу биттәренә пудра тейҙереп алды ла, урамға ашыҡты. Ябалаҡлап ҡына яуған ҡарҙар уның күңелен күтәреп ебәрҙе. Ҡатын урамдан атлап түгел, әйтерһең, осоп барҙы. Бына оҙаҡламай ситтә эшләп йөрөгән тормош иптәше ҡайтып етер. Бер ай һиҙелмәй ҙә үтеп китә бит ул. Һаулыҡ ҡына булһын. Эш хаҡын да Наиленә һуңғы йыл өҫтәнеләр. Яҙгөл үҙе лә инде нисә йыл бер урында эшләй. Берҙән-бер улдары быйыл юғары уҡыу йортон тамамларға тора. Ҡатындың күңеле шул тиклем күтәренке ине. Тик әленән-әле кисәге телефондан булған һөйләшеү
уның күңеленең ҡайһылыр ерен кимерә ине. Наиленә шылтыратып, телефондың теге осонан ҡатын-ҡыҙ тауышын ишеткән Яҙгөл ни уйларға ла белмәне. Ләкин ул күңелһеҙ уйҙарын ҡыуырға тырышты. Аҙаҡ иренә был хаҡта әйткәс, уныһы: "Минең телефонды ҡатын-ҡыҙ алыуы мөмкин түгел", - тип ҡырт киҫте. Уйҙар буталдылар... Ә бит был хәл беренсе тапҡыр түгел. Ләкин күңелендәге насар уйҙарҙы алып ташларға тырышты ҡатын.
Тормош иптәше менән яратышып өйләнештеләр. Күпме йылдар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап йәшәнеләр. Ләкин Наиле айлап ситтә эшләй башлағас, араларынан һалҡын елдәр өргән кеүек булды. Элекке яратыу хистәре таралып, бер-береһенә булған тойғолары һүрелгәндәй булды. Яҙгөл ошо уйҙарынан арынып та өлгөрмәне, телефон шылтыраны. Тик ҡатын телефонын алырға ла өлгөрмәне, уныһы бер-ике генә тауыш бирҙе лә тынды. Экранда Наиленең телефон һандарын күреп, тиҙ генә кире үҙе итергә булды. Трубканы йәнә лә ҡатын кеше алды. Яҙгөл аңын юя алмай торғанда, теге остан: "Һеҙгә кем кәрәк?"- тип дорфа өндәштеләр. Ҡатын бары: "Тормош иптәшем Наилгә шылтыратам", - тип бар көсөн йыйып бышылданы. Ул хәлһеҙләнеп, үҙенең ҡайҙа икәнен дә онотоп, урам уртаһында туҡтап ҡалды. Башы әйләнеп, күҙҙәре томаланғандай булды. Уйҙар буталдылар. Аңына килгәндә инде шылтыратыу өҙөлгән ине. Ҡатын бар көсөн йыйып иренең телефонын ҡабат йыйҙы.  "Алло, һеҙгә кем кәрәк?" - таныш түгел ҡатындың асыулы тауышы сәрелдәүгә күсте. Яҙгөл был юлы бер нәмә лә өндәшеп торманы, телефонын һүндерҙе лә, үҙен ҡулға алырға тырышты. Тик дарҫлап типкән йөрәгенә бойороп буламы ни?
Фатирының ишектәрен аса алмай бер булды - ҡулдары гүйә уныҡы түгел, тыңлатып ҡына булһасы. "Юҡ, былай бармай, аҡылдан яҙыуым бар" - Яҙгөл кухняға инеп үҙенә һыу ҡойоп алды ла, бер тынала эсеп бөттө. Көҙгө эргәһенә килде. Көҙгөнән уға ҡасандыр бик һылыу ғына булған йөҙөнә йылдар йонсоу һәм йыйырсыҡтар һалып маташҡан, шулай ҙа сибәрлеген юғалтмаған ҡатын ҡарай ине. Яҙгөл шулай оҙаҡ ҡына үҙенә ҡарап торҙо, бөҙрәләнеп төшкән сәстәрен йыйып ҡуйҙы. Сәй ҡуйып ебәрҙе. Телефонына ҡарамаҫҡа тырышты. Улы менән иртән һөйләшкән ине. Бынан һуң инде кәрәк кеше шылтыратмаҫ тип ваннаны асты. Күңеленең әрнеүен ул нимә менән булһа ла баҫырға теләне. Был хәлде әхирәтенә һөйләһә, иртәгә иртән үк ауыл тулырын белә Яҙгөл, шуға ла башында ҡайнаған уйҙарының осона үҙе сығырға тырышты.
Ҡапыл тынлыҡты боҙоп телефон шылтыраны. Был юлы телефонда уның һөйгәне, яратҡаны ине. Ҡатын ни тиклем күңеленә ауыр булмаһын үҙен тыныс тоторға тырышты. Наил хәл-әхүәл һорашҡас, бөгөн ял икәне тураһында әйтте. Шунда Яҙгөл ҡыйыр-ҡыймаҫ, үҙен тыныс тоторға тырышып һорап ҡуйҙы: "Бөгөн һинең телефоныңды кем алды һуң?". Тауышы шул тиклем ҡалтыранып сыҡты. Ире ҡыҙып китте: "Һинең көнләшеүең ҡасан бөтөр икән? Инде нисә йыл йәшәйбеҙ һаман шул холҡоңдо ташламайһың. Һинең ҡолағыңа ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелә икән, минең ниндәй ғәйеп? Һин үҙең шулай булғас та башҡа кешене лә үҙең кеүек күрәһеңме? Әйҙә, улай теләһәң итәгеңә генә йәбешеп йөрөйөм. Әйҙә, икәүләп өйҙә ултырайыҡ. Малайыңа аҡса кәрәк, фатирға түләргә кәрәк, машинаға кәрәк, биҙәүестәреңә кәрәк ..." - ирен алмаштырып ҡуйғандармы ни, ҡыҙғандан-ҡыҙҙы? Быға тиклем артыҡ тауыш күтәреп бармаған иренең ҡырҡ һүҙе уның йөрәгенә бысаҡ булып килеп ҡаҙалды. Ул ҡулындағы телефонын ҡулынан төшөрөп ебәрмәҫ өсөн көҙгө янына килде. Нишләптер күҙенән бер тамсы ла йәш төшмәне, ә киреһенсә ул иренең һүҙҙәренән үҙенә көс алғандай тойҙо. Аңына килгәндәй булды. Наил инде бер йыл тирәһе үҙен шулай тота. Үткән ҡайтҡанында ла: "Үҙеңдең эш хаҡыңа ғына йәшәп ҡара? Нахлебница..." - тип тә ысҡындырғайны. Яҙгөлдөң уйҙары буталдылар. Күңелендә эркелгән хис-тойғолар сәселде.
Ул иренән бындай һүҙҙәрҙе бер ваҡытта ла ишетермен тип уйлағаны юҡ ине. Яҙгөл үҙен ҡулға алып, ваннаға инеп ултырҙы. Бөтә булған бысраҡты йыуып төшөрөргә, күңелен кимергән уйҙарҙан ҡотолорға теләп оҙаҡ ултырҙы...
Көн артынан көндәр йүгерҙеләр. Таң ата ла кис була. Йөрәгендә ниндәй генә төйөр булмаһын, Яҙгөл эшендә үҙенең күңелһеҙ сырайын күрһәтмәҫкә тырышты. Үҙе лә эштә онотола, күңеле дауалана ине. Инде Наиленең дә ҡайтыр ваҡыты етеп килә. Яҙгөл үҙенең йөрәгендә урғылған уйҙарҙы үҙе аңлай алманы. Асыуы бармы иренә, юҡмы? Ҡайтыуын нисек көтә ине бит, хәҙер буласаҡ осрашыуға һөйөнәме - юҡмы? Теге ваҡыттағы һөйләшеүҙән һуң ире менән был хаҡта башҡа һүҙ ҡуйыртманылар, тик ире ваҡыт-ваҡыт нисек кенә яғымлы һөйләшмәһен, Яҙгөлдөң ҡолағында теге ҡатындың тауышы ла әленән-әле ишетелгәндәй булды.
Ҡатын һауыт-һабаларын йыуып эшкә ашыҡты. Ике көндән ире ҡайта. Үҙен дә тәртипкә килтерергә кәрәк. Бөгөн парихмахерскийға яҙылды. "Ҡайтыу менән йәймә йәйермен. Өйрәкте лә сығарып ҡуйырға кәрәк", - тип уйланы ул. Нисек кенә булмаһын ғүмер буйы йәшәгән ире, берҙән-бер улының атаһы. Мөхәббәт хаҡына бөтәһен дә онотоп алға барырға теләне. Әле бынан бер-нисә йыл элек, улы уҡырға ингәс, ниндәй матур итеп Ҡара диңгеҙгә барып ҡайтҡайнылар. Әле бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Шулай матур уйҙар менән йәшәне ҡатын. Һалмаларын йәйҙе. Гөлдәренә йүгереп һыу ҡойҙо. Тәҙрәләрен йыуып алды. Бына-бына ире ҡайтыр ҙа араларындағы аңлашылмаусанлыҡ үҙенән-үҙе таралыр тип өмөтләнде Яҙгөл. Уйҙарын һиҫкәндереп телефон тауыш бирҙе.
- Иртәгә концертҡа билет бар... Барабыҙмы?- әхирәтенең тауышы ихлас яңғыраны. - Әле Наилең ҡасан ҡайта. Уғансы йөрөп киләйек, - тине телефондан яғымлы тауыш.
- Өйҙә ултырам, - тип яуапланы Яҙгөл.- Бер ҡайҙа ла йөрөгө килмәй. Артистар әле килеп тора. Икенсе юлы, әхирәт.
- Иптәшең ҡайтһа ни? Хәҙер бер ҡайҙа ла сығырға ярамаймы ни? - тип ныҡышланы Вәсилә. - Минең ир бармай. Әллә иптәш булһаң, тигән инем...
- Ғәфү ит, әхирәткәйем. Бара алмайым. Икенсе юлы. Хоҙайыбыҙ, һаулыҡ бирһен. Йөрөрбөҙ әле,- тип хушлашып, телефонын һала һалды. Унһыҙ ҙа хәсрәтем ашҡан тип уйға ҡалды.Ҡайтыр алдынан йыш ҡына шылтыратҡан ире, һуңғы осор нишләптер бик һирәк шылтырата. Яҙгөл шылтыратып хәл һорарға батырсылыҡ итмәне. Теге ҡатындың тауышын ишетһә, бар донъяһы ишелеп төшөр кеүек ине.
Көтмәгәндә ишек шылтыраны. Яҙгөлдөң йөрәге һиҙҙе - ире! Бына бит, тимәк, хәбәр итмәй, әйтмәй генә ҡайтып бүләк әҙерләгән. Ысынлап та, ишек төбөндә ҡояш һымаҡ йылмайып тормош иптәше ҡарай ине. Ҡатын ашҡынып уның ҡосағына үрелде. Тик нишләптер иренең ҡайнар ҡосағынан һалҡынлыҡ һирпелде. Наил ундай нәмәгә бик һиҙгер ҡатынына ни тиклем белгертергә теләмәһә лә, ниндәйҙер сәйер ҡараш ҡатындың йөрәген семетте. Элек ҡайтҡанда сәскәләр тотоп ҡайтҡан иренең ҡосағына ул был юлы үҙе сәскәләй булып үрелде. Ҡосаҡланы. Кухняла тәмле еҫтәр бөркә ине. Яҙгөл иренән күҙен дә алмай күҙәтте. Нисә йылдар буйы һыуынмаған мөхәббәтен күҙләне. Күңеленән шул тиклем ныҡ һағынһа ла, бик белгертергә теләмәй генә һырынды.
- Әйҙә, йәнем, аш бешкән. Мин бит һине кисәнән бирле көтәм. Кисәнән бирле. Шылтыратып торманым. Ғәфү ит. Ҡурҡтым.
- Ҡурҡтың?
- Эйе, ҡурҡтым. Һине юғалтыуҙан...- тип бышылданы. Һағыныуымды бөтә күңелемә йәшереп түҙҙем, - тип йылмайҙы.
Ире ванна бүлмәһенән сыҡҡанда өҫтәл байрамса биҙәлеп тәмле аш-һыуҙары менән тулған ине.
Улар бер-береһенә ҡарашып тын ҡалдылар. Әйтерһең, һөйләшер һүҙ ҡалмаған һымаҡ ине. Яҙгөл нисек кенә мөләйем булырға тырышмаһын, ирҙең күңеле яр өҫтөнә сығарып һалған балыҡты хәтерләтте. Яратып ашаған ризыҡтарына ла нишләптер теләр-теләмәҫ кенә ҡағылғандай булды. Нимәлер әйтергә теләй, тик ҡыймай тип уйлап ҡуйҙы Яҙгөл. Нимә әйтергә теләгәнен дә самаланы.
Тынлыҡты боҙоп ҡапыл иренең телефоны шылтыраны. Экранда матур, йәш ҡатын фотоһы пәйҙә булды. Иренең сисенгән ерендә ҡалдырған телефонын холодильник янына алып һалғайны бит. Йөрәге шартлап типте. Ҡул йыуырға тип сыҡҡан еренән кире ингән иренең:
- Тикшереп тә өлгөрҙөңмө? - тигән тауышы һиҫкәндерҙе Яҙгөлдө.
- Юҡ, мин һин ҡалдырған ерҙән алып һалған инем.
Шуны ғына көткәндәй тауыш тағы ла нығыраҡ сыҡты:
- Кеҫәне ҡараманыңмы? - Күпме аҡса алып ҡайтҡанды ла һанап өлгөргәнһеңдер.
Телефон туҡтауһыҙ ҡысҡырҙы. Унан шулай матур ҡурсаҡ ише ҡыҙ юғала-юғала ҡабат пәйҙә булды.
- Ашың һыуый, - тигән булды ҡатын ирен тынысландырырға тырышып. Әйҙә, ашайыҡ әле тыныс ҡына.
- Ашарһың һинең менән тыныс ҡына. Мин юҡта бәлки берәйһе килеп тә йөрөгәндер. Бигерәк телефондарҙы тикшерәһең.
Ирен алмаштырып ҡуйғандармы ни?
Тауыш көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Уның менән бергә шылтыраған телефон инде 22 йыл йәшәгән ирле-ҡатындың уртаһына инеп ултырғандай тойолдо. Шулай күпме ваҡыт үткәндер...Ошо ыҙғышты бүлеп Яҙгөлдең телефоны шылтыраны. Улы ине.
- Әней, хәлдәрең нисек? - Ниҙәр бөтөрәһең? Һағындым тәмле аштарыңды, -тигән тауышҡа ул үҙенең хәленә кире ҡайтҡандай булды.
- Улым, атайың ҡайтты. Әле ашап ултырабыҙ.Ҡасан ҡайтаһың?
- Атайға сәләм. Иртәгә шылтыратырмын атыу. Әле минең тренировка. Ярай, пока.
- Аш өҫтәйем,-Яҙгөл иренең табағына үрелде. Ул бер ваҡытта ла шулай ҡасандыр йөрәк серҙәрен сискән иренең көндәрҙең береһендә шулай ят булып китерен күҙ алдына ла килтермәгәйне.
Улар шулай өнһөҙ генә ашап, Яҙгөл һауыт-һабаларҙы йыуа башлағанда иренең телефоны тағы шылтырай башланы. Ҡатын, нисек кенә ауыр булмаһын, бөтә нимәгә күҙен йомоп һауыт-һаба йыуыуын дауам итте. Инде кухняла эшен бөтөрөп, залда ултырған иренең янына барып һыйынды. Күҙҙәр генә алдаша белмәй шул. Наиленең күҙҙәрендә төпһөҙ һағыш ине.
- Мин һиңә хыянат иттем, Яҙгөл - тигән тауыш шул тиклем ҡалтыранып сыҡты. - Инде үҙең дә һиҙенәһеңдер инде. Аңламай ҙа ҡалдым нисек улай килеп сыҡҡанын. Беҙҙең аралар никтер алыҫайҙы. Ваҡыт бир миңә.Тойғоларҙың осона сығырға... Мин хәҙер ике йыл инде икенсе кеше менән. Йәшәнем. Ҡайттым. Инде алдаша алмайым.
Яҙгөл ни иларға, ни көлөргә белмәй күҙен алмай иренә төбәлде. Әгәр ире ҡосаҡлап алһа ғәфү итергә лә әҙер кеүек ине ул. Күҙҙәренән йәш атылып сығып, тамағына төйөр тығылды. Йөрәк дарҫлап типте. Ул нисек кенә ауыр булмаһын, тағы ла нығыраҡ иренә һыйынды. Наиле тәүҙә ҡатынының тыныс булыуына аптырап уны этәргән кеүек булһа ла, яйлап уны үҙе лә ҡосаҡлап алды. Икәүһе лә өнһөҙ ҡалдылар. Яҙгөл йәш саҡтағылай үҙен хис итте. Ошо мөхәббәт кенә йәшәтә ине. Нисә йыллап иренән бер нимә лә өмөт итмәй йәшәне бит. Ул иренең ирендәренә үрелде. Тағы ла нығыраҡ ҡосаҡлап:
- Мин бит һине 18 йәшемдәге һымаҡ һаман яратам, - тип бышылданы. Был мөхәббәттең шаһитына тулған ай һөйөндө. Йондоҙҙар көнләште. Яҙгөлдең йөрәге тағы ла нығыраҡ дарҫлап типте.
Наил дә ҡатынының һөйөүенә хайран ҡалды. Үпкәләй белмәгәненә аптыраны. Күҙ йәштәрен һөртөп йөрәгенә ҡыҫты.
- Яратам, - тигән һүҙен Яҙгөлдең йондоҙҙар ҡабатланы.
Ул бөтә нимәгә күҙен йомдо. Иренең юғалып йөрөп ҡайтҡанына ла күнде. Нишләптер, иренә булған хөрмәт юғалманы. Киреһенсә, нығынды.
- Яратам, - тип ҡабатланы ирендәре. Юҡ, кемгәлер биреп ҡуйырлыҡ артыҡ йәре юҡ уның. Йәшлегендә кеүек, тәүге күргәндә нисек ғашиҡ булды, шулай ярата ул. Тик ниңәлер ошо һөйөүен әйтергә, яңы йәшәй башлағанда көнөнә йөҙ ҡабатлаған кеүек ҡабатларға тартына кеүек хәҙер. Юк, йөҙ түгел, мең тапҡыр ҡабатларға ла әҙер ул хәҙер. Юҡ, беҙҙең аралар алыҫаймаған, мөхәббәт тә бөтмәгән, беҙ үҙебеҙ уға ҡул һелтәгәнбеҙ. Хәзер башҡаса буласаҡ, бер генә йәшәйбеҙ. Яратып өлгөрөргә кәрәк - Яҙгөл уйҙарынан арынырға теләп, иренә нығыраҡ һыйынды...

Автор:
Читайте нас