

Август айының эҫе, томра көндәре. Колхоз баҫыуҙарында эш ҡайнай, бесәнлектәрҙә халыҡ мыжғып тора. Хәҙерге кеүек “ҡасан теләйем, шунда бесәнгә төшәм” тип әйтеп ҡара. Иң тәүҙә колхозда үҙеңдең төп эшеңде атҡар, һуңынан ғына, хәлеңдән килһә, күпме теләйһең, шунса бесән әҙерлә. Шуныһы ғәжәп, халыҡ колхоз эшен дә һин дә мин тартты, үҙ хужалығын да алып барырға көс тапты.
Әлегеләй хәтерләйем, колхоздың бесән, сенаж әҙерләү планы тулмайынса, эшселәргә бесәнгә төшөргә рөхсәт булманы. Шуның өсөн халыҡ көн һайын идараға барып, колхоз планы тулғанын ҡыҙыҡһынып, рөхсәт көнөн көтә торғайны. Ул көн еттеме – китә мәхшәр! Атлыһы – арбаларҙа, йәйәүлеһе иңбаштарына салғыларын һалып, арҡаларына биштәрен аҫып, бесәнлектәргә ашыға. Мәшәҡәтле лә, күңелле лә саҡтар башлана. Ҡәһәрең, оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған ямғыр яумаһа, әлбиттә. Шуға бәйле бер мәҙәк хәл һөйләмәксемен.
...Хәҙис ағай (мәрхүм инде, ауыр тупрағы еңел булһын) менән Хәлиҙә еңгә лә, сара-шартын табып, күбәләрен өйөп ҡуя. Инде кәбән ағастары ла әҙер, бесәнде ырғытырға ғына ҡала. Шулай, колхоз эштәрен бөтөргәс, кисләтеп кенә эштәрен йомғаҡлап ҡуйырға булалар. Бесәнлеккә барыу менән, һәр минутты ҡәҙерләп, шунда уҡ кәбәнде башлап ебәрәләр. Хәҙис ағай ни, алпауыттай бәһлеүән ир, бер сәнскәндә яртышар күбә ырғыта торғас, эш арыу уҡ шәп бара. Төбө тарыраҡ башланып, күтәрелә килә күкрәкләнеп, матур ғына кәбән сығырға оҡшай. Әммә батырға ла ял кәрәк, тамаҡ яғын да хәстәрләп алырға булалар. Икәүләшеп ултырып, әҙерәк тамаҡ ялғап, өйҙән килтергән айран менән һыуһындарын ҡандыралар. Хәл дә кереп киткәндәй була. Инде шулай бер ынтылып ослап ҡуйһалар, оло бер эш бөтә, тип ҡыуаналар.
Хәҙис ағай, кәбән аша арҡан ташлап, Хәлиҙә еңгәне кәбән осларға мендерә. Ғаилә башлығы бесәнде ырғыта-ырғыта ла, ситкәрәк китеп, төҙлөгөн ҡарай. Килешмәгән ерҙәрен һылап-һыйпаштыра.
Тик ослап бөтөр саҡта, шаяртам тип, күңелһеҙ хәл сығып ҡуя. Шулай, Хәҙис ағай күрмәй ҡаламы, бер ырғытҡанында бесән араһына резина шланг ҡушылып китә. Хәлиҙә еңгә күп уйлап тормай, шуны алып: “Йыла-а-а-а-н!” – тип һөрәнләп аҫҡа ташлай. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, шланг Хәҙис ағайҙың иңбашына төшөп, муйынына урала. Уны-быны уйламай эшкә мөкиббән киткән кешенең йөрәге ярылырҙай була. Ҡурҡышынан ергә тубыҡланып уҡ китә. Ҡабалан-ҡарһалан “йылан”дан ҡотолғас ҡына, уның шланг икәнен аңғара. Ҡобараһы осҡан Хәҙис ағай, оҙон ос һәнәген тотоп алып, кәбән тирәһендә ене ҡубып йүгереп йөрөй башлай. Тик Хәлиҙә еңгә кәбәндең уртаһына ятып йәшенә лә ҡуя икән. Һәнәк сыбыртҡы түгел – бөгөлмәй. Хәҙис ағай нисек кенә ҡыҙышһа ла, Хәлиҙә еңгә көлөп ҡарап тик ята.
Байтаҡ ҡына ваҡыт “парын сығарып” алғас, ҡояш байышына ҡарап, Хәҙис ағай эшен дауам итә. Тәүҙә еңгәне йәлләберәк әҙләп кенә ташлаһа, был юлы асыуы ҡайнаған ир бесәнде емерә-емерә сәнсеп ырғыта башлай. Урынына һалып, тапап ҡына өлгөр. Үҙ ғәйебен тойған Хәлиҙә еңгә “ыһ” та итмәй, ослап бөткәнсе шым ғына түҙә.
Бына кәбән осланып бөтә, баҫырыҡ сыбыҡтары ла һалына. Инде арҡан ырғытып еңгәне төшөрәһе генә ҡала. “Һин шаяртҡанда мин дә шаяртайым әле” тип, Хәҙис ағай арҡанға ҡағылмай ҙа. Кәбән тирәләй урап сығып, эшен баһалай. “Бына хәҙер ултыр кәбәнде алып ҡайтҡансы”, – тип ҡысҡыра ла айран эсергә ултыра...
Байтаҡ ваҡыт үткәс, еңгәне төшөрөп алып, икәүләшеп кәбәнгә “шәп!” билдәһе ҡуйып, көлөшә-көлөшә ҡайтырға сығалар.
- Марат СӘҒИТОВ
Учалы районы
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-08-26/bes-n-m-lend-bul-an-h-l-2924581