Даирә
+28 °С
Болотло
Әҙәбиәт
14 Июль 2023, 06:14

Ҡалғым килә һеҙҙең арала... Дауамы

Билдәле: теге йәки был авторҙы, ҙурҙан ҡубып, һүҙ оҫтаһы тип на­рыҡлайбыҙ икән, уның мотлаҡ фак­тик нигеҙе булыу кәрәктер.

Ҡалғым килә һеҙҙең арала... ДауамыҠалғым килә һеҙҙең арала... Дауамы
Ҡалғым килә һеҙҙең арала... Дауамы

Шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына - 85 йыл

Ҡалғым килә һеҙҙең арала...

(Дауамы. Башы 26-сы һанда).

Һәр һүҙендә барлыҡ асылы

Хәҙерге башҡорт шиғриәтен, уның аша башҡорт әҙәби телен үҫ­тереүгә күп һанлы әҙәби премиялар лауреаты, һүҙ оҫтаһы Ирек Кинй­әбулатов ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Билдәле: теге йәки был авторҙы, ҙурҙан ҡубып, һүҙ оҫтаһы тип на­рыҡлайбыҙ икән, уның мотлаҡ фак­тик нигеҙе булыу кәрәктер. Минеңсә, бындайын юғарылыҡ өсөн авторҙың донъяны художестволы һәм эмоцио­наль ҡабул итеү кимәле, уға шәхсән ҡарашы, үҙ халҡының лингвистик шәхесе булыуы, ә әҫәрҙәренә туған халҡының менталь үҙенсәлектәре, халыҡсан теле хас булыуы мөһим. Һуңғы ваҡыт әҙәби тәнҡиттә халыҡ­санлыҡ категорияһы хаҡында төрлө фекерҙәр ишетелеп ҡала. Был тәң­гәлдә мин тәнҡитсе Фәнил Күзбәков ҡарашын яҡлайым. Ғалим былай тип билдәләй: «Халыҡтың тел осонда йөрөгән ҡанатлы һүҙҙәрен, идиома­тик әйтемдәрен тәбиғи рәүештә әҫәр структураһына индереп ебәреүҙә күренә халыҡсанлыҡ... Халыҡтың тарихы, уның яҙмышы әсә һөтө менән ингәндә, гендарҙа һәм йөрәк­тә һулҡылдағанды түкмәй-сәсмәй аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә алыу маһир­лығы булғанда ғына ирешергә мөм­кин халыҡсанлыҡҡа» («Ағиҙел», № 5, 88-се б.).

Салауат Юлаев премияһы лауреа­ты Ирек Кинйәбулатов ижады бын­дай баһа-критерийҙарға барлыҡ фор­ма һәм йөкмәтке планында, фекерләү үҙенсәлеге, әҫәрҙәренең поэтикаһы менән һәр йәһәттән тап килә. Ана, яҡташы Тимерғәле Килмөхәмәтов ни тине заманында: «Ирек Кинйәбула­тов шиғриәтенең үҙ поэтик алымда­ры, образдары һәм образлылығы бар, үҙенсәлекле шиғыр төҙөлөшө йәшәй. Был ижадтың шағиранә тылсым сере, барыһынан былай, ерҙәге, тормо­штағы көндәлек күренеш һәм ябай әйберҙәрҙе шиғыр итеп яңырта алыуҙа. Хатта бәрәңге сәскәһе гөлтләп китә унда». Ысынлап та, ул үҙенең тәүге «Баҫыу юлы» китабынан уҡ бай һәм халыҡсан теле, образлы фекер­ләүе уҡыусыһын йәлеп итте, күңе­лен эстетик ләззәт менән байытты.Шағир әҙәбиәт донъяһына һүҙ бәҫен, ҡөҙрәтен, стилистик мөмкинлек­тәрен аңлап килде, улар автор асылы һәм булмышы ине. «Ғүмер китабы» шиғырының бер нисә юлына иғтибар итәйек:

Һынһын ҡәләмем –

Яҙһам ялғанды.

Кире алһындар

Хаҡлы алғанды.

Тотош булмышым

Тора асылып.

Һәр бер һүҙемдә

Барлыҡ асылым.

Т.Килмөхәмәтов әйткән «шағиранә тылсым сере»нең асылы ниҙә һуң? Был мөғжизәгә шағир, беренсе сиратта, халыҡсан фекерләүе, ябай, әммә тәрән мәғәнәгә эйә шиғыр ҡоя белеүе, афористик ижад, ҡанат­лы һүҙ, һүҙ бәйләнештәр, башҡорт теленең стилистик байлығына эйә булыуы, үҙе лә һоҡланғыс, Ирексә, һөйләмдәр төҙөү маһирлығы менән иреште. Замандаштар уның яратып әйтер тос фекерен хәтерләйҙер: «Өс тин түләп һөйләттеләр, биш тин түләп туҡтаттылар». Һәр сығышын­да шулай тип әйтеп, тулы залдарҙы көлдөрөп алыр ине. Ирек Кинйәбу­латов афоризмдары – үҙе бер хази­на! Тарихта Конфуций, Аристотель, Әфләтүн (Платон) һ.б. афоризмда­ры билдәле, Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәрен дә шуға индерәләр. Та­тар әҙәбиәтендә Рауил Фәйзуллин, Рәдиф Ғаташ ижад итһә, үҙебеҙҙә Рауил Бикбаев хәҙистәре, бер-ике юллыҡтары афористик жанрҙың ма­тур өлгөләре. Ирек Кинйәбулатовтан бер нисә миҫал: «Был ғүмерҙең бөтә мәғәнәһе – /Меҫкенлек һәм ирлек араһы/», «Кешеләрҙә иртә маҡтау ҡай саҡ /Яманыраҡ була ағыуҙан/». Авторҙың хиҡмәтле фекере тулы бер строфала ул асыҡ күренә:

Яҙын ҡар китһә,

Ҡар ҡайтмаҫ, тимә.

Башта сал юҡҡа,

Ҡартайтмаҫ, тимә.

Йәки: «Күпме уйлан, күпме һа­таш, / Күпме тырыш, күпме маташ,/ Тик бер көнгә бер өлкәлә / Булып булһа икән Ғаташ». Был юлдарҙа үл­сәп кенә әйтелгән, дуҫтарса, төрт­мә тел, шул уҡ ваҡытта ҡәләмдәше ижадына һоҡланыу сағыла. Ҡанатлы фекер бынан тыш айырым һүҙ-образ кимәлендә лә камиллыҡ өлгөһөнә әүерелә: «Мин детдомға ебәрелгән инем, /Килә ине һиңә һыйышҡым. / Һинең ҡанат аҫтарыңда ул саҡ, /Урын табылманы, Ҡыйышҡы/». Строфалағы «һыйышҡым» һүҙе әҙәби телдә «һыйынғым» ҡылымы менән бирелергә тейеш кеүек, әммә шағир уға халыҡсан вариант тәҡдим итә, һөҙөмтәлә «Ҡыйышҡы» - ауыл исеменә бик күркәм рифма яһалған. Шағиранә тылсым сере шулай тыуа­лыр. Телебеҙҙә «күҙ теймәһен» тигән магик һүҙ бар, ә бына уға яҡын торған теләк-алғыш Иректә яңы һүҙ-образ булып, диңгеҙ төбөндәге мәрйендәй, балҡып китә: «Бер һирпеләм – күҙ теймәһен, /Ҡыйыш әйтеп – һүҙ тей­мәһен!» («Бәләкәй Шәүрәгә» ). «Һүҙ теймәһен!» - ниндәйен оло табыш, һүҙ-хазина бит был! Ниңә беҙгә уны магик һүҙ булараҡ актив ҡуллан­маҫҡа!?

Бынан тыш, Ирек Кинйәбулатов ижадының йәнә бер балҡышы - ав­торҙың «һүҙ-образ» тыуҙырыу оҫта­лығында күренә. Бының сер төбөн­дә шағирҙың ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғәнәле фекер һәм парадокстар, йәғни көтөлмәгәнлек тыуҙырыу һәләтендә асыҡ сағыла. Был стиль айырыуса кумиры Назар Нәжмигә хас ине. Мәҫәлән:

Биш һумымды урланылар,

Шуның менән хурланылар.

Шиғырымды урланылар,

Вәт, исмаһам, ҙурланылар.

Йәнә:

Ҡырҡ төрлө уй үтеп китте баштан,

Йөрәккенәм ҡырҡҡа туралды.

...Йәштәш урыҫ шофер йырлап бара

Башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды.

Иҫ киткес көтөлмәгәнлек: урыҫ һынлы ябай урыҫың классик башҡорт халыҡ йырын йырлап барһын әле! Бөрйәнде белмәгәндәргә ул бигерәк, көтөлмәгәнсә, яңғырайҙыр. Автор йәнә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер сюжеты тыуҙырыу ярҙамында ижад оҫталығын күрһәтте. Бер нисә өлгө: «Сыҡтым бөтә донъяларҙан һине – / Һинән бар донъяны эҙләргә», «Бер уйлаһаң – тороп бер көлөрлөк, /Бер уйлаһаң - ятып иларлыҡ», «Сығып китеп булмай – ҡапҡа бикле, / Өйгә инеп булмай – өй бикле». Ана шундай ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер ағышы уҡыусыға көслө тәъҫир итә, уйлан­дырыу сараһына әүерелә, шағирҙың ижад манераһын билдәләй. Ысын­лап та, шағир иҫ китмәле һәм шаҡ ҡатырғыс образдар эҙләмәне, тор­моштоң ғәҙәти ағышындағы күре­нештәрҙән философик һығымталар яһаны, туған теленең стилистик мөм­кинлектәре, тел гәүһәрҙәре бынамын тигән шиғырҙар тыуҙырырға булыш­лыҡ итте. Ябайлыҡта – бөйөклөк, тигәнең шулдыр инде. Шағирҙың көндәлек шәхси телмәре, төртмә теллелеге (йәнәш эшләгән Рәшит Солтангәрәевтан килмәнеме икән?) һүҙ уйнатыу һәм сәсәнлек оҫталығы, асылда, уның поэтик ҡомары булды.

Ирек Кинйәбулатов ижады хаҡында һөйләгәндә, уның бағышлауҙарына иғтибар итмәү хилаф булыр, сөнки бындай ижад уның шиғриәтенең тап яртыһын алып то­ралыр. Бағышлау-арнауҙар тигәндә, иң тәүҙә А.С. Пушкиндың Анна Кер­нға, ә үҙебеҙҙең Мостайҙың Хәсән Туфанға арналған классик шиғырҙа­ры хәтерҙә яңыра. «Батшалар ятлап алырлыҡ шиғырҙар яҙа бит ул», - тине Мостай Кәрим. Ирек Кинйәбулатов­тың бағышлауҙарына ҡарата халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин былай ти: «Тәнҡитселәребеҙ бағышлауҙарға нисектер кинәйә менәнерәк ҡарарға яраталар. Әммә бағышлауҙар бит ул шиғриәттең айырым бер өлкәһе. Иректең бағышлауҙары иҫ киткес камиллыҡҡа, образлылыҡҡа, теүәл күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп яҙылған шиғырҙар». Эйе, шағирҙың бындай әҫәрҙәре һүҙ юҡта һүҙ булһын, тип, ижад ителмәгән, уларға автор герой­ына ҡарата тәрән һөйөү, шәхестең ил алдындағы эшмәкәрлегенә, үҙен­сәлекле ҡылыҡтарына поэтик баһа рәүешендә яҙылған, уларҙа шулай уҡ шағирҙың күңел киңлеге ап-асыҡ сағыла. Ул, кемдәргә генә яҙмаһын, йөрәгендге иң мөҡәддәс уй-тойғола­рын һалды. Мәҫәлән, ил улы Рамаҙан Өмөтбаевҡа яҙғанында:

Мин таң ҡалам уйлап, бер күңелгә

Халыҡ рухы нисек һыйғанды.

Һин ҡайтарып киттең кешеләргә

Тотош йөрәгеңә һыйғанды, - тине.

Ә атаҡлы күҙ табибы, академик Марат Аҙнабаевҡа ҡарата ошон­дай эскерһеҙ юлдар яҙҙы һүҙ оҫтаһы: «Марат Тәлғәт улы! Тик бер һорау, /Һорауымдан юл юҡ ҡасырға:/Нин­дәй сара табып, нисек итеп, /Күр­гәндәрҙең күҙен асырға?!». Күре­неүенсә, был юлдарҙа бер ниндәй ҙә самаһыҙ маҡтауҙар юҡ, ә юғары философик пафослы дөйөмләште­реүҙәр яңғырай, сөнки шағирҙы «кү­беһенсә күреүселәр күрмәүе, хаҡлыҡ һуҡырлана барыуы» һыҙландыра. Шуға күрә авторҙың бағышлауҙа­ры үҙе бер поэтик һәм фәлсәфәүи донъя, кешелек донъяһы. Әйткән­дәргә өҫтәп, Ирек Кинйәбулатовтың ысын мәғәнәһендә шиғыр оҫтаһы булыуын уның барлыҡ поэтик стиле аша, шиғыр төҙөлөшө, ритм, рифма төрлөлөгө менән тағы тулыландырып булыр ине, әммә мәҡәлә ҡыҫалары ҡулдағы теҙгенде тартҡылап ҡына тора. Шағир ижадына ҡарата мәҡәлә һуңындағы иң төп һүҙҙе лә авторҙың үҙ ауыҙынан әйттереп ослайһы килә:

...Шиғыр мине үҙе эҙләп табып,

«Бына хәҙер ултыр, яҙ!»- тине.

Өҫтәп уға әрнеү, һағыш ҡуштым,

Быныһы ла әле аҙ ине.

Әрнеткәнде яҙам, зарланмайым,

Ҡыҫыр көйөктәрҙе зар итеп.

Яҙһам яҙам башҡа сара юҡта,

Тик яҙмайым юҡты бар итеп.

Ана шуға ла һинең шиғриәтең үлемһеҙ, Ирек Кинйәбулатов. Ваҡыт ни тиклем дә уны ҡаты иләмәһен, һинең халҡыңа, яҡын күргән ке­шеләреңә, киләсәк быуындарға әйт­кән һүҙең, аҫыл гәрәбәләй, төҫ-хаҡын юғалтмаҫ, сөнки һәр һүҙеңдә хаҡлыҡ тантана итте! Шағирҙар, үҙе киткәс, яңынан тыуа тигәнерәк һүҙҙәр бар. Дөрөҫтөр. Ирегебеҙ ҙә шулай: беҙҙең арала, рухи донъябыҙҙа мәңге ҡалыр өсөн, Ғаләмдәргә яңынан аяҡ баҫты.

Фәнзил САНЪЯРОВ,

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге

премия лауреаты,

Салауат Юлаев ордены кавалеры.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас