Даирә
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт
14 Июль 2023, 06:23

Ағайымдың портреты янында уйланыуҙар

Быйыл Өфөлә тәүге тапҡыр халыҡ-ара китап йәрминкәһе “Китап-байрам” үтте. Мин унда ағайымдың дуҫтарын, ҡәләмдәштәрен, һүҙ оҫталарын күреү һәм ишетеү теләге менән барҙым.

Ағайымдың портреты янында уйланыуҙарАғайымдың портреты янында уйланыуҙар
Ағайымдың портреты янында уйланыуҙар

Ағайымдың портреты янында уйланыуҙар

Быйыл Өфөлә тәүге тапҡыр халыҡ-ара китап йәрминкәһе “Китап-байрам” үтте. Мин унда ағайымдың дуҫтарын, ҡәләмдәштәрен, һүҙ оҫталарын күреү һәм ишетеү теләге менән барҙым. Байрам һәр яҡтан уйланылған, ололарҙы һәм балаларҙы ҡыҙыҡһындыра алырлыҡ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың да был байрамда әүҙем ҡатнашыуы, халыҡ менән аралашыуы, һорауҙарға яуап биреүе, балалар менән әңгәмәләшеүе, фото төшөүе ҡыуаныслы. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова минең ағайымдың – Ирек Кинйәбулатовтың шиғырын һайлауы һәм һөйләүе минең өсөн бигерәк тә тулҡынландырғыс булды. Министрҙың: “Иң яратҡан шағирҙарымдың береһе”, - тип әйтеүенә шатландым.

Минең ағайымдың да ошонда булыуын, үҙенең шиғырҙарын уҡыуын, ха­лыҡты көлдөрөүен, дәрт өҫтәүен теләр инем, әлбит­тә. Ҡәҙерле ағайымдың яҡты донъя менән хушлашыуы­на ете йыл үтте. Ағайымдың портреты янында торған саҡта мин һағыш менән үҙе­беҙҙең бала һәм үҫмер саҡты, өлкән ваҡытты хәтергә төшөрҙөм...

Эйе, тормош беҙҙе сыҙам­лылыҡҡа һәм ныҡлыҡҡа һынаны. Еңел булмаған йыл­дарҙа тыуғанбыҙ. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы тормошобоҙ ҡаты һынау бул­ды. Беҙҙе бер кем дә бер ҡайҙа ла көтөп торманы, бер кем дә беҙҙең өсөн еңел тормошҡа, бәхеткә һуҡмаҡ әҙерләп ҡуй­маны. Әгәр тормошта нимә­гәлер өлгәшкәнбеҙ икән, тик үҙебеҙҙең ныҡышмалы хеҙмәтебеҙ менән. Әсәйебеҙ гелән: “Яҡшы уҡы, кеше бу­лырһың”, -тине. Беҙ белемгә ынтылдыҡ. Төпкөл ауылдан тәү тапҡыр ҡалаға килеп, юғары белем алдыҡ. Беҙгә бушлай һәм сифатлы юғары белем биргәне өсөн Совет хөкүмәтенә рәхмәт! Юғары уҡыу йорттарына беҙҙе тик белемдәребеҙгә ҡарап алды­лар һәм баһаланылар.

Еңел булмаған пробле­маларға ҡарамайынса, тор­мош ауырлыҡтарына зар­ланманыҡ, ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләмәнек. Би­герәк тә Ирек яҡындарын үҙенең кисерештәре менән борсорға яратманы. Ул ке­шеләр менән һәр саҡ күңел­ле аралашты, шаярҙы, көл­дө, изге күңелле булды, бер ҡасан да тормошҡа зарлан­маны, үҙенән бәхетһеҙ кеше яһаманы.

Әлеге көндәрҙең хәүеф­ле ваҡиғалары һәм аҡылһыҙ нацистар донъяһы илебеҙҙе емерергә, үҙҙәренең ахмаҡ уйҙарына буйһондорорға теләүен Иректең күрмәүе яҡшы әле, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡ.

Мәктәпте тамамлағас та, Ирек дүрт йыл Ҡара Диңгеҙ флотында хеҙмәт итте. Ун­дағы флот гәзитендә хәрби хәбәрсе була. Әсәйебеҙ Ирек хеҙмәт иткән ерҙән бер нисә тапҡыр Рәхмәт хаты алды. Әүҙем хеҙмәте өсөн Ирек Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнде. Артабанғы ғүме­рендә ул һәр саҡ үҙенең әрме хеҙмәтен иң сағыу һәм бәхет­ле ваҡиға итеп хәтергә алды, ғүмер буйы диңгеҙгә ғашиҡ булды.

Йәш кенә сағында яҙған “Матрос ҡулдары” шиғыры­на бик тәрән мәғәнә һалған ине ул! Билдәле шағир-пу­блицист Всеволод Азаров юҡҡа ғына ул шиғырҙы руссаға тәржемә итмәгән­дер. Был шиғыр 1964 йылда Кронштадт ҡалаһында “Со­ветский моряк” журналын­да баҫылып сыҡты. Бына нәҡ ошондай шиғырҙарҙан йәштәрҙә илһөйәрлек тәр­биәләй башларға кәрәк. Башҡортостан Республикаһында 50 йыл Диңгеҙ йый­ылышы эшләп килә. Уның составында Ирек тә булды.

Өфө йылға училищеһын­дағы “Башҡортостан мо­ряктары” музейында Ирек Кинйәбулатовҡа арналған күргәҙмә бар. Был музей һай­лаған һөнәргә һөйөү, патри­отлыҡ тойғолары тәрбиәләй. Ирек йыш ҡына үҫеп килгән быуын менән мәктәптәрҙә һәм башҡа уҡыу йортта­рында осрашты, үҙеңдең гражданлыҡ һәм хәрби бу­рысыңды үтәүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Ул үҙенең шиғырҙары, сығыштары, үҙ өлгөһө менән Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләне. Ә бөгөн­гө көндә иһә барыһын да берҙәмлеккә, тыуған төйәге­беҙ – Рәсәйҙе һаҡларға әҙер булырға саҡырғы килә.

Ағайымдың портреты янында торғанда бына ошон­дай уйҙар тыуҙы. Йәмғиә­тебеҙ өсөн ул етмәй бөгөн. Уның барлыҡ ижады хеҙмәт кешеһен данлай, ваҡыт һу­лышын тапшыра, Тыуған илде һөйөргә саҡыра бит.

Рәйсә НАГОРНАЯ.

Өфө ҡалаһы.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас