

- Үҙе ҡайҙа йөрөй? - тине лә, башҡаларҙың яуабын да көтмәй
- Йә, ниңә шаҡ ҡаттығыҙ? Мәйеттең баҡсала ятып ҡояш эҫеһендә бешкәнен көтәһегеҙме? Мулла килгәнсе тиҙерәк йыуып, рәткә килтерер кәрәк. Рөстәм, Сәриә, Гөлсара килен , киленде рәткә килтерегеҙ ҙә, өйгә алып инегеҙ. Ә һин, Рәдиф ҡусты, Нурый менән ләхет таҡтаһын, тимер рәшәткене юнләй тор. Әсәһенә, туғандарына ла хәбәр итегеҙ. Ҡайнаға, һин бында бул. Ә мин бер ярты сәғәттән милиция менән килермен. Шылтыратҡан инем, телефонын алмай,- тине лә, ауыр кәүҙәһен еңел генә бороп, эре аҙымдар менән кире ҡапҡаға юнәлде.
Шуны ғына көткәндәй, шым ғына торған кешеләр, ҡапыл геүләп алдылар ҙа, ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ менән болғанылармы ни, төрлө яҡҡа югергеләй башланылар. Рөстәм менән бер нисә ир баҡсаға юнәлде. Сәриә еңгәй менән Гөлсара килен биҙрәләр алып, мунсаға югерҙе. Ҡәйнәм аласыҡҡа инеп китте, моғайын, сәй ултырталыр. Минең йәнем генә ҡайҙа барырға белмәй, үрһәләнеп йөрөгәндә, ҡапыл ҡапҡа асылып китте лә ул килеп инде. Уға кемдер хәбәр иткән күрәһең,йөҙө ҡара янып сыҡҡан ине. Дерелдәгән ят тауыш менән , ишетелер- ишетелмәҫ кенә :
-Ҡайҙа ул? - тип һораны. Кемдер баҡса яғын күрһәтте. Шәп-шәп аҙымдар менән,мыш-мыш мышнап,әллә инде илап, баҡса яғына атланы. Минең үле кәүҙәмде күреп, шып туҡтаны.
- Нимә эшләнең һин, Әсимә? Нимә эшләнең? Балаларҙы ниңә етем иттең?, -тип өндәште лә,ҡалтыранған аяҡтарының быуындары бушағандай, яй ғына барып, алма ағасына һөйәлде. Бер аҙ торғас, әллә хәле бөттөме, әллә йөрәге ауыртыпмы, алма ағасы төбөнә сүкте.
Нисә йылдар йәшәп, мин һине улай юғалып ҡалған фиғелдә күргәнем булманы. Киреһенсә, һин һәр ваҡыт , үҙеңден һүҙеңде бирмәүсе, тик һинеке генә дөрөҫ тип таныусы , кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмаусы тәкәббер зат инең. Ул арала Сәриә еңгәм менән Гөлсара килендәшем минең яулығымды сисә һалып, ҡойо йәбешкән сәстәремде йыуҙылар, таранылар.Сәстәрем ҡояш нурҙарында тиҙ генә кибеп тә сыҡты. Яулығымды ябыу менән, ир-егеттәр мине күтәреп өйгә алып киттеләр ҙә, залдың иҙәненә һуҙып һалдылар. Кемдер шым ғына аят уҡый башланы. Әллә аят тауышына, әллә үҙ өйөмә инеп ятҡанғамы,күңелем тынысланып ҡалғандай булды.
Бер-бер артлы күршеләр , таныштар инеп мине тирәләп, ҡайһыһы диванға, ҡайһыһы ултырғыстарға ултырышты. Ирҙәр тын ғына ултыра, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҡулъяулыҡтары менән күҙҙәрен һөртөштереп ала. Ул арала Шәүәлий мулла килеп, ясин сығара башланы. Тынлыҡты боҙоп, үкереп илап Әлфинә апайым килеп инде, уны Тамара апай тынысландырырға тырышһа ла, ул ҡысҡырып илауын дауам итте. Уға ҡушылып минең дә күҙҙәремдән йәштәр тамды. Нисек кенә булмаһын, ул минең бер тыуған апайым, миңә ауыр саҡтарҙа уға барып һыйына инем. Ул тынысланғандай ғына булғайны, Зәлифә апайым Әсмәндәр еҙнәм менән килеп инде. Апайымдың күҙҙәре ныҡ илауҙан шешенеп, танау -биттәре ҡып-ҡыҙыл булған. Әле лә ул, һулҡылдай-һулҡылдай эйелеп, минең сәстәремдән, биттәремдән һыйпаны. Уның йылы ҡулы тейгәндән һуң, һыуынған сикәләрем йылынып киткәндәй булды. Еҙнәм текләп миңә ҡараны ла, күҙенә тығылған йәштәрен күрһәтергә теләмәгәндәй,
- Эх,- тип ҡулын һелтәне лә , кире сығып китте.
- Әрәм генә булды, һеңлекәйебеҙ, бәләкесебеҙ,- тип һаман һулҡылданы Зәлифә апайым Әлфинә апайымды ҡосаҡлап. Ололар, иларға ярамай мәйет янында,- тиһәләр ҙә, улар хәҙер инде икәүләп күҙ йәштәренә күмелделәр. Улар менән бергә мин дә һыҡтайым, нисек уларҙан башҡа көн күрермен яңғыҙым? Улар менән бергә үткән бәхетле бала сағымды һағынып ҡына иҫкә алырға ҡалдымы шулай? Бер аҙҙан шаулап, Ғәли ағайым, уның артынса шым ғына Гөлсирә еңгәм килеп инде. Бер аҙ ҡыҙмаса булған ағайым, минең алдыма тубыҡланды ла:
- Һеңлекәшем, ғәфү ит беҙҙе, һаҡлап алып ҡала алманыҡ,- тип минең йөҙөмә эйелде. Уның эре күҙ йәштәре тупылдап, минең битемә төшкән һайын,сикәләремде өтөп алғандай булды. Шунан турайып баҫты ла:
- Сволочь! үҙе ҡайҙа?,- тип барыһына ҡарап алды. Ул арала Тамара апай, ҡәйнештәрем, уны тынысландырырға теләгәндәй, уй-вайына ҡуймай, һөйрәп тигәндәй, тышҡа алып сыҡтылар. Ағаҡайым минең, әле генә улыңды юғалтыу ҡайғыһынан һыҡтанған яралы йөрәгеңә тағы бер ҡайғы өҫтәлде. Ир затынан булһа ла, ағайым минең нескә күңелле кеше, бер ваҡытта ла ул беҙҙе, һеңлеләрен рәнйетмәне, йылы һүҙҙәрен әйтеп йыуата белде. Иремдән рәнйетелгән саҡтарымда, мине йәлләп , сабын аттай ярһығаның һаман иҫтәремдә. Тик үҙем ғәйепле, ағай, беҙ үҙебеҙ аңлашырбыҙ, ҡыҫылма тип, тыйған булдым. Атайһыҙ булғанға күрә, бәлки һинең ҡаты һәм ҡәтғи һүҙең кәрәк булғандыр, ағай?
Мулланың аят тауышынамы, әллә өйҙә урынлашҡан тынлыҡҡа иҙерәпме, бер аҙ онотолоп киткәндәй тойҙом үҙемде. Күңелемде ниндәйҙер һиллек солғап алды, бындай тыныслыҡты һуңғы ваҡытта күптән тойғаным юҡ ине. Ни тиһәң дә йәй ваҡыты ауыл кешеһе өсөн тынғыһыҙ ваҡыт, эше лә тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ул эшенә лә риза булып, бер ҙә генә арымаҫ инең, әгәр күңелеңдә һәм йортоңда тыныслыҡ булһа... Ишектән кемдер килеп инде булһа кәрәк, шым ғына ултырған кешеләр геү итеп ҡалды. Туҡ, туҡ иткән таяҡ тауышынан йөрәгем тертләп китте. Бар сабырлығымды юйып, ҡәҙерле кешем менән осрашыу минуттарын көтәм. Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Сайҡала- сайҡала әсәйем атлай. Бына туҡтаны. Сабыр ғына барыһына ҡарап алды, эстән генә доғаһын уҡыны. Ләкин ҡапыл аяҡтары дерелдәп, ҡулдары ҡалтыранып китте күрәһең, дыңҡ итеп таяғы иҙәнгә бәрелде, үҙе яй ғына тубыҡланып минең баш өҫтөмә әллә сүкәйҙе, әллә ултырҙы. Йөрәк өҙгөс тауыш менән:
- Балам, балаҡайым,- тип сеңләп ебәрҙе.
Уңың сеңләп илауы, мейеләремә үтеп инеп, бар булмышымды , бөтә тәнемде ҡуҙғытып ебәргәндәй булды. Хәлемдән килһә, әсәй, әсәкәйем, илама,- тип ҡосағыма алып йыуатыр инем. Тик бер ни эшләп булмай, яҙмышыма бойһоноп, тын ғына ятам. Әсәйемдең сеңләүе һәр береһенең йөрәген һулҡылдатып, яйлап-яйлап, бар бүлмәне ялмап алды, уға ҡушылып барыһы ла илай ине, кемдер тауышланып, кемдер мышнап, кемдер шым ғына. Хоҙайым, бер кемгә лә күрһәтмә һин бала ҡайғыһын!
Кемдер мине ентекләп ҡарап торғанын күреп, уңайһыҙланып киттем. Уйҙарға бирелеп, ингән милиционерҙы ла , Рафил еҙнәмде лә аңғармағанмын. Милиционер минең яулығымды сисә биреп, баштарымды бороп-бороп ҡараны ла:
- Ниңә мәйетте урынан ҡуҙғаттығыҙ, мине ҡөтмәйенсә,-тип Рафил еҙнәмә ҡараны.
- Әйттем бит инде, улы беренсе уны күреп, муйынындағы бауын ысҡындырған. Бала-бала инде. Ә һине эҙләй-эҙләй саҡ таптыҡ, телефоның яуап бирмәне, - тине еҙнәм.
- Туғандары бармы?,- тигән һорауға , еҙнәм:
- Әсәһе бында, -тип , әсәйемә ымланы.
- Улайһа, апай, һеҙҙең менән һөйләшергә кәрәк,- тип кухня яғына атланы.
Теләр –теләмәҫ кенә әсәйем көскә урынынан торҙо ла, таяғын туҡылдатып, уның артынан эйәрҙе. Милиция хеҙмәкәре утырғысҡа ултырып, ҡағыҙҙарын сығарҙы ла ниҙер яҙырға тотондо.
- Апай, был хәл криминалға оҡшай, - тип әсәйемә текләне.
- Ниндәй, криминал, нимә һөйләйһең, мин бит һиңә барыһын да аңлаттым бит,-тип еҙнәм уға ҡараны.
- Нимә тейһегеҙ? - тине, шаңҡыуҙан бер нәмәлә аңлай алмаған әсәйем.
- Киленде әйтәм, үҙ-үҙенә ҡул һалған бит, - тип йөпләне еҙнәм.
- Шулай шул, шулай, - тип әсәйем илап ебәрҙе.
- Ҡуй, оло кешене ыҙалатмайыҡ, тышта туғандары тора, шуларҙан һорашырһың,- тип милиционерға ҡараны ла, - ә һин, ҡоҙағый, бына ошонда ҡулыңды ҡуй , - тип өҫтәне.
- Дә,- тине лә, милиционер, ҡағыҙҙы әсәйем яғына бороп, уға ручка тотторҙо.
Ҡалтыранған ҡулдары менән әсәйем нимәлер сыймаҡланы, тик ни өсөн ҡултамғаһын ҡуйыуы уның аңына барып та етмәгәндер. Рафил еҙнәм менән милиционер сығып та киттеләр.
Көн кискә ауыша башланы, күбеһе мал-тыуарын көтөүҙән йыйырға кәрәк тигән һылтау менән, өйҙәренә таралышты. Мулла ла, иртәгә әйтерһегеҙ,-тип, уҡына-уҡына, ҡайтырға йыйынды. Минең янымда әсәйем, туғандарым һәм бер нисә ҡарсыҡ ҡына ҡалды. Ҡарсыҡтар үҙ-ара бышылдап ниҙер һөйләшәләр, бары әсәйем генә, миңә текләгән дә, тәрән уйға сумған. Ниндәй уйҙарға батҡандыр әсәкәйем, быны ул үҙе генә белә торғандыр. Бәлки уның күҙ алдынан минең бала сағым үткәндер?
… Мин ғаиләлә кесе бала инем.Ете бала араһында иң бәхетлеһе мин булғанымдыр, сөнки апай-ағайымдарҙың иркә генә һеңлеләре инем. Төпсөк булғас, әсәйемдең дә бар һөйөүө, наҙҙары миңә юнәлтелгән ине. Уның мине әрләгәне генә түгел, хатта яңылыш ҡына насар һүҙ әйткәнен дә иҫләмәйем. Бәхетле бала инем мин. Күмәк ғәиләлә үҫкәнгәме, беҙ бик татыу инек. Мәктәпкә барғансы мин апайымдар артынан эйәреп, шиғырҙар ятлай инем, улар менән ҡушылып бик күп йырҙарҙы йырлай инем. Бейергә лә ярата инем. Һаман да хәтеремдә, ул ваҡытта атайым да иҫән ине, ниндәй байрам булғандыр, бәлки һуғым һуйған ваҡыт булғандыр, ни булһа ла беҙҙә ҡунаҡтар бар ине. Атайым, әҙерәк һуғып алһа, ҡыҙҙарына маһайып, концерт ҡуйҙырыр ине. Тырышып-тырышып апайымдар йырлай, шиғыр һөйләйҙәр , ә ҡунаҡтар ҡул сабалар, хатта аҡса бирәләр ине. Минең дә аҡса алғым килә, тик апайҙарҙан уҙып булмай, ауыҙымды асып та өлгөрмәйем, мин белгән шиғырҙарҙы улар шартлатып һөйләй ҙә ҡуялар. Иламһырап ҡына бер мөйөштән ҡарап тора инем, Һатыбал ағай гармунын һуҙып ебәрҙе, бейеү көйөн. Апайымдар күлдәктәрен рәтләгәнсе, бейергә төштөм дә киттем. Аяҡтарым ергә теймәй, тыпырлығы сығам, ҡунаҡтар рәхәтләнеп ҡул саба. Кеме өс тин, кеме биш тин бирә, бер ус аҡса йыйыҙым. Шул ваҡыттағы ҡыуанысым, түбәм күккә тейҙеме ни.Эй, атайымдың шул ваҡытта шатланғаны, бына бит, минең ҡыҙым артист тип. Артист тигәндәй, тағы ла бер ваҡиға иҫкә төштө. Бер көн атайым , икмәк ташыусы Вәлиәхмәт ағайҙы эйәртеп ҡайтты ла, төпкө өйгә инеп ултырҙылар. Әсәйем дә, апайымдар ҙа өйҙә юҡтар ине. Былар нимә эшләй икән тип, ишекте ҡыҫып ҡына асып, уларҙы күҙәтәм. Атайым бер ярты ултыртты, икәүләп һөйләшә-һөйләшә эсәләр, икеһе лә һуғышта булғанғамы, күберәк һүҙ һуғыш тураһында ине, мин ни бәләкәй булғас, уларҙы аңлап та етмәйем. Ултыра торғас, ишек төбөндә йоҡлап та киткәнмен. Ҡапыл ҡысҡырышҡан тауышҡа уянып киттем, баҡһаң, Вәлиәхмәт ағайҙың ҡатыны килеп, ирен әрләргә тотонған икән. Мин инде хәҙер хәтерләмәйем уның һүҙҙәрен. Тик шуныһы иҫемдә ҡалған, апайымдар минән нимә булды тип һорағас, түкмәй-сәсмәй, теге икәүҙең нисек ирешкәндәрен килештереп эләкләп күрһәткәнем. Унан һуң атайым да, әсәйем дә, тыуғандарым да, арыуыҡ ҡына, йә әле тегеләрҙе эләкләп күрһәт тиһәләр, тамаша күрһәткәндәй, уларҙың ҡыланыштарын ҡабатлағаным иҫемдә.
Кинйәкәү булғанғамы, гел генә әсәйемдең итәгенә йәбешеп , унан бер аҙым да ҡалмай йөрөгәнем хәтеремдә. Магазинға барамы, әллә берәй әхирәтенә сәй эсергәме, мин бер илле лә ҡалмай инем әсәйемдән. Апайымдар ҡайһы бер ҙә һуҡранып та ҡуя торған инеләр, улай килешмәй тип,мине оялтырға ла тырыша инеләр, ләкин мин үҙемдекен ҡуймай, һаман әсәйемдән ҡалмаҫҡа тырыша инем. Күрәм, бер көн әсәйем ҡайҙалыр йыйына башланы, апайымдар был юлы мине ҡаты итеп киҫәттеләр, һин әсәйгә эйәрмә тип. Юҡ бит, әллә ғәҙәт, әллә әсәйҙән айырылғы килмәүҙәнме, мин инде үҙемде нисек тыйырға белмәйем, етмәһә әсәйем дә:
- Балаҡайым, көн кискә ауышты, һиңә йоҡларға ваҡыт,- тине. Йәйҙәрен тиҙ генә күлдәктән тышҡа югереп сығам да, күршеләрҙең ҡапҡа артына йәшенеп, әсәйемдең сыҡҡанын көтөп, уның артынан югерә торған инем. Ә был юлы, көндәр ярайһы ғына һалҡынайған ине, көҙ ваҡыты булғандыр. Әсәйем, апайымдар төпкө бүлмәлә инеләр, ә мин тиҙ генә ситке бүлмәгә сығып, ултырғыс ҡуя һалып, зәңгәр тунымды сөйҙән ысҡындырҙым да, тиҙ генә тышҡы ишекте асып, соланға йәшерҙем. Ой, береһе лә күрмәне! Бына әсәйем йыйынып бөттөлә, мине үбеп, тыныс йоҡо теләне. Мин әсәйемде ҡосаҡлап үптем дә, күстәнәс алып ҡайт тигән булдым. Элегерәк бындай ваҡытта, әсәйемә эйәрәм тип, тартыш-һуғыш булғанғамы,апайымдар минең сәйер ҡыланышыма бер аҙ аптыраһалар ҙа, бер нәмә лә өндәшмәнеләр.Бына әсәйем йомшаҡ ҡына ишекте ябып, сығып та китте.Бер аҙ ваҡыт үткәс, тышҡа сыҡҡы килә тигән һылтау менән, иҫке шәлде ябындым да , тышҡа юнәлдем. Иҫке шәл менән ҡайҙа китер тигәндәрҙер инде апайымдар, береһе лә бер һүҙ өндәшмәне.Ә миңә шул ғына кәрәк ине лә,соланда тиҙ генә тунымды эләктерҙем дә, югерҙем әсәйемдең артынан. Ул арала әсәйем бер нисә өйҙө үтеп тә киткән. Шым ғына артынан эйәрәм, инде әсәйемдең Ғәлиә апайҙарҙың ҡапҡаһына тотоноуы булды, мин әсәй тип ҡысҡырып ебәрҙем. Һуҡранды инде әсәйем, шулай ҙа ни эшләһен, кире бороп ебәрә алмай бит балаһын.
Атайымды насар хәтерләйем, сөнки миңә биш йәш булғанда ул беҙҙе ташлап, мәңгелеккә икенсе донъяға киткән ине. Икенсе донъя… Бармы икән һуң икенсе донъя? Уның тураһында ғалимдар һәм дини кешеләр араһында төрлө мәғлүмәттәр йөрөй, тик әлегә хәтлем бер кемдә төплө итеп кенә әйтә алмайҙыр ул турала. Элек бындай уйҙар башыма ла инеп сыҡҡаны булманы, ә хәҙер…Кеше һәр нәмәне үҙ башына төшкәс кенә аңлай тиҙәр, был дөрөҫтөр күрәһең… Башҡа әллә ниндәйҙәр уйҙар килә, йырып сығырлыҡ түгел...
* * *
Әсәйемдең ҡапыл бөтә тәне ҡалтыранып-ҡалтыранып китте, күҙ йәштәрен күрһәтмәһәлә, бөтә тәне-йәне менән балаһынан айырылыу ҡайғыһы уның йөрәгенә үтеп инеп, уның бар кәүҙәһе һулҡылдап, яңынан-яңы һыҙланыуҙарға дусар ителгәндәй тойолдо. Уны йыуатырға теләгәндәй, бала саҡтағы кеүек, әсәйемдең күкрәгенә һыйындым. Ниндәй рәхәт, ниндәй йылы миңә,әсәй, һинең күкрәгеңдә. Күптәнән инде мин ошолай һиңә һыйынғаным юҡ ине. Бала сағымда хәтеремдә, берәй ерем ауыртһамы, йәки нимәгәлер эсем бошоп, күңелем урын тапмағанда, мине йыуатыр өсөн, һин һәр ваҡыт мине ҡосағыңа ала инең. Һинең ҡосағыңда бар ауыртыуҙар баҫылып, әллә һинең йөрәк йылыңдан, әллә бөтмәҫ-төкәнмәҫ әсә наҙынан күңелдәрем бушанып, еңеләйеп китә лә, бар бошоноуҙар ҡайҙалыр осоп киткәндәй була ине. Мин инде үҙем әсә. Әгәр мин мәңгелеккә теге донъяға китһәм, кем ҡосағына һыйынырҙар минең балаларым?
Уйҙарға бирелеп киткән генә инем, ишектән Зәминә апайым килеп инде.
- Кем харап итте минең һеңлемде?,- тип илай-илай минең үле кәүҙәмә текәлде.
- Нимә һөйләйһең, ҡоҙаса? - тип Тамара апай уға асыуланып ҡараны. Ләкин апайым, һаман тик бер һүҙҙе ҡабатланы
Тыңламаным шул, апаҡайым, тыңламаным…Әгәр ул ваҡытта һинең һүҙҙәреңә ҡолаҡ һалһам? Кем уйлаған был тормоштоң шулай булырын? Йәшлектә бит беҙ матур хыялдар менән йәшәйбеҙ, кемдең-кемдең, ә һинең тормошоң бәхеттәрҙән генә тороуына ышанып йәшәйһең. Ә тормош тигәнең, һин уйлағанса ғына булмай икән...
Күҙҙәрем менән Айратты эҙләй башланым. Бына ҡәйнәм урынынан торҙо ла тышҡа ыңғайланы. Мин дә уның артынан ҡуҙғалдым. Соландағы өҫтәл янында милиционер ниҙер яҙа. Уның янында Айрат баҫып тора. Эргәһендә Әсмәндиәр еҙнәйем.
Милиционер ҡағыҙҙарын алып Айраттан, еҙнәмдән ҡул ҡуйҙырҙы ла:
Айрат, ниңә һаман мине бизалайһығыҙ тигәндәй,теләр- теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалып, өйгә ыңғайланы.Бына ул ишек тәбәндәге ултырғысҡа барып ултырҙы ла, минең үле кәүҙәмә текәлде. Белмәйем, ул был ваҡытта ниҙәр кисергәнен. Бергә йәшәһәк тә, беҙ бит инде күптән бер- беребеҙгә ят кешеләргә әйләндек. Беҙҙең арала мөхәббәт тә, һөйөү ҙә булманы шикелле. Ә бит мин һинең һөйөүеңә, наҙҙарыңа шундай мохтаж инем. Сәскәләргә һыу һипмәһәң, улар кибә, аҙаҡтан бөтөнләй ҡорой, ҡатын-ҡыҙ ҙа һөйөүһеҙ, мөхәббәтһеҙ шиңә, тормош йәмен юғалта. Ә бит күбеһе ир-аттан тора, йылы һүҙҙәр, яғымлы йылмайыуҙар күңелдәргә наҙ булып , йәшәү дәртен уятып, тормошоңдо йәмләй генә. Күпме генә тырышһам да һинең туң йөрәгең иремәне, ҡырыҫ йөҙөңдә йылмайыу балҡыманы.
* * *
Медицина училищеһенең беренсе курсын тамамлар алдынан имтихандар бирергә әҙерләнеп йөрөгәндә бер бүлмәлә йәшәгән Сәүиә әхирәтем:
Был аҙнала һабантуй була, барабыҙмы? - тине лә ,серле йылмайып,- Унда егеттәр ҙә буласаҡ күрше ауылдан,- тип өҫтәп ҡуйҙы.
Сәүиә үкһеп иларға тотондо . Әхирәтемдең хәленә керәйем тип, уның менән бергә һабантуйға барырға вәғәҙәмде бирҙем.Бирмәҫ тә инем, уның алабарман холҡон беләм, йә бер нәмә сығарып ҡуймаһын тигән уйҙан ғына риза булдым.
Һабантуй бик күңелле барҙы. Концертты, ат сабыштарын, көрәште ҡарағандан һуң, Сәүиә миңә серле генә:
Ысындан да бар халыҡ ,ғәҙәттәгесә, һыу буйына ағыла ине. Ә унда кемдер туғандары,кемдер дуҫтары менән йыйылып, мәжлес табындары ҡора. Әллә ҡайҙан тәмле аш еҫтәре танауға бәрелеп, ас ҡорһаҡ сәнсеп-сәнсеп алғандай булды.Етмәһә йәй ҡояшы ҡыҙҙыра ғына, тамаҡ төбө бөтөнләй кипте. Беҙ килеп еткәндә, ағас төбөнә йәйелгән түшәктә унлаған ҡыҙ-ҡырҡын һәм егеттәр шау килеп, гөрләшеп мәжлесте башлап та ебәргәндәр ине. Уларға күҙ һирпеп алғас та, миңә таныш кешеләр юҡ икәнен аңғарғас, Сәүиәгә:
Ул арала, оҙон буйлы, күпереп торған сөм-ҡара сәсле бер егет һикереп торҙо ла, ҡояштай йылмайып:
Мәжлес үҙ яйы менән барҙы, әҙерәк ҡыҙып алғас, Вәхит гармун һыҙҙырып ебәрҙе. Йәштәр бер-береһен уҙҙырып йырларға,ә унан һуң бейергә керештеләр. Ай-вайыма ҡуймай, мине лә бейергә төшөрҙәләр. Бейеүҙән һуң арып-талып, тағы табынға ултырғас, алдымдағы лимонадты эскән инем, ҡапыл ут йотҡандай, тәнем-эҫеле һыуыҡлы булып китте, бер аҙҙан мейем ярылырҙай булып сатнай башланы.Минең хәлде аңлап микән, эргәмдәге егет:
Был бит ул! Минең эргәлә ултырған егет! Бына ул ҡара күҙҙәрен миңә төбәп, минең яурындан мыҫҡып тотоп, мине күтәрергә маташа башланы. Йә, хоҙай! Бөтөнләй сит кеше!Әллә ул мине һағалап йөрөгәнме? Тәнем зҫеле-һыуыҡлы булып китте, ҡайҙан көс алғанымдыр, тик уны бар көсөмә этеп ебәреп, ауыртҡан аяғымды ла һиҙмәй, һултыҡлай-һултыҡлай югергәнемде генә иҫләйем. Бәхетемә ҡаршы,ҡапыл алдымда йылға пәйҙә булмаһынмы? Бар хәлемде йыйып, йылғаға ынтылдым.Ҡотолоу сараһын тапҡандай, ҡулдарымды йәйеп, бар көсөмә йөҙә башланым. Йылға уртаһына еткәс, ҡулдарымдың көсө хәлһеҙләнә башлағаны ғына иҫемдә.
Ә инде иҫемә килгәндә, мин больницала инем. Ә эргәмдә һин тора инең Өлфәт. Мин күҙҙәремде асҡас, һинең ихлас йылмайып, иң яҡын кешеңде күргәндәй шатланғаның һаман минең күҙ алдымдан китмәй. Бына шулай танышып киттек беҙ һинең менән Өлфәт.
Һинең һөйләүеңсә, һин йылға ярына килеп еткәндә, мин бата башлағанмын. Ә һин күп уйлап тормайынса, минең арттан сумғанһың һәм мине ярға һөйрәп сығарғанһың. Техникумда уҡыған ваҡытта тиҙ ярҙам отрядында иҫеңдә ҡалған күнекмәләреңде файҙаланып, миңә беренсе ярҙамды ҡулланыуың мине үлемдән ҡотҡарып ҡалған.
Больницала оҙағыраҡ тоторға теләһәләр ҙә, экзамендәр бирергә кәрәк тигән һылтау менән, икенсе көнөнә унан сығып, шул уҡ көндә ҡалаға юлландым. Сәүиә күпме генә төпсөнһә лә, үҙем менән булған ваҡиғаны уға сисмәнем, шулай уҡ Өлфәттең дә ул турала бер кемгә лә һөйләмәүен үтенгән инем. Ауыл ерендә үҙегеҙ беләһегеҙ бит, бер хәбәр ишетелһә, уны ҡабартып таратҡандарын. Больницала ла алдаштым, йөҙә белмәүем арҡаһында һыуға бата яҙҙым тип. Ә шулай ҙа кем минең стакандағы лимонадҡа иҫерткес эсемлек ҡойҙо икән тигән һорауға яуап таба алманым.Бәлки ул Өлфәт булғандыр тигән уй ҙа күңелемә тынғылыҡ бирмәне.Улай тиһәң, ул насар кешегә оҡшамаған. Иҫәр инде мин, мин бит уны бөтөнләй белмәйем.Ә шулай ҙа бер көн имтихандарға әҙерләнеп ултырғанда , онотолоп китеп, бер бит дәфтәр тултырып,уның исемен яҙғаным да яҙғаным. Ярай әле, бер кем дә күреп өлгөрмәне, тиҙ генә ваҡ киҫәктәргә йыртып ташланым. Ә йоҡларға ятһам, уның һомғол буйы, һөйкөмлө йылмайыуы , ҡара күҙҙәре менән миңә иркәләп ҡарауҙары күҙ алдыма килә лә баҫа. Юҡ, юҡ, тием дә, күҙҙәремде йомам, ә үҙем һаман уның һынын, уның бөҙрә сәстәрен, ихлас йылмайыуын көҫәйем. Иҫәр мин,иҫәр! Ул бары осраҡлы хәл, осраҡлы кеше тип үҙемде йыуатып та ҡуям. Ә шулай ҙа минең күңелемдәге уйҙарҙы ятаҡтағы ҡыҙҙар ҙа һиҙгән һымаҡ. Бер көн Сәүиә:
Беренсе имтиханды бишкә биреп, ашҡынып ҡайттым ауылға. Ғүмеремдә беренсе тапҡыр кис еткәнен түҙемһеҙләнеп көттөм. Сәстәремде әллә нисә тапҡыр тарап, берсә үрҙем, берсә кире таратып, яурындарыма төшөрҙөм. Ҡайһы күлмәгемде кейергә тип, береһен систем, икенсеһен кейеп ҡарап, әллә ни ғүмер көҙгө алдында әйләндем. Ә инде кис етеүгә, зәңгәр күлдәгемде кейеп, сәстәремде елпелдәтеп клубҡа ашыҡтым. Әллә бер нәмә һиҙемләпме, әсәйем:
- Оҙаҡлап йөрөмә, - тигән булды.
Мин килеп еткәндә клубта уйындар башланған ине. Тиҙ генә барыһына күҙ югертеп алдым. Вәхит гармунда уйнай, ә Сәүиә бер нисә ҡыҙ менән өйөрөлөп-өйөрөлөп бейейҙәр. Мине күргәс тә, Сәүиә минең алдыма тыпырлап килеп баҫты, йәнәһе, мине бейеүгә саҡыра. Ә миндә әле бейеү ҡайғыһы юҡ. Күҙҙәрем менән тирә-яҡты байҡайым.
- Әхирәткәй, әйҙә! Күрһәтәйек әле класс! Эй, Вәхит, уйна әле цыганочканы!
Ул арала гармунсы сиған көйөн һыҙҙырып та ебәрҙе. Әхирәтем итәктәрен ялпылдата- ялпылдата бейей, туҡтауһыҙ миңә баҫа.Барыһы ла миңә ҡарап ҡарап:
- Йә, Әсимә, күрһәт әле беҙҙекеләр нисек бейегәнен, тигәс,- бейергә төшөп киттем.
Беҙгә бер нисә ҡыҙ, егеттәр ҙә ҡушылды. Беҙҙең бейеүҙән иҫке клуб таҡталары бәүелеп- бәүелеп китә, ә бейеүселәр ҡыҙғандан-ҡыҙып кем уҙыш бейейҙәр. Бына ҡайһылары арып, ҡайһылары хәлһеҙләнеп таралыша башланылар, уртала бер мин генә ҡалдым. Инде етер тип, башымды аҫҡа эйеп, туҡталырға уйлаған ғына инем, кемдеңдер дәртле аяҡ тауышына һиҫкәнеп, күҙҙәремде күтәрһәм, саҡ йығылып китмәнем. Ярай әле бейеүсе минең билдәремдән ҡыҫып тотто ла, осортоп әйләндерә башланы. Гармунсыға ла рәхмәт, бер көйөн бөтөрһә, икенсеһен уйнап ебәрә. Ах, ул саҡтағы хистәр күңелемде илертеп, мине бәхет донъяһында йөҙҙөргәнен белһәгеҙ ине! Шул ваҡытта мин уның көслө ҡулдарына таянып, мәңге-мәңге уның менән бергә әйләнәһем килде. Сөнки ул бейеүсе минең йәш күңелемде бер күреүҙән әсир итеп өлгөргән Өлфәт ине.
Клубта уйындарҙың бөтөүен дә көтмәйенсә, тышҡа ынтылдыҡ. Күңелебеҙ бер- береһенә ашҡынып, тик икәүҙән-икәүҙән генә ҡалып, бер-беребеҙгә һыйынып бик оҙаҡ торҙоҡ. Ә инде уның ирендәре минекенә тейгәс, мин бөтөнләйгә иреп төштөм. Тәүге тапҡыр илерткес ләззәт донъяһына башкөллө сумдым.Китаптарҙа ғына уҡып белгән мөхәббәт хистәренән баштарым әйләнде. Ул төндө беҙ таң атҡансы бер-беребеҙгә һыйынып, беҙҙең өй эргәһендәге скамейкала ултырҙыҡ. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне, үбешеүҙән ирендәр ҡабарып сыҡты. Бары әсәйемдең:
- Йә , хоҙай, ҡайҙа юғалды был ҡыҙ?, - тигән һүҙҙәренән һиҫкәнеп, югереп өйгә инеп киткәнемде генә иҫләйем.
Ярай әле, әсәйем һыйыр һауырға тип, һарайға инеп киткән. Ә мин тиҙ генә юрған аҫтына инеп сумдым да, күңелемде биләп алған беренсе һөйөү хистәренән иҫереп, бер килке айный алмай яттым. Инде йоҡлап киттем генә тигәндә, әсәйем :
- Йә, иҫәркәй, имен-һау икәнһең дә, - тип минең юрғанымды рәтләп, башымдан һыйпап алды. Шул саҡта миңә шундай рәхәт булды, әсәйем асыуланыр инде тигән уйҙа инем бит. Уның да бит йәш сағы булған, уны ла мөхәббәт хистәре урап үтмәгәндер тигән уйҙарға сумып йоҡлап киттем.
Был йәй тормошомдоң иң бәхетле сағы булды. Өлфәт менән көн һайын тигәндәй осраштыҡ. Уның мотоциклына ултырып урмандарҙы, яландарҙы гиҙҙек, ә инде ял көндәрендә яҡындағы күлдә һыу индек. Кистәрен дуҫтар менән костер яғып, киске уйындар ойоштороу , туйғансы бейеүҙәр, таңды ҡаршылауҙар хәтерҙә уйылып ҡалдылар.
Әсәйем дә, тыуғандарым да уны оҡшатты. Ваҡыт табып беҙгә бесән сабышырға ла килде, көслө ҡулдары менән һә тигәнсе күбә күбәләр ине. Ул саҡта миңә ун туғыҙ, ә Өлфәткә егерме бер йәш ине. Ул ауыл хужалығы техникумын тамамлап, колхозда яңы эш башлаған ине. Ә көҙ еткәс, уға армияға повестка килде.