Булмаҫ ышанмайым был һүҙгә, Рәшит бит һау-сәләмәт кеше нисек үлһен ул? Уның берҙән-бер ғәзиз ҡыҙының атаһы бит ул. Юҡ ул тере, тере.. Ҡыҙының был һүҙҙе улай ауыр алырын белмәй ҡапылғара ысҡындырып ебәреүенә һуңлап төшөнгән Фәнисә апай ни әйтергә лә белмәне. Ысынында кем белгән ҡыҙының был һүҙҙе ауыр ҡабул итерен. Ҡыҙы менән кейәүе күптәнән бергә тугел ине бит. Туйҙан һуң куп тә йәшәмәнеләр бит улар, күп тигәндә бер ярты йылдыр. Сөнки яңы ғаиләлә мөхәббәт тиңһеҙ ине. Сәриәлә дөрләп янһа һөйөү уты Рәшиткә ҡарата, ә Рәшиттә һөйөү түгел, ә бары ғаилә тигән төшөнсә генә ине. Эйе, Рәшит Сәриәне ғумерендә яратманы. Ҡыҙҙыла бары ата-әсәһе өгөтө буйынса ғына алды. Бергә йәшәй башлағас эҫенермен, тип уйланы. Юҡ һөйөү уты тоҡанманы йөрәктә. Сөнки, Рәшиттең куңелендә башҡа ҡыҙ урын алғайны. Тәүге мөхәббәте, тәүге һөйгән йәре.
Туй көнө лә утте, ләкин тормош алға барманы. Ҡуйынында Рәшит өсөн йәнен бирер ҡатыны булһала, күңелендә тәүге һөйгән йәре ине. Тормош үҙ яйы менән алға тәгәрәне, ваҡыт үтеү менән Рәшит кәләшенең ауырға ҡалғанын белде. Буласаҡ атай булыу, киләсәктә бала һөйөү уйы Рәшитте бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртте. Бындай ыңғай яҡты куреү Сәриәне шатландырҙы Рәшиткә ҡарата һөйөүе тағы ла нығыраҡ тоҡанды. Ни тиһәң дә буласаҡ балаһының атаһы бит. Эх, белһә ине шул мәл ике йәш йөрәк, яҙмыш уларға тағы ниндәй әсе тормош вәғәҙәләгәнен.
- Сәриә, минең дуҫ армияға китә, проводына барырға ине, тине Рәшит кәләшен наҙлы ғына итеп ҡосоп.
- Рәшит, һин беләһең бит минең ауырлы икәнде, бәлки уҙең генә барырһың, - тине Сәриә үҙенең ауырлы икәненә уңайһыҙланып. Ярай улайһа, тип Рәшит бер үҙе генә сығып китте. Һиҙгәйне Сәриәнең йөрәге шул мәл. Нисек һиҙмәһен инде, Рәшитенең тәуге йәре шул ауылда йәшәй, хатта әрмегә китәсәк дуҫының синыфташы бит ул ҡыҙ, киләсәк ул да проводҡа. Осрашасаҡтар, уның йән киҫәге Рәшит менән. Быныһы ла куренеп тора атлыҡҡаны дуҫының проводы уға йәшенер өсөн сәбәп кенә. Ярар осрашһындар ҙа ти, ни эшләй алһындар улар ваҡыт үткән, Рәшит ғаиләле, балаһы булырға тора, моғайын да ғаиләһен балаһы өсөн ташламаҫ тип, Сәриә үҙ-үҙен йыуатты ла йоҡларға ятты.
Дуҫының өйөнә кереү менән аңғарҙы Рәшит һөйгәнен. Ләкин һөйөү менән томаланған куңеле ҡыҙҙың күңелендәге зәһәр сәсеп торған көнләшеу ҡатыш ҡатыш мин- минлекте курмәне. Был төндә айырылған йөрәктәр ҡауышты. Йөрәктәр ҡауышһа ла икеһе-ике төрлө ҡарашта ҡауышҡайны. Береһе - мин һинеке, һин минеке тиһә, икенсе йөрәк ваҡытлыса ғына ти ине эстән. Икенсе көн Рәшитте алыштырып ҡуйғандар инеме ни. Ҡайтыу менән тиктомалға енләнде, айырылышыу тураһында һуҙ ҡуҙғатты. Хатта уны тыуасаҡ балаһы ла тота алманы. Әсә-атаһының туғандарының һүҙен ҡолағына ла элмәне. Айырылып ҡайтыу Сәриәнең ҡыҙына ла (ҡыҙ бала тыуҙы) ныҡ тәҫир итте. Әсә ҡайғыһы бала йөрәге аша утте һәм ҡыҙ йөрәк сире менән тыуҙы. Ишетте аҙаҡ Сәриә Рәшитенең хәлен. Һөйгән йәре уны һәр ваҡыттағыса алдап тормош тулҡынына ташлағанын.
Һәм бөгөн килеп йә хоҙай ни ишетә? Сәриә урынынан ырғып торҙо ла ни әйтергә белмәй ҡыҙының холҡона аптырап, албырғап торған Фәнисә апайға йәбеште Әсәй, әсәй был дөрөҫме??? Ышанмайым, ышанмайым... Фәнисә апай бер аҙ аңына килгәс, ҡыҙын ҡосаҡлап урынына ултыртты ла ипләп кенә һүҙ башланы. Тыныслан ҡыҙым, тыныслан, бәлки үлмәгәндер ҙә. Минең ишетеүемсә үлем хәлендә больницаға алып киткәндәр ти. Әлеге мәлдә иҫенә килм әй тип әйттеләр,машинаһы менән осҡан тиҙәр бит. Сәриә әлеге мәлдә больницала тигән һүҙҙе ишеткәндән һуң бер ни ишетмәй йән тәслимгә кейенделә ҡыҙын ҡосаҡлап сығып йугерҙе. Ул хаттаФәнисә Сәриә ҡыҙым туҡта әле ашыҡма тигән һуҙендә ишетмәне. Сәриә тик больница тупһаһындағына аңына килде. Инергәме юҡмы? Туғандарыла бындалыр әле ни әйтерҙәр? Сәриәне ғәепләмәҫтәрме? Шулайҙа булһа инергә кәрәк хәлен белер кәрәк. Сәриә ауыр һуланыла больницатупһаһын ашаҡлап утте. Ҡатын яңылышмаған ине Рәшиттең ата әсәһелә апайыла бындаине. Улар Сәриәне йылы ҡаршы алдылар. Килдеңме ҡыҙым? мин һине килмәҫ тип уйлаған инем ти тәүҙә ҡәйнәһе ҡосаҡлап алды. Ҡатындың куҙ йәштәрен куреп ҡайғырма килен бәлә ағас башынан тугел кеше башынан йөрөй ти. Уҙеңде ғәепле итеп курмә килен үҙ ғәебен һинең баланың куҙ йәшен курә тип ҡайныһыла ҡосаҡлап алды Сәриәне йыуатып ҡына. Көндәр утте Рәшит аңынакилмәне,ләкин улмәгән йәндә өмөт бар тигәндәй өмөт бар ине. Рәшиттең апайы менән Сәриә көн төн сыҡмай ҡарауылланылар. Ул көн килде Рәшит куҙен асты.Ләкин хәле үтә ауыр ине. Кемдер әйтте кеше булмаҫ тиеп кемдер ышанды кеше буларына,Сәриәлә быға ышанды. Врачтар тырышлығы менән Рәшит аяғынабаҫты. Ләкин Сәриәгә ҡаратағына һөйөуе шул килеш ҡалды. Тик балаһына ғынаүҙ һөйөүе ҙур ине аның. Хатта Сәриәнең рәнйеүле ҡарап әйткәне лә булды, Рәшит мин ни ерем кәм һуң унан? Бәлки оноторһоң уны? Ул бит һиңә ошо хәлдән һуң үҙең беләң башҡа ҡарамаясаҡ. Мин ялҡтым бер өйҙә ике курше кеүек йәшәүҙән. Ләкин Рәшит был һүҙҙәргә ҡарата бер ни әйтмәй моңһоу ғына итеп йылмайыр булды. Ул бит үҙе лә белә ине тәуге мөхәббәтенә һау саҡтағы егет кәрәкмәгәнде хәҙерге егетте эшкә лә һанамаҫын. Ләкин йөрәккә бойороп булмай ине.






