Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
5 Июль 2023, 10:48

Күктәргә осто йәнем

Нимә булды минең менән? Ҡапыл ғына бөтә тәнем еңеләйеп киткәндәй тойолдо. Шундай рәхәтлек, еңеллек һәм тыныслыҡ тойғоһы кисергән кеүекмен.  Ҡайҙа һуң мин? Хатта үҙемдең ҡайҙа икәнемде лә аңламайым. Ниңәлер үҙемде ҡауырһын һымаҡ ,бәүелә-бәүелә, иҫкән ел ыңғайына өйөрөлөп- өйөрөлөп осоп барған һымаҡ һиҙәм. Эйе,эйе мин осам! Ысынлап та осам! Яйлап-яйлап күтәрелә барам. Ҡара әле, ағастарҙан бейек күтәрелдем түгелме? Ҡояш шундай яҡты, күҙҙәрем юнләп тә ҡүрмәй, әллә ҡояш нурҙарына сағыламы? Бәй, урамыбыҙ ус төбөндәй генә күренә түгелме? Ә ниндәйҙер шәүлә  алма ағасы эргәһендә,утҡа баҫҡан бесәй кеүек ,унда- бында югергеләй. Туҡта-туҡта, ул  балаҫҡа төрөлгән ниндәйҙер әйберҙе һөйрәй түгелме?  Ниндәй таныш шәүлә!  - Туҡта, ҡайҙа һөйрәйһең ул әйберҙе?? Ҡайҙа алып бараһың? 

Күктәргә осто йәнемКүктәргә осто йәнем
Күктәргә осто йәнем

Күктәргә осто йәнем. Әминә ЯХИНА. Повесть. Башы.

Әллә минең тауышты ишеттеме, әллә арынымы, теге шәүлә һыу тултырылған мискә эргәһенә еткәс, шып туҡтаны, тирә-яғына ҡарап алды. Тиҙ генә эйелеп, бар көсө менән тып-тын, хәрәкәтһеҙ ятҡан әйберҙе күтәреп алды ла, мискә эсенә ташларҙай булып уҡталды. Мин түҙмәй  “Ах”, тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ә был шәүлә, әллә ят тауыштан, әллә ҡурҡышынан һиҫкәнеп, ҡулындағы әйберен саҡ төшөрмәй, уның менән бергә ергә ҡапланды. Оҙаҡ ятты ул, хатта һулҡылдап илаған тауышы ла ишетелгәндәй булды. Бер аҙ хәл йыйғас , тирә-яғына күҙ югертте лә, ҡапыл тороп, теге әйберҙе кире һөйрәп алма ағасы төбөнә килтереп һалды. Ә үҙе ниҙер эҙләгәндәй, өй янындағы ҡойма яғына югерҙе. Бына ул кире боролдо, ә ҡулында минең Әлнисә ҡыҙымдың ҡыҙыл таҫмаһы. Ҡып-ҡыҙыл  был таҫманы мин уға март байрамына бүләк иткән инем. Ҡыҙымдың  сәстәрен үрәм дә ошо таҫманы ҡушып,  аҙаҡтан толомон өҫкә күтәреп , матур итеп бант эшләй торған инем. Ҡыҙым атлаған һайын, башындағы банты күбәләктәй елпелдәй ине. Ә йәй көндәре уның урамдан ҡайтҡанын ошо бантҡа ҡарап, тәҙрә аша  әллә ҡайҙарҙан таный инем. Ой, бәләкәсем, һағындым һине. Теге ваҡыт ҡаланан ике тыуған һеңлем килгән ине, уй-вайға ҡуймай, ҡыҙымды ҡунаҡҡа алып ҡайтып китте. Бер аҙнаға. Улай алыҫ ергә беренсе тапҡыр китеүе.

Ҡапыл ҡапҡа ябылыу тауышына тертләп киттем. Уйҙарға бирелеп китеп, теге шәүләне күҙҙән ысҡындырҙым түгелме? Тирә-яҡты тиҙ генә байҡаным. Бер кем күренмәй, бер ниндәй ҙә тауыш ишетелмәй. Әллә ел тымды инде, мин аҫҡа төшә барғанымды һиҙҙем. Талғын ғына осоп, бер япраҡҡа ҡундым. Шул саҡ күҙем ҡаршымдағы ҡып-ҡыҙыл ҡан төҫөндәге әйбергә төштө. Был  бит ҡыҙымдың таҫмаһы!   Ниңә ул ағаста аҫылынып тора? Ә теге әйбер ниңәлер ағасҡа һөйәлгән.Туҡта- туҡта, ул  бит таҫма менән ағасҡа бәйләп ҡуйылған! Ҡапыл күңелемде ниндәйҙер шомлоҡ баҫып алғандай булды. Тирә яғыма ҡарана- ҡарана бар көсөмә алға ынтылдым.Эй, кешеләр, ишетәһегеҙме мине? Күҙем ҡаршылағы өйгә төштө, кемдер беҙҙең урамды тәҙрәнән күҙәткәндәй тойолдо. Был бит Мәхмүт ҡарт!Беҙҙең урам таулы ергә урынлашҡанға, уларҙың тәҙрәһенән беҙҙең урам күренеп тора. Күптән инде пенсияла, ҡарсығы үлгәндән һуң яңғыҙы көн кисерә. Тимәк, ул  барыһын да күргән! Ә иң мөһиме баяғы шәүләне аңғарғандыр. Туҡта әле, барайым әле уның янына!

Ҡапҡа яғына ынтылған ғына инем, улым Айгиз килеп инде. Был ни эш, әллә мине күрмәне, әллә бик асыҡҡанмы, туп-тура аласыҡҡа инеп китте, унда күп тә торманы, өйгә инеп китте. Бер аҙҙан югереп сыҡ ты ла,”Әсәй”- тип ҡысҡырып ебәрҙе. “Улым, мин бында!”,- тип, ҡаршыһына уҡталдым. Был ни хәл, ул мине күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Хәҙер инде ул баҡса яғына югерҙе. Туҡта, улым, барма унда, тип ҡысҡыраһым килә, тик инде үҙ тауышымды ишетмәйем. Бына ул баяғы ағасҡа бәйләнгән әйберҙе күрҙе, шып туҡтаны.  Ҡот осҡос тауыш яңғыраны!

- Әсәй, әсәй, әсәй!

- Нимә булды улым? -тип әйтеп тә өлгөрмәнем, баяғы әйберҙе ҡосаҡлап улым иларға тотондо. Уттай осоп килдем янына , уны нисек тә йыуатырға тип эйелгән генә инем , ҡапыл  шып туҡтаным. Әйбер тигәнем, мин үҙем түгелме һуң? Ах, тинем дә улым янына йығылдым. Ә ул ҡалтыранған ҡулдары менән, минең баштарымдан һыйпай-һыйпай, үкһеп илай ҙа илай. Был бит мин, минең үле кәүҙәм, хатта күҙҙәрем дә асыҡ, бер нөктәгә текәлгән дә туҡтап ҡалған. Мин бит үлгәнмен, үлгәнмен…  Балаҡайғынам, балаҡайҙарым минең үлгем килмәй ине! Минһеҙ һеҙҙе ниндәй яҙмыш көтә? Йә, хоҙайым, ярҙам итсе миңә, ошо балаларым хаҡына. Улар бит әле балиғ та булмағандар. Улыма ун дүрт, ә ҡыҙыма ун ғына йәш!Улым сеңләп илай, уға ҡушылып мин илайым.

   Бер аҙҙан улым торҙо,оҙаҡ ҡына минең үле кәүҙәмә текләп ҡараны ла, ҡапыл ҡапҡа алдындағы мотоциклына  ултырып, ен фарман урам буйлап китте. Ә мин уның артынан эйәрәм, эйәрәм генә түгел, ә осам.  Бына ул бар көсөнә тауға табан бара, маңлайынан шыбыр тир аға, күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәше ҡойола, ә хәҙер инде тау түбәненә оса ғына. Ҡайнымдарҙың ҡапҡа төбөнә туҡтар-туҡтамаҫ мотоциклын  атып бәрҙе лә, уттай атылып урамдарына инер- инмәҫ:

-  Әбә, олатай!,- тип ҡысҡырып  ебәрҙе лә, лып итеп ергә ултырып, тағы илай башланы.

-  Кеше ҡурҡытып, ниңә шул хәтлем ҡысҡыраһың ?-тип, ҡәйнәм һөйләнә-һөйләнә килеп сыҡты ла, ағарынып, ҡобараһы осоп, ҡалтыранып илаған Айгизде күреп, шып туҡтаны..

-  Әсәйем, әсәйем…-тип бышылданы улым.

-  Нимә булды?,- тип һораны ҡобараһы осоп ҡәйнәм, бар кәүҙәһе сайҡалып китте, сеңкелдән илап ебәрҙе…Ул арала ҡайным да күренде. Улым һаман илау ҡатыш тик бер һүҙ генә ҡабатлай ине;

 -  Әсәйем, әсәйем..

Ҡобараһы осҡан ҡәйнәмде , бер туҡтауһыҙ илаған ейәнен күреп, эштең ниҙә икәнен аңлағандай ҡайным:

-   Ах, инәңде! ,- тине лә ике ҡулдары менән башын ҡапланы. Ә мин шым ғына, нимә эшләрҙәр икән тигәндәй, уларҙы күҙәтәм. Беренсе булып иҫенә ҡайным  килде.

-   Атайың  өйҙәме?- тип Айгизгә текәлде.

-   Юҡ ,- тигән яуапты ишеткәс:

-   Бына  нимә, тиҙ генә йыйынығыҙ ҙа , киттек унда, - тине лә урам яғына атланы.  Улым да, ҡәйнәм дә, ошо һүҙҙәрҙән айнып киткәндәй булдылар. Ул арала ҡәйнәм югереп өйгә инеп, күлдәген  алмаштырып сыҡты. Ҡайнымдың гөрһөлдәп машинаһы тоҡанған тауыш ишетелде. Барыһы ла тиҙ генә машинаға ултырып, ҡуҙғалып  киттеләр. Миңә лә улар артынан эйәрмәйенсә сара ҡалманы.

   Машина беҙҙең йорт янында туҡтаны. Ҡайным менән ҡәйнәм  улым артынан эйәрҙе. Минең үле кәүҙәм эргәһендә туҡтап ҡалдылар.Ҡәйнәм тағы сеңкелдәп илап ебәрҙе, сайҡалған кәүҙәһен улым ҡосаҡлап алды. Ҡайнымды әйтәм, ир кеше ир кеше инде,бер ауыҙ һүҙ өндәшмәй, эйелеп минең күҙҙәремде йомдорҙо ла, балаҫ менән кәүҙәмде ҡапланы. 

   --Милиция саҡырырға  кәрәк, - тине лә өйгә юнәлде. Уның артынан улым менән ҡәйнәм дә шым ғына эйәрҙеләр.Ҡайным туп-тура телефонға тотондо. Ҡәйнәм менән улым диванға ултырҙылар..

-   Кейәү, эштәр хөрт, тиҙ генә Айраттарға кил еп ет, - тине ҡайным. Теге яҡтан ниндәйҙер тауыш ишетелде.

-   Телефон аша һөйләшер хәбәр түгел, -тип яуапланы ла ҡайным, ултырғысҡа ултырҙы. Ниндәйҙер шомло тынлыҡ урынлашты. Ауыр тынлыҡ.Бер аҙҙан ҡәйнәм:

-   Милиция саҡырмайбыҙмы ?,-тип, тынлыҡты боҙҙо. Ҡапыл ҡайным ярһып китте:

-   Милиция, милиция кәрәк булған һеҙгә? Күпме әйттем ул хайуанға, тыңлап та бирмәне. Хәҙер ал инде әжәрен,- тип һөйләнә-һөйләнә тышҡа атланы. Уның яндырай холҡон белгән ҡәйнәм  өндәшмәне, ҡулдары менән ейәненең баштарын һыйпаны.

  - Сабыр булайыҡ, балаҡайым,- тип бышылданы. Ун алты йылдан ашыу уларҙа килен булып, мин дә уларҙың холоҡтарына өйрәнеп бөткән инем инде. Ултырғыс башына  барып ҡундым да шым ғына ултырам. Беләм, атаһына оҡшап, минең ирем дә яндырай, ҡыҙған сағында яңылыш ҡына бер һүҙ әйт, хәҙер һалып осорасаҡ, һорап та тормаясаҡ. Бәлки шуғалыр, балаларым да, ирем енләнгән ваҡытта, тауыштарын да сығармайҙар ине. Ә был турала мин хатта әсәйемә лә өндәшмәй инем.Бәлки әйтергә кәрәк булғандыр?

   Тынлыҡты машина тауышы боҙҙо. Кемдер килде тип, ҡәйнәм урынынан ҡуҙғалды. Улым урынан ҡуҙғалманы, бер нөктәгә текәлеп, ҡатҡандай ултыра бирҙе. Балаҡайым минең! Ә ҡыҙым был хәбәрҙе ишетһә, нимә генә кисерер? Йәнем урынынан сығып бара, нисек улар минһеҙ йәшәрҙәр? Ә мин, ә мин нисек йәшәрмен уларһыҙ? Хоҙайым, ниңә яуап бирмәйһең? Тышта ҡысҡырышҡан тауышты ишетеп, атылып тышҡа сыҡтым. Ҡайным менән Рафил еҙнәмдең тауышы әллә ҡайҙарға яңғырап ишетелә, бик ныҡ бәхәсләшәләр. Уларға ҡәйнәм дә ҡушылып ала

- Кеше үҙенә улай ҡул һалмай . Был Рафил еҙнәм тауышы.

- Үлтергәндәр тип, әйтергә уйлайһыңмы? Быны ҡайным әйтә.

- Ҡуй,әле, кейәү, ни һөйләйһең?,- тип ҡәйнәм һүҙ ҡуша.

- Ҡайҙа үҙе? Бәлки ҡасҡандыр? Ниңә өндәшмәйһегеҙ?, - тип екерҙе Рафил еҙнәм.

- Ниңә улай ҡысҡыраһың? Кеше ишетер,- тине ҡәйнәм.

- Кейәү, тыныслан, үлгән, үлгән инде, кире терелтеп булмай, уйлашайыҡ, балалар бар бит. Ҡайным башын тотто.

- Уныһы ла бар, -тип өҫтәне Рафил еҙнәм, тәмәкеһен ҡабыҙа-ҡабыҙа.

- Эй, хоҙайым, башыбыҙға ниндәй ҡайғы төштө, күрәһеләрем бар икән,- тип ҡәйнәм сеңләп ебәрҙе.

- Ҡарсыҡ, сеңләмә әле асыуҙы килтереп, былай ҙа баш ҡатҡан!Бар, берәй нәмә килтер! - тип екерҙе ҡайным.

Ҡайным менән еҙнәм әҙерәк тынысланып, тупһаға ултырҙылар.Ҡәйнәм аласыҡҡа юнәлде.           

-            Бына нимә, ҡайнаға, ваҡыт уҙа, милицияға хәбәр бирмәйенсә булмай. Шулай уҡ туғандарына ла хәбәр итергә кәрәк,  - тип, тынлыҡты еҙнәм боҙҙо.

- Кейәү, һин хужа кеше, етмәһә улың да бик ҙур түрә, - тине ҡайным.

- Уның менән нимә әйтмәксе булаһың? - еҙнәм уға һөҙөп ҡараны.

- Балаларҙы уйлағандан ғына, - тип яуапланы ҡайным.-  Эх, әйттем мин һеҙгә, әйттем! Бына нимә менән бөттө уның аҙағы!

Ул арала шешә, рюмкәләр тотоп,  ҡәйнәм дә килеп етте.Ирҙәр  шым ғына бер-бер артлы ҡойолған рюмкәләрҙе бушатты. Унан һуң , Рафил  еҙнәм тороп тирә –яғына ҡаранды ла хужаларса тауыш менән, ҡаты ғына:

- Иң беренсе Сәриә килендәргә әйт,Рөстәм менән киленгә лә әйтегеҙ. Уның сәс- башын рәтләһендәр, милиция һәм туғандары килгәнсе. Ниңә ысҡындырҙығыҙ тип һораһалар, барыһын да улына япһарығыҙ. Бала ҡайҙан ғына белһен  аңын-тоңон тип. Аңлашылдымы? Ә - -Мин үҙебеҙҙекеләргә хәбәр итәйем, - тине лә ҡапҡа яғына атланы. Бер аҙ шаңҡыған ҡайным, ҡапыл иҫенә килгәндәй:

- Нимә ҡарап тораһың, шылтырат Сәриә киленгә, - тип ҡысҡырҙы.

Ауа –түнә ҡәйнәм өйгә инеп китте. Ҡайным күршелә генә йәшәгән улы Рөстәмдәргә юлланды. Күрше генә йәшәһәк тә күптән инде беҙ улар менән ҡатнашмайбыҙ. Быға инде әлеге лә баяғы иптәшемдең ауыр холоҡло булыуы сәбәпсе,  берәйһенә үпкәләнеме, урыҫ әйтмешләй крест ҡуя. Уға әйтеп тә , өгөтләп тә булмай, тик үҙенекен тылҡыясаҡ. Шул холҡо арҡаһында, ҡайнымдар менән дә ара боҙолған ине. Нисә йыл татыу йәшәп, балаларыбыҙҙы үлеп яратҡан ҡәйнәм менән ҡайным бына бер  йылдан ашыу ейән-ейәнсәрен һөйөү түгел, хатта улар менән күрешергә лә тейеш түгел! Эт арҡырыһы инде! Ә сәбәбе-  бер иҫке машина арҡаһында. Ул арала ҡәйнәм менән улым өйҙән сыҡтылар ҙа аласыҡ яғына юнәлделәр.

- Бәй, киленде әйтәм, күпме һалма ҡырҡҡан! Бесәнгә тиептер инде. Балаҡайым, ултыр, бер аҙ ҡапҡылап ал,- тине ҡәйнәм, өҫтәлгә әйберҙәр ҡуя-ҡуя

- Әбә, минең ашағым килмәй, - тип, шыңшыны улы.

- Балаҡайым, улай ярамай, ашарға кәрәк.

- Әбә, минең бында йәшәгем килмәй. Мин бында ҡурҡам.

- Ярай, ярай, балаҡайым, беҙҙә йәшәрһең, ә унан һуң сентябргә һиңә уҡырға бараһы бар, - тип өҫтәне ҡәйнәм.

Улым бер сынаяҡ сәйен эсеп тә өлгөрмәне, яндырайланып килендәшем Гөлсара килеп инде

- Кисә кис урамдарында тауыш сыҡты, иртәнсәк көтөү ҡыуғанда Әсимәнең яулығы күҙенә тиклем бәйләнгәнен, йәшерергә тырышһа ла күҙенең күгәреүен күрше Хөснә бая ғына һөйләп торҙо, - тип ярһыны ул.

- Килен, тый инде телеңде, зинһар,бала алдында, - тип, ҡәйнәм уны туҡтатырға тырышты.

-Ҡуй, килен, бала алдында ғауғаланма, уға былай ҙа ауыр, кемдер килде шикелле, әйҙә тышҡа сығайыҡ, - тип ҡәйнәм, тышҡа ыңғайланы.Мин дә улар артынан эйәрҙем.

Автор:
Читайте нас