Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
9 Июнь 2023, 15:35

Буш сәңгелдәк. ХИКӘЙӘ

 Көндөң дә рәте юҡ, тормошоноң да. Ләлә һәр нәмә үҙ урынында булған бүлмәләрен бер нисә мәртәбә йөрөп ҡарап сыҡты. Юҡ, әхирәте хаҡлы түгел. «Ҡыуан балаң булмағанға, ә һин илай ҙа йөрөйһөң! Сабый саҡтарында ауырып ҡаҡшаталар, унан «балалар баҡсаһына бармайым» тип аптыраталар. Аҙаҡ уларҙы дәрес әҙерләтер өсөн торғаны бер полицейскийға әйләнәһең».    

Буш сәңгелдәк.  ХИКӘЙӘ
Буш сәңгелдәк. ХИКӘЙӘ

Буш сәңгелдәк. ХИКӘЙӘ. Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхирәте Ләләне ысынлап та бәхетле һанай. Хатта: «Һиңә анауҙарҙан ял итәйем тип килдем», – тип диванға ауып киткән саҡтары була. Кисә лә инеп, үҫмер улдарының кеҫәһендә тәмәке ҡабы табыуын, был хаҡта иренә әйтеп, үҙе үк әрләнеүен ҡат-ҡат һөйләне: «Мин ғәйепле булып сыҡтым барыһына ла, мин! Йәнәһе лә дөрөҫ тәрбиәләмәйем. Артыҡ иркәләтеп боҙғанмын. Уға ни рәхәт, «аҡса эшләйем» тип Себергә сыға ла олаға. Ә мин нимә эшләргә тейеш? Малайҙар бит! Уларға атай ҡулы кәрәк! Яңынан тыуһам, яңғыҙ йәшәр инем». Ләлә әхирәтенең һуңғы һүҙҙәрен ишеткәс, уны әрләп ташланы. «Нимә яңғыҙлыҡ көҫәп ултыраһың?! Асыуландырма күкте, ғаиләңә бәлә саҡырып!» – тине.
Әхирәтен көскә тынысландырып сығарып ебәрҙе. Төнө буйы йоҡлай алмай, «ҡайҙа хаталандым һуң мин?» тигән һорауға яуап эҙләне.
Ата-әсәһенең һуңлап ҡына тапҡан балаһы ине бит. Бер ағаһы тыуып, сабый сағында вафат булған. Әсәһе оҙаҡ балаға уҙа алмаған, ирле-ҡатынлы сабый һөйөү бәхетенән төңөлгәс, донъяға ауаз һалған ул. Мәктәпте тамамлағас, ҡалалағы һөнәрселек училищеһына инде. Һәр саҡ көләкәс, сибәр ҡыҙҙың артынан егеттәр йүгерҙе. Ә ул Маратын осратты. Гитарала уйнаған, ҡупшы ҡала егете ауыл ҡыҙҙары өсөн әллә кемдәй күренде. Ләлә лә ғашиҡ булды. Төрлө кисә, дискотекаларға уның өсөн генә йөрөнө. Марат ҡына уны күрмәне, әле бер, әле икенсе ҡыҙҙың башын әйләндерҙе. Шулай ҙа танышты улар. Матур ҡыҙыҡайҙың үҙенә тоғро эт кеүек ҡарағанын Марат та оҡшатҡандыр инде. Улар егеттең ата-әсәһе өйҙә булмағанда йәшенеп кенә осраша башланы. Марат өйләнәм тип вәғәҙәләр биргәс, башы әйләнгән Ләлә бөтөнләйгә уныҡы булды... Бер нисә ай осрашҡандан һуң ауырға уҙғанын аңланы. Был хаҡта ҡыуанып егетенә хәбәр итте. Ҡыҙҙың бәхетле йөҙөн күргән Марат бер һүҙ ҙә өндәшә алманы.
Егеттең йортонда дауыл ҡупты! Ата-әсәһе уның ябай ауыл ҡыҙына өйләнеүенә ҡәтғи ҡаршы булды. Ләләнең йөклө икәнлеген белгәстәр, эштәр тағы ла хөртәйә төштө. Атай кеше Маратты тиҙерәк әрмегә ебәреүҙе юллап, хәрби комиссариат тупһаһын тапай башланы һәм һөҙөмтәгә иреште. Әсәһе: «Ярай, Марат китер ҙә, ә был ҡыҙ балаһы менән өйҙө баҫһа...» – тип иланы. Көн дә ҡабатланған әр-битәрҙән арыған егет Ләлә менән һалҡын ғына хушлашып, ил һаҡларға китте. Ҡыҙға егеттең әсәһе көн дә тигәндәй: «Марат ҡай тҡас, туй үткәрербеҙ. Тәүҙә үҙегеҙ өсөн йәшәп алырһығыҙ. Йәшһегеҙ – балаларығыҙ булыр әле», – тип тыумаған сабыйҙан ҡотолорға өгөтләне.
Уның сираттағы килеүендә Ләлә риза булды. Инде биш айға етеп барған ауырын төшөрөүҙе Мараттың әсәһе һөйләшеп бөткән булып сыҡты. Әле бына ҡырҡ йәште үткәс, шул тәүге сабыйының илағанын ишеткәндәй була. Ләлә урамда һөйләшә-көлөшә үткән егеттәргә ҡарап: «Эх, минең улым да уларҙың йәшендә булыр ине!..» – тигән йөрәген һыҙып үткән уйҙан ҡапыл үҙе тертләп китә.
Училищены тамамлағас, яратмаһа ла, артынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөгән егеткә кейәүгә сыҡты. Иртә уңмаған, кис уңмаҫ, тигәндәй, ҡәйнәһе Ләләне тәүҙән яратманы. Йәш ҡатындың ауырыған ата-әсәһенә йыш барыуын да өнәмәне. Килененең был ҡылығын улына: «Берәй кеме барҙыр. Ниңә көн һайын тигәндәй унда сапһын», – тип аңлатты. Тәүҙә әсәһенең һүҙенә иғтибар итмәгән ир һуңынан ҡыҙа башланы. Талаш ҡупты. Шундай бер янъялдан һуң йәне көйгән Ләлә иренә әйтмәй-нитмәй, район үҙәгенә барып, аборт эшләтте. «Бала һораған була бит әле! Һин атай түгел, ир булырға ла эшкинмәйһең! Әсәңде ҡыуандырып, балалап ултырмаҫмын инде!» – тип үсәне ул.
Атаһы менән әсәһе вафат булғас, Ләлә иренә генә түгел, ҡәйнәһенә лә яҡынайырға тырышты ла бит. Был донъяла хәҙер уларҙан башҡа бер кеме лә юҡ икәнлеген аңланы. Шул саҡта Ләлә бәпәй табыу тураһында ныҡлап уйлана башланы. Ире үҙенең сабый сағында ятҡан сәңгелдәген күрһәткәйне, тиҙерәк унда аҡ биләүгә уралған бәпесен бәүетеү тураһында хыялланды.
Ә бер көн ҡәйнәһе ярһып ҡайтып инде. Ләлә келәтте таҙартып йөрөй, ире ауырыраҡ әйберҙәрҙе шылдыра ине. Әсәһенең йөҙөнән ниҙер булғанын аңлаған улы уға һораулы ҡарашын төбәне. Йөрәге урынынан шылған Ләлә ниңәлер ситкә тай­пылып, сәңгелдәккә төртөлдө. Уныһы был өсәүҙең алдына килеп төштө. «Нимә килештереп сәңгелдәк тотоп, беҙҙе алйот итеп йөрөйһөң?! Булмаясаҡ бит балаң, эшкинмәгән! Беҙ көн һайын түҙемһеҙләнеп сабый көткәндә, һин уны барып үлтергәнһең! Ә бит табип әсә була алмауың тураһында иҫкәрткән – тыңларға теләмәгәнһең. Хәҙер алдап йөрөйһөң!» – ҡәйнәһе киленен ярһып әрләне лә әрләне.
«Сабыйымды алдырғанды ҡайҙан белде икән? Етмәһә, табип нимә әйткәнен?» Унан ауылдағы йәш фельдшерҙан йүнәлтмә алғанын, район дауаханаһына икәүләп барғандарын, оло йәштәге гинекологтың: «Кейәүҙәһең, ниңә сабыйыңды табырға теләмәйһең? Һуңынан үкенмә, аборттан һуң күп ҡатындар түлһеҙ ҡала бит», – тип был аҙымдан баш тартырға өгөтләүен хәтеренә төшөрҙө. Тимәк, бер кемгә лә һөйләмәҫкә вәғәҙә бирһә лә, фельдшер берәүһенә еткергән. Ә ауылда һүҙ күҙ асып йомған арала тарала.
Ошо уҡ көндө ҡәйнәһе килененең әйберҙәрен унан-бынан тултырып, урамға сығарып ташланы. Ире уның янына килмәне лә, һөйләшмәне лә. Ләләгә ата-әсәһенең буш йортона ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы. Сәбәбе ауылдаштарына ла билдәле булды. Әсе теллеләре урамға сыҡҡан һайын төрттөрөүҙән тартынманы, башҡалары күрмәмешкә һалышты. Яңғыҙлыҡтан, кешеләрҙең һынаулы ҡарашынан арыған Ләлә ҡалаға сығып китте. Төҙөлөшкә эшкә төшөп, ятаҡҡа урынлашты. Бар көсөн, тырышлығын, ваҡытын хеҙмәткә һалды ул. Башҡалар ял һорағанда ла, байрамда ла Ләлә баш баҫып эшләне. Фатир алды, уны хыялдарында ғына йөрөткән йыһаз менән тултырҙы. Тик тәүге мөхәббәте Мараттың да, уны айырып, теге фельдшерға өйләнгән иренең дә күптән атай булыуы тынғы бирмәне йөрәгенә. Ләләнең яҙмышы менән ниндәйҙер кимәлдә шаярып, хәҙер бәхетле булған ирҙәрҙе күрә алманы ул. Ҡатын кейәүгә сығыу ышанысын юғалтһа ла, бала табыу өмөтөн өҙә алманы. Ғаиләле ирҙәр менән осрашты, уларҙың балалары булғас, был бәхетте уға ла бүләк итерҙәр, тип ышанды. Ваҡыт ашығып алға тәгәрәне, ә уға сабыйын һөйөү бәхете насип булманы. Балалар йортонан алырғамы икән, тип тә уйланы. Тик ниңәлер был аҙымын үҙе үк үлтергән сабыйҙарына хыянат кеүек ҡабул итте.
Бына ул көҙгөләй ялтыраған бүлмәләре буйлап йөрөй. Исмаһам, берәй йыһазда кескәй бармаҡтарҙың эҙе ҡалһасы! Ләлә бәхетле йәшәгән әхирәттәренән дә баш тартып бөттө. Уларҙың ирҙәренән бигерәк, балалары менән маҡтаныуын күтәрә алманы. Янында иренә һәм игеҙәк улдарына мәңге зарланған әхирәте генә ҡалды. Уның ғаиләһенән арыуы Ләләнең күңеленә тыныслыҡ, хатта ниндәйҙер кинәнес бирҙе. Эсендәге шайтаны: «Ана бит, балалары булһа ни, күрәһеңме, нисек ыҙалап йәшәй. Ә һин теләгән ваҡытыңда йәнең һөйгәнеңде эшләй алаһың», – тип тантана итте. Әхирәтенең өйөнә ҡайтҡас, тәүҙә шуҡ малайҙарын ҡосаҡлап, унан иренең ҡуйынына сумып: «Бахыр Ләлә, өйө музей кеүек. Ҡото ла юҡ, йәме лә – ҡәбер тынлығы хөкөм һөрә. Нисә тапҡыр үҙемә ант иткәнем бар, башҡаса бармайым тип. Йәлләйем шул. Минән башҡа бер кеме лә юҡ бит. Шул фатирындағы тынлығын еңер өсөн бер туҡтауһыҙ тәтелдәйем дә бәхетебеҙгә күҙе тейеп ҡуймаһын тип, һеҙҙе әрләгән булам. Эй, бахырҡай, был донъяла ниндәй шатлыҡ күрәлер инде?» – тигәнен ишетһә...
Яҙмышы ни өсөн сағыу, аҡ төҫтәргә наҡыҫ булды? Унда ғынамы ғәйеп? Ни өсөн Мараттың әсәһе сабыйҙы үлтерергә мәжбүр итте? Ә ҡәйнәһе? Ул килененә ҡарата миһырбанлы булһа, аңларға тырышһа, аборт эшләтмәҫ ине бит. Бөтмәҫ уйҙар сылбырынан, үҙен ғәйепле тойоуҙан арыған Ләлә аҡылдан яҙыр сиккә етте.
Телефон шылтыраны. Бергә эшләгән ҡатындың тауышы: «Ялда икәнлегеңде беләм, борсоғаным өсөн ғәфү ит! Ейәнем ауырып китте, дауаханаға алып барырға кәрәк. Минең урынға эшкә сыға алмаҫһыңмы, зинһар?» Ләлә ҡоро ғына ризалығын бирҙе лә эштә кәрәклегенә һөйөнөп бөтә алманы. «Ғаиләңде ҡарарға ҡулыңлан килмәгәс, эшкә төшмәйҙәр уны!» – тип үсәп тә алды.
Икенсе көндө таң һыҙылыу менән Ләлә йоҡоһонан тороп, йырлай-йырлай эшенә әҙерләнә башланы. Был ваҡытта ул үҙенең бер нисә айҙан бәләкәс кенә ҡыҙға әсә буласағын белмәй ине әле. Быны фәрештәләр һөйөнөслө сер итеп ҡалдырҙы...

Автор:
Читайте нас: