Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
8 Июнь 2023, 15:15

Ҡунаҡ бәләһе

"Әйҙә балам, йәһәтерәк атлайыҡ, ҡараңғы төшмәҫ борон, әсәйеңдәр юғалтып бөткәндәрҙер юғиһә" - тип һөйләнә-һөйләнә ҡыҙҙың ҡулын ысҡындырмай атлай икән. Бахыр бала, йоҡоһонан уянып та бөтмәгән көйө ,әбей ыңғайна атлай биргән. Ярты юлды үтеп, ауылға аҙ ғына ҡалғас, ҡаршыларына ат арбаһында беҙҙең ауылдан таныш ағай осраған да. "Аһ-аһ Саҙиҡа инәй, шул знакумдың ҡыҙын нишләп етәкләп алғанһың ул?" - тип ғәжәпләнеп һорағас ҡына, иңкәйеп, баяғы балаға ҡараһа...

Ҡунаҡ бәләһе
Ҡунаҡ бәләһе

Ҡунаҡ бәләһе (Көлгәнгә-көлкө)
Лукьян ауылы халҡы менән элек-электән күршеләр булып йәшәгәс, һәр кем туғанлашып, дуҫлашып та бөткән инде. Беҙҙең ауылға килһәләр-ҡунаҡ итеп, улар телендә һөйләшеп, белер-белмәҫ көйгә йырҙарын йырлап, беҙҙекеләр уларға барһа шул уҡ хәл ҡабатланыр ине. Ҡартәсәйемдең дә күрше ауылда бик яратҡан белеше булды. Сыуаш әбейе, бәләкәй генә, нигеҙе ергә батып, кескенә тәҙрәле, ауыл осондағы беренсе өйҙә йәшәй торғайны. Ә инде баҡсаһы ғәләмәт уңа торғайны, күҙҙе ҡыҙҙырып бешкән, помидорҙары ҡып-ҡыҙыл эре, ә ҡыярҙары һаман иҫемдә уҡлау оҙонлоғо булып һуҙылып ятты. Ҡартәсәйем, үҙе оло булғанғамы, дүрт, биш йәшлек баланы, йәнәһе, ҙур иптәш итеп шунда, өс саҡрым араны йәйәүләтеп, етәкләп алып барып ҡайта. Үҙе менән "башҡорт күстәнәсе" тип, төйөнсөгөн дә беләгенә аҫып барырға онотманы. Ә теге белеш инәбеҙ, беҙ килһәк, барлы-юҡлы тешһеҙ ауыҙын ҙур асып йырып, ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Һәр ваҡыт өҫтөндә аҡ алъяпҡыс, оҙон ҡара итәкле күлдәк, башында ла шулай уҡ яулыҡ булыр ине. Былар инде аҙна һайын күрешеп торһалар ҙа, йылдар буйы һағынышҡан туғандар кеүек, супырҙығы килеп һүҙҙәре бөтмәй, алъяпҡыслы инәм өҫтәлгә сәй ҡуйғандан һуң, өй эсенең яртыһын алып ултырған оло ғына мейес башына менеп төшөр булды. "Әйҙә былар һөйләшкәнсе", тип, мин урам аша торған, үҙем кеүек тиҫтер балалар Клавалар менән көн оҙоно сыр-сыу килеп уйнай инем. Беҙ ни, балалар, йүгерешеп арығандан һуң (бәләкәй аҙымдар менән өс саҡрым юл үт),  тамаҡ туйһа, әҙерәк серем итеп алыу яғын ҡарайбыҙ. Мин дә шул күршеләрҙең бала-сағалары ыңғайына, эңер төшмәҫ үк, йоҡлап ҡалғанмын. Ҡартәсәйем, белеш әбейе менән ҡунаҡ булып (әҙерәк ҡыҙмаса ла булғандыр инде), күршеләргә инеп, миңә оҡшап торған һары сәсле сыуаш ҡыҙын етәкләп ҡайтырға сыҡҡан. "Әйҙә балам, йәһәтерәк атлайыҡ, ҡараңғы төшмәҫ борон, әсәйеңдәр юғалтып бөткәндәрҙер юғиһә" - тип һөйләнә-һөйләнә ҡыҙҙың ҡулын ысҡындырмай атлай икән. Бахыр бала, йоҡоһонан уянып та бөтмәгән көйө ,әбей ыңғайна атлай биргән. Ярты юлды үтеп, ауылға аҙ ғына ҡалғас, ҡаршыларына ат арбаһында беҙҙең ауылдан таныш ағай осраған да. "Аһ-аһ Саҙиҡа инәй, шул знакумдың ҡыҙын нишләп етәкләп алғанһың ул?" - тип ғәжәпләнеп һорағас ҡына, иңкәйеп, баяғы балаға ҡараһа, алдында һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле сыуаш ҡыҙы икәнен күргәс: "Әстәғәфирулла, юҡ мин үҙемдең ҡыҙымды етәкләгән инем, улайһа анау "Үлекләр" кисеүен сыҡҡанда баламды ен алыштырған!"-тип. Ҡартәсәйем ҡыҙҙы өйрөлтөп төкөрөнә-төкөрөнә өшкөрөү доғаһын уҡый башлаған. Шул ыңғай аптырап ҡалған бала ла ҡысҡырып илап ебәрмәһенме! Теге ағай менән сыуаш ҡыҙын ултыртып, кире киткәндәр былар. Барһалар, буй урындыҡтың бер яҡ мөйөшөндә генә мин йомарланып йоҡлап ятам икән. Бына һиңә мә, ҡунаҡ булам тип, кеше балаһын етәкләп ҡайт инде.

( Автор: Зифа Ишмырҙина )

 

Автор:
Читайте нас: