Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
8 Июнь 2023, 15:54

Үгәй тиһәләр ҙә... Хикәйә

Ул миңә башын да күтәреп ҡарамайынса: ”Ошо ауыл бисәләре ваҡыттары килеп төртөлгәс киләләр ҙә… Ана, менеп ят, үргә, махсус креслоға… Врач ни, хәҙер килер… Шыл… Йәһәт кенә йыуып сығайым да...” Мин ул урынға нисек үрмәләгәнмендер, һис кенә лә хәтерләмәйем. Сараһыҙлыҡтан кемделер ярҙамға саҡырам, тик тауышым сыҡмай. Креслоға менеп тә яттым, тыуымға килеп терәлгән балаҡайым, уҡ һымаҡ атылып сығып, ҡаршылағы тимер батареяға барып бәрелде… Эргәмдә әҙәм заты юҡ. Килеп тыуған хәлдән бына–бына йөрәгем шартлар ҙа туҡтар һымаҡ… Ғазаплы тетрәнеүҙән күҙ алдарым ҡараңғыланды. Артабан аңымды юғалтҡанмын…

Үгәй тиһәләр ҙә... Хикәйә
Үгәй тиһәләр ҙә... Хикәйә
Үгәй тиһәләр ҙә...
Хикәйә
Аллаға шөкөр … Балалар тыуҙырыу йортона алып килеп еткерҙе ирем… Врач та уңай тура килде: ашығып, йәһәт кенә тәпәш тапчанға һалып ҡараны ҡарауын, тик бер нәмә лә өндәшмәйенсә, ҡайҙалыр сығып китте. Бер нисә минут үттеме - юҡмы, хәлем кинәт ауырлашты. Шөбһәләнә башланым… Ҡурҡтым. Бар теләгем— балаҡайым имен-аман ғына яҡты донъяға килһен. Эргәмә берәү киләһәсе. Йә Аллам… Ярҙам ит инде… Әле генә һин дә мин инем дә баһа. Бер ни уйларлыҡ хәлдә түгелмен: ҡысҡырмайым да, берәүҙе лә саҡырмайым да. Әлеге врач бына - бына шар асыҡ торған ишектән килеп инер ҙә, хәлемде күреп йыуатыр, бер ни булмағандай, нисек кәрәк шулай сабыйымды тыуҙырырға ярҙамлашыр … Бик оҙаҡ ваҡыт үткән кеүек тойолдо. Түҙер хәлем ҡалмағас, иҙән йыуып йөрөүсе йыйыштырыусыға: “Ниңә килмәйҙәр һуң?”- тип ялыныслы күҙҙәремде төбәнем. Ул миңә башын да күтәреп ҡарамайынса: ”Ошо ауыл бисәләре ваҡыттары килеп төртөлгәс киләләр ҙә… Ана, менеп ят, үргә, махсус креслоға… Врач ни, хәҙер килер… Шыл… Йәһәт кенә йыуып сығайым да...” Мин ул урынға нисек үрмәләгәнмендер, һис кенә лә хәтерләмәйем. Сараһыҙлыҡтан кемделер ярҙамға саҡырам, тик тауышым сыҡмай. Креслоға менеп тә яттым, тыуымға килеп терәлгән балаҡайым, уҡ һымаҡ атылып сығып, ҡаршылағы тимер батареяға барып бәрелде… Эргәмдә әҙәм заты юҡ. Килеп тыуған хәлдән бына–бына йөрәгем шартлар ҙа туҡтар һымаҡ… Ғазаплы тетрәнеүҙән күҙ алдарым ҡараңғыланды. Артабан аңымды юғалтҡанмын…
Ошо ваҡиғаға ярты быуатҡа яҡын ғүмер уҙып китһә лә, йөрәгемә уйылып ҡалған кисерештәрем өнөмдә лә, төшөмдә лә һис тынғылыҡ бирмәне. Өҫтөмдән хакимлек итеп уҙған хәүеф - хәтәрҙең утын йотоп, күпме уфтаныулы йоҡоһоҙ төндәр уҙғарғаным тик үҙемә генә билдәле. Ҡан – йәш түктергән, бәхетемдән мәхрүм иттергән яҙмышымдың онотолмаҫ ошо өлөшөн көл – күмер, туҙанға әүерелдерергә төрлө юлдар эҙләп ҡарағаным булды , ләкин быға юл да, дауа ла таба алманым. Мейемдең һәр күҙәнәге ана шул аяныслы хәленән һис тә ҡотолғаны юҡ. …Үкенес тә, ҡыҙғаныс та… Етмәһә, ураған һайын бер үк төштө күрәм гелән. Әле лә малай тапҡан сағым менән һаташып, тирләп – бешеп уянып киттем... Миңә етмеш туғыҙ йәш. Ниңәлер, тормош тәжрибәм арта барған һайын, үҙемә үҙем яңынан - яңы һорауҙар бирәм. Ул ни өсөн минең менән булған ? Ниндәй хаталарым өсөн ? Яҙмыш һынауымы?... Кеше ышанмаҫтайҙы дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тейҙәрме әле? Кемгә һөйләһәм дә, ышанмаҫтар төҫлө. Хатта дыуамал, яндырай бабайыма ла бөгөнгө көнгә тиклем, был турала ләм – мим…
Ғәжәп: ғүмерҙә булмаған хәл , көндөҙ күпмелер ваҡытҡа серем иткән мәлдә күргән төшөм — икенсерәк. Әле тәү башлап һөйләгән хәлдәремдән дә күпкә алдараҡ, әллә ҡасанғы онотола башлаған – ҡыҙ булып өлгөрөр - өлгөрмәҫ мәлемде күҙ алдыма баҫтырҙы… …Үҙемде уҡытҡан физкультура уҡытыусыһына үлеп ғашик булған сағым… Уның менән ике тиҫтә йыл йәшәгәндән һуң, балаң юҡ, тип, бер йәш уҡытыусыға өйләнеп, сығып киткәйне ул. … Быныһын төш тимәҫһең — әкиәткә оҡшаш: малай тапҡанмын да, һинең әле лә балаң юҡ, ә минең улым бар, бына күр, тип тәүге иремә өндәшәм, имеш…
Шул саҡ эргәмдә йоҡлап ятҡан бабайым, Әптрәшем уянып, әллә нисек яҡын, үҙ итеп, йомшарып:
— Әбей , бөгөн минең тыуған көн. Бер –бер артлы, йә күмәкләшеп балалар килер, торайыҡ…
— Беләм, өҫтәлгә ултыртыр нәмәләрем әҙер.
--Эй-й-й, Өлгөрһөң дә инде…
Бабайымдың яғымлы, эс – бауырыма үтеп инер һүҙе бөтөнләйгә иретте мине. Уның өндәшкән тауышы тәъҫиренә йәнем иҙерәп, ирәйеп, тынысланып, тормошомдың Әптерәшле осорона илткән эреле -ваҡлы хәтирәләренә бирелдем— онотолдом… Уйҙарға сумдым…
…Ул былай булды: тәүге ирем ташлап киткәс, мине бик тә зирәк, аҡыллы, әсе телле, тик тормаҫ еңгәм генә ҡайғыртты. Бер көн ул, шар – шор килеп инде лә, ихлас һәм тулҡынландырғыс итеп: “Нисек ҡыш сыҡмаҡ булаһың? Утын — бесәнең юҡ, ҡоймаң ҡоларға тора… Ауылдан китергә йыйынмайһың… Ана, дыуамал —яндырай Әптерәш… Эшкә әрһеҙ… Ир ир булыр әле, уйла…”- тине. Ә мин, тәкәбберлегемде күрһәтеп, тупаҫ тауыш менән:”Ике ҡулым, ике аяғым бар, эшләрмен”,- тинем. Үҙем һығылған кер кеүек ебеп төштөм: ауылда эш юҡ, ике тиҫтә йыл дауамында йыйған донъямды нисек ташлап китәйем инде. Нигеҙемә береккәнмен, ишелгәнмен. Яҡлаусымдың һүҙҙәрен тыңлап, ғәжәпләнеүемә ҡарамаҫтан, башымды ғорур тотоп ултырып ҡалдым. Эйе, ете балалы, тол ҡалған, яндырай, дыуамал Әптерәш тракторы менән тырылдап, үрге остан бирге осҡа утын, бесән ташығанын күргәнем бар, ә йөҙ – киәфәтенә, ғөмүмән, үҙенә иғтибар ҙа иткәнем юҡ. …Бынау еңгәм көндә инә лә ерле юҡты тылҡый. Ни һөйләгәнен ҡолағы ишетәме икән? Ғүмерҙә лә була торған хәл түгел дә. Уныңса булыры бармы инде…
Ҡырыҫ килде шул йылдың көҙө. Көнө - төнө ямғыр ҡоя. Бер туҡтауһыҙ тәҙрә - ҡапҡаларҙы һелкетә ыжғыр, әсе ел - дауыл . ” Утын - бесәне лә ике ҡосаҡ, йәшәүгә уй – өмөт, ниәте лә юҡ икән Шәйҙәнең”,- тигән күрше –күләндең ярты – йорто һүҙҙәрен дә йыш ишеткеләп ҡалам. Көн артынан көн үтте. Хәлем әүәлгесә: үҙемде эшкә ашмаған, һөймәҫ һөйәк, алданған, бәхетһеҙ бәндә итеп тоям. Йәшәүемдең бер мәғәнәһе юҡлығы – көн һымаҡ асыҡ. Үҙем ярар ҙа, ә ошоға тиклем туйындырған да, һөйөндөргән дә малым?… Төрлө уйҙарҙан һуң, күңелем тамам ағыулана башланы. Шул минутта еңгәм килеп инмәһә, бәлки, мәңге арынып булмаҫлыҡ хәсрәткә юлыҡтырыр инем туғандарымды…
-Йә, уйланыңмы? – тип һөрән һалды, ҡобараһы осҡан, ҡиәфәте ярһыған еңгәм. Мин: “Юҡ…Үлмәгәнмен, йәшәп ятам дә баһа… “- тинем саҡ – саҡ.
-Тура әйткән туғанына ярамаған. Йәштән баш – баштаҡланып, бер кемде лә тыңламай сыҡтың шул физкультурниғыңа. Уның менән һөйөшөп туйғанһыңдыр, егерме йыл буйына, - тип һөйләнде үҙ алдына еңгәм. Ул нисек кенә зитыма тиерлек хәбәр һөйләмәһен, мин уға: ” Булмаҫтайҙы, ҡайҙан таптың, шул яндырай, дыуамал Әптрәште, мыҫҡыл итәһеңме әллә”,- тип ысынталап асыуланам, хатта ки ғәрләнәм. Ләкин артабан ваҡиғаларҙың ҡайһы яҡҡа йүнәлеш алыуы, тәгәрәре билгеһеҙ ине әле…
Күп тә үтмәй, тәү күреүгә йәмһеҙ, таржыҡ танаулы, йыуантаҡ, урта буйлы Әптрәш килеп инде лә, бәйҙән ысҡынғандай, дыуамал ҡылығы менән яндрайланып: “Шәйҙә, ас һыйырың сүплектә эҙләнеп йөрөй ине, үҙемә алып ҡайтып, бесәнлегемә ҡуштым, барып һау”, - тине. Үҙен һәләк һауалы, текә тотоп, ҡаптыр – ҡоптор, шарт – шорт баҫып сығып та китте. Әлеге зәһәр телле еңгәм шарҡылдап көлөп ебәрҙе лә: ” Һай, иреңде… Бына был егеттәрсә”,-тип тел шартлатты.
Ул көндә йоҡлай алманым. Күҙемде йомоуым була, дыуамал Әптрәш пәйҙә була ла, йөрәгем ҡыҫыла, йәнем өшөй. Уртаҡ ҡайғы ла, уртаҡ ҡыуаныс та кешеләрҙе бер – береһенә яҡынайта икән. Әҙ генә күрше еңгәм инмәй торһа, йортом шыҡһыҙ, шомло булып күренә башлай. Сөнки унан башҡа баш һалыр кешем юҡ. Яңғыҙлыҡ, йәтимлек әсеһе лә тамам йонсотто…
Теләйемме - теләмәйемме, оҡшаймы – оҡшамаймы һыйырымды алып ҡайтырға Әптрәштәр яғына юл тоттом. Өйҙәренең эргәһенә килеп еткәс, ҡапыл бер нисә минут туҡтап, икеләнеп торҙом әле, ихаталары алдында… Бик яҡында ғына балалар тауышы салынды ҡолағыма. Ҡапҡаға яҡынайғас та, береһенән береһе бәләкәй өс бала йүгерешеп килеп сыҡты ҡаршыма. Улар тәтелдәшеп, кескәй бармаҡтарын бөгә – бөгә үҙҙәренә нисә йәш тулыуы тураһында аңлата башланылар. Ошо балаларға ҡарата ҡанмаҫ тартылыу көсө уянған һымаҡ булды минең ҡатҡан күңелдә. Ә үҙем, биҙрәмде беләгемә элдем дә, ялан кәртәгә инеп киттем. Ҡулдарым һыйыр һауа, ә уйҙарым балаларҙа. Әсәләре иҫән булһасы! Һөйөп туя алмаҫ ине лә бит йән киҫәкәйҙәрен… Аталары - яндрай Әптрәш тураһында уйламайым да, әйтерһең дә, ул был донъяла бөтөнләй юҡ. Күнәк тултырып һөт һауып сығыуыма , өс –дүрт йәш тирәһендәге ҡыҙ бала ботомдан:” Әсәй”- тип ҡосаҡлап алды, артабан ҡалғандары һырылды… Улар бер тауыштан: “ Шәйҙә әсәй ,беҙҙә ҡал”, - тип йәбештеләр. Был һүҙҙәрҙән һуң, бөтөнләй ыуалдым, тирелдем, иренем. Ысыҡ тамсыһылай күҙ йәштәрем әсәй наҙына, әсәй ҡулы йылыһына зар – интизар булған кескәйҙәрҙең өҫтөнә тамды ла тамды… Бына шулай ҡосаҡлашып, илашып, йәндәребеҙҙең йылылыҡ етешмәгән бушлыҡтарын тулыландырҙыҡ. Булмышым ҡапыл йыуаныс менән тулды. Балаларға тартылыу һәм ылығыу, ошолай башланғандыр ҙа… Әммә ғүмерҙә лә үҙемде ете балаға үгәй әсәй булырмын тип башыма ла килтермәй инем, ә ни хәл итәһең - шулай булдым да. Тик тормоштоң “китек” яҡтары ла булманы түгел… Һөйләһәң һүҙ етмәҫ, уйлаһаң - уйылырһың… Һәр саҡ ғауғалы мәлдәрҙһең сәбәпсеһе Әптрәш ине… Эсеп алһа, ҡойоп ҡуйған алйыған диуана. Аҡылынан алда ҡулын болғай, болғай: “Ә һин, Шәйҙә, тыуҙырған малайыңды ла әҙәм итә алманың теге ваҡытта”,- фәлән дә – төгән, фәсмәтән, тип йәнемә тейҙе. Балалар һәр саҡ минең яҡлы булғас, күтәрмәҫлек хәл – ваҡиғаларҙы үткәреп ебәрҙек бергәләп. Ҙур ғаиләлә мәшәҡәт бөтәме ни ул, ҡайҙа тотонһаң – шунда эш. Әптрәш тегеләй ҙә, Әптрәш былай тип, һөйләнеп ултырырға ваҡыт та булманы. Бына шулай ғүмер үҙған да киткән…
…”Шәйҙә, Шәйҙә… әсәһе, тим, мунсаны тоҡандырҙым, иртәнге сәй әҙер, тор инде, балалар ҙа тиҙҙән килеп етерҙәр”, - тип ғөрөлдәне тыйнаҡ, ипле тауышлы ҡартым, уйҙарымды туҡтатып. Мин: “ И-и-и, баллы — татлы телле яндрай, дыуамал Әптрәшем, һин булмаһаң ни эшләр инем был донъяларҙа”,- тип арыҡ арҡаһынан тупылдатып һөйөп алдым. “Ана, балалар ҡайттылар”,- тине үҙе лә, күҙҙәрендә һөйөнөс саткыларын уйнатып.
Тау – тау бүләктәр, күстәнәстәр өйөлдө өҫтәлгә. Уландарым - ҡыҙҙарым, ейән –әйәнсәрҙәрем –барыһы ла минең ҡосаҡҡа килеп йылышты: берәүһе - суҡлы шәл, икенсеһе - күлдәк, өсөнсөһө - балдаҡ… Ҡалғандарыныҡын һанай китһәм, бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ… Иң кесе ҡыҙым : “Әсәй”,- тип бөтөн урамға яр һалып ҡысҡырып артыңдан ҡалмай йөрөүе ғүмер буйы хәтерҙә. Гел эш менән осоп йөрөнөң, бер минут ултырып йә ятып торманың бит, рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ”, - тип башланы һүҙен. Уны иң оло улым эләктереп алды: “Атай яғы көслө тоҡомданбыҙ, холоҡ – фиғыл асылда шуларҙыҡы! Беҙҙең барыбыҙҙа ла нәҫелдән, ҡандан күскән дыуамаллыҡ, яндырайлыҡ һәм башҡа туҙға яҙмаған сифаттар бик күп. Бына мин шуны әйткем килә, туғандар, һирәктәр өлөшөнә төшөр сабырлығы, итәғәтлелеге менән беҙҙе ғәҙеллеккә, тәртипкә өйрәтте Шәйҙә әсәй. Ауылда ҡалған төпсөк улыбыҙ ағаһын йөпләп: “Үгәй тиһәләр ҙә, күптәргә ҡарағанда тәрбиәле үҫтек, тәмәке тартмайбыҙ , эсмәйбеҙ, һүгенмәйбеҙ, ғаиләлебеҙ, эшебеҙ бар”, - тине. “Өндәшмәй – нитмәй, һеҙгә иркәләнеп, иркенләп тороп тыңлап тик ултырамсы… Бөгөн минең байрамым түгел дә – атайығыҙҙың тыуған көнө!”тинем, ҡартыма ҡарап. Әптрәшем бергә йәшәлгән гүмерҙәрҙе йомғаҡлағандай: “Ошо ҡыуаныслы көндәрҙе күреүҙән дә артыҡ бүләк юҡ минең өсөн”, - тине тулҡынланып. Балалар кем уҙарҙан: ”Алтын йөрәкле Шәйҙә әсәй! Һин булмаһаң , атайыбыҙ һикһән йәшлек ҙур юбилейен күрер инеме икән? Юҡтыр, юҡтыр…” –тип ҡосаҡлап алдылар.
 
Автор:
Читайте нас: