Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
5 Июнь 2023, 10:16

Бәхетле булырға хаҡы бар ине...

Яңыраҡ ауылға ҡайтҡанында осраштыҡ беҙ өс әхирәт. Баҫылған, тыйнаҡланған Нурсиләбеҙ, үҙенә һоҡланыуы кәмей төшкән, күҙҙәре лә элеккесә балҡымай. Күберәк үткәндәрҙе һағынып һөйләүе, үкенгәнен тойоу бер ҙә генә күңелгә рәхәтлек бирмәне, киреһенсә, түңәрәк бәхетле тормошом өсөн мин (Гөлйемеш тураһында әйтә алмайым) уның алдында уңайһыҙлыҡ кисерҙем...    

Бәхетле булырға хаҡы бар ине...
Бәхетле булырға хаҡы бар ине...

Өс класташ ҡыҙ - Нурсилә, Гөлйемеш һәм мин бәләкәйҙән "тағылып" бергә йөрөнөк, йыуашыраҡ уҡытыусыларҙың дәресендә өсәүләп бер парта артына тығылып ултыра торғайныҡ, ҡайҙа барһаҡ та айырылманыҡ тигәндәй.

Гөлйемеш әхирәтебеҙҙе белә-белгәндән тыныс, аҡыллы, төплө ҡыҙ тип иҫләйем. Әле лә шулай сәбәләнмәй генә донъяһын көтә ул. Ә Нурсилә үҙ баһаһын белгән, һауалы, бәләкәйҙән эре ҡыҙ булды. Маҡтанырлығы ла бар үҙенең: зифа буй-һыны, ап-аҡ нәфис йөҙө, асығыраҡ төҫтәге күпереп торған сәсе, кейеме лә, ғөмүмән, үҙен тотошо ауыл ҡыҙҙарыныҡынан ныҡ айырылып тора ине шул. Өҫтәүенә бар яҡлап та һәләтле: яҡшы уҡый, бейей, матур итеп йырлай, шиғырҙарҙы уның кеүек ысын күңелдән һөйләй алған бүтән кешене тапмаҫһың. Ошо өҫтөнлөктәре тураһында белеп, ул беҙ өсәү араһында үҙен башлыҡ итеп тойғандыр, моғайын, һәр хәлдә, нимә булһа ла, ҡалған икәүебеҙ уның менән һәр саҡ ризалаша ла ҡуя инек. Өлкән кластарҙа уҡығанда ғына шәхсән үҙем фекеремде белдерә башланым, уның һәр әйткәненә "тайт" тиеүҙән туҡталдым. Бына шул замандан инде арала нимәлер сатнаны, мөнәсәбәтебеҙ яңыса төҫ алды. Ә бүтән ҡыҙҙар менән ул бөтөнләй иҫәпләшеп тормай ине, улар класта ғөмүмән юҡ кеүек ҡыланды.

Туғыҙынсыға күскәндә Нурсиләнең артынан беҙҙән бер класс юғары уҡыған ике егет - ике дуҫ йөрөй башланы. Улар ауылда иң күҙгә күренеп торған, бар яҡтан да килгән, тәртипле, уҡытыусыларҙың яратҡан уҡыусылары була торғайны. Нурсиләбеҙ икеһенә лә илтифатһыҙ ҡалды, уларҙы яҡын да ебәрмәне, ситкә лә типмәне, ә шул уҡ ваҡытта биргән бүләктәренән бер ҙә баш тартмай ине үҙе. Егеттәр, ҡайһыбыҙҙы һайлар, тип өмөтләнеп, һаман йә икәүләп, йә айырым-айырым әхирәтебеҙҙең артынан саба бирҙе. Инсаф менән Ришатты оҡшатмаған ҡыҙҙар ҡалмағандыр ул заманда, белдермәһәләр ҙә, йәшертен генә янып-көйөүселәр ҙә булғандыр.

Мәктәптән һуң юғары хыялдар менән янған Нурсилә баш ҡалаға сәнғәт институтына уҡырға йыйынды, мин - педагогия институтына, ә Гөлйемеш - бухгалтерҙар курсына. Армиянан ҡайтҡан ғашиҡ ике егет тә Нурсиләгә яҡыныраҡ булыр өсөн ошо ҡалаға килеп эшкә урынлашты. Тик бер ҡаршылыҡһыҙ сәнғәт институтына ингән ҡыҙ, мин-минлеге тағы көсәйеп, бер мәл ауыл егеттәренең үҙенә тиң түгеллеген һиҙҙерҙе ахыры, бәлки, егеттәр үҙҙәре лә ялынып ялҡҡандыр - был өсмөйөштөң бер ваҡыт тарҡалыуы тураһында ишеттек. Нимәләр кисергәндер Инсаф менән Ришат - уныһы билдәһеҙ, әммә бер ҙә ҡайғынан юғалып ҡалғанға оҡшаманылар, ситтән тороп береһе ауыл хужалығы институтын, икенсеһе мин белем алған уҡыу йортон тамамланы, ауылға эшкә ҡайттылар.

Яҙмыш тиген инде, Гөлйемеш - Ришатҡа, ә мин Инсафҡа кейәүгә сыҡтыҡ та һәүетемсә йәшәп алдыҡ та киттек (йәшерене юҡ: беҙгә лә оҡшай ине улар). Нурсилә лә уҡып бөттө, тик сәхнәләрҙә уңыштарға өлгәшерлек сығыштарын күрергә насип булманы беребеҙгә лә, тауышы асылмаған, балаларҙыҡы кеүек ҡалған, тинеләр. Йәл, әлбиттә, һәләтле, уҡытыусылар әйтмешләй, өмөтлө ҡыҙ ине бит, шуға юғары үрҙәр яуларына шикләнмәй ҙә инек. Ныҡ һайланып йөрөп, әле һаман кейәүгә лә сыҡмаған, байтаҡ ғүмер үтте, ә ул һаман яңғыҙы.

Яңыраҡ ауылға ҡайтҡанында осраштыҡ беҙ өс әхирәт. Баҫылған, тыйнаҡланған Нурсиләбеҙ, үҙенә һоҡланыуы кәмей төшкән, күҙҙәре лә элеккесә балҡымай. Күберәк үткәндәрҙе һағынып һөйләүе, үкенгәнен тойоу бер ҙә генә күңелгә рәхәтлек бирмәне, киреһенсә, түңәрәк бәхетле тормошом өсөн мин (Гөлйемеш тураһында әйтә алмайым) уның алдында уңайһыҙлыҡ кисерҙем... Һаман үҙен таба алмай ҡаңғырған элекке дуҫым бик ҡыҙғаныс булып китте, һөйләшеп ултыра торғас. Бәхетле булырға бөтә мөмкинлеге лә, хаҡы ла бар ине бит уның. Тик, ни эшләйһең, күп нәмәне ҡулдан ысҡындырған, ваҡыт кире ҡайтмаҫҡа үткән. Шулай тиһәм дә, кем белә, бәлки, уның әле бөтәһе лә алдалыр... Ошондай өмөт бер аҙ күңелде йыуата-йыуатыуын. Иң мөһиме - күңеле һүрелмәһен дә йәшәүҙән төңөлмәһен, ҡасан булһа ла бәхетен, үҙен тапһын ине бала саҡ дуҫыбыҙ.

Фото: stihi.ru

 

Автор:
Читайте нас: