Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Июнь 2023, 10:46

БӨТӘҺЕ ЛӘ ҮҘЕҢДӘН. Хикәйә

– Атайым хәл белергә килдеме? Һин балнисҡа ятҡаны бирле йүнләп өйгә ҡайтҡаны ла юҡ уның... «Тимәк, һөйәркәһе эргәһендә», – тигән уй йүгерҙе Нурбикәнең башынан. Ул ҡара янды. Ир бирмәк – йән бирмәк. Инде ни ҡылырға? Асыу-ярһыу менән: «Ирҙәргә беҙ һау саҡта ғына кәрәкбеҙ шул. Минең кеүек ауырыу ҡатын уға нимәгә», – тине лә, тамам кәйефһеҙләнеп, һөйләшмәҫ булды. Ҡыҙҙары, ниңә әйттек, тигән көнгә төшөп, күңелһеҙләнеп, ҡайтып киттеләр. Былай ҙа йөрәге ниҙер һиҙенеп, болоҡһоп торған ҡатын тамам күңел төшөнкөлөгөнә бирелде. Илап та алды. Йәшәү менән үлем араһында йәне. Бөгөн дә температураһы юғары. Врач быны ҡан составынан күрә. Ҡан ебәрергә кәрәк, ти. Яҡындарығыҙҙан бер-нисә кеше ҡан бирһен, ти. Ә ире килеп хәл дә белмәй. Бынан ары ул хыянатсы менән нисек йәшәр?

БӨТӘҺЕ ЛӘ ҮҘЕҢДӘН. Хикәйә
БӨТӘҺЕ ЛӘ ҮҘЕҢДӘН. Хикәйә

БӨТӘҺЕ ЛӘ ҮҘЕҢДӘН. Хикәйә. Лира Яҡшыбаева 

Ҡаҡшаны инде һәр төрлө сирҙәрҙән Нурбикә. Рәт ауырыуҙары булһынмы, киҙеү-фәлән йөрөһөнмө, уға иң беренсе ҡағыла. Йылдың-йылы гриптан яфа сигә. Утыҙҙан уҙғайны, операция артынан операция китте. Башта һуҡыр эсәккә яһатты. Унан һауығып, ике йыл да үтмәне, үт ҡыуығын алдыртты. Ни эшләһен, яҙмышын Хоҙай Тәғәләгә тапшырып, был юлы ла хирург бысағы аҫтына ятырға күнде Нурбикә.

Тамам йонсоған, хәл өҫтөндә ятҡан ҡатын операциянан һуң өс көн реанимация палатаһында булды. Килеүселәрҙе эргәһенә индермәнеләр. Нурбикәлә йәшәү теләге һәр ваҡыт көслө булды. Әле лә врачтар ярҙамы менән ауырыу-һыҙлауға бирешмәй, тырышып-тырмашып тороп, аяҡҡа баҫты. Хирургия палатаһына күсерелгәс, яҡындарына килергә рөхсәт бирҙеләр. Иң башта ҡыҙҙары килде. Лилиә менән Зилә әсәләренең һурылып һарғайған йөҙөн, ҡуранысланып киткән кәүҙәһен күреп, илап ебәрҙе. Етмәһә, аңды-төндө белмәгән кесе ҡыҙы Зилә туп-тура хәбәр һалды:

– Атайым хәл белергә килдеме? Һин балнисҡа ятҡаны бирле йүнләп өйгә ҡайтҡаны ла юҡ уның...

«Тимәк, һөйәркәһе эргәһендә», – тигән уй йүгерҙе Нурбикәнең башынан. Ул ҡара янды. Ир бирмәк – йән бирмәк. Инде ни ҡылырға? Асыу-ярһыу менән: «Ирҙәргә беҙ һау саҡта ғына кәрәкбеҙ шул. Минең кеүек ауырыу ҡатын уға нимәгә», – тине лә, тамам кәйефһеҙләнеп, һөйләшмәҫ булды. Ҡыҙҙары, ниңә әйттек, тигән көнгә төшөп, күңелһеҙләнеп, ҡайтып киттеләр.

Былай ҙа йөрәге ниҙер һиҙенеп, болоҡһоп торған ҡатын тамам күңел төшөнкөлөгөнә бирелде. Илап та алды. Йәшәү менән үлем араһында йәне. Бөгөн дә температураһы юғары. Врач быны ҡан составынан күрә. Ҡан ебәрергә кәрәк, ти. Яҡындарығыҙҙан бер-нисә кеше ҡан бирһен, ти. Ә ире килеп хәл дә белмәй. Бынан ары ул хыянатсы менән нисек йәшәр?

Ни ҡылырға белмәй, аҙарынып торғанда, ҡыҙҙары әйбер төрөп килтергән гәзит күҙенә ташланды. Алып ҡарай башланы. «Бөтәһе лә – үҙеңдән». Ҡыҙыҡ... Кем яҙа был мәҡәләне? Автор был һүҙҙәр менән ни әйтергә теләгән? Ул ҡулындағы гәзит киҫәген ҡыҙыҡһынып, иғтибар менән уҡып сыҡты.

«Һаулыҡ та, бәхет тә, уңыш та кешенең үҙенән тора», – тигән халыҡ табибы. Нурбикәгә был ҡыҙыҡ тойолдо. Ул мәҡәләне тағы бер ҡат ентекләп уҡып сыҡты. Тағы уйланды. Уҡыған һайын, уйланған һайын, халыҡ табибының хаҡлығына инанысы артты. Яраларының һыҙлауына, башы ярылып ауыртыуына, хәлһеҙлегенә тәҡәт итмәгән ҡатын: «Был юлы мин йә үләм, йә үҙемде ныҡ ҡына итеп ҡулға алып, яңыса йәшәп китәм», – тип уйланы. Һаулығының ҡаҡшауына, ысынлап та, ул үҙе лә ғәйепле. Ҡәҙерен белдеме, һаҡланымы ул һаулығын. Ҡасан үҙ-үҙенә иғтибар биреп, үҙен яратып йәшәгәне бар? Йә, ҡасан башҡалар кеүек санаторийҙарҙа ял итә? Ҡасан гәзиттәге теге имсе өйрәткәнсә, тәбиғәткә сығып, саф һауала иркенләп йөрөнө? Ҡасан үҙенә килешле матур кейем алып кейҙе? Үҙ ғүмерендә, исмаһам, бер парикмахерскийға барып, сәсен төҙәттерҙеме, матурлыҡ салонына инеп, битен-ҡашын рәтләттеме? Донъя йәмен белмәй-күрмәй, эштән баш ҡалҡытмай, һуҡырҙарса өрҙө-бәрҙе йәшәне бит ул. Кешенән кәм булмайым, донъя көтәм, тип үлемләште. Хәҙер, ана, өйөнөң эсе сынъяһау, байлығы әйләнеп сыҡҡыһыҙ. Тик уның кемгә хәжәте бар. Үҙенең һаулығы юҡ, ире икенсе бисә менән теттерә. Үлеп китһә, йыйған донъяһы шул хыянатсы иргә тороп ҡаласаҡ.

Ниндәйҙер эске тойғо уға артабан былай йәшәргә ярамағанлыҡты әшкәртте. Үҙгәрергә кәрәк... Тик нисек? Әйтеүе анһат, һорауҙарына яуап эҙләп, тағы гәзит битенә текләне. Эйе, ана, халыҡ табибы: «Теләһә, кеше үҙгәрә. Ауырыуҙы кеше, ғәҙәттә, үҙе-үҙенә яҡынайта. Уйы, фекере, күңел халәте менән тартып ала. Ауырлыҡтарға, сырхауҙарға бирешмәйенсә, тормошон икенсе йүнәлешкә бороп ебәрә алған кешеләр була», – тигән. Миҫалдар килтергән. Бәлә-ҡаза, ҡайғы ҡайһы берәүҙе бөгөп һала: кеше аҙым һайын зарын һөйләп, ҡаңғырыуҙан башы сыҡмай, төшөнкөлөккә бирелә, нервылар системаһын зарарлай. Ундайҙар үҙен-үҙе ағыулай, аҙаҡ йә эскесегә әйләнә, йә йәшәү йәмен тапмай, түбән тәгәрәй. Ә ихтыяр көсө булған кешене ҡайғы бары сыныҡтыра ғына. Көслө кеше, ғәҙәттә, ҡайғыны эш менән баҫа. Йыш ҡына үҙен ҡыҙыҡһындырған шөғөл таба. Рәссам, шағир, коллекционер, баҡсасы һәм һәр төрлө ижади эштәр менән шөғөлләнеүселәр йыш ҡына үҙ ваҡытында бер тетрәнеү кисергән була, әммә үҙҙәрен ҡулға алырға көс тапҡан улар. Ижадсылар нәҡ шундай көслө рухлы кешеләр араһынан сыға. Ә Нурбикә үҙен шулай итеп ныҡлап ҡулға алырға, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, яңыса йәшәй башларға үҙендә ихтыяр көсө табырмы?

 Дауаханала саҡта Нурбикәнең үҙ-үҙенә ҡуйған тәүге талабы шул булды: иренең хыянатын йөрәгенә яҡын алмаҫҡа. Ҡайғырып, һауығыу өсөн кәрәкле көстө юҡ-барға сарыф итмәҫкә. Ул бары үҙенең һаулығы, йәшәүе өсөн көрәшәсәк. Врачтарҙың, һаулығығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа, тип ҡабатлауы юҡҡа түгелдер әле. Әҙерәк күҙ-баш алыу менән ҡатын, халыҡ табибтарының өйрәтеүен, врачтар ҡушыуын, үҙенең эске һиҙемләүен бергә туплап, үҙенә һауыҡтырыу планы төҙөнө. Ҡыҙына әйтеп, һаулыҡҡа ҡағылышлы гәзит-журналдар, китаптар алдырҙы, уларҙы уҡып сыҡты. Үҙен рухи яҡтан тәрбиәләүгә лә иғтибар итте. Белә, алдында дилемма: «Йә операцияны күтәрә алмай үлеү, йә үҙен ныҡ итеп ҡулға алып, яңыса йәшәп китеү...» Ул йәшәүҙе һайланы. Тормош ниндәй матур! Ниңә ваҡытынан алда ҡара ер аҫтына инеп ятырға ашығырға? Ул үҙенә яңы аныҡ маҡсат ҡуйҙы: бирешмәҫкә! Фекере мейеһенә һеңһен, йөрәгенә үтеп инһен өсөн хатта эре хәрефтәр менән яҙып, ҡаршы стенаға элеп ҡуйҙы: «Бирешмәҫкә!!! Бөтәһе лә -үҙеңдән!!!»

 Уның ниәтен белгәс, дауалаусы табип та нәҡ теге гәзиттәгесә әйтеп ҡуйҙы: «Бөтәһе лә ауырыуҙарҙың үҙенән тора. Үҙе һауығырға тырышһа, иң өмөтһөҙ ауырыу ҙа йүнәлеп аяҡҡа баҫа». Һәм ауырыуға ихласланып төрлө яңы кәңәштәр бирҙе.

 Ауырыуҙың үтә лә йонсоу йөҙөн, кесерәйеп ҡалған кәүҙәһен күреп, дауаханаға хәл белергә килгән яҡын әхирәте Сәриәнең башынан шомло уйҙар үтте, күҙҙәренә йәш алды: «Әхирәтем әҙәм була алмаҫ, ахырыһы, хәле мөшкөл. Былай булғас, күпкә бармаҫ...»

 Сәриәнең күҙҙәрендә өмөтһөҙлөк йәштәре күреп, Нурбикәнең йөрәге ҡыҫылды. «Үлерменме икән ни? Ҡыҙҙарым әсәйһеҙ ҡалһа, ни эшләр?» – тигән ҡот осҡос уй мейеһен телде. Шул саҡ күҙҙәре ҡаршыһындағы яҙыуға төштө: «Бирешмәҫкә!!!... Бөтәһе лә үҙеңдән!!!» Алдына һауығырға тигән маҡсат ҡуйған Нурбикә тиҙ арала үҙен-үҙе ҡулға алды. Шул көндө үк ултырып теге гәзиттәге авторға, халыҡ табибына, хат яҙҙы, ярҙам һораны. Мин йәшәргә тейешмен! Бөтә ауырлыҡтарҙы, ауырыуҙарҙы еңеп, яңыса йәшәргә! Көттөрмәйенсә, халыҡ табибынан хат килде. Ул бик күп файҙалы кәңәштәр яҙып ебәргәйне. Кәрәкһә, осрашырға ла ҡаршы түгеллеген яҙған. Бына бит, бирешмәҫкә тырышыуы юҡҡа булманы, иншалла, Нурбикә дауахананан сығып, үҙ аяғы менән өйөнә ҡайтып инде. Был уның тәүге ҙур еңеүе булды.

 Үҙ донъяң – үҙендеке инде. Уның һауаһы ла шифалы. Үҙ-үҙенә юҡ-барға көйәләнмәҫкә фарман биргән ҡатын ире өйҙә булмауҙан трагедия яһаманы. Ҡайтҡас та балаларынан мунса яҡтырҙы. Тәне әҙерәк ипкә-һапҡа килгәс, иртәнсәк Лилиә ҡыҙына:

 – Магазиндарға сығып әйләнәйек әле. Ябыҡҡас, бар күлдәктәрем дә һәленеп төшкән, өҫ-башҡа яңы кейем-һалым алайым, – тине.

 Иртәгәһен улар әсәле-ҡыҙлы магазиндар буйлап сығып китте.

Унынсы класҡа күскән ҡыҙ бала әсә хәлен аңларҙай. Был юлы миңә тегене ал, быны ал, тип теңкәһенә теймәне. Нурбикә үҙенә бер-нисә күлдәк, эске кейем, өйҙә кейеп йөрөргә уңайлы тапочкалар һайлап алды. Биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен дә яңыртты. Ҡайткас, өр-яңынан кейенеп алды ла көҙгөгә ҡараны.

 – Аллаға шөкөр, төҫ ташламағанмын икән әле. Ябығыу килешкән дә һымаҡ. – Ул үҙ-үҙенән ҡәнәғәт йылмайҙы.

 Бер көндө уларға әхирәте Сәриә килде. Тамам хәлдән тайғандыр, иҫке-моҫҡо дебет шәлгә төрөнөп, диванда ыңғырашып яталыр, тип күҙ алдына килтергәйне ул Нурбикәне. Әхирәтенең йәшәреп киткән йөҙөн, матур итеп кейенгән өҫ-башын күреп, шаҡ ҡатты. Әйтерһең, дауаханала түгел, курортта булып ҡайткан. Кәйефе лә ап-арыу күренә. Башҡа саҡтағы кеүек, сурытып, сирен һөйләп тә торманы. Сәриә әхирәтенә һынап ҡарап торҙо ла бот сабып аптыраны..

 – Китсе әле, Нурбикә, һин бит торғаны Шахризада. Нурҙан яралған илаһиә, ысын әйтәм. Мирғәлиең ҡайтһа, иҫе китер әле.

 – Рәхмәт,әхирәт, һин лакмус ҡағыҙы кеүекһең, эсендәге – тышында. Мин, ысынлап та, матур булырға хыялланғайным. Тимәк, уйым бойомға ашҡан. Беләһеңме, Сәриә, берәй нәмәне ныҡ теләһәң, барыбер ҡабул була.

 Сәриә әхирәтенең ире өйҙә булмауына ла иҫе китмәй, туҙынмай, һин дә мин тып-тыныс ултырыуын күреп, тағы хайран ҡалды. Үҙе булһа, ҡайтыу менән балаларын эйәртеп барып, теге бисә өйөндә дыу ҡуптарыр, ирешеп, һуғышып, ирен барыбер алып ҡайтыр ине. Сәриә бында ниндәйҙер сер бар һымаҡ күреп, һаман ныҡышты.

 – Әхирәт, әллә һине балниста алыштырып ҡайтарҙылар инде?

Нурбикә хәҙергә уға барыһын да сисмәй торҙо. Тик ошоларҙы әйтте:

 – Кеше, теләһә, үҙгәрә ала. Бөтәһе лә үҙеңдән тора.

Үҙен-үҙе ҡарап, һаулығын ҡайғыртып йөрөгәс, ҡатындың хәл-әхүәле көндән-көн арыуланды. Диета, гимнастика, режим үҙенекен итә инде, Нурбикә күҙгә күренеп матурланды.

 Бер көндө шулай ғаилә төшкө ашҡа ултырғайны ғына, ире Мирғәле ҡайтып инде. Үҙен ғәйепле һанауҙандыр, башта ни эшләргә белмәй, тапанып, бер талай ишек төбөндә баҫып торҙо. Шунан сит кеше кеүек, тиҙ-тиҙ генә һаулыҡ һорашты ла төпкө бүлмәгә үтте. Ваннаға инеп, йыуынып сыҡты. Бөтәһе ашап таралғас ҡына табынға килде. Нурбикә һауыт-һаба йыуып тора ине. Эшен ҡуйып, ире алдына йылы аш килтереп ултыртты, башҡа ризыҡтарҙы эргәһенә теҙҙе. «Ашың шифалы булһын», – тип теләк теләне. Ҡатынының бер ни булмағандай йөрөүен, тыныс йөҙөн күреп, Мирғәле аптырап ҡалды. Ул асыу-ярһыу, күҙ йәштәре, туҙыныу көткәйне. Быларҙың береһе лә булманы. Үҙенә һиҙҙермәҫкә тырышып, бер ни тиклем ҡатынын күҙәтеп ултырғас, ниһайәт, ир кеше телгә килде.

 – Нурбикә, мин коммерция эштәре менән ситтә йөрөп ҡайттым. Сауҙа эшен яйға һалыу, беләһеңме, күпме ваҡыт талап итә. Ғәфү ит, эргәңә барып булманы.

 – Аңлайым, – тине ҡатын. – Һин – эш кешеһе. Сәбәптәр булғандыр. Тик шуны бел, мин үлеп терелдем. Операция ауыр булды. Доктор артабан санаторийҙа дауаланырға тәҡдим итә. Миңә путевка хәстәрләүеңде үтенәм.

 Нурбикә иренең мин-минлегенә теймәй, ыҙғыш-талаш сығармай, һәүетемсә генә һөйләшеүгә үҙен алдан уҡ әҙерләгәйне. Бер-береңде битәрләү, кәмһетеүҙән ни файҙа! Ир – ҡатындың, ҡатыны ирҙең шәхси милке түгел, ти бит, ана, халыҡ табибы. Эйе, һәр кем ирекле, кемде теләй, шуны һөйә. Быны хәҙер ул яҡшы төшөндө. Ауырыу ҡатын менән йәшәүе ир кеше өсөн дә еңел түгел икәнен аңланы. Мөхәббәтте ирешеп-талашып яулап булмай. Улар айырылышҡан көндә лә дуҫтар булып ҡалырға тейеш. Ҡыҙҙарына атай ярҙамы кәрәгәсәк. Тиҙҙән ситкә китеп уҡый башларҙар. Кейәүгә сығырҙар. Бөтә ауырлыҡты үҙ елкәһенә алмаҫ бит инде тере атайҙары була тороп. Шулай тип уйланы «Бөтәһе лә үҙеңдән тора» теорияһын ныҡлы үҙләштергән Нурбикә.

 Ә Мирғәле иһә ҡатынының һөйкөмлө йөҙөнә, яғымлы тауышына, ипле һөйләшеүенә өр-яңынан ғашиҡ булып ултырҙы. Ярата бит ул үҙенең Нурбикәһен, бик ярата. Башын шайтан аҙҙырғандыр, ахырыһы. Әле үҙе эйәләгән ҡуштан Рәхиләнең үҙ бисәһенән ҡайһы ере артыҡ? Ғаиләһен ташлап сығып китергә башына тай типмәгән әле уның. Әҙерәк йөрөп алды, етте.

 – Уйлашырбыҙ, Нурбикә. Был көйө һинең бер үҙеңде ебәреп булмаҫ, икәүләп барырбыҙ.

 – Бына рәхмәт. Ҡыҙҙар үҙҙәре донъя көтөрлөк. Һис булмаһа, күршеләргә әйтеп торорбоҙ.

 Улар бер-береһенә йылмайып ҡараны. Мирғәле ҡатынының үҙен аңлауы өсөн рәхмәтле, Нурбикә иһә, үҙе ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеүенә шат ине.

 Нурбикә, ысынлап та, үҙгәрҙе. Үҙ-үҙен камиллаштырыу уны ябай ҡатындан зәңгәр күк йөҙөндә ҡанаттарын киреп осҡан инә бөркөткә әүрелдерҙе. Үҙ-үҙенә ышаныу уны көслө рухлы итте. Камиллыҡҡа ынтылыуы таң ҡалдырғыс матурлыҡ бүләк итте. Ул хәҙер барлыҡ ғүмерен «Бөтәһе лә үҙеңдән» төшөнсәһен тәрәнерәк үҙләштереүгә бағышлаясаҡ. Бөтә нәмәнең дә тик үҙебеҙҙән тороуына тамам инанды, инде башҡаларҙы инандырасаҡ. Ике ҡыҙы ла, әсәләренән күреп, бер минутын әрәм итмәй, эшкә өйрәнә. Әҙәп, тәүфиҡ ҡағиҙәләрен үҙләштерә, үҙ-үҙҙәрен ҡарап тәрбиәләү,һаулыҡты һаҡлау, шифалы үләндәр серен өйрәнеү менән мәшғүлдәр. Матур итеп кейенеү әҙәбенә эйә, туҡланыу, аралашыу культураһын үҙләштергән ҡыҙҙары ҙур тормошҡа әҙерлекле аяҡ баҫасаҡ, иншалла.

 Таныштары, ауырыу кешеләр йыш ҡына хәҙер Нурбикәгә кәңәш һорап килә. Кәүҙәһе йәштәрҙеке кеүек һығылмалы, бите-йөҙө алһыуланып торған, барлыҡ булмышынан изгелек бөркөлгән, бөхтә кейенгән матур ҡатындың тыныс, яғымлы тауышын ишетеп, һәр кем унын һүҙҙәренең хаҡлығына инана. Байтаҡ тәжрибә тупларға өлгөргән Нурбикә кешеләр менән әңгәмәһен үҙен бәхетле иткән төшөнсәнән башларға ярата:

 – Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора, – ти ул теге гәзиттәге һарғайып бөткән мәҡәләне кешеләргә күрһәтеп. Ксерокстан үткәрелгән биттәрҙе өләшеп сыға. – Беҙ үҙебеҙгә маҡсат ҡуйырға, ниәтләгән эште тормошҡа ашырыр өсөн ныҡышмал булырға тейешбеҙ. Төрлө насар уйҙарҙы баштан сығарып ташлағыҙ, үҙегеҙгә лә, кешеләргә лә гел изге уйҙа булырға тырышығыҙ, шул саҡта ни теләһәгеҙ, шуның барыһына өлгәшә алырһығыҙ!

 Уртаҡлашҡандан аҡыл арта, ә ҡайғы кәмей. Белгәне менән уртаҡлашып, рухи байлығын арттырып, камиллыҡҡа ынтылып йәшәй Нурбикә. Уның өлгөһө, моғайын, күп ҡыҙ-ҡатындарҙы уйландырыр. Уйланып ҡына ҡалмаһағыҙ, ә мотлаҡ үҙегеҙҙе үҙгәртергә тырышһағыҙ ине, әхирәттәр.

https://vatandash.ru/articles/literatura/2022-11-08/b-t-e-l-e-d-n-hik-y-3020300 

Автор:
Читайте нас: