Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
1 Июнь 2023, 14:39

Тәүге гөлләмә. Хикәйә.

Беҙ ғаиләлә ике ҡыҙ һәм биш малай үҫтек. Мин һуңлап ҡына, атай-әсәй ҡартайып барғанда, яңылыш ҡына тыуған ҡыҙ баламын. Мин тыуғанда апай-ағайҙарым ҙурайышып үҙ аллы булып бөткәндәр ине инде. Кинйәбикә булһам да, иркәләп ҡотороп йөрөү эләкмәне. Өлкәнәйеп барған атай-әсәйгә ярҙам итеү минең елкәгә һалынды. Берҙән-бер иң өлкән апайым Хәлимә, үзбәккә кейәүгә сығып Үзбәкстанға сығып киткән ине. Бик һирәк ҡайтты.

Тәүге гөлләмә. Хикәйә.
Тәүге гөлләмә. Хикәйә.
Тәүге гөлләмә. Хикәйә. Миңзифа Ҡашҡарова.
Беҙ ғаиләлә ике ҡыҙ һәм биш малай үҫтек. Мин һуңлап ҡына , атай әсәй ҡартайып барғанда , яңылыш ҡына тыуған ҡыҙ баламын . Мин тыуғанда апай , ағайҙарым ҙурайышып үҙ аллы булып бөткәндәр ине инде . Кинйәбикә булһам да , иркәләп ҡотороп йөрөү эләкмәне . Өлкәнәйеп барған атай әсәйгә ярҙам итеү минең елкәгә һалынды.
Берҙән бер иң өлкән апайым Хәлимә , үзбәк.кә кейәүгә сығып Үзбәкстанға сығып киткән ине. Бик һирәк ҡайтты . Дүрт ағайым да ситкә сығып киттеләр. Икәүһенеке еңгәйҙәр мәрйә. Икәүһенеке татар. Улар хатта үҙҙәренең тыуған яҡтарында атай әсәһе , бәләкәс кенә һеңлеләре бар икәнен иҫләмәгәндәрҙер ҙә әле . Мин , йәғни Нәзирә исемле ҡыҙыҡай ,ағайҙарымды фотонан ғына ҡарап белә инем .
Иң өлкән ағайым Ибраһим ғына ауылда йәшәне . Ғүмерем буйына ошо ағайым миңә терәк булды .

Тормошҡа сыҡҡас та ағайым менән ҡатнашып йәшәнек . Улар мине бер ҡунаҡтан , бер байрамдан ҡалдырманы . Күстәнәстән өҙмәнеләр .

Анда бында тормош мәшәҡәттәренән арынып , еңгәмә барып өсәр сәғәтләп ултырып ҡайтырға яратам мин . Минең башым ишектән күренеү менән , еңгәм сәйнүгенә йәбешә һала . Сәй ҡайнағансы ,бешергән ризығын йылыта , өҫтәлгә сәй ултырта . Хәбәрен һөйләп йөрөй .
Эй, яратам да инде , ошо Ғилминур еңгәмде ! Көлөп кенә , көйләп кенә хәбәр һөйләүен иҙерәп тыңлап ултырам .
Бөгөн дә , барып еңгәмдә сәй эсеп , һөйләшеп ултырып ҡайтайым әле тип ниәтләнем . Иртәнсәк кенә бешергән еләк пирогын һалып алдым , бер ҡап ҙур сәйҙе ҡуштым . Күстәнәскә тип . Ғилминур еңгәм ярата мин бешергән пирогтарҙы . Маҡтай маҡтай ҡырҡып сәйгә ултыртасаҡ , ә сәйҙе кире сумкама тығып ҡайтара ул . Кәнфит мәнфит алып барһаң да шулайта .
- Барлы юҡлы аҡсаңды әрәм итеп күстәнәс әпкилгеләмә , балаларға апҡайт , тип сумкаға кире тыға ҡайтыр саҡта .
Бына шул еңгәмә килдем сәйҙәр эсеп , күгәрсендәй гөрөлдәгән тауышын тыңлап , ял итеп ҡайтайым тип .
Еңгәм ней , һәр ваҡыттағыса ҡоласын йәйеп ҡаршы алды.
- Нәзирәм инеп килә , үт , үт әйҙә , бикәс .
Өйҙөң түрендәге һый тулы өҫтәлде күргәс , ишек төбөндә тапанып тора бирҙем .
- Еңгәй , әллә ваҡытһыҙ килеп индемме ? Ҡунаҡ саҡырҙыңмы әллә ?
- Хатта ваҡытлы . Әйҙүк , түргә үт . Еңгәм мине этеп тигәндәй төпкә үткәрҙе .
Ул арала ишек шар асылып китте лә , тәүҙә бер ҡосаҡ роза сәскәләре күренде , шунан Ибраһим ағайымдың башы күренде . Былай ҙа ҙур ауыҙы ҡолағына тиклем йырылған . Аллтмышты ҡыуалаған ағайым сәбәбе булһа ла , булмаһа ла Ғилминур еңгәмә сәскәләр ҡосаҡлап ҡайта ул . Урманға барһа урмандан , ҡалаға барһа магазиндан . Әле Себерҙән вахтанан ҡайтып килеүе уның . Ҡайтҡан һайын тере баҙлап торған ҡып - ҡыҙыл розалар гөлләмәһе алып ҡайта . Әлбиттә , еңгәм менән ағамды шул тиклем яратам . Ләкин , барыбер ҙә күңел төбөн әллә ниндәй сысҡан кимереп ҡуя шул . Еңгәм дә килешкән , йыуан кәүҙәһен мыймылдатып атлап барып ағайымды ҡосаҡлап алған була ла , битенән суп иттереп үпәс иткән була . Мин ней инде ғүмерҙә лә сөсөләшеүҙе лә белмәнем бит инде.Үҙемм дә ҡорораҡмын , Фирғәтем дә туң йөрәк . Төндә генә , балалар йоҡлап бөткәс кенә , таш шикелле ҡаты ҡулы менән ҡосаҡлаған була шунда . Мин ней , ғүмер буйы оялған булам . Уй, кеше алдында үпәс итешеп тороу ҡайҙа ул ! Сәскәне ғүмеремдә лә , берәү ҙә бүләк итмәне .
Ағайым менән еңгәмә көнләшеп ҡарайым үҙем . Әллә нисек килешеп кенә , матур итеп йәшәйҙәр ул .Еңгәмдәрҙән ҡайтҡас , бар асыуымды иремә төшөрҙөм .
- Ҡартайып бөткән әбейгә бабайы розалар ғына ҡосаҡлап ҡайта .Һин эшкинмәгән , ғүмер буйы йәшәп , бер ыштан да бүләк иткәнең юҡ !
- Ыштанһыҙһыңмы әллә , шифанир тулы сепрәк . Сәскәгә аҡса әрәм иткәнсе , тракторыма запчасть алам мин, минең игәүгә өйрәнеп бөткән иремдең иҫе лә китмәне .Пыр туҙып һөйләнеп йөрөй торғас , мышҡылдауға күстем . Ғүмерем үтте бит заяға , кеше бисәләре һымаҡ ҡуҡырайып та йөрөп булманы .. . Мышҡылдау сеңләүгә шунан үкһеп илауға әүерелгәс кенә , Фирғәтем ятҡан урынынан тороп яныма килде , таштай ҡулдары менән арҡамдан туп туп бер икене һөйгән булды ла , ярар бисәкәй , ярар. Илле йәшеңә алтын алҡа әпирермен.Валлаһи , әпирәм .
- Эйе һиңә ! Әпирерһең әпирмәйҙә ! Ҡарун .Ул илле йәш ҡасан була ул әле , өс йыл көтөр кәрәк . Һиии . . . Ҡулымды һелтәйем дә , нисек тиҙ енләнгән булһам шулай тиҙ һүреләм дә ,өйҙәге ваҡ төйәк эшемә әүрәйем.Холҡом шулайыраҡ минең. Тиҙ ярһый , тиҙ һүрелә торған . Илле йәшкә лә оҙаҡ әле.Егерме биш йыл ғүмер итеп , ғүмерҙә лә бүләк бирә белмәгән иремә лә күнгәнмен инде .Ә шулай ҙа , уй йүгерек бит .Үҙем эш менән булам , үҙем уйға ҡалдым . Ағайымдың еңгәмә сәскә алып ҡайтыуы йөрәгемде ҡуҙғатты ла баһа ! Был доньяға ҡатын ҡыҙ булып тыуыуымдан ни фәтеүә ? Ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа , ир егет заты бер бөртөк сәскә биргәне юҡ . Бына әхирәттәрем ул яҡтан уңдылар тиһәң дә була . Күрше Фаягөлдө ире әпәүләп кенә тора . Батша бисәһеме ней инде . Алтын алҡаһы утыҙға тулғандыр инде . Китсе , уны ҡасан тағып бөтөрҙер . Сәскәне әйтеп тә тормайым . Әллә көн һайын апҡайта инде . Күрше йәшәгәс күреп торам бит инде .Бер ерҙән ҡайтһа , машинаһын пипелдәткән була оҙон итеп , тегенеһе сығып торған була тупһаһында , ауыҙы ҡолағына етеп . Үҙенең ике күҙе беҙҙең яҡта . Эй , бахыр Нәзирүш , күр мине , тигән һымаҡ ҡайҡайып торған була. Иренең ингәнен тыныс ҡына өйөндә көтөп ултырһа ла булыр ине инде . Күрһәм дә күрмәмешкә һалышам . Артыҡ иҫем китмәгән һымаҡ булһа ла , эс көтөрләп ҡуя шул , ҡалайтаһың инде , һәр кемдең дә бер насар яғы була бит . Мин дә шул әхирәттәрем тормошона күҙем ҡыҙып бер булам инде .Был ир булған кешемә лә аптырап ҡуям мин .Әллә моңһоҙ , әллә белдекһеҙ , әллә һаран . Ғүмер буйы йәшәп , сәскә түгел бүләк тә әпиргәне юҡ бит ул . Әрләп тә , илап та тулап та ҡараным . Булмағас булмай инде , ҡалайтаһың .
- Ана , шуның ире ҡатынына тун әпиргән , тиһәң , шуның иренә барыр кәрәк ине , була яуап . Шундай ҡоро яуаптан һуң , ни әйтергә белмәй , шып туҡтайым мин дә .Әхирәттәр алдында байғош булғы ла килмәй бит әле ул . Үҙемдең башым шәп тә ул! Бирешмәнем барыбер . Ҡалаға барғанда берәй нәмә һатып алам да , Фирғәтем әпирҙе тип маҡтанам . Үҙемә үҙем ике меңлек балдаҡ һатып алып кейҙем . Әхирәттәргә , Фирғәтем тыуған көнөмә бүләк итте тинем . Тора бара был алдашыу ҙа ялҡытты . Башҡалар маҡтанышҡанда мин өндәшмәй генә ултырыуҙы хуп күрә башланым . Минең ауыртҡан ерҙе белгән Фаягөл күршем , Нәзирә һиңә Фирғәт байрамға нимә бүләк итте , тип һорау бирһә , баҫалҡы ғына яуапларға өйрәнеп алдым .
- Бүләк бирешеүҙә эш тормай . Эсмәй ,болармай, аҡсаһын апҡайтып биреүе үҙе бүләк . Әхирәтем шыма . Инде мин уның сей еренә тейҙем ахры . Уның Зәкирйәне эсеп болара шул . Миңә тимәһә миллион роза апҡайтһын , Фаягөлөнөң күҙенән күк китмәй . Аҡсаны үҙем тотам , ни теләйем шуны кейәм , ризыҡ мул , ҡайҙа теләйем шунда барам . Ирем мыжып ултырмай .Үҙем баш , үҙем түш .Тормошом башҡаларҙыҡынан һис кәм түгел . Ә шулай ҙа , ҡатындарына гөлләмәләр ҡосаҡлап ҡайтҡан ирҙәрҙе күрһәм йөрәгем урынынан ҡуба ла ҡуя бит . Ҡай саҡта хыялланып алам .Бына ирем яландан бер ҡосаҡ сәскәләр ҡосаҡлап ҡайтҡан икән тип . Ҡаршыһына йүгереп барып битенән әп итеп алам икән тием . Уйҙарыма батып ята торғас , йәшлегемә әйләнеп ҡайттым . Ғүмерҙә лә сәскә бүләк итмәнеләр тип зарланамсы . Ах , күҙ алдыма бер ҡосаҡ сәскәләр ҡосаҡлаған егет һыны пәйҙә булды . Һиҙмәй ҙә ҡалдым , үткәндәргә йәшлеккә илтте мине уйҙарым .
Мәктәпте тамамлағас Уфаға институтҡа барырға хыялланыуым бушҡа булды . Унды бөтөргә лә форсат бирмәнеләр . Һигеҙенсе класты бөтөү менән , атайым Баймаҡтың училищеһына тегенсе һөнәренә уҡырға индерҙе .
- Бишәүегеҙҙе уҡыттым , еткән . Уҡымаған Ибраһим берәүҙән дә кәм түгел , доньяһын шаулатып көтә . Биш баламдың ситкә китеп олағыуы еткән , һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем , тип атайым ҡаты ғына әйткәс , күнергә тура килде . Ул мине хатта ятаҡта ла йәшәтмәне . Ничу аҙып туҙып йөрөргә , тип кенә ҡуйҙы . Уныңса , ятаҡта йәшәһәм аҙып китә булам инде . Әсәйем дә атайым һүҙенән сыҡмай башын ҡағып һәр бер һүҙен йөпләп кенә тора .
- Уҡып сығырһың да , эшләрһең . Таҙа эш , самый ҡыҙҙар эше , тип мине йыуата . Атай әсәйгә ҡаршы тора алманым , өс йыл уҡып тегенсе һөнәрен алдым . Квартирала атайымдың апай тейеш кешеһе Фәүзиә инәйемдә йәшәнем . Ул бер бөртөк кенә ҡыҙы менән йәшәй ине . Гөлиә апай инде утыҙҙы үтһә лә , һаман кейәүгә сыҡмаған ҡарт ҡыҙ ине . Өс йыл буйына үҙәгемә әҙ үткәрмәне ул . Инәйем һәйбәт булды былай . Йомшаҡ һүҙле , асыҡ йөҙлө . Апайым ғына мине һәр саҡ яратмай ҡараны .
Уҡып йөрөйөм . Дәрестән һуң тура өйгә ҡайтам . Дуҫтарым менән сығып йөрөргә рөхсәт юҡ . Инәй кеше балаһы өсөн ҡурҡам ти , апайым ни өсөн сығарғыһы килмәгәндер , мин аңлай алманым . Буш ваҡыттарҙа урамдағы эскәмйәгә сығып ултырам . Күрше егете Руслан килә яныма . Оҙон буйлы матур егеткә әллә күҙем төштө инде . Уның тураһында ғына уйлайым . Егет бер ни һиҙмәй , шаяра көлә , миңә хәбәр һөйләй . Русландың әсәһе Мәрғизә инәй Фәүзиә инәйемә инеп йөрөй . Һөйләшкән хәбәрҙәре ҡайһыла минең ҡолаҡҡа салынып ҡала .
- Бик яҡшы булыр ине лә ул , ауыл ҡыҙҙары донья көтөүгә шәп була. Ипле генә , матур ғына киленем булыр ине шул , быныһы Мәрғизә инәй .
- Ҡыҙ үҙе башлап әйтә алмай инде, үҙең өҙә һуҡ күрше , күндер егетте ,быныһы Фәүзиә инәйем . Тәүҙә аңламаным , аҙаҡ аңлап ҡалдым , былар мине кейәүгә бирергә йөрөйҙәр ҙә баһа !
Йөрәгем тулап китте . Руслан ни уйлай икән , төн йоҡоларым осто бит . Әсәһе мине килен итергә теләй икән . Ҡыуаныстан түбәм күккә тейҙе . Әммә үҙем шым ғына йөрөгән булам , белмәмеш тә һиҙмәмеш булып . Гөлиә апайым белгән бит , минең кемде уйлап һарғайғанды .
- Буйың етмәгәнгә үрелмә ! Һинең һымаҡ ауыл бисураһын нимә итһен ул ? Ымһынма , йөрөгән ҡыҙы бар уның .
Был һүҙҙәрҙән һуң , күңелем һүрелеп ҡалды . Русланды урап үтергә тырыштым . Ысынлап та , кәүҙәгә бәләкәс кенә орсоҡ кеүек кенә ҡыҙыҡаймын . Анауынса матур егеткә тиң булыу ҡайҙа ул .
Өс йыл уҡып , ҡулыма тегенсе һөнәренә эйә булған ҡатырғаны эләктергәс ауылыма ҡайтып киттем . Бәләкәй генә иҫке өйҙә урынлашҡан Дом бытаға эшкә төштөм . Ауылдың ыбыр сыбыр егеттәре артымдан йөрөп маташһа ла , береһенә лә ҡараманым .
Тиҙҙән , армиянан түбәнге оста йәшәүсе Фирғәт ҡайтты . Көнөнә ҡырҡ биш тапҡыр беҙҙең яҡтан үтеүсе һалдатты күрмәмешкә һалыштым . Һалдат кейемен ай буйы сисмәне ул . Фырт ҡына йөрөгән егеткә әхирәттәремдең иҫе китә ине . Тиҙҙән , совхозға тракторист булып эшкә урынлашты . Мине күҙләгәнен бөтә ауыл белеп бөттө .
- Фирғәт Нәзирәне ала тей , тигән хәбәр ауылды көнө төнө ураны . Ә минең тракторист Фирғәткә кейәүгә сығырға уйымда ла юҡ ине .

Йомош менән Баймаҡҡа килдем дә , автобусҡа һуңланым . Ауыл яғына башҡа автобустар юҡ . Киттем Фәүзиә инәйемдәргә . Йоҡлармын да , иртәнге автобус менән ҡайтырмын тигән уй менән .
Апайым эштә ине , больницала медсестра булып эшләй ул . Инәй бер әхирәтенә ҡунаҡҡа китте .
Йәйге йылы , матур кис . Сығып урамдағы эскәмйәгә ултырҙым . Урамдан үткән һүткән кешеләрҙе ҡарап , яңғыҙым нисек ваҡыт үткәрергә белмәй аптырап ултырыуым ине . Шул саҡ ҡапыл , ҡаршымда Руслан пәйҙә булды .
- О , Нәзирә ! Сәләм , тип шат йылмайған егетте күреп ҡыуанып киттем . Ултыра торғас , Ирәндектә һәйбәт кино килтергәндәр , әйҙә киноға барайыҡ , тип мине саҡырҙы ул . Икәүләп киноға киттек . Мин хатта ул киноның нимә тураһында икәнен дә аңлай алманым . Йөрәгем дарһылдап тибә , башым әйләнә ине . Ҡолағымда Гөлиә апайымдың уҫал тауышы яңғырап китә , буйың етмәгәнгә үрелмә ! Ысын хәлме был , әллә мин һаташаммы ? Буй етмәҫлек егет мине киноға саҡырҙы . Берсә яндым , берсә туңдым .
Кинонан һуң , тура ҡайтмай бик оҙаҡ урам буйлап йөрөнөк әле . Русландың теле телгә йоҡмай , эй хәбәр һөйләй , мин уға йылмайып ҡарайым , ни һөйләгәнен дә аңламайым .
Килә торғас , ул миңә туҡтап торорға ҡушты ла , ҡаршылағы өйҙөң баҡсаһына һикереп төштө .
- Нимә эшләйһең унда ? - ҡурҡыштан ҡысҡырып ебәрҙем .
- Көтөп кенә тик тор йәме , егеттең көлгәне ишетелә . Ҡараңғы урамда төнө менән япа яңғыҙ баҫып тороуы ҡурҡыныс та ул . Етмәһә ,ишек алдында ҙур эт лауылдап өрә башланы .Өйҙә светте яндырҙылар . Минең ҡот табанға китте . Ҡурҡыштан нисек урам буйлап йүгереп киткәнде лә һиҙмәй ҡалдым . Эй , йүгерҙем ,эй йүгерҙем генә бит әй ! Арттан көлә көлә Руслан йүгерә .
- Туҡта ! Нәзирә , туҡта !
Туҡтау ғына ҡайҙа ул .Хәлдән тайып , йөрәк атылып сығырҙай булып даһырлай ,үҙем тын ала алмай башлағас ҡына туҡтаным .
- Уй , ҡалай шәп йүгерәһең ул , ҡыуып етеп булмай , тигән Русланға күтәрелеп ҡараным да аптырап киттем . Бер ҡосаҡ сәскәләрҙе миңә һуҙа . Мин артыма сигенәм . Минең өсөн өҙөлгән , хатта кеше баҡсаһынан булһа ла , ү ҙ ғүмеремдә ир егет заты тарафынан бүләк ителгән тәүге гөлләмә ине улар . Оранжевый лилиәләр . Ғүмерем буйына миңә башҡа бер кем дә сәскә бүләк итмәйәсәк . Һәм ошо мәл йәшлегемдең иң матур бер миҙгеле булып хәтеремдә һаҡланасаҡ .

Бер өйҙөң ишек алдында туй бара ине . Оҙаҡ ҡына шул туйҙы күҙәтеп торҙоҡ . Тора торғас Руслан , Нәзирә , беҙҙең дә шулай туйыбыҙ булырмы икән , тип һалды . Ни әйтергә белмәнем дә , башымды этлек.кә һалырға булдым . Шаян ҡиәфәтҡә инеп яуапланым , әлбиттә , туй була инде .
- Нәзирәү , мин шаярмайым. Миңә кейәүгә сыҡ .
Үҙемде ҡосаҡларға ынтылған ҡулдарҙы ситкә этеп быраҡтырып , ҡайтыу яғына йүгерәм .
- Нәзирәү !!! - егеттең ялбарыулы тауышына иғтибар итмәйем.
- Руслан , иртән яуап бирермен , яраймы . Йылғыр ғына ҡапҡанан инеп китәм . Арттан егеттең ҡысҡырған тауышы ҡыуып етә .
- Мин яуап көтәм !!!
Шым ғына инеп ҡосағымдағы сәскәләрҙе өҫтәлгә ырғытам . Инәйем ҡайтҡан , йоҡлай ине. Юрған аҫтына сумам , ләкин , йоҡлай алмайым . Бөгөнгө хәлдәр минең башымды әйләндергәйне .
Иртәнсәк инәйемдең һөйләнеүен ишетһәм дә йоҡлағанға һалыштым .
- Ҡыҙыма кемдер сәскәләр бүләк иткән , тип гөлләмәне һыулы банкаға ултыртып йөрөй ине . Төнгө сменанан ҡайтҡан апайым , ғәҙәтенсә , нимәлер тип бурылданы .
Апайым үҙ бүлмәһенә инеп киткәс ,ырғып тороп кейендем дә , хушлашып та тормай вокзалға йүгерҙем . Сәскәләрҙе лә алманым , Русланға яуап бирәм тиеүемде лә оноттом .
Ҡайтып киттем . Ә өйҙә мине оло фажиғә көтә ине .
Автобус туҡталышы беҙҙең өйгә алыҫ ҡына . Тигеҙ юлдан байтаҡ ҡына атлайһың , шунан тауҙы менәһең әле , тауҙан төшкәс кенә , бер соҡорҙа урынлашҡан беҙҙең өй .
Тау башынан ишек алды ап асыҡ булып , ус төбөндәгеләй күренеп тора .
Бына мин тауҙың түбәһенә менеп еттем дә . Инде түбәнгә ҡарай йүгерергә генә ҡала . Ҡапыл туҡтаным , күҙемә солан ишегенә һөйәүле торған табут салынды . Әсәйем тупһала ултыра ине , тағы ла бер нисә кеше күренә .
Һауа етмәгәндәй тыным ҡыҫылды , күҙ алдарым ҡараңғыланды. Аяҡ быуындарым бәлйерәне һәм мин ергә ултыра төштөм .
Мейемде КЕМ тигән һорау һыҙырып үтте . Башҡа ваҡытта йүгереп үткән юлды , бөгөн һөйрәлеп тигәндәй саҡ ҡайтып еттем . Өндәшмәй генә тупһаға килеп ултырҙым . Әсәйемдең күҙҙәре илауҙан ҡыҙарған ине , ләкин үҙен тыныс тота .
- Балам , атайың беҙҙе ташлап китеп барҙы . Бөгөн төндә үтте .
Йөрәгем әрнеп типте . Күҙҙәремде йәш пәрҙәһе ҡапланы . Атайһыҙ нисек йәшәремде лә белмәй инем әле . Мин өйҙән сыҡҡанда ғына , шат йылмайып оҙатып ҡалғайны бит . Бер төн эсендә юҡ булған . Шул арала табутын да тапҡандар . Кеше алдында илау минең өсөн ят күренеш . Баҡсаға инеп оҙон үләндәр араһына тәгәрәнем . Кисә генә ниндәй бәхетле инем , бөгөн доньяны ҡара болоттар ҡапланы . Мин егет менән баҫтырышып йөрөгән мәлдә , минең ҡәҙерле кешем был донья менән хушлашҡан . Их , кисә ҡайта алманым шул .
Шул көндө үк ерләмәнеләр атайымды . Алыҫтағы ағайымдарҙы көттөләр . Владивосток ҡалаһында подполковник булып хеҙмәт итеүсе Ирғәле ағайым ғына ҡайтманы , ҡалған өс ағайым һәм Хәлимә апайым үзбәк еҙнәйем менән ҡайттылар . Туғандарымдың ҡайтыуы ла күңелемә йыуаныс бирмәне . Атайҙы ерләп ҡайтҡас , күмәкләп йыйылышып ултырҙылар . Ҡыҙыҡтарҙы иҫләп көлөп тә ебәрәләр ине . Кеше үлгәндә көлөп буламы икән , тип мин аптырайым . Һүҙгә ҡыҫылмайым , ситтә генә ултырам .
Ғүмеремдәге иң тәүге ҡайғым ине был . Русланды ла оноттом . Бик оҙаҡ ҡайғырҙым мин . Эшкә барам да ҡайтам , клубты оноттом .
Фирғәтте артымдан өс йыл йүгерттем . Артымдан ҡалмай йөрөгән ысмала егеткә асыуым килә торғайны . Ҡорораҡ та тупаҫыраҡ та ине ул . Күҙ алдыма йылмайып , көлөп хәбәр һөйләүсе , йомшаҡ телле Руслан килеп баҫа ла ,Фирғәтте артҡы планға күсерә ине .
Ғилминур еңгәмдең өгөтөнә төштөмме , әллә егетте йәлләнемме ,кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем . Ҡуйырҙан ҡуйманы , яусы ебәрҙе лә ебәрҙе . Бесәндән алда йәһәтләп туй үткәреп , түбәнге урамға оҙатып та ебәрҙеләр мине .
Һәйбәт урынға ,яҡшы ҡәйнә ҡулына килен булып төшөү бәхете тейҙе . Бер бер артлы доньяға килгән ике улым тормошома йәм өҫтәне . Гөрләтеп донья көтөп алып киттек . Ләкин , иремә яратыу хистәре уянманы күңел түремдә . Йәшәй йәшәй өйрәндем инде .
Өй эсен , баҡса тултырып сәскәләр үҫтерҙем . Ауылдағы иң шәп баҡса минеке ине . Бер яҡта алмағас , ҡарағаттар , икенсе яҡта йәшелсә , өй алдында күҙ ҡамашырлыҡ сәскәләр . Туңйөрәк ирем сәскә үҫтергәнде тәүҙә яратманы , аҙаҡ өндәшмәй башланы .
Сәскәләр ата башлаһа , төнөн утап сығыусылар ҙа күп булды . Иртәнсәк тороп сыҡһам , йолҡонған сәскәләрҙе күреп эсем бошор ине . Эй ,алла .Инеп кенә һораһалар ҙа ҡырҡып бирер инем бит инде тип уйлаған булам . Тора торғас үҙемә көлкөм килеп китә . Төн уртаһында ниндәй егет , ишек шаҡып ,апай сәскә бир , тип йөрөһөн инде . Һикереп төштө , өҙөп алды ла сыҡты .
Күҙ алдыма йылдар артында ҡалған күренеш килеп баҫты ла күңел күгемде яҡты нур биләп алды.Төндә төшөп баҡсамды утаусы егет еләнгә асыуланманым бер ҡасан да .
Моғайын да , егет баҡсаға һикереп төшкәс , ҡыҙ ҡурҡышынан урам буйлап йүгергәндер тигән уй килә башыма . Бер ҡосаҡ сәскәләр ҡосаҡлаған егет уны ҡыуып еткәндер . Бәлки , ҡыҙ ҡурҡмағандыр , ҡыйыу ғына көтөп торғандыр . Аҙаҡ икәүләп көлөшә көлөшә урам буйлап йүгергәндәрҙер .
Кем белә , кемдең яҙмышы ҡалай булырын . Бәлки ул ҡыҙҙың тәүге тапҡыр егет бүләк иткән гөлләмәһелер . Бәлки , уға башҡаса сәскә бүләк итеүсе лә булмаҫ . Һәм ул ғүмере буйы , минең баҡсамдан өҙөлгән гөлләмәләр бүләк иткән егетте һағынып иҫләр .
Ә бәлки , шул егеткә кейәүгә сығыр ҙа бәхетле йәшәрҙәр . Ире уға әллә ниндәй ҡиммәтле гөлләмәләр бүләк итеп торһа ла , уның күңеле минең баҡсамдан өҙөлгән ябай гөлләмәләрҙе һағынып хәтерләр.
Миңзифа Ҡашҡарова.
"ХИКӘЙӘЛӘР" төркөмөнән.
Автор:
Читайте нас: