Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
29 Май 2023, 16:25

Йөрәктәге йөк (Хикәйә)

Алты сәғәт барған операциянан хәлдән тайып килеп сыҡты Гөлзифа. Бындай операцияларҙы тәүгә эшләмәй ул. Тик ошоғаса хәлдән тайғанын бер ҙә иҫләмәй. Башындағы ҡалпағын өҫтәлгә сисеп һалды ла, һорауына яуап табырға теләгән кеше кеүек, терһәктәренә таянып, уйға ҡалды. Шәфҡәт туташы индереп ултыртҡан ҡайнар сәйҙе уртлағас, күҙҙәре асылып, зиһене яҡтырып киткән кеүек тойолдо. Үҙенең хәле пациентына бәйле икәнен уйлап, һиҫкәнде.

Йөрәктәге йөк (Хикәйә)
Йөрәктәге йөк (Хикәйә)

Бик ауыр хәлдә килтерҙеләр ауырыуҙы. Операцияны күтәреренә өмөт аҙ ине – анализдар шуны күрһәтте. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, тәүәккәлләргә булды Гөлзифа.
Пациенттың танышлығы, хатта, таныш ҡына ла түгел, уның уҡытыусыһы булыуы икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй ине. Яратҡан уҡытыусыһы түгел ине, әлбиттә. Шулай ҙа уның яҙмышында хәл иткес әһәмиәткә эйә кеше булды.
«Ҡупшыҡай» тип исем ҡушты уға балалар. Уҡыу йылы уртаһында, яңы йыл каникулынан һуң килеп инде йәш мөғәллимә Гөлзифалар синыфына. Тыҡылдата баҫып, өҫтәл эргәһенә үтте лә: «Бынан һуң мин уҡытам һеҙҙе әсә теле һәм әҙәбиәт дәресенән», – тине. Унан ниндәйҙер иғлан ғына көтөп ултырған уҡыусыларҙың башына һалҡын һыу ҡойҙолармы ни! Синыфта нисә уҡыусы бар – бөтәһе лә аяғүрә баҫтылар ҙа тынып ҡалдылар. «Ә Фәнилә Фаилевна?» – тип һораны араларында иң ҡыйыуы булып иҫәпләнгән Әбделғәлимов. «Мин, тинем бит», – тип яуапланы уҡытыусы, аңлатма биреп тороуҙы кәрәк тип тапманы. Уҡытыусыларҙың китап-дәфтәрҙәрен астырып, эш тә бирә башланы.
Иң яратҡан дәрестәре ине бит әҙәбиәт уларҙың синыфында. Оло йәштәге әҙәбиәт уҡытыусыһы яйлап ҡына баҫып класҡа килеп инер, матур итеп һаулашыр, уҡыусыларҙы ултырырға саҡырыр ине лә һәр береһенең күҙенә ҡарар ине. Был ваҡытта уның күҙенән нур бөркөлә торғайны, ҡышҡы һалҡындарҙа бүлмә йылынып киткән кеүек тойолор ине. Берәй мәҙәк һөйләп, көлдөрөп алғыланы. Унан һүҙ үҙенән-үҙе өйгә эшкә, уны үтәгәндә тыуған ҡыйынлыҡтарға күсер ине. Өйгә эште тикшереү әңгәмә рәүешендә барғас, бөтә уҡыусылар ҙа теләк менән яуап бирә, фекерҙәрен белдерә, һорауҙарға ла сиратлашып яуап ҡайтарып өлгөрә торғайны. Башҡа дәрестәрҙә ҡурҡып, шымтайып ултырған малайҙар бигерәк тә әүәҫ ҡатнашыр ине әңгәмәлә. Иптәштәренең күҙҙәре янып китеүенән, бөтәһенең дә әүҙемләшеүенән аңлай ине Гөлзифа был уҡытыусының уға ғына түгел, бөтәһенә лә яҡын икәнен.
Зауыҡлы итеп кейенә торғайны. Кейемдәре бик сағыу түгел, әммә бөтә нәмәһе үҙ урынында, уны йә тотоп, йә һыйпап ҡарағыһы килә торғайны Гөлзифаның. Бишенсе синыфҡа килгәс, апайҙарына һырынып, һыйпап та китә торғайнылар. Өлкән синыфҡа еткәс кенә бер аҙ тартына төштөләр. Бөтәһе лә мәктәптә уҡыуҙы тамамлағандан һуң әҙәбиәт уҡытыусыһы булырға хыяллана ине. Бына шул көндө Ҡупшыҡай уларҙың хыялын селпәрәмә килтерҙе. Әсә теле менән әҙәбиәт дәрестәрен яратабыҙ тип йөрөгән уҡыусылар ошо көндө генә аңланы үҙҙәренең дәресте түгел, ә уҡытыусыны яратҡанын.
Ә Ҡупшыҡай дәрескә үҙенсә талаптарын ҡуйҙы, «ысын» уҡытыусы булып ҡыланып, хәлдәрен алды. Тыҡылдата баҫып килеп инә, матурлығы менән маһайғандай, таҡта алдына берҙе өйөрөлөп ала ла ҡорос сыңы яңғырап торған тауыш менән һорау ала башлай. Уның үҙен күреү менән үк бөршәйә башлаған уҡыусылар бөтөнләй шымып ҡала, яуап бирергә ашыҡмайҙар. Белһәләр ҙә, ҡул күтәреп яуап биреүсе юҡ. Бер ниндәй ҙә яуап ала алмағас, Ҡупшыҡай ҡыҙып китә, әрләй башлай. «Һеҙҙе һәйбәт уҡытыусы уҡытҡан түгелме һуң?» – тип семетеп алырға ла онотмай. «Һәйбәт уҡытыусы уҡытҡан» тип мыҫҡыл итеүе балаларҙың бөтөнләй зитына тейә. Әрләй-әрләй ҙә үҙ аллы эш биреп ултыртып ҡуя. Унан һуң өҫтәл артына ултырып, иренен буяп ала ла, тыҡылдата баҫып, бүлмәнән сығып китә. Дәрес бөтөр алдынан ғына инеп, өйгә эш бирә лә, сумкаһын яурынына элеп, уҡытыусылар кабинетына юллана.
Ә Фәнилә Фаилевна мәктәптә. Бер ҡайҙа ла китмәгән. Бер көндө коридорҙа уны уҡыусылары һырып алды ла һорау артынан һорау яуҙыра башланы:
– Һеҙ нишләп беҙҙе ташланығыҙ? Үҙегеҙ теләп баш тарттығыҙмы, беҙ әллә насар инекме?..
– Мәсьәлә һеҙҙә түгел, балалар. Миндә... – тип яуапланы яратҡан уҡытыусылары. – Мин бит тиҙҙән хаҡлы ялға китәм. Шуға һеҙҙе, яңы уҡытыусыға өйрәнә торһондар, тип уға ышанып тапшырҙым. Һеҙ уны ла тыңлағыҙ, яратығыҙ. Белем һеҙгә кәрәк, тырышып уҡығыҙ...
Шулай тине лә, күҙҙәренә йәш тулып, уҡыусыларҙың эргәһенән китергә ашыҡты Фәнилә апайҙары.
Шул көндө Гөлзифа ла әҙәбиәт уҡытыусыһы булыу теләгенән ваз кисте. Дәрескә илке-һалҡы, исем өсөн генә әҙерләнә башланы.
Шунан башлап ул теүәл фәндәргә көс һалды. Кем булһа ла булыр, тик әҙәбиәт уҡытыусыһы һөнәрен һайламаясаҡ.
Ҡупшыҡайҙың юл ҡыйып маташыуы бының менән генә бөтмәне. Аттестат ала торған йылды анкета аша Гөлзифаның медицина юлын һайларға уйлағанын белгәс: «Һин унда уҡырға инә алмаясаҡһың... Атайыңдар 200 мең йыйғанмы әллә?» – тине, мыҫҡыллы күҙҙәрен төбәп. Ябай колхозсыларға (ә колхоз тарҡалып бөткәйне инде) 200 мең һум түгел, 20 меңдең дә буй етмәҫлек икәнен был уҡытыусы яҡшы аңлай. Берҙәм дәүләт имтиханы ла һатыла ине бит инде. Уҡытыусылар, хаҡлы ялдағыларҙың состары, уҡыусы өсөн имтихан биреп, аҡса һуғырға өйрәнә башлаған мәл ине. Әсәһе бахыр, инәлеп, үҙҙәренең бер математик ҡоҙасаларына барҙы. Ул ике имтихан өсөн 5 мең һораған, осһоҙ хаҡ миндә, башҡалар 10-ар мең ала, тип йыуатҡан. Түгелеп илап ҡайтты математик ҡоҙасаһынан әсәһе.
Гөлзифа ошо хәлдән һуң әсәһен ҡаты тыйҙы: «Ҡабат бер кемгә лә, башыңды эйеп, ярҙам һорап барма! Имтиханды тапшырһам да, тапшырмаһам да – үҙем». Балдарҙы һәйбәт йыйҙы, әммә... Әммәһе бар шул. Баш ҡалалағы үҙе теләгән вузға әлеге 200 меңде ҡайҙан тапһын инде ул? Шуға сит өлкәләге институтҡа тапшырҙы документтарын. Балдары юғары булғас, ҡабул иттеләр. Тик унда уҡығанда кәмһетелеүҙәрҙе ғүмерҙә лә онотасағы юҡ Гөлзифаның. «У вас в республике денег не хватило, что ли, на взятку? Поэтому сюда приехали? Глупый вы народ», – тигән «маҡтау»ҙарға түҙһәң генә уҡыйһың инде сит төбәктәге вуздарҙа. Ҡаршы әйтергә ярамай. Яраған хәлдә лә нимә әйтә алыр ине бөгөн генә мәктәп эскәмйәһенән сыҡҡан ябай ауыл ҡыҙы. «Народ глупым не бывает, бывают глупые люди среди любого народа», – тигән һүҙҙәр тел осонда эленеп торҙо ла ул...
Уйҙар ошо ергә еткәндә пациенттың иҫенә килеүен әйтте шәфҡәт туташы. Хирург ауырыу эргәһенә ашыҡты. Әлегә хәле мөшкөл, тик шулай ҙа йәшәүгә өмөтө ҙур апайҙың. «Рәхмәт», – тип әйтә алды ул табипҡа, телен көскә әйләндереп. Күҙен йомғас: «Ташлама», – тип өҫтәне.
Шәфҡәт туташына өҫтәмә наказдар биреп, ниһайәт, ҡайтырға сыҡты Гөлзифа. Уйҙары һаман ауырыу тирәһендә өйөрөлдө. Нигә шул тиклем йөрәге бөткән? Тетелгән иләк хәленә килгән. Бәләкәй сағында өләсәһен бер: «Ниңә битеңдә йырғанаҡтар күп?» – тип һорап көлдөргәйне Гөлзифа. «Йырғанаҡтар түгел ул, балам, йыйырсыҡтар, – тип яуапланы өләсәһе. – Бына мин һеҙҙең бөтәгеҙ өсөн дә көйәм дә янам. Йөрәгем өтөлөп ултыра, шул битемә йыйырсыҡ булып ята».
Ә был Ҡупшыҡайҙың йөрәген нимә шул тиклем өткән дә теткеләгән икән? Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ шикелле генә йәшәне бит ул. Гөлзифа уҡыусы башы менән дә уның шулай икәнен төшөнә ине. Ҡупшыҡай матур булғас, мәктәптәге бөтә лә кисәләрҙе унан үткәрттеләр. Уҡытыусының кисәләрҙе үҙе әҙерләмәгәнен дә белде уҡыусылар бер мәлде. Ниндәйҙер шағирҙың юбилей кисәһе барғанда әлеге Әбделғәлимов Ҡупшыҡай уҡып торған датаны ҡайтарып һораны. Тегеһе ҡабатлап әйтә алманы, дәфтәренән күҙе яҙлыҡҡанғалыр, яҙыуын да тиҙ генә таба алманы. Уҡыусылар көлөп ебәрҙе. Ҡупшыҡай өҫтөндәге көрән күлдәге төҫөнә инде. Был Әбделғәлимовтың яратҡан уҡытыусыларынан тартып алынған дәрес өсөн үс алыуы ине. Кисәге көн дәрес алдынан бөтәһенә лә бер лаҡапты уҡып ишеттереп йөрөгәйне шул. Уҡып ҡына ҡалманы, һәр партаға яҙып таратты. Гөлзифа уны әлегеләй хәтерендә һаҡлай: «Петр I-нең бер фарманы ошолай яңғыраған: «Һәр кемдең иҫәрлеге бөтәбеҙгә лә күренеп торһон өсөн сенатор әфәнделәргә кеше алдында телмәрҙе ҡағыҙ буйынса тотмаҫҡа бойорам!»

Әбделғәлимов маҡсатына өлгәште. Уҡытыусыбыҙҙың иҫәр икәнен күрҙегеҙме, тигәндәй, тирә-яҡҡа еңеүле ҡараш ташланы.
Ә Ҡупшыҡайға кисәләрҙе уларҙың мәктәбендә ойоштороусы булып эшләгән Ниса Хәйеровна әҙерләп бирә торғайны. Ниса Хәйеровнаға уҡыусылар «күбәләк» тип исем ҡуштылар. Еңел кәүҙәле, осоп ҡына йөрөгән был ҡарт ҡыҙ ысынлап та күбәләккә оҡшап тора ине. «Күбәләк» исемен маҡтау өсөн ҡушманылар, әлбиттә. Ниса Хәйеровнаның уҡыусыларҙы сорттарға бүлә торған ғәҙәте бар ине. Синыфта түрә, бай балалары булһа, улар алдында өлтөрәп торор ине. Төрлө түңәрәктәргә, күренә торған эштәргә тик уларҙы ғына йәлеп итте. Гөлзифалар янына бер ҡасан да инеп сыҡманы, сөнки уларҙың синыфында бай балаһы ла, түрә балаһы ла уҡыманы.
Күбәләктең иң яҡын йомошсоһо, әлбиттә, Ҡупшыҡай булды. Әҙер генә кисәләрҙең тексын уҡып, еңел-елпе генә дәрестәр үткәреп йөрөнө лә алдынғы уҡытыусы булып китте Ҡупшыҡай. Ә нишләп йөрәге бөткән?
Ошо һорау тынғы бирмәне Гөлзифаға. Кискелеккә дежур итеү сираты уныҡы булмаһа ла, дауаханаға йүнәлде.
Ауырыу эргәһенә берәүҙең дә килмәүен әйтте дежур табип, уның хәле менән таныштырғас. Реанимация бүлегенә икәү бергә йүнәлделәр. Ауырыу уяу ине. Әлегә бүлмәлә бер үҙе генә. Врачтар килеп ингәс тә, күҙҙәренә текләне. Элекке уҡыусыһын күргәс, күҙҙәренән ике бөртөк йәше тәгәрәп төштө. «Һеҙгә тулҡынланырға ярамай», – тине Гөлзифа мөмкин тиклем яғымлы тауыш менән.
«Гөлзифа Закуановна, бая ла «ташлама» тинем, әле лә шуны ҡабатлайым. Ваҡыт тапһаң, минең менән һөйләш инде, зинһар. Әйтер һүҙҙәрем бар», – тине лә тынып ҡалды пациент. «Әлбиттә, әлбиттә... – тип яуаплай һалды Гөлзифа. – Һеҙгә тулҡынланырға ярамай. Иң ауырын үткәрҙегеҙ. Насар уйҙар уйламағыҙ. Көн ҡояшҡа табан боролдо, яҙ етә, һеҙҙе лә йүгереп йөрөгәндәй итеп сығарырға бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Һеҙ үҙегеҙ ҙә тырышығыҙ... Балаларығыҙ, яҡындарығыҙ беләме, әллә үҙем хәбәр итәйемме?»
Ошо һорауҙан ғына ҡурҡып ятҡан шикелле Ҡупшыҡай. Йөҙө әрем йотҡандай сирылды ла күҙҙәренә тағы йәш бәреп сыҡты. «Әлегә хәбәр итергә кәрәкмәй, үҙ ваҡыттары менән килерҙәр», – тине лә, һүҙем бөттө тигәндәй, күҙҙәрен йомдо.
Гөлзифа дежур табипҡа күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа ҡушты ла, бер аҙ тынысланып, өйөнә ҡайтып китте.
Бер-нисә көндән Заһира Шәңгәрәевнаны (Ҡупшыҡайҙың ысын исемен Гөлзифа карточкаһын ҡулына алғас ҡына иҫенә төшөрҙө) дөйөм палатаға урынлаштырҙы Гөлзифа. Унан башҡа ике генә ауырыу ята был палатала. Береһе – ҡарт артистка. Уға операцияға иртәрәк, икенсеһе – түрә ҡатыны. Түрә ҡатынына операцияны Ҡупшыҡайҙан алдараҡ эшләгәйне. Нишләптер йүнәлеүе бик оҙаҡ. Иренең дә уның янына дауаханаға килтереп урынлаштырғандан алып бер ҙә килгәне юҡ. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, ауырыу ныҡ борсола. Ҡарт артистка иһә йыуатырға оҫта: тыңлай ҙа, кәңәш тә бирә белә. Заһира Шәңгәрәевна менән дә уртаҡ тел табыр, моғайын.
«Әйтер һүҙем бар», – тип киҫәтеп ҡуйғас, Гөлзифа эш сәғәте тамамланғандан һуң ошо палатаға инеп ултырыуҙы ғәҙәт итеп алды. Яҡындарынан ошоға тиклем берәү ҙә килмәһә лә, врачтарҙың тырышлығы менән Шәңгәрәевнаның хәле күҙгә күренеп яҡшырҙы. Һөйләшкеһе, аралашҡыһы килеүе күҙенән күренеп тора ине.
«Һин эшләгән больницаны мин үҙем һайланым, – тип башланы ул бер көндө һүҙен. – Һеҙҙе аҙыраҡ уҡыттым бит... Яҡшы уҡытыусы булманым мин һеҙгә. Ғөмүмән, яҡшы уҡытыусы булдыммы икән? Һеҙ ҙә мине яратманығыҙ, яратмай ҡабул иттегеҙ... Мин һөйләп бөткәнде көт!.. «Ҡупшыҡай» тигән исемде лә һеҙ ҡуштығыҙ миңә, – тип көлөмһөрәне, – Ҡупшылығым ҡалмаһа ла, хәҙер ҙә шулай тип йөрөтәләр. Һеҙҙең синыф мине яратманы. Фәнилә Фаилевнанан тартып алдым бит мин һеҙҙе. Кесе улым менән декрет ялында ултыра инем. Уҡыу йылы бөткәнсе эшләмәйем, тигән иҫәбем бар ине. Бер көндө мәктәпкә саҡыртып алдылар ҙа эшкә сығырға ҡуштылар. Йәшереп торманылар: «Фәнилә Фаилевна ҙур нагрузка менән йөрөй, уға күп. Пенсияға сыға торған кешегә 18 сәғәт тә таман», – тинеләр. «Ә бала?» – тип һорауға: «Балаңдың декрет аҡсаһын иреңә күсерт, ул бер ерҙә лә эшләмәй бит», – тип, минең өсөн бөтәһен дә хәл итеп тә ҡуйҙылар. «Ни өсөн?» – тигән һорауҙы бер ҡасан да бирә белмәнем мин. Фәнилә Фаилевнанан тартып алырға теләүҙәре бигерәк тә сәмләндерҙе. Өнәп етмәй инем шул уҡытыусыны. Институтты тамамлап ҡайтҡас, директорҙың улы өсөн инша яҙҙырҙылар. Бар тырышлығымды һалып яҙған булдым. Имтихан алыусы Фәнилә Фаилевна ине. Теге иншаһын ҡып-ҡыҙыл итеп тикшереп биргән. Минеке икәнде белмәгән ул. Уҡыусы үҙе күсергәйне бит. Орфографик хаталар әҙ, ә бына тыныш билдәләре... Өндәш һүҙҙәрҙә, инеш һүҙҙәрҙә өтөр ҡуйыла икәнен төшөндөм шунда, даны оҙаҡҡа китте. Тағы ла асыҡ дәрес үткәреп оятҡа ҡалдым. Ниса Хәйеровна төҙөштө планды. Бер-ике тапҡыр үткәреп ҡараныҡ. Һәйбәт сыҡҡан һымаҡ ине. Асыҡ дәрес үткәргәндә материалым 25 минутта бөттө лә ҡуйҙы. Алдан бер-нисә тапҡыр үткәреп ҡарағас ни, балалар, һорау биреп тә өлгөрмәйем, тора ла һөйләй башлай, тора ла яуап бирә. Дәрескә анализ яһағанда Фәнилә Фаилевна: «Планды үҙең төҙөп өйрән, алдан репетиция үткәрмә, дәрестә уҡыусылар фекер йөрөтөп өйрәнергә тейеш, был дәрестән балалар бер фәһем дә алманы, улар яһалманы тиҙ тоя, уның ҡарауы, күҙ буярға өйрәнеп сыҡтылар», – тине ҡаты итеп. Бына шул һүҙҙәре өсөн үс алырға мөмкинлек тыуғанын уйлап ҡыуандым. Үҙ фекерен төбәп әйтә белеүе, берәүгә лә баш эймәүе, абруйлы булыуы түрәләребеҙҙең дә йәненә тейгәндер инде. Улар унан үс алыуҙы минең ҡулым менән эшләгән. Мин бары сәмләнеп, әллә кем булып, ул уҡытҡан синыфҡа баш тыҡтым.
Һеҙҙе уҡыта башлағас, мәктәптә «Минең яратҡан уҡытыусым» тигән темаға инша конкурсы үткәрҙеләр. Шунда һеҙҙең кластыҡылар ғына түгел, үҙем уҡытҡандарҙың береһе лә минең турала яҙманы. Ә һеҙҙекеләр Фәнилә Фаилевна тураһында яҙҙы. Шуға ла күп фәндәрҙән «биш» урынына – «дүрт», «дүрт» урынына «өс» билдәһе алып сыҡтығыҙ. Имтихандарҙа ла һеҙгә бер уҡытыусы ла ярҙам итмәне. Береһе лә уҡырға инә алмаҫ инде, тип көткәйнек. Һәр берегеҙ үҙ яйығыҙҙы табып, уҡырға урынлашып бөттөгөҙ».
Ошо ерҙә, хәле бөтөп, тын алырға туҡтаны ауырыу.
– Ҡыйын булһа, һөйләмәгеҙ, беҙ ул ваҡиғаларҙы онотоп бөткәнбеҙ, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Гөлзифа.
– Туҡтатма, һөйләргә тейешмен. Шунһыҙ минең йөрәктән йөк төшмәйәсәк, – тине лә дауам итеп алып китте Заһира апай. – Һеҙҙең синыфтан сығарылыш йылында алтын сылбыр алдым бүләккә. Юҡ, һеҙ теләгәндән бирмәнегеҙ уны миңә, йолаһы шулай ине бит инде. Нәҙек кенә осһоҙ сылбыр ине. Мин бит уны ата-әсәйҙәрегеҙгә кире ҡайтарҙым да ҡыйбатырағын һораным. Һеҙҙән Фәнилә Фаилевнаны яратҡанығыҙ өсөн үс алғым килде. Ата-әсәләрегеҙ һуҡрана-һуҡрана булһа ла йыйылышып, ҡыйбатырағын алып бирҙе. Ярар, бөгөнгә етеп торор...
Гөлзифа палатаның ишеген ипләп кенә япты ла коридор буйлап атланы. Бүлмәһендә уны ире ҡаршыланы. Ул да врач, тик «Ашығыс ярҙам» бүлегендә эшләй. Бөгөн уларҙың сменаһы тура килә. Ире уны бергә алып ҡайтырға көтә ине. Гөлзифа иренә, күҙҙәрен генә көлдөрөп, һөйөп ҡараны. Һуңғы ваҡытта ҡатынының эштән ныҡ арып ҡайтҡанын һиҙенә ул. Шуға мөмкин тиклем иғтибарлыраҡ булырға, өйҙә лә хәлен еңеләйтергә тырыша, балаларҙы ла күберәк үҙе хәстәрләй башланы.
Быға тиклем һөйләмәй йөрөһә лә, бөгөн иренә үҙенең ни өсөн арыуының серен систе. Ире, иғтибар менән тыңлап бөткәс: «Ә һин тыңла, ул бит ниҙер әйтергә теләй. Кемгәлер сиселергә кәрәк бит. Бәлки, апайҙың һөйләшкәндәй бер яҡыны ла юҡтыр. Сократ әйткәнде иҫеңә төшөр. Бынан ике мең йыл элек үк: «Күңелде дауаламайынса, тәнде дауалап булмай», – тигән бит ул. Тимәк, уҡытыусың һиңә йөрәген генә түгел, йәнен дә ышанып тапшырған», – тине.
Иртәгәһенә эштән ҡайтыр алдынан палатаға ингәндә Шәңгәрәевна йоҡлай ине. Уятмаҫҡа уйлап, ипләп кенә ишек яғына атлағайны, ауырыу күҙен асты ла: «Сыҡма, мин һине көтөп ятам, – тине. – Ирең дә бик матур, ипле кеше икән, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ», – тип өҫтәп ҡуйҙы. Уның ире тураһында палаталағылар һөйләгәндер инде. Шунан дауам итеп алып китте: «Алтын сылбырҙы бушҡа ғына иҫкә төшөрмәнем. Таға алманым мин уны, тағырға яҙманы. Мәктәптең юбилейын иҫләйһеңдер әле. Һеҙ уҡығанда үткәрҙеләр бит уны. Тантанаға әҙерләнгән ваҡытта уҡытыусыларҙы наградаға тәҡдим итеү өсөн миңә, иң «ышаныслы» уҡытыусы булараҡ, исемлек тотторҙолар ҙа, коллективҡа сығарып ебәрҙеләр. Йәнәһе, кемгә награда тейеш, шуның фамилияһы тапҡырына билдә ҡуйыр.

Йәнәһе, кемгә награда тейеш, шуның фамилияһы тапҡырына билдә ҡуйырға кәрәк. Хәҙер һайлауҙар шулайыраҡ үтә бит. Һәр уҡытыусының кабинетына йөрөп сыҡтым. Исемлек минең ҡулда булғас, иң тәүге билдәне миңә, икенсеһен директорға, өсөнсөһөн үҙҙәренә ҡуйҙылар. Сосораҡтары, ҡулға эләккәндә тип, үҙҙәренә бер-нисә билдә лә ҡуйып өлгөрҙө. Фәнилә Фаилевна ғына миңә лә, директорға ла, үҙенә лә плюс ҡуйманы. Кемдәр хөрмәткә лайыҡ, шуларға ҡуйҙы шикелле. Бөтәһе лә миңә ҡуйҙы бит, был да билдәләргә тейеш, тигәнмендер инде: «Шунан, миңә ҡуймайһығыҙмы?» – тип һораным. «Ҡулыңда бит, кәрәк булһа, ҡуйып ал үҙең», – тип яуапланы. Ул һүҙҙәргә хәҙер генә баһа бирә алам. Ул эштең фарс ҡына икәнен белгән бит ул.
Ҡалай ғына булһа ла, иң күп мәрәйҙәр миңә һәм директорға булды ла беҙҙе “атҡаҙанған”лыҡҡа лайыҡ тип таптылар. Состарға ла исем булды. Фәнилә Фаилевна үҙенең үжәтлеге арҡаһында исемһеҙ ҡалды. Беҙҙең мәктәптә бер ваҡытта ла хеҙмәттең сифатына ҡараманылар бит инде ул. «Кешенең аты уҙғансы, үҙемдең ҡорсаңғы булһа ла тайым уҙһын» тигән мәҡәл беҙҙең мәктәптән сыҡмағанмы икән, тип уйлайым хәҙер. Ә ул ваҡытта миңә үҙебеҙҙәге тәртип шул тиклем оҡшай ине.
“Атҡаҙанған” билдәһен баш ҡалала бирәләр бит. Директор менән икәүләп исем алырға киттек. Ҡабаланып сығып киткәнмен, теге сылбыр өйҙә ятып ҡалған. Ҡайтыуыма уны ирем һатып эскән ине. Быға тиклем дә эсештергеләне, әммә ул тиклемгә барып етмәй торғайны. Ата-әсәһенең кемлегенә ҡарап ҡына барғайным кейәүгә. Йәнәһе, орденлы уҡытыусыларҙың балаһы тәртипһеҙ булмаҫ. Бик эшләргә лә тырышманы, декрет ялында ултырыуы оҡшап ҡалды. Минең аҡса табыуға, исемдәр алыуға башта ҡыуанған кеүек ине, аҙаҡ директорҙан ҡыҙғанып тауыш сығара башланы. Сылбырҙы һатып эсеүенә лә шуны сәбәп иткән булды.
Ир кеше ир кеше инде. Балаларҙы йүнләп ҡараманы. Ул арала кесе малайыбыҙ ныҡлап сирләп китте. Миңә, ирекһеҙҙән, бер йыллыҡ ял алырға тура килде. Улыбыҙ бер аҙ арыуланғас, баҡсаға йөрөтә башланыҡ. Сығып эш башлауыма мине дәүләт грантына тәҡдим иттеләр. Беҙҙең мәктәптән дә берәү булырға тейеш, тинеләр. Аҡылым етмәне бит шунда баш тартырға. Нәфсем ҡотортто. Быға тиклем наградаларҙы еңел генә алып килдем дә һуң, үҙҙәре үк тәҡдим итеп торалар. Оҙайлы ялдан һуң аҡсаға ла моҡрағанмын.
Документтарҙы теүәлләп, портфолио тултырҙыҡ. Унда башҡарылған эштәр ҙә инде, интернеттан да сәлдерҙек, Фәнилә Фаилевнаның республика күләмендәге хеҙмәттәрен дә ҡыҫтырҙыҡ. Ул хәҙер пенсияла, хеҙмәтен түгел, үҙен дә онотоп бөткәндәрҙер инде, тип иҫәпләнек.
РОНО вәкиле менән ебәрҙеләр грантты яҡларға. Оҙон өҫтәл артында унлаған кешенән торған комиссия теҙелеп ултыра. Трибуна тапҡырына баҫтырып ҡуйҙылар. Яҡлаусыма бер яҡ ситтән урын бирҙеләр. Һорау бирә башлағастар, улар тәүҙә ябай һымаҡ ине. Ғаилә хәле, стаж менән ҡыҙыҡһынған булдылар. Алдарында мин әҙерләп алған бөтөн документтар ята. Илке-һалҡы ғына ҡараштырып ултыралар. «Аллаға шөкөр, үттем, былай булғас», – тип уйлап та өлгөрмәнем, уртала ултырған оло ғына бер ҡатын ҡағыҙҙарға тексәйҙе бит. Күршеһендә ултырған иргә терһәге менән төрттө лә, бармағы менән күрһәтеп, ҡыҙып-ҡыҙып нимәнелер аңлата башланы. Шул ерҙә йөрәк табанға төшөп китте. Ҡырҙан ҡараһам да күреп торам: Фәнилә Фаилевнаның дәрес темаһына тексәйгәндәр. Әлеге ҡатын яҙыуҙан башын күтәрҙе лә: «Был дәресте ҡайҙа, ҡасан үткәрҙегеҙ?» – тип һораны. Баҡһаң, ул дәресте Фәнилә Фаилевна республика ярышында күрһәткән булған икән. Мин ни тип яуап бирергә белмәй ыҡ-мыҡ итеп туҡтап ҡалдым. Шул ерҙә комиссия ағзалары, һәр сараның датаһын, көнөн-сәғәтен белергә теләп, һорау артынан һорау яуҙырырға тотондо. Әбделғәлимов шулай ҡыҙартҡайны бит әле мине. Ниндәйҙер яуап алыуы мөмкин түгел ине инде минән. Шул ерҙә комиссия ағзалары РОНО вәкиленә ябырылды: “Атҡаҙанған” исемен ни өсөн бирҙерҙегеҙ? Кем тәҡдим итте? Ни өсөн бер йыл ялда булған уҡытыусыға грант юллайһығыҙ?” – тигән һорауҙар яуҙы. Минең яҡлаусым да телһеҙ ине. Былай оятҡа ҡалыуҙы дуҫыма түгел, дошманыма ла теләмәйем. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр үҙемдән үҙем оялдым.
Иң ауыр ғазап выждан ғазабы икән ул. Шул ерҙә һындым шикелле мин. Районға ҡайтып еткәнсе бер һүҙ ҙә һөйләшмәнек. Ҡайтып етер саҡта ғына юлдашым телгә килде: «Ни өсөн бирҙеләр һуң ул наградаларҙы һиңә?» «Үҙегеҙ бирҙегеҙ ҙә инде», – тип кенә әйтә алдым.
Ҡайтҡас, хәлемде иремә һөйләп, әҙерәк бушанырмын тигән ниәт менән өйгә инһәм, уныһы бер төркөм әшнәһе менән байрам итеп ултыра. «Ана, һөйрәлсек бисәм ҡайтты, һәйбәт һөйрәлә белгәс, дан өҫтөнә дан, грант алып ҡайтты, хәҙер йыуабыҙ инде», – тип ауыҙ йырҙы.
Бар үсте шул ерҙә уларға төшөрҙөм. Ен урынына тегеләрен баҫтырып сығарҙым да иремә ташландым. Уныһы мине һуғып ҡына осорҙо ла өйҙән сығып китте. Төнө буйы, тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп, ҡайтып ингәнен көттөм. Айығып ҡайтыр ҙа аңлашырбыҙ, ниндәй уңышһыҙлыҡҡа осрағанымды, исмаһам, уға һөйләп, еңеләйермен, тип көттөм. Ҡайтманы. Бөтөнләй ҡайтманы. Ә ҡалғанын һин беләһең, Гөлзифа».
Эйе, белә Гөлзифа. Институтты бөтөр йылды каникулға ҡайтҡанында әсәһе ғибрәт итеп һөйләгәйне. Ҡайҙа йөрөгәндер, ҡайҙа йәшәгәндер инде ул ир, өйөнән сығып киткәс. 4-5 йыл үткәс, декабрь аҙағында ауылға ҡайтҡан, ауыл ситендәге өйҙәрҙең ҡапҡаларын шаҡып, индереүҙәрен һорап йөрөгән. Берәү ҙә индермәгәс, мәктәпкә килеп, ишеген тырнап, астыра алмай, тупһаһында ятып туңып үлгән. Иртәгәһенә кешеләр саҡ танып, өйөнә алып барғандар. «Үҙе үлһә лә, беттәре тере ине», – тип ғәжәпләнгән уны йыуып-тәрбиәләгән кешеләр.
Шул ерҙә ҡарт артистка телгә килде: «Бына миңә хикәйәңде, теләһәм дә, теләмәһәм дә, тыңларға тура килде. Әҙәбиәт уҡытыусыһы булғас, беләһеңдер Ҡол-Ғәлиҙең Йософо ағаларына ни тип әйткәнен?»
Заһирә Шәңгәрәевна, маңлайын сирыштырып, иҫенә төшөрөргә маташты. Иҫләй алманы, уҡымағандыр ҙа. Ғөмүмән, берәй әҫәрҙе тулыһынса уҡынымы икән ул? Институтта ла йылғырлығы менән генә ярап йөрөнө. Курсташтарының «йәпитник» тип исем ҡушҡандарын һуңынан ғына ишетте. «Ябеда» һүҙенән алғандарҙыр инде. Заһира иҫенә төшөрә алмағас, артистка үҙе әйтте: «Ожмах һатып, тамуҡ алдығыҙ, ағайҙар», – тигән ул. Бына һин дә шул яҙмышты ҡабатлағанһың...»
Заһирә Шәңгәрәевна: «Мин әле һөйләп бөтмәнем», – тип туҡтата һалды быларҙы, уҡылмаған әҫәрҙәрҙе тағы һорап ҡуймаһын, тигәндәй. Уҡыусылар өсөн дәреслектә бирелгән текстар менән генә ҡәнәғәтләнә ине бит.
«Мин бөтмәнем әле... Грант ала алмай ҡайтыуым да онотолор ине, әгәр ҙә... Үҙәктән тикшереү килеп төшмәһә. Бик ҡаты тикшереү булды ул. Дәрес пландарын, тематик пландарҙы тикшерҙеләр. Дәфтәр торошо менән таныштылар, дәрестәргә инеп ултырҙылар, контроль эштәр алдылар. Ниса Хәйеровна, мин, директорҙың урынбаҫары пландарыбыҙҙы өйҙә тип алданыҡ та ул. Контроль эштәрҙең һөҙөмтәһе тураһында әйтеп тә торғо килмәй. Наградаларға тәҡдим ителгән протоколдарҙы таптырып бер булдылар. Ундай документтар беҙҙең мәктәптә бөтөнләй булмай сыҡты. Педсовет ултырышында тәҡдим ителергә, тикшерелгәндән һуң ҡарар ҡабул ителергә тейеш икән ул. Ә беҙҙә бит 5-6 уҡытыусыны йыйып алалар ҙа кемгә нимә бирергә икәнен әйтеп ҡул күтәртәләр, йәиһә исемлек тотоп ҡултамға йыябыҙ бит инде. Ҡара эштәр ҡараңғыла ярала икән ул. Тикшереүҙең һөҙөмтәһе бик әсе булды, әлбиттә. Бөтә бәләнең башын минән күрҙеләр. Бынан һуң миңә хужалар һырттары менән боролдо. Үҙем дә һиҙмәй ил күҙенән дә, ир күҙенән дә төшөп ҡалдым. Дәрестәрҙе ҡалған-боҫҡандан ғына арттырып бирә башланылар. Нагрузкам тулһа тула, тулмаһа, башҡа дәрес юҡ, тип кенә ҡуялар. Дөрөҫөн әйткәндә, һөйләшкән кеше лә юҡ. Фәнилә Фаилевнаның дәресен тартып алғанда ул да шундай кисереш үткәрҙеме икән? Хәҙер аҙым һайын шул иҫкә төшә ине...»
Һүҙем бөттө тигәндәй, Заһира Шәңгәрәевна күҙҙәрен йомоп тынып ҡалды. Терегөмөш шикелле тәгәрәп, күҙ йәше күренде. Гөлзифа Закуановна, уның өсөн борсолоп, урынынан ҡалҡынды. Шул ерҙә ҡарт артистка тағы ла телгә килде: «Хеҙмәт хеҙмәт менән, һинең балаларың бар, балалы кеше бәхетле инде ул...»
«Иң аяныслыһы шул: мин бит балаларым менән дә бәхетле түгел. Уныһын да һөйләргә тура килә, – тип тағы телгә килде Шәңгәрәевна. – Өлкән улым уҡығанда ла илке-һалҡы ғына булды, институтҡа индереүем дә файҙа бирмәне. Кеҫәһенән аҡса өҙмәҫкә тырыштым. Йәнәһе, ауырлыҡ кисермәй генә уҡыһын. Ҡайһы арала ҡыҙҙар менән сыуалған да, ҡайһы арала ҡомарлы уйынға тарыған... Дәрестәргә бөтөнләй йөрөмәгән, өсөнсө курстан ҡыуҙылар. Унда бәрелеп, бында һуғылып йөрөнө лә бөтөнләй сығып китте. Себергә тип юлланғайны, шунан алып хәбәре лә, хәтере лә юҡ. Ниндәй генә булһа ла бала бит, иҫән генә йөрөһөн инде, тип теләгән булам. Икенсе улым да институттың икенсе курсынан, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтам әле, тип, китте лә барҙы. Уныһын цинк табутта ҡайтарҙылар...»
Күҙҙәренән мөлдөрәп йәштәре тәгәрәп китте. Гөлзифа, ҡаты борсолоп, уның ҡулдарынан тотоп, пульсын һананы – өҙлөк булып ҡуймаһын.
– Рәхмәт, Гөлзифа! Балаларыңдың изгелеген күрергә яҙһын, – тип теләне Заһира апай.
Ҡарт артистка тағы телгә килде: «Атайымдың бер риүәйәте иҫкә төштө. Ағайыма әрмегә китер алдынан һөйләгәйне ул. Ут, Һыу һәм Намыҫ юлға сыҡҡандар. Бер-беребеҙҙе юғалтмаҫ өсөн билдәләребеҙҙе белеп ҡуяйыҡ, тигәндәр. Ут әйткән: «Мин булған ерҙә йылы булыр, төтөн сығыр, аш бешер, шунан табырһығыҙ». Һыу әйткән: «Мин булған ерҙә ағастар үҫер, үләндәр йәшәрер. Мал-тыуар төйәкләнер, шунан табырһығыҙ». Намыҫ әйткән: «Минең төҫөм дә, еҫем дә юҡ. Мине бер юғалтһағыҙ, ҡабат таба алмаҫһығыҙ. Шуға күрә юғалтмаҫҡа тырышығыҙ». Ғүмер буйы шул аҡылды тоторға тырыштым. Бәхеттән бәхет эҙләмәйҙәр. Бәхет бер иҫәпкә лә буйһонмай. Ул тик һөйөүгә генә буйһона. Аҡсаның, малдың, дан-дәрәжәнең ғүмере бик ҡыҫҡа инде ул. Намыҫ менән һөйөүҙең мәңгелек төшөнсәләр икәненә мин дә хәҙер килеп төшөндөм. Ә һин, Заһира (был һүҙҙе ул нисектер йылы итеп әйтте), минең һүҙемдән һине ғәйепләй икән тип уйлама. Һин һөйләйһең, ә мин үҙ яҙмышымды башымдан кисереп ятам. Мин дә бит бөтә бәхетемде данға алыштырҙым, иҫәр. Республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы мин. Ә эргәмдә бер сынаяҡ йылы һыу биргәндәй кешем юҡ. Ирем талантлы рәссам ине. Шуны һанға һуҡманым. Улыбыҙҙы бала ғына көйө уҡырға сит илгә ебәрҙем. Ҡырҙа уҡыһа, белемле лә, бай ҙа була, йәнәһе. Сит илдә уҡыны ла шунда ҡалды. Ҡатыны сит милләттән. Тәүҙәрәк ҡайтҡылай торғайны, хәҙер Рәсәйгә юлды бөтөнләй онотто. Үткән йылдан алып шылтыратып хәлде лә белгәне юҡ. Бына ятам хәҙер япа-яңғыҙым, ҡайҙа хата ебәрҙем икән, тип...»
Шул ерҙә ошоға тиклем һүҙгә ҡыҫылмай тыңлап ҡына ятҡан түрә ҡатыны ла ҡушылды: «Әле мин, бөтәһе лә бәхетле, бер мин бәхетһеҙ икән, тип, ҡан-йәш түгеп ята инем. Беребеҙҙең дә яҙмышы еңелдән түгел икән. Иремдең тәүге ҡатыны үлгәс сыҡҡайным кейәүгә. Үҙенән бигерәк түрәлегенә ҡыҙыҡтым. Бер генә балабыҙ булды. Үтә иркәләтеп, кешелә юҡ саҡта машина алып биргән булды атаһы. Ул нәмә баламдың башына етер, тип ике ятып бер төшөмә инмәне. Улыбыҙҙың һәләкәте беҙҙең әйле-көйлө генә тормошто бөтөнләй кирегә бороп ебәрҙе. Кеше алдында һәйбәт пар булып ҡыланабыҙ. Машинала китеп барғанда иремдән эттәй һүгелеп әрләнәм, ә осрағандарға йылмайып сәләм биргән булам. Йәнәһе, көлә-көлә һөйләшеп китеп барабыҙ. Үҙемдең күҙҙәремдән йәшем тәгәрәй... Быяла аша күҙ йәштәре күренмәй ҙә инде...»
Артистка үҙе өсөн генә һөйләгән кеүек талғын ғына дауам итте: «Минең иремдең һуңғы картинаһы «Илаһи йән» тип атала. Бәлки, ул уны ғүмер буйы эшләгәндер. Мине төшөргән ул. Тормошо ла, хыялы ла мин булғанмындыр инде. Бөтә көсөн, һәләтен ижадҡа һалған. Оҫтаханаһында, шул картина алдында йән биргән. Ул үлгәс үкенеүҙәрем.... Сәстәремде йолҡоп иланым. Тормошомдоң мәғәнәһе уның менән бергә китте. Ир үлгәс, сәхнәнең дә ҡыҙығы ҡалманы. Үҙем дә белмәй, тик уның өсөн генә уйнаған булып сыҡтым. Хәҙер йөрәкте яматырға ятҡан булам, кәрәге тейерме икән?.. – Әҙерәк уйланып ятҡас, тағы телгә килде. – Мостай Кәримдең трагедияһында төп ролде уйнаным. Шул образға инеү өсөн әҙиптең бөтә әҫәрҙәрен дә уҡып сыҡтым. Күңелемә бер иҫтәлеге шул тиклем һеңеп ҡалды. Ниндәйҙер ауылда, Мәсғүт, шикелле, шағир килеү уңайынан мәжлес ойошторалар. Ололар – түрҙә, йәштәр түбәнерәк урын алған. Тәүҙә өлкәндәр, тарих һөйләп, йырҙар йырлайҙар ҙа, йәштәргә һүҙ бирәләр. Йәштәрҙән берәү бик ҡысҡырып йырлай. Бабайҙар уға ошондайыраҡ кәңәш бирә: «Ҡустым, ҡысҡырып йырлауың һәйбәт. Һин беҙҙең өсөн тырыштың. Был яғына үҙең өсөн генә йырла, башҡалар һоҡланып тыңлағандай булһын». Шул кәңәште уйлайым да кеше тик үҙенсә йәшәргә, үҙе булып ҡалырға тейеш, ә ҡалғандар уның ғүмеренә ситтән ҡарап һоҡланғанда ғына үкенестәр булмайҙыр, тип фараз итәм. Һоҡландыра алған кешенең йөрәгендә йөк тә булмайҙыр ул... Бөйөк әҙиптең гәзиткә биргән интервьюһында изгелек тураһында әйтелгән һүҙҙәрен көндәлегемә генә түгел, күңелемә лә яҙып ҡуйҙым: «Изгелек эшләргә бөтә кешенең дә ҡулынан килмәйҙер ул. Ә бына яуызлыҡ эшләмәҫкә бөтә кеше лә булдыра ала». Шул һүҙҙе бөтәбеҙ ҙә иҫебеҙҙә тота алһаҡ, тормошобоҙ мәғәнәлерәк булыр ине...»
Шул мәлдә Гөлзифаны саҡырып сығарҙылар. Бер минут та үтмәне, ул, йылмайып, палатаға кире инде: «Заһира Шәңгәрәевна, һеҙгә ейәнсәрегеҙ килгән». Заһира был серен берәү ҙә белмәһен тип уйлай ине асылда. Килененән дә, баланан да баш тартҡайны бит ул. Уҡыуын да шул ҡыҙ арҡаһында ташланы тип, бөтә бәләне шул йөклө килененән күргәйне. Хәҙер иһә шул бала килгән уның хәлен белергә...
Заһирә Шәңгәрәевнаның йөҙө яңы тыуған ай шикелле балҡыны, битендәге йыйырсыҡтары яҙылып китте хатта. «Килгәнме ҡолонсаҡҡайым? Килгән бит бәпесем. Ҡана һин, ҡайҙан тапҡан бит, йә», – тип һөйләнә-һөйләнә сығырға йыйыныуында бәхетле әбейҙәргә генә хас тилберлек сағылып китте. Палатағылар бөтәһе лә уны ҡыуанып күҙәтә ине. Тик береһе лә ул ейәнсәр бында килһен өсөн Гөлзифаның күпме көс һалыуын белмәне...

Флүрә НИЗАМОВА.

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2022-05-26/y-r-kt-ge-y-k-hik-y-2819216 

Автор:
Читайте нас: