Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Май 2023, 12:35

Күксәскә (Хикәйә)

– Ярай, ҡыҙым, артабан барып булмаҫ. Ҡайтыр юлға бензин аҙ ғына ҡалды. Берәй машина тап булыр әле, Алла бирһә.

Күксәскә (Хикәйә)
Күксәскә (Хикәйә)

Оло йәштәрҙәге ағай Фәнзилә менән һаубуллашты ла кире ҡайтыу юлына боролдо. Ҙур сумкаһын ҡыҙ юл ситенә ҡуйып та өлгөрмәне, йәшел төҫтәге бер еңел машина килеп тә туҡтаны. Тәҙрәһенән табаҡтай итләс битле кешенең башы күренде.
– Ҡайҙа юл тотабыҙ, һылыуҡай?
– Бишҡарағасҡа.
– Һо! Әйҙә ултыр! Беҙ ҙә шунда китеп барабыҙ.
Ҡыҙ ауыҙы ҡолағына ҡәҙәр етеп йылмайған кешегә аптырап ҡарай бирҙе лә машинаға ыңғайланы. Инеп ултырыу менән эргәһендә ултырған ирҙән араҡы еҫе килеүе күңеленә шом һалды.
– Ғәфү итегеҙ, мин ултырмайым. Төшөрөгөҙ әле, – тип әйтеүе булды, машина юғары тиҙлектә алға ынтылды.
– Беҙ үҙе машинаға ултырған ҡыҙҙарҙы төшөрөп ҡалдырмайбыҙ ул, эйе бит, ҡустым?
Алдағы әрһеҙе ҡустыһына әйләнеп күҙен ҡыҫты ла иләмһеҙ ҡарлыҡҡан тауыш менән йырлап ебәрҙе:
Барҙым Ҡаҙағстанға,
Туйҙым күлдәк-ыштанға...
Күп тә барманылар, машина оло трассаға төштө.
– Һеҙ, ағайҙар, ҡайҙа бараһығыҙ ул?! Беҙҙең ауыл ул яҡта түгел, – тип тынысһыҙланды Фәнзилә.
– Бишҡарағас ҡайҙа ул? Ундай ҙа ауыл бармы ней... Һин беләһеңме, ҡустым?
Әрһеҙ артта ултырып килгән ҡустыһына тағы ла әйләнеп күҙ ҡыҫты. Эштең ҡайҙа тәгәрәгәнен аңлап ҡалған ҡыҙ илай башланы.
– Илап еңеп өйрәнгән әпсәһен. Илар мәлең алдараҡ әле. Шулай бит, ҡустыһы?
Әрһеҙ көҙгө аша ҡыҙға күҙ һалды. Ҡустыһы бер ни ҙә өндәшмәне. Ҡыҙ бар көсөнә илап ҡысҡыра башланы.
– Туҡтатығыҙ, тием, машинаны! Мин төшөп ҡалам!
Уның һүҙҙәрен ҡолаҡҡа элгән кеше булманы. Фәнзилә Әрһеҙҙең елкәһен йоҙроҡтары менән төйгөсләй башланы. Ҡолаҡтарға арҡыры торғандай иләмһеҙ, ҡатлы-ҡатлы һүгенеү һүҙе яңғыраны.
– Сыҡ әле алға, рулгә ултыр! – тип бойорҙо Әрһеҙ ҡустыһына. – Мин аҙыраҡ быны аҡылға ултыртып алайым.
Шунан машинаһын туҡтатты ла тышҡа сыҡты. Шул саҡ ҡаршы юл ситенә тағы бер машина килеп туҡтаны. Водителе, капотын асып, нимә менәндер булыша башланы. Ҡыҙ бар көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ағай, ҡотҡарығыҙ! Былар иҫерек!
Әрһеҙ ҡустыһын елтерәтеп сығарҙы ла алға ултырырға ҡушты. Ул арала кемдер ҡыҙ эргәһенә инеп килгән Әрһеҙҙе артҡа һелкетә тартты һәм ергә йыға һуҡты. Илап ҡаңғырған ҡыҙға ҡапыл да:
– Сығығыҙ! – тигән һүҙ барып етмәне. Машинанан килеп сыҡҡас, ерҙә ятҡан Әрһеҙҙе күреп, ҡото алынды.
– Ағай, әллә ул үлдеме...
– Юҡ, үлмәне. Әҙерәк ятып хәл ала ла тора ул, – тип яуап бирҙе таныш булмаған егет. Руль артында ҡурҡыуҙан таш һын булып ҡатып ултырған ҡустыһы янына барҙы ла:
– Башҡаса юлда һеҙҙе күрмәйем, тағы ла миңә тап булһағыҙмы... – тип янаны. Тиҙ генә ҡыҙҙың сумкаһын алып машинаһына йүнәлде.
Машинаға инеп ултырған Фәнзилә егеткә күтәрелеп ҡараны ла:
– Ә һеҙ үҙегеҙ ҡайҙа бараһығыҙ һуң? – тип илап ебәрҙе.
– Бишҡарағасҡа, борсолмағыҙ.
– Һеҙ беҙҙең ауылды ҡайҙан беләһегеҙ?
– Беләм, ҡурҡмағыҙ.
Машина кире яҡҡа боролдо ла ауыл яғына айырылған юлға төштө. Башҡаса һөйләшеү булманы. Әллә ҡурҡып, әллә әрһеҙ бәндәләрҙән ҡотолоуына ҡыуаныпмы, ҡыҙ әленән-әле илап, ҡулъяулығы менән күҙҙәрен тызыны.
– Һаман да шул илаҡ ҡыҙыҡай икәнһегеҙ, – тип егет көлә биреп ҡуйҙы.
Фәнзилә уға әйләнеп ҡараны. Егеттең эйәге өҫтөндә борсаҡ ҙурлығы миңе, көләс йөҙө уға кемделер хәтерләткәндәй тойолдо.
– Әллә... Һеҙ бынан күп йылдар элек Ҡырҡты тауында миңә тап булған ағайһығыҙмы ул?..
– Эйе, тап үҙе. Шул ағай булам.
Ҡыҙ күҙ йәштәре аша уға йылмайҙы. Уйҙары уны алыҫта тороп ҡалған бер ваҡиғаға алып китте. Етенсе класты тамамлаған матур йәй көндәренең береһе ине. Ул йылы еләк шул тиклем уңды. Ҡыҙ, өй эштәрен бөтөрөп, биҙрәһенә ике телем икмәк һалып алды ла ауылға терәлеп ятҡан Ҡырҡтыға юл тотто. Яҡындағы бер үҙәктән генә өҫкә күтәрелгәнсе, биҙрә эре, бешкән еләктәр менән тулып та ҡуйҙы. Ҡайтыр юлға боролоуы булды, бейек таш өҫтөндә, ҡулдарын маңлайы өҫтөнә ҡуйып, ниҙер күҙәткән бер кешене күреп, ҡото осто. “Ҡасҡын!” – тигән уй бөтә тәнен ҡалтыратты. Өләсәһенең:
– Йәйгеһен ҡасҡындар күбәйә, урман тулып йөрөйҙәр, – тип әйткәнен иҫенә төшөрҙө лә шәп итеп аҫҡа ҡарай йүгерә башланы. “Ҡасҡын” уны күреүен-күрҙе, тик ниңәлер урынынан ҡуҙғалманы. Әллә аяғын яңылыш баҫтымы, әллә берәй нәмәгә эләктеме – ҡыҙыҡай йөҙ түбән барып төштө. Биҙрәһе ҡулынан ысҡынып, ситкә тәгәрәп китте. Тороп атларға булғайны, аяғына баҫа алманы. Үҙенә яҡынлашып килгән ҡасҡынды күрҙе лә:
– Ҡотҡарығыҙ! Ҡасҡын! – тип һөрәнләп илай башланы.
– Ниңә шул тиклем ҡысҡыраһың? Мин ҡасҡын түгел, ат эҙләп йөрөйөм, – тине янына килеп ултырған егет. – Ҡана, аяғыңды ҡарайыҡ әле.
Ҡыҙ аяғын күрһәтергә мәжбүр булды.
– Аяғың сығыуға сыҡмаған, әҙерәк яҙа баҫҡанһың.
Егет бер аҙ йөҙлөк өҫтөн, шайтан ашыҡ тирәһен һыйпаны, сумкаһынан ҙур ғына сепрәк алып бәйләп ҡуйҙы.
– Ярай, ауыртыуы әкренләп бөтә ул. Һин ултырып тор, мин тиҙ генә еләк йыйып бирәйем. Биҙрәң, ана, тегендә ята, – тине лә еләк йыйырға булып китте. Күҙ асып йомғансы, биҙрәне еләк менән тултырып, ҡыҙ алдына килтереп ҡуйҙы.
– Рәхмәт, ағай.
– Асыҡманыңмы? Әйҙә, бына миндә сәй ҙә, икмәк тә бар.
Ул шешәгә яһалған сәй, икмәк алды. Көрөшкәгә сәй ҡойоп, ҡыҙға һондо. Үҙе өндәшмәй генә ҡыҙҙы күҙәтте. Ултыра биргәс, торҙо ла бер ус күм-күк кенә төҫтәге сәскәләр йыйып алып килде.
Фәнзилә ҡурҡыуын бөтөнләй онотто. Сәй эскәс, күҙ алдары яҡтырып киткәндәй булды. Аяғының ауыртыуы ла кәмегәндәй тойолдо.
– Ағай, һеҙҙең исемегеҙ нисек? – тип төбәшә башланы.
Егет бер аҙ ултыра бирҙе лә:
– Минең исемем Ағай була, – тип йылмайҙы.
– Улай булғас, мин дә һеҙгә исемемде әйтмәйем, – тине ҡыҙ.
– Ярай, әйтмә. Мин һинең исемеңде былай ҙа беләм. Һинең исемең Күксәскә.
– Ниңә улай тип әйтәһегеҙ ул?
Фәнзилә ғәжәпләнеп ағаһына текәлде.
Ағаһы йыйған сәскәләрен уға һондо.
– Һинең күҙҙәрең ошо сәскәләр төҫөндә күм-күк кенә. Һиңә Күксәскә исеме бик килешә.
Ҡыҙыҡай ихлас көлөп ебәрҙе. Сәскәләрҙе алды ла биҙрәләге еләктәре өҫтөнә ҡуйҙы. Ағаһының йылы ҡараштары уның ҡурҡыуын бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. Ултыра биргәс, егеттең эйәге өҫтөндәге борсаҡ ҙурлығы миңен күреп ҡалды.
– Ағай, унда битегеҙҙә ниндәй ҡара нөктә бар ул? – тип һорамайынса булдыра алманы.
– Мин юғалһам, шуға ҡарап табып алһындар өсөн ҡуйылған миң ул, – тип көлдө егет.
– Их, минең шундай бер билдәм дә юҡ, – тип бошоноп китте ҡыҙ.
– Ниңә булмаһын, ти. Бар. Һине бына оҙон, ҡуйы сәстәреңдән таныясаҡтар, – тип һоҡланды ағаһы.
– Эйе, өләсәйем тәрбиәләп үҫтерҙе уны. Гел дә ҡатыҡ менән генә йыуҙы. Сәсемде кешеләргә күрһәтмәне, күҙ тейә, тине. Гел генә яулыҡ ябындырып йөрөттө, – тип алсаҡланды ҡыҙ. Әле генә ҡасҡын тип ҡурҡҡан кешенең изге күңелле ағай булып сығыуына ихлас ҡыуанып, бер туҡтауһыҙ хәбәр һөйләне Фәнзилә.
– Ярай, әйҙә, һеңлем. Биҙрәңде тотошоп әҙерәк ауылыңа яҡынайтып ҡуяйым. Миңә лә яҡты күҙҙә ҡайтып етергә кәрәк, – тип ағаһы урынынан ҡалҡынды. Улар һөйләшә-һөйләшә етәкләшеп Бәләкәйтүбәнең башына күтәрелде.
– Бар инде, ана, ауылың да күренде. Әкрен генә атла, тағы ла һөрлөгөп барып төшмә, – тип һаубуллашты ағаһы.
Ҡыҙ аҫҡа атлай бирҙе лә боролоп, ағаһына ҡулын болғаны.
– Эт-ҡошҡа тап булып ҡуйма. Икенсе тапҡыр улай яңғыҙың йөрөмә! – тип ағаһы ла ҡул болғаны.
– Эт-ҡоштар – беҙҙең иң яҡын дуҫтар! – тип ҡыҙ ҡысҡырҙы ла ауыл яғына атланы...
Уйҙар шул ерҙә бүленеп ҡалды. Егет Ҡарайылға буйына машинаһын туҡтатты ла:
– Барығыҙ, битегеҙҙе йыуығыҙ, сәсегеҙҙе лә рәткә килтерегеҙ. Юҡһа, өйҙә һеҙҙе күреп аптырарҙар, – тине лә үҙе ситкә китте.
Тағы ла машинаға инеп ултырҙылар.
– Рәхмәт һеҙгә, ағай. Анау иҫеректәрҙән ҡотҡарғанығыҙ өсөн, – тине Фәнзилә.
– Шундай матур ҡыҙҙы нисек инде иҫеректәр ҡулына ҡалдырып китәһең? Кем булһа ла ярҙамға ашығыр ине.
Ҡыҙҙың күҙҙәре тағы йәш менән тулды.
– Йә, иламағыҙ. Һаман да шул күҙ йәшегеҙ эргәгеҙҙә генә йөрөй икән. Ә үҙегеҙ ҡайҙан ҡайтып киләһегеҙ һуң?
– Мин икенсе районда мәктәптә уҡытам. Әле йәйге ялға ҡайтып килеүем, – тине ҡыҙ.
– Ә тормошҡа сыҡманығыҙмы һуң?
– Юҡ, оҡшағандайҙары тап булманы. Сыҡманым. Ағай, һеҙ һаман да ат көтөүсеһеме? – тип һораны Фәнзилә.
Ағаһы көлөп ебәрҙе лә:
– Юҡ, был юлы мин аттар хужаһы. Хужалыҡта иллеләп ат бар. Эй, ысын, йәйләүебеҙҙә ҡымыҙ ҙа әҙерләйҙәр. Әгәр теләһәгеҙ, һеҙҙе берәй көн ҡымыҙ менән һыйларға ҡунаҡҡа саҡыра алам, – тине.
– Юҡ, рәхмәт. Мин бара алмаҫмындыр ул.  Ҡатынығыҙ барҙыр бит, – тип баш тартты ҡыҙ.
– Миңә лә оҡшағандары тап булманы шул, Күксәскә...
– Күк-сәс-кә?
Барыһын да иҫенә төшөрөп, Фәнзилә көлөп ебәрҙе.
– Аҡыллы ҡыҙыҡайһың. Ҡыҙҙар ҡалаға уҡырға китһә, сәстәрен ҡырҡтыра ла ҡуялар. Сәсеңде һаҡлағанһың, Оҙонсәс, – тип ағаһы маҡтағайны, ҡыуанысынан ҡыҙҙың түбәһе күккә тейгәндәй булды.
Ауылға килеп тә еттеләр. Тыуған йорт янына килеп туҡтаһалар ҙа, һөйләшер һүҙҙәре бөтмәне. Бер-береһенән күҙҙәрен ала алмай, байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Ике көндән Ағаһы ҡыҙҙы йәйләүе менән таныштырмаҡсы, ҡымыҙ менән һыйламаҡсы булды. Фәнзилә ҡыуанысынан осоп төштө, риза булды.
Ҡапҡа төбөнә барып баҫты ла Ағаһына ҡулын болғаны. Ағаһы ла уға ҡарап йылмайҙы ла эстән генә:
“Их, минең Күксәскәм…” – тип уйлап, ҡайтыр юлына боролдо.
Ошондай осрашыуҙар артабан уларҙы бер-береһенән айыра алманы. Тик туй алдынан ғына Ағаһының юл фажиғәһенә осрап һәләк булырын да, Күксәскәнең, һөйөүенә тап төшөрмәй, ғүмерлеккә яңғыҙ ҡалырын да икеһе лә белмәй ине әле...
...Йылдар уҙҙы. Ҡырҡтының еләкле үҙәгендә июль айҙарында күм-күк келәм булып күк сәскәләр үҫте. Тик биҙрә тотоп еләккә килгән Күксәскә лә, таш өҫтөндә баҫып торған Ағаһы ла башҡаса күренмәне...

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА

Автор:Айбулат Ишназаров
 
Автор:
Читайте нас: