+28 °С
Болотло


Духтыр: «Нымыҫыңды йәштән үк, ә тештәреңде – һәр саҡ һаҡла», – тип хәбәр һөйләй радионан. Егетлек намыҫымды һаҡлайым, мах бирмәйем тип, матур ҡыҙҙар өсөн һуғыша торғас, тештәр ҡойолоп бөттө. Намыҫ бар ҙа тештәр юҡ. Ә хәҙерге ҡыҙҙар тешле егеттәргә ҡарай, беҙ, тешһеҙҙәр, уларға кәрәкмәйбеҙ, беҙҙең намыҫыбыҙ ҙа уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Гүзәл заттарыбыҙға намыҫһыҙ юл менән байыған ир-егеттәр нығыраҡ оҡшай. Был донъяла бер генә йәшәйбеҙ бит, намыҫ тип йөрөп булмай инде, ти улар. Ауыҙыңда тешең булһа ла, булмаһа ла, намыҫһыҙ әҙәмдәргә теш үтмәй хәҙер.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ.