

Халыҡ менән шығырым тулы автобус. Кем әйтмешләй, энә төртөрлөк тә урын юҡ. Район үҙәгенә йомош менән барған Ғәбделбарый ҡарт та шул автобуста эткеләшеп-төрткөләшеп ҡайтып килә. Хәҙерге йәштәр элекке кеүек түгел, урын биреп бармайҙар. Шулай килә Ғәбделбарый ҡарт автобус ыңғайына бәүелеп. Етмәһә ҡарыны ҡайнай бының. Автобус көткән арала автовокзал ашханаһына кереп, солянка ашап сыҡҡайны, ят ашты үҙ итмәне шикелле ҡорһағы. Берәй урын табып, тыныс ҡына ултырһа, ул тиклем үк йонсотмаҫ ине, бәлки, эсе. Осаһын терәрлек урын юҡ. Ҡаршыһында ғына бер егет менән ҡыҙ йәйелеп ултырған, тик ҡарт күпме генә мөлдөрәп ҡараһа ла, былар уны иғтибар итмәҫкә тырыша, күҙҙәре тәҙрәлә.
Ай, Аллам, ҡарыны тамам аҙҙы Ғәбделбарыйҙың, өрөп тултырылған туп кеүек булды. Эсәктәре буйлап уйнаған дауылды көсәнеп ҡыҫып килгәс, эс-бауырҙары ҡырҡыла башланы. Юлын әйтәйем, соҡор-саҡырҙарға эләгеп, автобус бер ҡабырғаһынан икенсеһенә ауа. Уның һайын... Уф, нисек түҙмәк кәрәк был тамуҡ ғазабына?
Автобус сираттағы бер һикерткәндә, шарт итеп ҡалды. Юҡ, тәгәрмәс һытылманы, Ғәбделбарыйҙың ҡарыны шартланы. Прәме ысын күңелдән шартланы, урыҫ әйтмешләй, от души инде. Салон эсенә әсе еҫ таралды. Тәҙрәнән күҙен алмай килгән ҡыҙ, танауын ҡаплап, ҡыҙарып-бүртенеп егетенә ҡараны. Шул арала Ғәбделбарый телгә килде.
–Улым, оялма, миңә һылта ла ҡуй, – тине ул, бөтөн халыҡҡа ишетерлек итеп.
–Водитель, тормозни-ка, невозможно дышать!
Ике усы менән ауыҙ-моронон ҡаплаған ҡыҙ уҡшып, автобус туҡтар-туҡтамаҫтан тышҡа ашыҡты.
Пассажирҙарҙы этә-төртә ҡыҙы артынан егет тә урамға уҡталды.
–Валя, подожди, хәҙер аңлатам, ну, подожди!
–Хәҙерге йәштәр тәртипте белмәй шул. Элек беҙ ололар янында тын сығарыу түгел, тын алырға ҡурҡа инек, – Бушап ҡалған урынға иркенләп ҡунаҡлаған Ғәбделбарый ҡарт шулай һөйләнде.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.