

Японияла робот уйлап сығарғандар бурҙарҙы тота торған.
- Японияла 5 минут эсендә 100 бурҙы тотҡан.
-Америкала 5 минутта 200
бурҙы тотҡан.
- Ә Рәсәйҙә 5 минут эсендә кемдер роботты урлаған.
***
Бер сирле дауаханала операция өҫтәлендә ята икән, ти. Хирургтан һорай был:
- Доктор, операция уңышлы үтһә, мин гитарала уйнай алырмынмы икән?..
- Әлбиттә уйнай аласаҡһың!!!
- Шәәәәәәәп!!! Доктор, мин бит бығаса бөтөнләй гитарала уйнай белмәй торғайным!..
***
Уҡытыусы:
- Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
- Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…
***
- Өлəсəəəй!
- Әү, балаҡайым?..
- Өлəс, ә ҡан тəмлеме ул?
- ??? Ҡайҙан белəйем улым...Ниңə ундай һорау биреп ҡуйҙың ул?
- Атайым əйтә, "Шул өләсең вииис ҡанды эсте!" тине...
- Атаң башһыҙ бит ул!!!
- Тоощно, ул да "Вис башымды кимерҙе!" тип тә әйткәйне шул...
***
Ниңә зонтик тотоп йөрөйһөң ул?
- Ямғыр яуа ҡалһа?!
- Бина эсендә ямғырҙан ҡурҡҡан кешене беренсегә күрәмсе!..
- Ә мин ҡурҡмаймын, минең зонтигым бар!
***
Бер ир яҡын дуҫына һөйләй:
– Бисәнең һүҙе артынан ҡотороп эсеүҙе, тәмәкеһен дә ташланым. Кәрт тә уйнамайым хәҙер!
– Һай афариин! Тимәк ҡатының хәҙер бәхет тигәненә төрөнөп кенә йәшәп ята инде!
– Юҡтыр ул... Әрләргә тип ауыҙын аса ла, нисек асҡан - шул урынында ҡата ла ҡуя. Әйтер һүҙ юҡ бит инде хәҙер, юҡ!