

31 декабрь көнө. Бер ир дуҫына һөйләй:
- Иртә менән биҙәнә башлаған ҡатыным биш тапҡыр хушынан яҙып йығылды.
- Нишләп?
- Матурлығына һоҡланыуҙан инде...
*****
– Ялҡыттың! Мин һинән китәм! Һимеҙлегем тураһында бер туҡтауһыҙ төрттөрөүҙәреңде башҡаса түҙеп тормам!
– Туҡта, йәнем! Китмә инде! Балабыҙ тураһында уйла!
– Ниндәй балабыҙ тураһында?
– Нисек? Һин ауырлы түгелме ни? ))
*****
Ҡатын:
– Мин был йортта Көлбикә кеүек тоям үҙемде! Йыуам, бешерәм, йыйыштырам...
Ире:
– Кейәүгә сыҡҡас әкиәттәге кеүек йәшәйәсәкһең тип әйттем бит мин һиңә!- тимәһенме! )))
*****
Буфет һатыусыһы әзмәүерҙәй официантын әрләй:
– Ҡарале, етте тинем бит! Аңламайһыңмы әллә? Ниңә клиенттарҙы урамға төрткөләп сығараһың ул? Башың менән уйлап ал: беҙ бит вагон-ресторанда!!! ))
*****
– Биш ҡап тәмәке, өс шешә һыра бирегеҙ әле!
– Һиңә 18 тулғанмы һуң?!
– Улайһа, ярар, бер шешә "Шихан" лимонадын бирегеҙ.
– Йә!Йәәәә... Һаааай-һай, был бала-сағаны - дөрф итеп ҡабынырға ғына торалар...
*****
– Өләәәс, мин һине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙым бит! - ти ейәне, йөрәген тотоп уфтанып ултырған өләсәһенә.
– Нисек итеп, балаҡайым? - тип һорай әбей.
– Врач килгәйне иртән, әәәй, ишекте асманым да ҡуйҙым!.. ))
*****
Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
– Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
– Юҡ.
– Ә Ерәнсә сәсән менән?
– Юҡ.
– Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?
– Юҡ.
– Сығырға мөмкин.
Сыҡҡас, ишек янында өймәлшеп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:
– Ҡабул иттеләрме?
– Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән, - тигән була, ти.
*****
Төн уртаһында өйөнә ҡайтып ингән ҡыҙ:
– Ааатааай, әгәр мин әхирәтемдең тыуған көнөнөндә булып ҡайттым икән, ниңә һин мине шунда уҡ иҫерек тип күрәһең ул?
– Мин атайың түгел, ә әсәң! Бына, атаң торһон әле!..