Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
28 Ғинуар 2023, 23:43

Һуҡыр мөхәббәт. Хикәйә

– Зәмзәмиә! Ни булды? Нишләп килмәнең, ҡәҙерлем? – тигәс, ниндәйҙер таныш булмаған тауыш ишетелде: «Зәмзәмиә» исемле оператор, ҡуйылған маҡсатына ирешеү сәбәпле, бөтөнләйгә һүндерелде. Һеҙ «Яңғыҙаҡтарға психологик ярҙам» агентлығы менән бәйләнештәһегеҙ. Теүәл бер йылға һуҙылған хеҙмәтебеҙ өсөн ошо сумманы банк аша беҙҙең агентлыҡҡа күсереүегеҙ һорала. Әгәр ике көн эсендә кәрәкле сумма беҙҙең иҫәпкә килеп етмәһә…»

Һуҡыр мөхәббәт. Хикәйә
Һуҡыр мөхәббәт. Хикәйә
Миңнулла, дәрестәрен тамамлап, яйлап ҡына ҡайтырға сыҡты. Ашығыр ере юҡ, өйҙә уны бер кем көтмәй. Йәше утыҙға етеп килгән уҡытыусы егет төҫкә-башҡа бүтәндәрҙән ҡалышмаһа ла, нишләптер һаман өйләнмәй тик йөрөй. Әллә үтә һайлансыҡ, әллә нәмә, уныһын үҙенән башҡа бер кем дә белмәй. Бына әле лә, йүгереп ҡайтып, йә киноға, йә театрға йыйыныр урынға, аяҡтарын кирә баҫып, яйлап ҡына парк буйлап симешкә сиртеп атлай. Ҡапыл хөрриәтте телефон шылтырауы боҙҙо:
– Әллеү! Ишетәһеңме? Бер нәмә лә өндәшмә, мине тыңла: бүтәнсә һине белгем дә күргем дә килмәй! Артымдан эҙләп ваҡыт әрәм итмә, барыбер бушҡа булыр... Әллеү... Ишетәһеңме мине, Айнур?
Телефондағы әллә ниндәй таныш булмаған һандар ҡапыл боғаҙынан алғас, Миңнулла аптырап ҡалды:
– Эйе, ишетәм.
– Ишеткәс, ниңә өндәшмәйһең? Мин бүкән менән һөйләшәмме ни?
– Юҡ... Бүкән түгел... Айнур ҙа түгел. Тик, зинһар өсөн трубканы ташламағыҙ. Моғайын, һандарҙы яңылыш йыйғанһығыҙҙыр.
– Иҫәр тип беләһеңме мине? Һинең тауыш бит был, Айнур. Мин һине ташлайым... Бүтәнсә...
– Мин Миңнулла. Ә һеҙ кем?
Бәйләнеш өҙөлдө. Ҡайһылай ҡыҙғаныс. Кемдеңдер яҙмышы хәл ителгән мәлдә аңлашылмаусанлыҡ та баһаң! Миңнулла бер аҙ тыпырсынып торғандан һуң, ҡыҙыҡайҙың һандарын ҡабат йыйҙы.
– Әллеү! Ғәфү итегеҙ, был тағы Миңнулла.
– Ниндәй Миңнулла?
– Һеҙ миңә яңылыш эләктегеҙ булһа кәрәк.
– Шунан? Һеҙҙең ни эш?
– Юҡ та... Бәлки...
– Юҡ инде, бер аҡылһыҙҙан саҡ ҡотолдом. Минең номерҙы онотоғоҙ, йәме, кем әле унда...
Шулай ҙа Миңнулла был серле һандарҙы телефонында ҡалдырҙы. Аҙна тирәһе үткәндер, көтмәгәндә тағы шылтырау:
– Әллеү, һаумыһығыҙ. Зинһар мине тыңлағыҙ. Мин Зәмзәмиә, хәтерегеҙҙәме? Бер көн һеҙгә яңылыш килеп эләккәйнем.
– Һаумыһығыҙ!
– Мин хәҙер яңғыҙ. Егетем менән ташлашҡайным, ҡыйын...
Ошо көндән алып, Зәмзәмиә Миңнуллаға тәүлектең ниндәй мәлендә башына һуға, шунда шылтырата башланы. Егет тә ҡаршы килмәй, һәр ваҡыт яуап бирә. Ҡайсаҡ былар сәғәттәр буйына аралашып, телефондың һуңғы тине бөткәнсе туҡтай алмай. Шулай аҙналар, айҙар үтте. Миңнулла бер нисә тапҡыр осрашырға тәҡдим итһә лә, Зәмзәмиә ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанып, егет өмөт иткән серле мәлде кисектерә торҙо. Шуға телефон аша ғына бер-береһенә өйрәнделәр, киләсәккә пландар ҡорҙолар. Бер йыл үтеүгә ике йәш йөрәк, ЗАГС-ҡа барып, өйләнешергә ғариза бирергә булды.
Ҡыйыуһыҙ ғына аҙымдар менән Миңнулла симешкә сиртә-сиртә ЗАГС бинаһы эргәһендә ярты сәғәт улай-былай йөрөнө. Зәмзәмиә нишләптер һаман юҡ. Егет уның телефонына шылтыратып ҡарағайны ла, «Абонент недоступен», тигән яуап ҡына ишетелеп тик тора. Шулай бер сәғәт көттө, ике сәғәт... Инде арып, ҡайтыр яҡҡа боролған мәлдә, ҡапыл телефон шылтыраны...
Миңнулланың өҫтөнән ауыр йөк алып ташланылармы ни! Ул, өмөтө барлығына ҡыуанып:
– Зәмзәмиә! Ни булды? Нишләп килмәнең, ҡәҙерлем? – тигәс, ниндәйҙер таныш булмаған тауыш ишетелде: «Зәмзәмиә» исемле оператор, ҡуйылған маҡсатына ирешеү сәбәпле, бөтөнләйгә һүндерелде. Һеҙ «Яңғыҙаҡтарға психологик ярҙам» агентлығы менән бәйләнештәһегеҙ. Теүәл бер йылға һуҙылған хеҙмәтебеҙ өсөн ошо сумманы банк аша беҙҙең агентлыҡҡа күсереүегеҙ һорала. Әгәр ике көн эсендә кәрәкле сумма беҙҙең иҫәпкә килеп етмәһә, судҡа мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Бип-бип-бип…»
Автор:
Читайте нас: