Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
27 Ғинуар 2023, 10:13

Тапалған еләк (Хикәйә)

– Мин берәүгә лә теймәнем! Ишеттеңме?! Әгәр берәйһенә ауыҙыңды асһаң, тереләй күмермен! Был көсөктө лә тый! Бөгөн төнөн ырҙын артында көтәм, килмәһәң, эш ҡалдырған өсөн һөргөн китерһең! – Шәйәх атына һикереп менде лә саптырып китеп тә барҙы.

Тапалған еләк (Хикәйә)
Тапалған еләк (Хикәйә)

Бәләкәс ҡыҙ тын алмай ине. Тамыры ла типмәй. Зәлифәне ҡосағына алып, һеңгәҙәп оҙаҡ ултырҙы Мәндүҙә. Нишләргә лә белмәне. Ә Зәлифә илай ҙа алмай, һөйләшерлек тә хәле ҡалмаған.

Һорашҡан береһенә Мәндүҙә: “Тайып йығылып китте лә, башы ташҡа бәрелде”, – тип аңлатты. Зәлифә дөрөҫөн һөйләп бирергә ынтылып ҡараны, ауыҙынан бер өн сыҡманы: ул телдән ҡалғайны. Һеңлеһен ауыл зыяратына алып киткәндәрендә лә өй артында өнһөҙ-тынһыҙ ултырып ҡалды. Күҙҙәренән бер бөртөк йәш сыҡһасы! Күпте күргән күрше инәй: “Ила, ила, балам, үҙеңә еңелерәк булыр”, – тип тә ҡараны, ни илай, ни һөйләшә алмай, сәғәттәр буйы бер нөктәгә текәлеп ултырҙы ла ултырҙы. Кескәй ҡустыһы менән икеһен балалар йортона алып киткәндәрендә лә өн-тынһыҙ ҡалды. Даими асығыуҙан һуңғы сиккә етеп ябыҡҡан, хәлһеҙләнгән кесе туғаны оҙаҡ йәшәмәне. Зәлифә тотош ер йөҙөндә бер яңғыҙы тороп ҡалды.

Һөйләшергә лә яңынан өйрәнде. Ауыл ерҙәрендәге балалар йорттарын япҡас, уны әллә ҡайҙа ятҡан Өфөнөң үҙенә оҙаттылар. Артабанғы яҙмышы өсөн ул баш ҡалалағы тәрбиәселәренә, табиптарға рәхмәтле.

Ете йәшендә айырылған тыуған ауылында һуңынан бер генә булды Зәлифә. Интернатты тамамлап, шунда уҡ уҡытып йөрөгән сағы ине. Йәненең өҙөлөп әрнеүен баҫырға теләп, Ҡоръятмаҫҡа, үҙҙәре еләк тиргән урынға, күтәрелде. Баҫылманы йәне, тағы ла нығыраҡ һыҙланырға кереште. Һеңлеһенең ҡәберенә күгәрсен күҙҙәренән йыйылған гөлләмәһен һалды. Уның күҙҙәре лә ошо сәскәләр кеүек асыҡ зәңгәр ине. “Ғәфү ит мине, бәпәй генәм”, – тип шыбырланы, ниңә ғәфү үтенгәнен үҙе лә аңламаны. Йөҙө шешенгәнсе иланы ла иланы. Ергә ҡара эңер йәйелгәс кенә, уны балалыҡ дуҫы Нәғимә зыяратта эҙләп тапты.

– Кешеләр бер сәйер юлсы хаҡында әйткәстәре, моғайын, һиндер, тип уйлағайным да, – тип, Зәлифәне һыға ҡосаҡлап алды. – Ниңә тура үҙемә килмәнең?

Фермала һауынсы булып эшләгән әхирәте уны алып ҡайтып, ярты төн уҙғансы һөйләштеләр. Шунда ғына Зәлифә Нәғимәгә бөтә дөрөҫлөктө асып һалды.

– Ауылда бөтәһе лә ниҙер һиҙенә ине лә бит, шаһит булмағас, төбөнә төшөүсе булманы. Мәндүҙә апай, үҙе йығылды, тине бит. Ә һин телһеҙ...

– Ә Мәндүҙә апай ни хәлдә? – Нисек бығаса һорашырға башы етмәгән? Ул Зәлифә менән һеңлеһенең иң бәхетле минуттарын, шатлана-ҡыуана еләк тиреү­ҙәрен, шул уҡ сәғәттә тиерлек Зәлифәнең иң ҡара ҡайғылы мәлен дә күргән шаһит бит! Зәлифәне күрәләтә һәләкәттән ҡотҡарыусы ла ул. – Кем менән йәшәй?

– Йәшәмәй Мәндүҙә апай. Теге ваҡыт бригадир Шәйәх уны һөйәркә итеп алған булған, тиҙәр. Ауырға ҡалған. Оятын күтәрә алмаған, аҫылынған. Үҙенә үҙе ҡул һалып, гонаһ ҡылған, тинеләр ҙә, зыяратҡа ла күмдермәй, Олоһар башына ерләнеләр.

– Эй, халыҡтың наҙанлығы! Ни өсөн аҫылынғаны берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманы ламы ни?

– Бөтәһе лә белә ине, буғай. Кем тикшереп торһон инде? Ниндәй замана икәнен үҙең хәтерләй­һеңдер.

...Әле Нәғимә менән һуңғы осрашыуын иҫләп, үткәндәрҙе күңеленән үткәреп ятҡан Зәлифә: “Нишләп килеп төшкәс тә Нәғимә тураһында белешмәнем һуң мин?” – тип уйланы. Һағыныуҙан да, тыуған ауылы менән осрашыу ҡыуанысынан да, хәтирәләр ҡойононда албырғап, йәне үртәлеүҙән дә иҫе инәрле-сығарлы булып, бөтөнләй онотҡан. Иртән торғас та Нәғимәне барып табып алыр кәрәк. Иҫәндер. Улар бит байтаҡ ҡына хат алышып та торҙо. Аҙаҡ, донъялар боларып, илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып киткәс, бәйләнеш өҙөлдө. Ә Шәйәх иҫән ине әле. Зәлифә хатта ситтән күреп тә ҡалды үҙен. Алтмышты уҙһа ла, текә баҫып йөрөгән ныҡлы ир ине. Хәҙер, моғайын, юҡтыр. Быны бөтә күңеле менән теләй Зәлифә, сөнки ғүмер буйы йөрәген өйкәгән ҡурҡыныс кисерешенән ҡурҡа – үс алыу теләгенән. Уның ихтыярына ҡуйһалар, бер ниндәй йәлләү һәм үкенеү тойғоһо кисермәйенсә, өҙгөсләп ташларҙай көс ярһыта күңелен. Үлеп ҡотолһон, юғиһә, үҙе лә аңғармаҫтан, әллә ниҙәр ҡылып ҡуйыр кеүек тойола. Туҡһанды уҙып, инде йөҙҙө ваҡлаған бәндәне һау килеш күрергә теләмәй. Һеңлеһе – биш, ә ҡустыһы ике генә йыл йәшәп ҡалдылар яҡты донъяла, шул әҙәм аҡтығы арҡаһында ул япа-яңғыҙ. Тормошҡа ла сыҡманы, күҙ алдында ыштан төймәләрен ысҡындырып, үҙенә яҡынлаған шөҡәтһеҙ әҙәм аҡтығы ир-атҡа ҡарата уянырҙай ғәҙәти хис-тойғоно ҡара күләгә булып ҡаплап торҙо. Күпме ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны зар илатты, Мәндүҙә апайҙың ваҡытһыҙ үлемендә лә ул ғына ғәйепле. Әле береһе лә белмәгән әллә ниҙәр ҡылғандыр, улары ваҡыт саңында күмелеп ҡалғандыр...

Бына әле ул Шәйәхтең ейәне йортонда төн үткәрә алмай ыҙалана. Иртән торғас, үҙен нисек тоторон да белмәй, күҙҙәрендә, йөҙөндә ауыр кисерештәре сағылыр, хужалар менән ихлас аралашыуға ҡамасаулар. Олатаһы ҡылған әшәкелектәр өсөн ейәне ғәйепле түгел, шулай ҙа...

Иртәнге сәйҙе эсергә ултырғас та Зәлифә хужабикәнән Нәғимә хаҡында һорашты. Уның иҫән-һау икәнлеген, яңғыҙ ғына йәшәп ятыуын ишеткәс, иркен һуланы.

– Ҡыҙым, барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә. Балалыҡ дуҫымды бик күргем килә, аҙаҡ йыйын-ҡаңғырыҡ араһында күрмәй ҙә ҡалырмын, йортон өйрәтһәңсе...

– Эй-й, инәй, уф! Зәлифә Рәжәповна, беҙҙә генә тороғоҙ ҙа ҡуйығыҙ, өй иркен, бөтә уңайлыҡтар эстә, осрашыуҙан һуң бөтә тиң-тошоғоҙҙо эргәгеҙгә саҡырырмын.

– Юҡ, юҡ, рәхмәт, сикһеҙ рәхмәтлемен, балам. Минең аулаҡта ғына Нәғимә инәйең менән сөкөрҙәшеп ултырғым килә. Ә бына был һиңә бәләкәй генә бүләгем, – ҡунаҡ үҙе бәйләгән бик матур шәлде сығарып өҫтәлгә һалды.

Аптыранды хужабикә, ҡунағы ыҡҡа килмәгәс, машина менән Зәлифәне ауылдың арғы осона алып китте. Бер пакет итеп күстәнәстәрен дә һалып алды.

Әхирәтенең иҫке генә өйө тағы ла ергә сүгеберәк киткән. Ҡапҡаһы, тәҙрә яҡтауҙары матур итеп буялған, быныһы инде бөгөнгө байрамға күрәлер. Бүтән йорттар эргәһендә Нәғимәнең өйө тартынып ҡына ултырғандай тойола. Тегеләре, иркен, бейек булғанға күрә, түш киреп баҫҡан. Нәғимә яңғыҙ йәшәй. Ире менән биш-алты йыл ғына донъя көтөп ҡалған. Уныһы утынға барғанда бүрәнә аҫтында ҡалып һәләк булған. “Ни балабыҙ булманы, исмаһам, эргәмдә тере йән булыр ине”, – тип әсенә ине теге юлы.

Эскә эйелә биреберәк үттеләр. Ыҫпай ғына йыйыштырылғайны  ике бүлмәле ҡәҙимге өй. Һуғыштан һуң хәленән килгәндәр бер бүлмәле йорттарын шулай киңәйтеп эшләгән – быны Зәлифә тәүге килгәнендә үк аңғарғайны. Хәҙер иһә дүртәр-бишәр, хатта унан да күберәк бүлмәле йорттар артҡан ауылда. 90-сы йылдарҙа кибет кәштәләрендә бер нәмә ҡалмай, халыҡтың көнкүреше ҡапыл артҡа тәгәрәһә лә, һуңғы йылдарҙа бер-береһе менән ярыша-ярыша донъя көтөүселәр, баҙар иҡтисадына яраҡлашыусылар ҙа күбәйә. Быны дөрөҫ тип һанай Зәлифә. Әҙәм балаһы ниндәй ҡоролошта ла, ниндәй шарттарҙа ла йәшәп өйрәнергә тейеш, ябай халыҡ өсөн бүтән юл юҡ.

– Әхирәтем килгән бит! – ятып торған еренән һикереп тиерлек тороп, Зәлифәне ҡосаҡлап алды Нәғимә. – Бына был, исмаһам, байрам!

Клуб мөдирен дә әйҙүкләне ҡатын. Тантанаға әҙерләнергә кәрәк тип, тегеһе йәһәтләп сығып тайҙы.

– Әҙер тороғоҙ, машина ебәрермен! – тип ҡысҡырҙы сығып барғанында.

– Ошо килен килгәс, ауылда клуб эше яйланды, уңған, булдыҡлы ҡыҙыҡай, – тип ҡуйҙы Нәғимә. – Һине үҙенә алып ҡайтҡанын ишеткәс, эй эсем бошҡайны. Ҙур ғалим, минең фәҡир донъямды иш итмәйҙер, тип тә ҡәһәтләндем.

– Юҡҡа, бына бит килеп тә еттем. Миңә һин үҙең ҡәҙерле, донъяң да бик ыҡсым.

Ысынлап та, Зәлифә бында үҙен нисектер иркенерәк, өйөндәге һымаҡ тойҙо. “Кисә үк киләһе булған да бит, – тип уйланы, йоҡоһоҙ төнөн иҫләп. – Бер керпек ҡаҡманым төнө буйы”.

Байрам Суйынтапҡан йылғаһы буйында уҙа икән. Халыҡ һабантуйға йыйылғанмы ни, геүләп тора. Зәлифә күбеһен, айырыуса йәштәрҙе, белмәй ҙә. Алыҫтан килгән иң абруйлы ҡунаҡтарҙы сәхнә түренә ҡаҙаҡлап яһалған өҫтәл артына ултырттылар. Тәүҙә Зәлифәнең исеме аталды. Ул, баҙнатһыҙ ғына йылмайып, ауылдаштарын күҙҙән үткәрҙе. Имгәкләгәненән алып таяҡҡа таянғанына тиклем ошонда ине. Бер яҡ ситтәрәк тағы өҫтәл тора, унда эскәмйә бәләкәйерәк. Ауылда йәшәп, хөрмәт ҡаҙанғандар шул өҫтәл янына саҡырылды. – Ауылыбыҙҙың иң хөрмәтле, иң оло аҡһаҡалы, Бөйөк Еңеүҙе үҙенең тылдағы фиҙакәр хеҙмәте менән яҡынайтҡан ҡәҙерле апабыҙ Шәйәхмәт Исламов!

Зәлифә тертләне. Ҡалтырана-ҡалтырана, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй сәхнәгә табан атлаған ҡартты ике яҡтан ике егет ҡултыҡлап алды. Береһе Шәйәхтең йәш сағына бигерәк оҡшаған ине. Ул атлап йөрөшө, ул хәрәкәттәре, төҫ-башы – һуйған да ҡаплаған. “Мин бөгөн уның йортонда ҡундым”, – тигән фекергә килде Зәлифә Рәжәповна.

Ҡартты сәхнәгә көскә мендереп, эскәмйәгә ултырттылар. Ваҡыт ҡайһылай үҙгәртә кешене. Әле ҡаршыһында тиерлек ҡунаҡлаған бабай һис тә генә ажарланып, кеше туҡмап, бисәләрҙе көсләп, халыҡты ҡан илатып йөрөгән әҙәмгә оҡшамағайны. Йәшкәҙегән күҙҙәре менән ҡунаҡтарҙы барлап сыҡты ла ҡарашы Зәлифәгә туҡтаны. Танығандай итте, ахыры, әкрен генә ҡалтыранған башын ҡаҡҡан булды. Зәлифә сәләмгә яуап бирә алманы. Күҙ алдында йәнә үлән өҫтөндә иҙелеп, ҡандай ҡыҙарып ятҡан еләктәр, һеңлеһенең шул еләк өҫтөнә йәйелгән ҡаны хасил булды. Үҙенең яҙмышы ла хас тапалған еләкте хәтерләтте...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-08-13/tapal-an-el-k-hik-y-2464718 

Автор:
Читайте нас: