Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
16 Ғинуар 2023, 09:47

Тәүбәгә килеү... Хикәйә.

Иҫен белмәй йоҡлап ятҡан Миләүшәне уятып ҡуймайыҡ, тип ҡыҙҙары шым ғына йөрөй. Өйҙә булған бар шешәләрҙе йыйып ташланылар, оҙағыраҡ йоҡлаһа, төндә өйҙә эсергә булмаһа бәлки эсмәҫ шул яуыз ағыуҙы...Миләүшә нимәгә ҡотораҙыр инде, буй етеп килгән һылыу ике ҡыҙы Мәрйәм менән Фәйрүзә, ике баһадир малайҙар Фәнис менән Нәзир. Төпсөгөнә бары 2йәш кенә.Тиҙ генә биреште шул, төшөнкөлөккә тиҙ бирелеп китте тормош иптәше Фәғимде больницаға һалғас, ҡан ауырыуы-лейкемия, тинеләр. Әгәр донор табылмаһа оҙаҡ йәшәмәйәсәк.Шул ҡайғынан дауаны шешә төбөнән эҙләй башланы Миләүшә.

Тәүбәгә килеү... Хикәйә.
Тәүбәгә килеү... Хикәйә.

Тәүбәгә килеү...
Иҫен белмәй йоҡлап ятҡан Миләүшәне уятып ҡуймайыҡ,тип ҡыҙҙары шым ғына йөрөй.Өйҙә булған бар шешәләрҙе йыйып ташланылар,оҙағыраҡ йоҡлаһа,төндә өйҙә эсергә булмаһа бәлки эсмәҫ шул яуыз ағыуҙы...
Миләүшә нимәгә ҡотораҙыр инде,буй етеп килгән һылыу ике ҡыҙы Мәрйәм менән Фәйрүзә,ике баһадир малайҙар Фәнис менән Нәзир.Төпсөгөнә бары 2йәш кенә.
Тиҙ генә биреште шул,төшөнкөлөккә тиҙ бирелеп китте тормош иптәше Фәғимде больницаға һалғас,ҡан ауырыуы-лейкемия, тинеләр.Әгәр донор табылмаһа оҙаҡ йәшәмәйәсәк.
Шул ҡайғынан дауаны шешә төбөнән эҙләй башланы Миләүшә.
Ауыл ерендә ни аҡсаң булһа шешәләштәр табыла,ҡайғы уртаҡлашырға.Эскәс,балалар ҙа, донъя,мал да иҫтән сыға, икенсе планға күсә.Ҡыҙҙары күпме әйтеп,өгөтләп,илап үтенһәләр ҙә тыңламай, ҡатын-ҡыҙ был ауырыуға тиҙ бирешә шул....
Миләүшә ярты төн уртаһында уянды ла дөбөр -шатыр эҙләнә башланы,балаларын уятып бөттө.Ҡыҙҙар, өйҙә бер ниндәй ҙә эскелек юҡ,беҙ барыһында түктек тигәс, сәғәткә лә ҡарап тормай тиҙ генә кейенә башланы.Тышта ҡыштың һалҡын төндәренең береһе,-30градус күрһәтә.
-Мин хәҙер ҡайтам,тине лә сығып китте.Ҡыҙҙары,бәләкәс туғандарын йоҡлаттылар, арауыҡ ваҡыт үтте,тик әсәләре ҡайтманы...
.... Миләүшә ғаиләлә өлкән бала булып донъяға килде, ата-әсәһенең яратҡан ҡыҙсығы булып үҫте,ете йәшкә тиклем,икенсе синыфҡа уҡырға барғанда әсәһе Сәлихә мәрхүм булды.Атай кеше үгәй әсәй алды,бына шунда башланды инде тормоштоң әсеһен-сөсөһен татыуҙар.Үгәй әсәй ниндәй һәйбәт булһа ла,үҙ әсәң түгел инде,ҡосаҡлап ултырмай,башыңдан һыйпап "яратам"-тип әйтмәй. Миләүшәне шундуҡ ҡалалағы мәктәп-интернатҡа ебәрҙеләр,каникулдарҙа ғына алып ҡайтып йөрөнөләр.Унда ла өйҙә һәр саҡ үгәй әсәй эш табып торҙо,уңайы килгән һайын йәберләне. Ә бына 9-сы синыфты тамамлағас, Миләүшә ҡул араһына кереп,эш рәте белә башлағас ул кәрәк булды,ауылға уҡырға ҡайтарттылар,күрше ауылға ете саҡрым атлап йөрөп 10-12 синыфты тамамларға. Миләүшә буйға бәләкәй,сөм ҡара күҙле,оҙон ҡуйы толомло,һомғол буйлы бик сибәр ҡыҙ,йырға бик маһир булды. Ауылда үткән бер сара ла унһыҙ үтмәҫ була торғайны.Шул ваҡытта ауылдағы бик күп егеттәр уның артынан йүгерҙе,тик Миләүшәнең йөрәген берәү биләгән ине инде
Рәжәп шул ауыл егете Миләүшәнән 2-3 йәшкә өлкәнерәк.Бер йыл осрашып йөрөнөләр, Миләүшә 11синыфҡа барғанда һөйгәнен армия сафына алдылар,ике йылға.Көн аралаш хаттары килеп торҙо.
Миләүшә мәктәпте тамамлағас уҡырға, ҡалаға барырға булды,бер йыл ашнаҡсылар курсын бөтөрмөн,Рәжәп тә армиянан ҡайтыр,тип уйлағайны,үгәй әсә арҡыры төштө,ебәрмәне ,өйҙә ултыр, донъя ҡараш,тине. Миләүшә ни эшләһен инде,күнде,бер ҡайҙа ла барманы.Ауылда туғандарын ҡарашты,мал күп,һыйыр һауҙы,һыу ташыны,керҙәр йыуҙы,үгәй әсәйҙең ярҙамсыһы-ҡоло булды.Үҙен-үҙе йыуата торған ине,ярай бер йыл түҙһәм Рәжәп ҡайтыр, никахлашырбыҙ,ҡотолормон,тип.
Тик,тормош беҙ уйлағанса ғына бармай шул.Үгәй әсә үҙе ебармәһә лә уҡырға Миләүшәне,кешегә икенселәй һөйләп йөрөнө:"Уҡырға инә алманы,бына ята инде өйҙә,артыҡ тамаҡ булып"-тип.
Ә,бер заман үҙҙәре менән бергә аралашып йөрөгән апай менән һөйләшеп Миләүшәне шул апайҙың буйҙаҡ ҡустыһына кәләш итеп урларға булдылар.Эйе,димләргә түгел,ә урларға,элекке замандарҙағы кеүек . Миләүшәнең атаһы бик баҫалҡы,ипле ир-ат ине,ҡатынының был ҡылығын хупламаҫ ине,шуға уға әйтмәнеләр, Миләүшәне алдап икенсе остағы әбейҙәргә барып кил әле,тип,сығарып ебәрҙе үгәй әсә,юлда теге буйҙаҡ егет башына шәл ябып,атҡа ултыртып урлаған.Егет Миләүшәнән 6йәшкә өлкән,тәрбиәле булған,ҡыҙға теймәгән, әсәһе янына йоҡларға һалған.Иртән торғас:
-Миләүшә, әгәр риза булмаһаң,әйҙә кире алып барайым һун-тигән.
-Юҡ,яҙмышым шулдыр,унда ҡайтып ҡыйырһытылып йәшәгәнсе һиңә кәләш булайым,ирем-арҡа терәр,яклашыр кешем булыр тигән.
Һуңынан матур итеп ҡыңғырауҙар тағып, пар аттар егеп гөрләтеп туй үткәрҙеләр.
Тормош дауам итте,ғаилә шатлығы булып бер-бер артлы ҡыҙҙары тыуҙы,олоһона Мәрйәм,кесеһенә Фәйрүзә тип исем ҡуштылар. Артыҡ мөхәббәт булмаһа ла, бер-береһен хөрмәт итеп, донъя йөгөн бергә тарттылар. Рәхмәт инде ҡәйнәһенә,Миләүшәне ҡыҙым,тип кенә торҙо,бәпестарен ҡарашты,йәштәргә ҙур таяныс-терәк,кәңәшсе булды.
Ҡыҙҙары үҫә төшкәс,береһенә 2, икенсеһенә 5йәш булғас күрше районға күсенеп киттеләр,тормош иптәше менән икәүләп фермаға эшкә урынлаштылар,колхоз йәш ғаиләгә өй бирҙе.Ҡыҙҙарын балалар баҡсаһына бирҙеләр.Фәғименең ҡулы алтын,балта оҫтаһы,юҡ ҡына әйберҙән ялтыратып берәй кәрәкле нимә эшләп ҡуя .Колхоз өй генә бирә бит инде,ике йыл эсендә һарай,мунса ла төҙөйҙәр.Һарай булғас тулы булырға тейеш тип,һыйыр,һарыҡтар, сусҡа бәрәстәре һатып ала,ауылда йәшәп тауыҡһыҙ булмай инде тип,һарайҙы ҡош-ҡорт менән дә тултыралар.
Ата-әсә яҡлап ярҙам булмай,ярай әле колхоз мөдире һәйбәт кеше була, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып тора."Эшләгән,тырыш йәштәр өсөн бер ниҙә йәл түгел"-тип әйтә торған ине.
Ғүмер бит ул,аҡҡан һыу кеүек,тиҙ аға,кире ҡайтмай. Ҡыҙҙар әҙерәк үҫә төшкәс Миләүшә тупылдап торған малай табып бирә Фәғименә,атаһына оҡшатып Фәнис тип исем бирәләр,ә дүрт йыл үткәс Фәнискә иптәшкә Нәзир улдары ла донъяға ауаз һала.
Тик бәлә ағас башынан түгел кеше башынан йөрөй шул. Төпсөк улдарына алты ай булды тигәндә Фәғимендә яман ауырыу табалар,лейкемия,ҡан ауырыуы.Уны больницаға һалалар,химиятерапия,уколдар,таблеткалар,системалар.Ҡайтып йөрөргә ярамай.Миләүшә балалары менән генә тороп ҡала, төшөнкөлөккә бирелә.Ул үҙенең тормошон Фәғимһеҙ күҙ алдына килтерә алмай.
Шул саҡта инде ҡайғы баҫам тип шешә менән дуҫлаша.Яңы дуҫы,зәм-зәм һыуы менән рәхәт,эсһәң бар ҡайғы артта ҡала,башта бер уй ҙа юҡ,тирә-яҡ яҡтырып китә,балаларҙы ла ҡайғыртмайһың.
Бына шулай Миләүшә бер йыл инде үҙенең донъяһында,йәшел йылан дуҫы менән йәшәй ине .
.... Миләүшә урам буйына сыҡҡас, тәүҙә тирә яғына ҡарап торҙо,тышта һыуыҡ,төн, кемгә барырға икән,төндә кем ишек асып,аҡсаһыҙ бирерҙәр микән самогон,ярай барып ҡарайым теге остағы Әминә әбейгә,ауырығанды күрһә йәлләр,күрәләтә үлтермәҫ-тип уйлап,ауылдың икенсе осона табан юл тотто.Юл йыраҡ,унда оло трасса юлын үтәһе бар,төндә машиналар әҙ йөрөй,шулай ҙа ҡурҡындыра,айныгас һәр бер нимәнән ҡурҡаһың бит .
....Ни булдыҙыр Миләүшә ҡапыл матур яланға барып сыҡты, тирә-яғында йәшеллек,төрлө төҫтәге,күҙең яуын алып торған сәскәләр, күбәләктәр,моңло итеп һандуғас һайрай. Миләүшә аптырап,һоҡланып баҫып торған да,ҡаршыһында әсәһе,атаһы, өләсәһе пәйҙә булдылар.
Атаһы яйлап ҡына һүҙ башланы:
-Ҡыҙым,һин ни эшләп бында килдең?әле һиңә иртә бында килергә,ерҙә эшләнеп бөтмәгән эштәрең күп.Бар ҡайт,балаларың янына,өйөңә,төндә һыуыҡта йөрөмә.Йәшел йылан менән дуҫлашма,ул уны һаҙға батырыр.Иптәшең оҙаҡламай һауығып ҡайтыр.Һин бында ҡалһаң балаларын йәтим ҡалыр,кеше көнөнә.
Миләүшә ауыҙын асып тыңлап торҙо,ҡапыл кемдер:
-Тор,нимә эшләп ятаһың,туңып үләһең бит тигәненә,аңына килде.
Бәй,ни эшләп ятам бында,шунан иҫенә төштө,юлдан сығып барғанда шәп итеп килгән машина бәрҙереп китте,юлдан ике метрға осҡан икән."Эскән кешенең үҙенең фәрештәһе бар"-тигәндаре дөрөҫтөр инде,бер ере лә һынмаған,тик иҫһеҙ генә ятҡан,ярай әле Әхтәм ағай үтеп барған,төндә йоҡлай алмағас йөрөп киләйем,тип сыҡҡан булған, Миләүшәнең фәрештәһе әйзагәндер инде.
Миләүшә тиҙ генә тороп,ауыл осона түгел,ә өйөнә табан йүгерҙе,ул атаһы, әсәһе , өләсәһенең һүҙҙәре ҡолағында сыңлай ине .
Ошо ваҡиғанан һуң Миләүшә үҙгәрҙе,башҡа бер ҡайсанда ауыҙына яуыз ағыуҙы алмаҫҡа үҙенә һүҙ бирҙе.Ҡыҙҙары менән өйҙәрен йыуып алдылар,ауылдағы ололарҙы йыйып Көрән уҡытты,мәрхүм ата-әсәһенең рухына,мулла менән кәңәшләшеп ислам юлына аяҡ баҫты.Яйлап сүрәләр ятлап,биш тапҡыр намаҙ уҡый башланы.
Донъя үҙ ҡуласаһына инде,тормош иптәшенә операция эшләнеләр,һауығып ҡайтты ғаиләһенә.Ә иң бәхетлеһе балалары ине,әсәй эсмәгәс өйҙә һәр саҡ тәмле еҫтәр борҡоп тора,бар ерҙә бөхтәлек,тәҙрә төптәрендә гөлдәр сәскә атып ултыра.
Бына шулай ҙа була бит ул, Миләүшә тәүбәгә килде.
Эскелек -ул милләтебеҙ,дәүеребеҙҙең яман сире,бәләһе.Күпме ғаиләләр,балалар харап була шул яуыз арҡаһында.Күп сағында кеше үҙенең ҡапҡанға элләккәнен аңламай,йәшел йылан менән бергә йәшәй,үҙен-үҙе һәләк итә.
Дуҫлашмағыҙ шул яуыз йәшел йылан менән,тормош шундай матур,ғумер бер генә,ҡәҙерен белеп ҡалырға,һәр атҡан көнгә шатланып йәшәргә кәрәк...

Лена ШӘЙӘХМӘТОВА.

Автор:
Читайте нас: