Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Ғинуар 2023, 20:04

Шкафтағы һөлдә. Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина

-Нәсимә ирен үлтергән!..-Вәт йылан аяғын киҫкән бисә, йыуаш ҡына күренә ине лә...-Итерһең уны йыуаш, бер әйтһә һейҙерә әйтә ул, йыуаштан йыуан сыға.

Шкафтағы һөлдә. Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина
Шкафтағы һөлдә. Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина

-Нәсимә ирен үлтергән!..
  -Вәт йылан аяғын киҫкән бисә, йыуаш ҡына күренә ине лә...
   -Итерһең уны йыуаш, бер әйтһә һейҙерә әйтә ул, йыуаштан йыуан сыға.
   -Китсе-китсе, шул ирҙең дә башына еткәс, ҡырмыҫҡа һымаҡ эштән башы сыҡманы. Ғүмере буйы аҡсаға ҡытлыҡ кисермәне, донъяһы етеш булды. Илле йыл булалыр бергә ғөмөр иткәндәргә, күберәк булмаһа әле. Мин килен булып төшкәндә бергә инеләр.
 -Ҡырҡ ете тей, Нәсимә иренән олораҡтар ҙа әле.
     -Эйе шул, унан ҡарт күренә, бәләкәй генә кәүҙәһе менән нисек көсө еткән!
   -Юҡ шул, иренән дүрт йәшкә кесе булған.
   -Ыстағарифулла, мин әле ире йәштер тиһәм, йәш күренә ине.
   -Сәнскән тиме?..
  -Бисәләр аҙҙы...
   Ошолайыраҡ хәбәр таралды телефон сымы буйлап. Кемдер хәбәрҙең дөрөҫмө-түгелме икәнлеген белергә теләп, ҡайғы килгән йорттоң ҡапҡаһын асты, тик унда ҡағыҙ пломба ҡуйылған бикле ишек ҡаршыланы.
   Ауыл халҡы ҡапҡа тирәләй баҡырып йөрөгән ике һыйырҙы быҙауына ҡуштылар, Нәсимәне нисә баш һарыҡ-кәзәһе булырға мөмкинлеген бер-береһенән төпсөштөләр.
   Кәртә-ҡура ныҡлы, машина-трактор гаражы буш түгел, төҙөк, таҙа трактор, уның төрлө тағылмалары хужаның бөтмөрлөгөн күрһәтә.
Ишек алдында тәртип, баҡсала кишер, ҡыярҙар түтәленең мул уңышы күренә. Помидорҙар әле ваҡ, әле бешмәһә лә тиҫтәләгән күнәк уңыш бирергә әҙер.
   Нәсимәнең балалары һәммәһе лә ҡырҙа йәшәйҙәр, юҡҡа сыға барған ауылда кемдең төйәкләнгеһе килһен, һәр береһе һөнәр алып ҡырға таралдылар.
  Ошоғаса гөрләп торған йорт ҡапыл шомло тынлыҡҡа күмелһен әле, тиҙҙән атайҙарын һуңғы юлға оҙатырға балалары йыйылыр, тик Нәсимә генә араларында булмаҫ, ирен оҙатырға сығарыуҙары икеле.
Әлегә Нәсимәне һорау алырға район үҙәгенә алып киттеләр, ирен больницаға, моргҡа, ярып ҡарарға ниәтләйҙәрҙер, тәртибе шулай.
    Артынан тимер ишек шартылдап ябылыу менән быуындары таралған Нәсимә бүлмәләге берҙән бер эскәмйәгә сүгәләне, яңғыҙы бер бүлмәлә, тикшереүгә тиклем бикләнгән ерендә, ысын исеме менән атағыһы килмәй, теле әйләнмәй әйтергә, хатта дөрөҫөн уйларға ла.
   Ниңә ундай аҙымға барҙы Нәсимә, туған-тыумасаларын, ауылдаштарын ғәжәпкә һалған был ҡылығын әгәр  элегерәк үҙенә әйтһәләр үҙе лә ышанмаҫ ине, етмешкә етә яҙғанда, ғүмерлек йәр итеп һайлап яратып өйләнешкәндәренә оҙаҡламай илле йыл була тигәндә,.. Алтын туйҙарын үткәрергә яҙманы, ҡалған ғүмерен төрмәлә үткәрер инде, иреккә сығырға яҙмаҫ, һаулығы самалы.
   -Шунан, теләгеңә ирештеңме, һинең күңелеңә тыныслыҡ кәрәк инеме, әйҙә, рәхәтлән, табырһыңмы икән йәнеңә тыныслыҡ, балаларыңдың атаһын үлтереп.
  Нәсимәнең йәне һыңҡылданы, тик илай алманы, күңеле күптән ҡатҡан инде.
  -Бөгөн йома кисе, тикшереүсе алда һеҙгә уйланырға теүәл ике көн бар, дүшәмбегә тиклем хушлашабыҙ,-тине.
  Ике көн, ике тәүлек, тик торорға күнекмәгән ҡулы итәген һыпырғыланы, яулығын рәтләп ябынды, һәм шуның менән эше лә бөттө.
  Өйҙәгеләр ни эшләйҙәрҙер, һыйырын һауыр мәле күптән үтте, күршеләре быҙауын имеҙһәләр балалары ҡайтыуҙарына шыйыҡ ҡаймаҡ булмаҫ инде, ейәнсәрҙәре ҡаймаҡ ярата.
   Балаларын хәтерләгәс йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы, һуңғы йылдары уныһы ла тынғы бирмәй, тештәре ярай, электән  һыҙлап ыҙалата, сереһә лә ҡуйҙыртыр өсөн аҡсаға һәр саҡ икенсе урын табылғанға һурҙыртмай йөрөнө, уңай мәлен, ҡулда аҡса тотор көн килерен көттө. Һәм бына көткән көн килде, Нәсимә эстән көлөмһөрәне, тик ситтән ҡарағанда ауыҙы ғына йәмһеҙ булып ҡыйшая ине.
  Тәне өшөүҙән ҡалтырана башланы, бәлки нервылар көсөргәнешлегенәндер, тән йылыһын һаҡларға тырышып ҡулдары менән үҙен ҡосаҡларға тырышты, таш бүлмәлә һалҡын ине.
  Өйҙә һалҡыныраҡ булһа йәһәт кенә мейесенә утын тултыра һалып яғып ебәрер ине, йылыны ярата олоғая килә, бабайы сей утын яҡтырып тилмертмәне, хәстәрлекле булғанғалыр, утынды йәлләмәй яҡты Нәсимә.Мунсаны ла көн аралаш яғып йыуына инеләр, балалар ҡайтһа көн һайын яғылды.
  Арҡаһын таш стенаға терәмәй генә ятып тәненә ял бирергә теләне, йоҡлаһа бәлки бер аҙ үҙен ҡулға алыр, тынысланырға кәрәклеген белә.
  Ниңә ғүмер буйы түҙгәнен бөгөн килеп сығырынан сыҡты һуң? Уйламағанда, нитмәгәндә...  Гонаһтарын хәҙер бер Хоҙай ярлыҡарлыҡ түгел, үлтереүсе  булып балаларының йөҙөнә сиркәү яҡты, нисек уларҙың күҙенә күренер. Суд булһа үҙенән башҡа үткәрһендәр ҙә ҡуйһындар ине, ниндәй хөкөм сығарһалар ҙа риза, булғаны булды инде, ояты көслө.
  Йоҡлап китә алманы, өйҙә булһа арыған, талсыҡҡан тәне түшәккә ятыу менән йоҡларлыҡ та, тик өйҙәрендә генә түгел, шуныһы үкенес. Һәр һүрендеһе ҡәҙерле, үҙ ҡулдары менән йыйған монаяты тәләфләнеп туҙырап бөтөр инде, ҡарты иҫән булһа теүәлләп торор ине лә, үҙ ҡулдары менән йәнен ҡыйҙы.
  Яратып сыҡты кейәүгә Нәсимә, ата-әсәһе хәленсә туй үткәреп, кәрәк ярағын хәстәрләп оҙаттылар. Ҡәйнәһенә лә яраны, ирен дә ҡәҙерләп, хөрмәтләп торҙо. Бер-бер артлы тыуған балаларҙы үҫтереү ҙә артыҡ ауырлыҡ тыуҙырманы.Эшкә егәрле ире юғын булдырҙы, булмағанын тапты, боҙолғанын төҙәтте, эсһә лә эштән ҡалыуҙы белмәне.Етеш тормошта йәшәнеләр, балаларына ни теләһәләр шуны алдылар, үҙҙәре аяҡҡа баҫып, тернәкләнеп киткәнсе ярҙамдарынан өҙмәнеләр, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә ҡул араһына кереп, ата-әсәләренә буйтым ярҙамсылар.
  Ире эшкә тырыш булһа ла холҡо ярайһы ғына ауыр ине йәшерәк саҡта уҡ. Һәр һөйләгәненә һүгенеү һүҙҙәре ҡушыла, кешенән көлөү, кеше тикшереү уның ғәҙәтенә әүерелгән, үҙе был ҡылығын шаяртыу тип аҡлана. Тәүге осорҙа Нәсимә үпкәләй ине, уның был ғәҙәтен ташлатырға тырышты, булдыра алмағас ҡаты әйтеп был холҡонан арындырырға теләне, аҡылға килергә саҡырҙы. Әммә ваҡыт үтеү менән был һүҙҙәрҙе үҙенә ҡарата яуҙыра башлағас  йәне рәнйене, уға ҡаршы үсегеп һөйләшмәҫкә, яуапламаҫҡа өйрәнде. Тик ире үҙенә кәрәккәндә йомшаҡ һүҙлегә әйләнә, иркәләп янында һырпалана. Нисек инде шундай кешегә оҙаҡлап асыу һаҡлайһың, яҡшы эштәре иҫкә төшә, тырышлығын баһалайһың, һәм ирейһең.Эсмәһә түҙерлек, яратыу ҙа булғандыр, ә эскән саҡта торғаны менән бирегә әүерелә, юлында осраған нәмәне тибеп ебәрә, Нәсимәне янынан ебәрмәй, йәнәһе кеше менән уйнаш итергә мөмкин. Ҡаршы һүҙ әйтермен тип уйларға ла түгел, ҡулына эләккән әйберҙе елгәрергә лә күп кәрәкмәй, һуғып осороуы ла мөмкин. Тауыш сығарып балаларҙы ҡурҡытмаҫҡа була иренең ыңғайына ғына һыпырырға өйрәнде Нәсимә, балаларға һүҙ әйтмәне аталары, ҡулын күтәрмәне, ул яғына һүҙе юҡ, яҡшы атай булды. Тәүге мәлдә иренең эскәнендә ҡурҡышынан ҡалтырап торһа, һуңғараҡ уға ҡарата битарафлыҡ тойғоһо көсәйҙе, уның әйткәненә яуабын да табырға өйрәнде, үҙенә нисек оҡшай шулай йәшәргә тырышты. Сәрелдәп ирешмәне  бисәләр кеүек, ундай түбәнлеккә төшмәне, әммә үҙ һүҙен ҡаты, нигеҙле итеп еткерә алды, уйлағанын эшләне, ирен маҡсатлы йәшәргә өндәне. Эскелеккә аҡсаһын әрәмгә тотондормаҫҡа була дәртләндереп иренә хужалыҡта кәрәкле трактор алырға күндерҙе, уға тағылма кәрәк-ярағын алдылар, тотонолған булһа ла машинала йөрөй.Ҡулы белгәс, дәртен югәнләгәс техникалары сәғәттәй эшләй, йәшәүе еңелләште.
    Юҡ иренә һалынып ултырған ҡатын булды тип берәү ҙә әйтә алмаҫ Нәсимәне. Ваҡытында дүрт һыйырҙың ағын эш итеп һатты, хөкүмәт эшенә лә өлгөрҙө, ҡулынан бәйләме төшмәне, ҡыҙҙары менән бергәләп баҡса үҫтереп, йәшелсәләрҙән төрлө салаттар яһаны,  тоҙланы.
  Аҡсаны үҙе тотто Нәсимә, кәрәк-яраҡты хәстәрләү уның өҫтөндә, машинаға запас тимер-томорона тиклем аҡсаһын еткерергә тырышты, йыйнаны, бурысҡа бер ваҡытта ла инергә тырышманы. Ә араҡыға аҡсаһын йәлләне, иренең холҡон белгәнгә нисек тә эсермәҫкә тырышты, ҡарауылланы, ыңғайына торҙо, ҡаршы өндәшмәне.
  Йылдар үтте, балалар үҫеп таралдылар, әбей менән бабай булып бер береһенең ҡәҙерен белеп, татыу йәшәр мәл етте. Тик әйткәнеңсә генә булмай шул, әллә ауыр эштән, бәлки ваҡыты ла еткәндер, бабайының ирлек ҡарыуы бөттө, ошоғаса  йәне биҙерәгән, Нәсимә еңел тын алды, ниһәйәт төндәре тыныс уҙыр. Иртә ҡыуанған икән, бабайының элек эскән саҡта түҙергә ауыр булған холҡо айыҡта ла күҙгә күренеп үҙгәрҙе.                  
    Ҡасандыр ул эшкә йөрөгәндә үҙен  иркенерәк тойһа, пенсияға сыҡҡас артынан эйәреп йөрөп ҡарауылланы, кем менәндер ҡушылып ҡуймаһын, мал араһында оҙаҡлаһаң хәшәрәт һүҙҙәре менән ҡаршыланы, кешегә ҡушты, көнләште, рәнйетте. Балалар яныңда йөрөгән саҡта ғына артыҡ беленмәгән икән, хәҙер холҡо түҙгеһеҙгә әйләнде. Өндәшмәһәң, ниңә һөйләшмәйһең кемде уйлайһың, тәҙрәнән ҡараһаң, кемде көтәһең, йөҙөң асылһа, кемде хәтерләп ҡыуанаһың. Хатта ашарға һорап арттан эйәргән бесәйҙән дә көнләшкәс әйтер һүҙе ҡалманы Нәсимәнең, үҙенсә кәмһетеүе, кешегә һанламауы тип ҡабул итте, үҙе ҡабатланыуынса бер ҙә яратыуҙан түгел.
 Ул да Нәсимәнең холҡон белә, бер асыуланғанда ҡаты итеп, әгәр тағы ла уйнашсы тигәнеңде ишетһәм, үҙеңдең күҙ алдыңда һиңә әйтеп уйнашҡа сығып китәсәкмен, тине. Ул һүҙҙе бүтән ҡабатланманы, тик шунан һуң үҙенсә йәшеренеп күҙәтә башланы, малда йөрөгәндә йәшенеп һарай башынан күҙәтһенме, шкаф эсендә тыңлап ултырһынмы, тәүҙәрәк өндәшмәй ҡыҙыҡ күрһә, аҙаҡ нервылары ҡуҙғып тәне ҡалтырана ине.
   Ҡунаҡ-төшөмгә йәшерәк саҡта  йөрөһәләр ҙә, артыҡлап ҡунаҡ булырға биҙрәп торҙо, әлеге эскелек инде, аҙаҡтан тауыш. Кейемдәрен ҡупшылап кейерлек ваҡыты ла булмағандыр, күптәре төйөнсөккә төйнәлгән килеш яттылар. Үҙ мәлендә яратып һатып алған кейемдәр, теләгән әйберен алырға ире бер ваҡытта ла ҡаршы булманы, аҡса һанаманы. Үҙе ғәрсел дә булғандыр әйтәгүр , төйөнсөктәге кейемдәрҙе ниңә кейергә күңеле тартмағанын үҙе генә белә, быныһын кейергә теләһә ҡунаҡҡа барып ҡайтҡандан һуң хәтерен ҡалдырған ауыр һүҙе иҫкә төшә, был күлдәкте кейгәс тә рәнйетте, артабан кейергә тәне тартмай.
   Бабайының асыуын килтергән тағы бер холҡо йәненә тейҙе, Нәсимә үтә яратҡан әйберҙе онтап ырғытыр ине.
Ваҡытында матур, һарыҡ йөнөнән һуғылған, балаҫтар модаға ингән мәл, күңеленә ятҡанын яратып һатып алды, төҫө лә интерьерға тап килеп тора.Аҙаҡ синтетик ептәрҙән һуғылған бер нисәне алды, юҡ, эсеп енләнгәнендә әлеге стеналағы йөн балаҫ күҙенә  эләккән, һалма урынына тураҡланы, шунан эскән кеше белмәй тигән, беләлер, яуызлығына бара.Ҡулында балта-бысаҡ күп уйнаны инде ваҡытында, белде Нәсимәнең ҡасып сыҡмаҫын, юрамал ҡурҡытмаҡсы булғандыр, бәлки уның йә, етте, әйҙә ятып йоҡла, тип урынға өҫтөрәгәнен көткәндер, ярата ине Нәсимәне еҫкәп ҡосаҡлап  ятырға.Йәш саҡта беленмәгән, ә бына олоғайғас араҡы еҫе аңҡыған ирҙең эргәһендә бер ҙә ятҡыһы килмәй, ыңғайына торғоһо ла килмәй, юғиһә тиҙ арала йоҡлап та китер ине лә.
  -Ошо хәшәрәт һүгенгәнеңде ишетмәһәм ине, тиеүҙәрен әллә Аллаһы ишетте, Нәсимә ҡолаҡҡа ҡатты, хәҙер ишетмәй,  теләгәнең алдыңа килеүелер, күҙҙәре лә тоноҡланды, алыҫтан етә күрмәй. Бабайының эсендәге биреһе ҡуҙғыуына тағы бер сәбәп табылды, гел һайт, тигәнгә тайт, тип торғанғалыр, хәҙер ишетмәгәс ҡыбырлай һалып бармай, ҡабатлап яҡын барып һорарға ла тырышмай. Ә аҙаҡ әрләгәнен ишетә лә холҡҡонаһы ,, ҡылт" итеп кире яҡҡа борола ла ҡуя, ниңәлер тиҙ рәнйеүсәнгә әйләнеп бара һуңғы арала.
   Белә сәбәбен Нәсимә үҙе,  быға интернет, телевизор ҙа ғәйеплелер.
Эйе, үҙе аңланы инде, бабайына ғына өндәшмәй, йәш саҡта телевизорға текләп ваҡытын әрәм үткәрмәне, ҡул эше менән булышты әҙерәк бушаһа. Һуңынан алтмышты артмаҡлағас ҡул эшенә барымы бөттө, ниңәлер ҡан баҫымы шаяра башланы, бер менә, бер төшә. Шунан һуң интернетҡа күңелен баҫты, телевизорҙан төрлө тапшырыуҙар ҡарай башланы, ундағы тиң, тыныс ҡартайған әбей-бабайҙарға һоҡланды, үлеш-һуғыш күрһәткәндәрендә йәштәрҙе уйлап хафаланды, уларҙы был афәттән аралағыһы килде, террористы күреп ҡурҡты, тик үҙе был көнгә ҡалырмын тип бөтөнләйгә уйламаны.
Әсенә ине бай, иркен тормош менән йәшәгәндәрҙе күреп, ә ғүмер үткән,  иркә ҡатын булып йәшәр мәлде кире бороп булмаҫы билгеле, үҙе өсөн бер көн генә лә йәшәлмәгән бит, мыжыҡ ирҙең көйөн көйләп йәшлеге үткән.
   Исмаһам, үҙ ғүмерендә бер бүләк бирһәсе, аҡса ҡулыңда, ни теләһәң шуны ал, булды яуабы. Әүәле ҡул менән бесән сапҡанда бакуйҙан бер сәскәне табып бүләккә биргәнен хәтерләмәгәндә.
     Бер ваҡытта ла һүҙ менән ғәфү үтенеүҙе белмәне, асыуланғанын белһә, ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләп күрһәтергә тырыша ине.
  Нисәмә тапҡыр эсеүен ташларға тырышты, тик ихтыяр көсө етмәне, ә эсмәйенсә йәшәй ала ине, ял итә белмәгәнлектән, тыныс йәшәй алмағанлыҡтан эскәндер. Алһыҙ-ялһыҙ ниәтләгән эшен бөтөрмәйенсә ялға туҡтай белмәне, арып-алйығас араҡыға йәбеште.
   -Һаулығыңды уйла, эскең килһә, ашаған һайын утыҙ граммлап йот.
  Нәсимәнең һүҙен ҡолаҡтарына ла элмәне, бисәләр аҡылы менән йәшәмәй имеш. Бер яртыны ауыҙына ҡойғас, бүтәнсә нисек әйтәһең, ултырған еренән ҡырҡҡандай ҡолай.
 Һөйрәклә шунан урын еренә, сисендереп, уянһа, әүрәтеп кире йоҡлат.
Интернетта бүтәнсәрәк күрһәтәләр, наҙлы, ҡәҙерле ҡатын, үҙ үҙен ҡараған, тәрбиәләгән бисә, макияж, педикюр-маникюр. Көлкө килә күҙгә тулған йәштәр аша, ауыл ҡатынының бар белгәне мунса инде, ризыҡ әҙерләгәндә тырнағына күҙ һалаһың, ҡырҡырға ваҡыт етмәгәнме.
  Күҙгә йәштәр тула, әммә илап ултырырлыҡ ваҡыт та юҡ, бесән әҙерләргә алдан соляркаһын хәстәрләргә кәрәк, һыйырҙарҙы әлегә кәметмәҫкә тырышырҙар, ә бына ваҡ мал һанын бер аҙ кәметер, ауырыраҡҡа тура килә. Эсмәгән саҡта бабайы менән бергәләп йөрөйҙәр мал араһында, эсһә ләз ята, йөрәге лә шәптән түгелдер, дарыуын, ҡоротлап һурпаһын эсеп саҡ шәбәйеп ала.Ул саҡта унан һәйбәт ир юҡ, тыңлаусан, әрләшмәй, ни әйтһәң дә бата. Һаулығын бирһен Аллаһым, унһыҙ донъя көтә алмаҫын белә, мал да тота алмаҫ, донъя тотҡаһы ул, тик теләге генә ҡабул булманы, үҙе үлтерҙе.
   Балалар үҫкән, ейән-ейәнсәрҙәр мәшәҡәте бөткән, булғанына шөкөр итеп, һаулыҡты һорап ҡына тыныс йәшәргә ине лә, юҡ булманы, ҡарт көнөндә оло гонаһлы булынды.
. Тыныслыҡ теләне күңеле һуңғы арала, үҙен кәмһетеүҙән, кешегә һанамауҙан арыны, көслө булып арыны, түҙеп, күнеп, иренең ыңғайына һыпырып арыны. Тәне, йәне ял көҫәне, үҙе теләгәнсә ваҡытын бүлгеһе, кәрәкһә тик кенә ултырғыһы килә ине,  ирен гел ҡурсалап, бәпләп тороу ялҡытты, интернеттағы кеүек наҙлы ҡатын булғыһы килә, ире менән һәүетемсә тыныс аралашҡыһы килә, сараһыҙлыҡтан һуңғы ваҡытта үҙендә нервылар ярһыуын һиҙә башланы.
 Әле элек булғандар иҫенә төшөп ыҙалата, йә нимә тип яуаплар хәҙер тикшереүселәргә, сәнстем тиер инде.
  -Нимә өсөн тиеп һорар, ә нимә өсөн һуң? Элекке кеүек балта менән күҙ алдында һелтәнеп торманы, бысаҡҡа был юлы һонолманы, өҫтәлде ауҙарманы, мебелдәрҙе лә тураҡламаны, посуда, көҙгөләргә лә  теймәне.
  Мылтыҡ менән баҫтырғанына ла хәҙер биш былтыр үткән, баҫтырҙы тип Нәсимә үҙе ҡулынан тартып алып ҡасты, ул тотһа, атыр ҙа ине бәлки, тик ауыр мылтыҡ менән йүгереүе ҡыйын булғанлыҡтан туҡтап та тормай, күрше әбейгә мылтығын аҫтан һелтәне, ул да күпте кисергән һиҙгер әбей ине, йәһәт кенә тәрән ҡар өйөмөнә сүгәләне, яҙға табан тәрән көрт өйөмдәре бейек мәл ине ул саҡта.
Мылтыҡтан арынғас, йүгереүе ауыр булманы, алғараҡ китеп үҙе лә көрткә сумып ҡалды, иҫерек ире уны эҙләп, ары тәнтерәкләне.
Быны хәҙер һөйләһәң дә бер кем ышанмаҫ, күргән-белгәндәр үлеп бөткән.
Мылтыҡтан аҙаҡ еңел ҡотолдо, бөгөн үк юҡ итәһең, йә милицияға илтеп үҙем бирәм, күптәнән мылтығына күҙе төшкән кешегә олаҡтырҙы мылтығын ире, Нәсимәнең йәне тынсыны.
   Әле лә иҫергәс йоҡлағандыр, тип әкрен генә янынан тороп киттем  дә үҙе яһап биргән бәләкәй ултырғысҡа ултырып туҡмасҡа картуф әрсей башланым, тип дөрөҫөн һөйләргәме.
Унан алда кәстрүленә ит төшөргәйне, тороуына һурпа өлгөртөргә ниәтләгәйне. Көлөрҙәр инде, әбей-бабай, һаман бергә йоҡлайҙар тип. Йоҡларһың уның менән айырым, ураҙала ифтар мәжлесенә әбейҙәр менән йөрөгәндә әле хөддәңде ҡоротто, хатта фонариген тотоп ҡаршы барып алып йөрөнө. Эй әбейҙәр көнләшкән булдылар, йәнәһе ҡәҙерле әбей, өҙөлөп, ҡурсалап һаҡлаусыһы бар. Мәсеткә барғылай башлағас, имам-хатиптан көнләшә тип әйтә алмай ҙа... Ҡуй инде, ҡуй, үҙәгенә генә үткәрҙе, һөйләп килештерерлек түгел, Аллаһ йортона йөрөүен туҡтатты, йә хөрмәтле дин кешеһе ишетһә рәнйер.

   Йоҡламаған булған икән хәйерһеҙ, юрамал хырылдаған инде,  ҡайҙа барырға йыйындың мине йоҡлатып тип килеп йәбеште, яҡынлағанын ишетмәй ҡалған, әлеге һаңғыраулыҡ. Ҡан баҫымы күтәрелеп ҡолағы ла шаулап тора ине шул  өҫтәүенә.
. Тертләп ҡапыл әйләнде, ҡулында бысағы ине, һуҡмаҫын белә ине, күп булһа һөрсөктөрә төртөр, һелтәнгәнен иҫләмәй, өҫтөнә йығылғас, бергәләп тәпәш ултырғыстан ҡолап киттеләр. Нәсимәнең усы үҙе тотҡан бысаҡҡа ҡырҡылған, бабайының түшенән ҡан һарҡый, тиҙ генә ауыл фельдшеренә шылтыратты. Өй эсе ҡан менән тулды, бабайының түшен бәйләргә яулыҡ-фәләнен килтерергә кәрәклеген белә ине.
   Ныҡ иҫерек икәнлеген белгәнгә үлгәндер тип уйламаны ла, фельдшер килеү менән үлгәнлеген әйтте, полицияға, тиҙ ярҙам машинаһына шылтыратты.
  Икеһен бер юлы машина менән килтерҙеләр район үҙәгенә, балаларын ҡурсалап ҡандарҙы һөрткөләргә теләһә лә, рөхсәт итмәнеләр, больницала ҡан тапшырғас, бында урынлаштырҙылар.
 Ярай кеше күҙе алдында ҡулдарына бығау һалманылар, итәғәтле булдылар һорау алғанда ла.
  -Бәлки ирегеҙ һеҙҙе бысаҡ тотоп үлтерергә килгәндер, һеҙ  үҙегеҙҙе яҡлап уға бысаҡ менән сәнскәнһегеҙҙер?
  -Юҡсы, бысаҡ минең ҡулда ине, улай уҡ хаттин ашырға минең дошманым түгел ине лә ул. Мине үлтереп уға ни файҙа? Минһеҙ холодильниктән бешкән ашты ла алып йылытып эсә алмай ул, больницаға әүәлерәк ауырып эләккәнемдә лә эсе үткәшеп кәкерәйгән ине.

  -Улайһа һеҙ уны ниңә үлтерҙегеҙ? Туҡмалыуҙан ҡурҡтығыҙмы?
  -Теймәҫ ине ул, уҙа барһа төртөп ебәрер, ҡысҡырыныр ғына ине, тәүгә түгел дә, тиҙ һыуына ул.
   -Дүшәмбе өйөгөҙҙә тикшереү үткәрербеҙ, нисек, ни өсөн, ҡайһылайыраҡ сәнскәнлегегеҙҙе видеоға төшөрөп алырбыҙ.
 -Юҡ, юҡ, үҙегеҙ генә барығыҙ кәрәк тапһағыҙ, балалар ҡайтырҙар, туғандар йыйылырҙар, уларҙың күҙенә нисек күренәйем, ошо көйө генә ултыртығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, йөрөмәйем.
   Ошо һөйләшеүҙе хәтерләп йәне өшәнде, бәлки бабайғынаһын  ерләшергә ҡайтарыуҙы һорап ҡына ҡарар, әҙерләгән төйөнсөктәгеләрҙе бутап бөтөрмәһендәр тағы, ҡыҙына күрһәткәйне лә, ҡаңғырып яңылышыуы  ла мөмкин, яҙыуын уҡыһалар белерҙәр әле, үҙенә лә әҙерләгән, кейемлеген , хәйерлеген. Бабайыныҡы ла теүәл, ауыр тупрағы еңел булһын, былай булырын кем белгән.
   Дүшәмбе көнөн көскә еткерҙе, элек йәне тынлыҡ, бер аҙ тыныслыҡ теләһә, әле яңғыҙлыҡтан да ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡлығын аңғарҙы, алдағы йылдарҙы нисек үткәрер, аҡылдан яҙырға мөмкин бит. Берәй эшкә тәғәйенләүен һорар инде, иҙән-миҙән йыуырға эшкинер әле, арып талып йоҡларға ятһа, бәлки йоҡлай ҙа алыр.Бабайын  һағынып та өлгөрҙө, арҡаһын терәп кенә йоҡларға ярата ине.
  Ишекте асып тикшереүсе бүлмәһенә алып килделәр, эй ғәрлегенән ошонда ятһын да үлһен ине, бабайы менән бергә ерләрҙәр ине.
  -Һаумыһығыҙ, һеҙҙең эшегеҙ буйынса кәрәкле мәғлүмәттәр килде. Бына үҙегеҙҙең бүлексә полицияһына һеҙҙе тапшырам, ауылығыҙға илтеп ҡуйыр, алда бабайығыҙҙы ерләү мәшәҡәте лә бар бит әле, ныҡлыҡ, һаулыҡ теләйем. Һау булығыҙ.
  Нисек? Бабайымды ҡуйырға ҡайтараһығыҙмы, рәхмәт инде, миңә үҙемә ҡасан килергә, балалар өйҙә булғанда килтереп китһәләр тигәйнем дә...Алыҫ ара шул...
   -Үҙегеҙгә уңайлы ваҡытты ҡарағыҙ, ә беҙҙе  ғәфү итерһегеҙ. Мин сәнстем, мин үлтерҙем тигәнгә тикшермәйенсә лә булмай ине, табибтар тикшереүенсә бабай йөрәгенә киң инфаркт кисереүҙән үлгән, йөрәге шартлаған була инде, ә бысаҡ яраһы ныҡ түгел, ҡолаған саҡта эләккәндер. Өйөгөҙҙәге ҡан таптары һеҙҙең группаға ҡарай, сәбәләнеп унда-бында йүгергеләгәнһегеҙҙер.
  Артлы ултырғыстан шыуып ҡолап төшкәнен үҙе хәтерләмәй, табиб бер нисә укол яһағас ҡына иҫенә килгән.
  Аңына килгәс оҙаҡ ҡына ярһып иланы, кемдер һыу бирҙе, кемдер дарыу эсерҙе, күҙ йәштәре ҡороғандыр тиһә лә ҡалғандыр, тыныслана алмай яфаланды.
   Аҙаҡ үҙен сабыр ғына көткән үҙҙәренең полиция машинаһына көскә менеп ултырҙы, алда көткән яңғыҙлыҡҡа сыҙай алырмы, ғүмер буйы көрәшеп, айҡалашып, аралашып өйрәнгән бабайһыҙ нисек йәшәр, киләсәге нисек булыр, янында һәр аҙымын тикшергән бабайы юҡлығына һаман ышана алмай ине әле, ҡапҡа төбөнә сығып һаман ҡайтҡанын көтәлер һымаҡ.

Гөлдәр әбей.

https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2022-12-27/shkafta-y-ld-hik-y-g-ld-r-k-limullina-3088028

Автор:
Читайте нас: