Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Декабрь 2022, 12:11

Юморға бай кисә

Район китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатирик Марсель Сәлимов менән осрашыу уҙҙы. “Мар. Сәлим көлә-көлә Ҡырмыҫҡалыға килә” тип аталған йәмле сараға күренекле әҙиптең ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре Яҙыусының ижадына арналған “Марсель Сәлимов – осло ҡәләм оҫтаһы” тигән күргәҙмә әҙерләгән.

Юморға бай кисә
Юморға бай кисә

Юморға бай кисә

Район китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатирик Марсель Сәлимов менән осрашыу уҙҙы. “Мар. Сәлим көлә-көлә Ҡырмыҫҡалыға килә” тип аталған йәмле сараға күренекле әҙиптең ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре Яҙыусының ижадына арналған “Марсель Сәлимов – осло ҡәләм оҫтаһы” тигән күргәҙмә әҙерләгән.

Юморға бай кисәне алып барыусы Гөлнара Әхмәтйәнова әҙиптең тормош һәм ижад юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып үткәс, һүҙ район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаевҡа бирелде. Фәрғәт Фәрит улы иң изге, йылы һүҙҙәренә ҡушып, Марсель Шәйнур улына район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы һәм:

- Һеҙҙе беҙ бик күптән “Һәнәк” журналы мөхәррире, юмор оҫтаһы булараҡ беләбеҙ. Һеҙҙе бөтә донъя таныны, яңыраҡ ҡына әҫәрҙәрегеҙ инглиз теленә тәржемә ителеп таратылды, - тип ижади уңыштар теләне.

Марсель Сәлимов иһә үҙ сиратында район хакимиәтенә үҙенең тәҡдимен еткерҙе. Ул Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы һәм журналистика ветерандары ойошмаһы исеменән яҙылған хат менән таныштырҙы. Был хатта улар Ҡырмыҫҡалы һәм Ҡабаҡ ауылдарының яңы урамдарының береһенә РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы Мазһар Ғимаҙиевтың исемен биреү тәҡдиме менән сыҡҡан.      

Артабан Марсель Сәлимовҡа һүҙ бирелде. Ул сығышында ижад менән бәйле тормошо, “Һәнәк” журналындағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Үҙенең ижадын оло баһалаусыларҙың тере тауыштары яҙылған видеояҙмалары менән таныштырҙы. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районынан сыҡҡан күренекле кешеләр – Фәрит Иҫәнғолов, Ғайса Хөсәйенов, Рәсих Ханнанов, Ирек Кинйәбулатовты һәм башҡаларҙы хәтергә алып үтте.

Ижад кисәһе барышында Шәриф Бикҡол музейы мөдире Фәйрүзә Ҡотлобаева һәм район китапханаһы хеҙмәткәре Гөлнара Әхмәтйәнова Марсель Сәлимовтың “О’КЕЙ” скетчын бик оҫта итеп сәхнәләштерҙеләр, Олокүл ауылынан Флүрә Самиҡова “Көнсөл ир” шиғырын һөйләне, Ҡырмыҫҡалы ауылының Ауырғазы күп профилле колледжы студенттары халыҡ яҙыусыһының шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Районыбыҙҙың билдәле ҡәләм оҫталары Миҙхәт Рәжәпов, Таһир Вилданов, Риф Йөҙлөкбаев, район китапханаһы директоры Светлана Дмитриева Марсель Сәлимовҡа ижади уңыштар теләп, изге һүҙҙәрен еткерҙеләр һәм үҙҙәренең күстәнәс-бүләктәрен тапшырҙылар.

Кисәне һуңында Фәйрүзә Абдулҡадир ҡыҙы:

- Һеҙ беҙҙе бөгөн бик күп көлдөрҙөгөҙ, бала сағыбыҙға, йәшлегебеҙгә алып ҡайтығыҙ, - тип, барыбыҙ өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.

Танылған шағир- юморист, яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың ижад кисәһендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла рухи аҙыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәсьораттар алып ҡайтҡандыр, бындай йәмле кисәләр күберәк булыһын тигән теләктәр менән таалашҡандыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: