Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
1 Декабрь 2022, 07:18

Шиғриәт байрамы

Ҡарлыман ауылы китапханаһында Әсәләр көнөнә бағышланған шиғриәт байрамы уҙҙы. Донъяға ғүмер бүләк итеүсе ғәзиз кешеләргә бағышланған был сараға ауылдың шиғриәт һөйөүсе ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды. Улар янына ижад емештәре менән күңелдәргә үтеп ингән билдәле шағирә, мәғариф уҙаманы Фирүзә Абдуллина саҡырылғайны.

Шиғриәт байрамыШиғриәт байрамы
Шиғриәт байрамы

Ауыл инәйҙәре Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы менән яҡындан танышты һәм бергәләп уның шиғриәт донъяһына сәйәхәт ҡылды. Шағирә үҙенең тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне, әсә, бала, быуындар күсәгилеше, ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр, шулай уҡ тыуған яҡ, телһөйәрлек, илһөйәрлек, эшһөйәрлек, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ темаларына яҙылған шиғырҙарын уҡыны. Уның тәрбиәүи көскә эйә булған ижад емештәре ата-әсәгә мәрхәмәтле, ихтирамлы булырға, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәтә. Был көндө Фирүзә Абдуллина “Әсәйем һабаҡтары” циклынан да байтаҡ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Эйе, йылдар үтеп, йөҙҙәр һырланһа ла, сәстәргә сал инһә лә, мәңгелек донъяға күскән ғәзиз әсәйҙәр йөрәк түрендә, улар бала өсөн мәңге тереләр. Хискә бай күңеле Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы барыһының күңелдәрендә булған иң йылы хис-тойғоларҙы шиғри һүҙҙәр менән әйтә. Һәр шағир һәм яҙыусы үҙ заманы тураһында уйланып яҙа, Фирүзә Абдуллина ла барлыҡ хәл-ваҡиғаларҙы нескә күңеле менән тоя, йөрәге аша үткәрә.
Был көндө шағирәнең поэзияһындағы ыңғай образдар күңелдәрҙе күтәрҙе, шаяндары көлдөрҙө, һағышлылары тетрәндерҙе, күҙҙәрҙе йәшләндерҙе.
Композиторҙар тарафынан да шағирәнең күп шиғырҙары көйгә һалынған. Был көндө лә республиканың билдәле артистары башҡарыуында аудиояҙмаларҙа яңғыраған йырҙарҙы барыһы ла яратып тыңланы.
Рәүфә һәм Флизә Батыршиналар үҙҙәре яратҡан шиғырҙарын яттан тасури һөйләһә, ҡәләм тибрәтеүсе Рима Фенько һәм Фидат Юнысов үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Мәғариф уҙамандары Клара Абакачева һәм Долорес Байсурина әсәйҙәрҙе ҡотланылар, шағирә, уның ижады тураһында йылы һүҙҙәрен әйттеләр. Урындағы мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зөлфиә Шәмсетдинова Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының уҡыусыһы булыу бәхете тейеүен һөйләп үтте.
Китапханасы Раушания Өмөтбаева ойошторған бай йөкмәткеле шиғриәт байрамында ҡатнашыусылар шиғырҙар тыңлап, ләззәт тойғоһона сумды, илһәм-дәрт алды, рухтарын байытты, күңелдәрен күтәрҙе. Улар был сарала тормош ваҡлыҡтарынан бөйөгөрәк булды. Тере яңғыраған шиғри һүҙ йолаларын дауам итеп, киләһе осрашыуҙа һәр килеүсе яттан шиғыр һөйләргә һүҙ ҡуйышты. Киләсәктә лә шиғриәткә һөйөү хисе һүрелмәһен!
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас