Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
10 Ноябрь 2022, 06:44

Тормош ысынбарлығы. Күп тә бөтә, аҙ ҙа етә

Оҫта итеп һөйләй белеү һәләте һәр кемгә лә бирелмәгән. Файҙалана белгән кеше ошо һәләте менән һыуҙан да ҡоро, уттан да имен сыға ала, төймәләй эшен дә дөйәләй итеп күрһәтергә мөмкин, анһат ҡына юғары вазифаларға ла үрләүе бар.

Тормош ысынбарлығы. Күп тә бөтә, аҙ ҙа етәТормош ысынбарлығы. Күп тә бөтә, аҙ ҙа етә
Тормош ысынбарлығы. Күп тә бөтә, аҙ ҙа етә

Күп тә бөтә, аҙ ҙа етә

Кемдер көтә, кемдер көттөрә. Ғәҙәти күренеш. Әммә вазифалы кешеләрҙең көттөрөүе ғәфү ителгеһеҙ.
Һаҙлыҡҡа ла баталар, бурысҡа ла сумалар. Һаҙлыҡ үҙенә тартҡандан тарта барған кеүек, йыйылған бурыстан ҡотолоуҙары ла анһат түгел. Иң йәтеше: бурысҡа кермәҫкә тырышыу.
Күп тә бөтә, аҙ ҙа етә, тиҙәр. Ни эшләйһең, юрғаныңа ҡарап, аяғыңды һуҙаһың инде.
”Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын”, - ти мәҡәл. Әммә ҡулыңдан мал-мөлкәт китһә, дуҫтарыңдан елдәр иҫеүе лә мөмкин.
Аҡтың ҡара ла, ҡараның аҡ та булыуы ихтимал. Көслөнөкө - замана, тиҙәр бындай осраҡта.
Теге йәки был техниканы яғыулыҡ хәрәкәткә килтерһә, ә кешегә киләсәккә өмөт, хыялдар йәшәргә көс-дарман бирә.

 

Көтөп алабыҙ

Яҙын ағастарҙың бөрө сығарып, япраҡ ярыуын көтөп алабыҙ. Күңел шатлана, ҡанатлана. Ошо һоҡланғыс миҙгелде оҙаҡҡараҡ һуҙаһы килә. Тик тәбиғәт һинән һорап тора буламы һуң? Ни арала япрағын да яра, сәскәһен дә ата. Күҙ асып йомғансы япраҡтар ҡойолор мәл етә. Бер аҙ моңһоулыҡ баҫа күңелде.
Килер йылдарҙа ла донъялар тыныс булып, шаулап-гөрләп яҙҙар килһен, үҙ матурлығы менән көҙҙәре етһен.

Йәлләмәне Хоҙай быйыл:
Мул иттереп бирҙе уңышын.
Ҡыуандырҙы "алтын көҙө" менән
Йәшен-ҡартын – барыһын.
Һөйөндөрһөн Хоҙай тағы
Тыныс итеп донъяһын,
Булдырмаһын бынан ары
Хәүеф-хәтәр, ғауғаһын.

 

Кескәй генә бер осҡон

Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Тик унда ҡатнашыусылар ғына ҡабатланмай: кеше ғүмере - тарихи осорҙа янып һүнгән кескәй генә бер осҡон.
Шаяртыу - һәйбәт нәмә. Әммә уның да урыны, ваҡыты бар. Артыҡ күпкә китһә, урынһыҙ ҙа булһа, йәнгә тейә башлай.
Шаян телең дә, уйламай һөйләһәң, бар нәмәне пыран-заран килтереүе мөмкин.
Төртмә теллемен, тип маһайырға ярамай. Ул ғына ҡыйыулыҡ тигәнде аңлатмай әле. Киреһенсә, әҙәпһеҙлектең бер ғәләмәте.
Кем менәндер ыңғай мөнәсәбәттәреңде кирегә әйләндерәм, тиһәң, тураһын әйтеп һөйләшеү ҙә етә.
"Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ", - ти халыҡ. Шулай кәрәк. Әммә "Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ" тигәнен дә иҫтән сығармау хәйерле.
Үҙең белгәнде башҡаларға ла өйрәтергә мөмкин. Ә бына инде үҙҙәре белмәгән көйөнсә, башҡаларҙы өйрәтергә маташыусыларҙы нисек аңларға?!

 

Файҙалана белһәң...

"Рәхәт һеҙгә: йыл һайын бер үк нәмәне ҡабатлап, ятлап бөткәнһегеҙҙер инде". Шулай тип уйлай ҡайһы берәүҙәр уҡытыусы хаҡында. Нимә тиһең инде, ситтән ҡарағанда үҙең булмаған ер ожмах кеүек тойола шул.
Ҡайһыһы мөһимерәк: рухмы, матди тәьминәтме? Икеһе лә. Әммә шуныһы ла бар: матди тәьминәт булмаһа, рух менән генә әллә ни ҡыйратып булмаҫ.
Май сүлмәге тышынан билдәле, ти әйтем. Әммә тышҡы сифаттар ҡай саҡта ысынбарлыҡҡа тап килеп тә бөтмәй.
Оҫта итеп һөйләй белеү һәләте һәр кемгә лә бирелмәгән. Файҙалана белгән кеше ошо һәләте менән һыуҙан да ҡоро, уттан да имен сыға ала, төймәләй эшен дә дөйәләй итеп күрһәтергә мөмкин, анһат ҡына юғары вазифаларға ла үрләүе бар.
Тегеһе етмәй, быныһы туҙған, яңыһы кәрәк, тип мыжыйбыҙ, үртәнәбеҙ, сәбәләнәбеҙ. Тик туҡтауһыҙ зарланыуҙан ғына донъя үҙгәреп китмәҫ, өҙлөкһөҙ илап-һыҡтауҙан ғына тәнебеҙҙән сиребеҙ сыҡмаҫ. Һәр хәлдә үҙебеҙ генә бөтөрөнәбеҙ.

Рим ИСХАҠОВ.

Бишауыл-Уңғар ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас