Даирә
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт
3 Ноябрь 2022, 05:20

"Йомортҡа" операцияһы. Бала саҡ мажаралары

Ә бер нисә көндән һуң үрге осҡа әхирәтенә барған ине, ҡайтыуына ҡапҡаһы асыҡ тора. Ғәйшә инәй шикләнеберәк торҙо ла, һарайға табан ыңғайланы. Ҡапыл һарайҙан йүгереп килеп сыҡҡан Фәрит, ҡурҡышынан абынып та китте, барып та төштө, тороп йүгерер ине, күлдәк еүеш. Ғәйшә инәй ипләп кенә...

"Йомортҡа" операцияһы. Бала саҡ мажаралары"Йомортҡа" операцияһы. Бала саҡ мажаралары
"Йомортҡа" операцияһы. Бала саҡ мажаралары

“Йомортҡа” операцияһы.

Бала саҡ мажаралары.

- Үәт әй, шилма малай, ни арала кереп йомортҡаларҙы сәлдереп сыҡҡан?!

Шулай һөйләнеп, уйланып торҙо Ғәйшә инәй. Шикләнергә урын бар шул, йыш ҡына һарай тирәһендә уралғанын күргеләне күршеһе Санияның улы Фәритте, тик үҙ күҙе менән күрмәгәс алғанын...

Шулай ҙа күршеһенә инеп сығырға булды, хәл белешеп. Сәй эсеп алдылар, ә сыҡҡан да әйтеп ҡуйҙы:

- Һинең Фәритең, мин әйтәйем, бигерәк шуҡ инде, етмәгән ере, кермәгән тишеге юҡ. Кәртә башында йөрөй, һикереп төшөргә лә ҡурҡмай. Ней, Сания, тауыҡтарың йомортҡа һаламы ул? Минекеләр әллә нишләне, һис йомортҡаға тейенә алмайым.

Башҡаса һүҙ ҡуйыртып торманы, әллә булған, әллә булмаған, юҡтан ғына баланың йөҙөн йыртырмын тип уйланы ул.

Ә бер нисә көндән һуң үрге осҡа әхирәтенә барған ине, ҡайтыуына ҡапҡаһы асыҡ тора. Ғәйшә инәй шикләнеберәк торҙо ла, һарайға табан ыңғайланы. Ҡапыл һарайҙан йүгереп килеп сыҡҡан Фәрит, ҡурҡышынан абынып та китте, барып та төштө, тороп йүгерер ине, күлдәк еүеш. Ғәйшә инәй ипләп кенә:

- Улым, тор. Берәй ерең ауырттымы? Ай-һай, ҡаты йығылдың бит, - тип башын һыйпаны.

Быны көтмәгән Фәрит оялышынан ята бирҙе. Ер тишеге булһа, кереп китер ине. Ә әсәһе менән өләсәһе белеп ҡалһа?..

Ғәйшә инәй өйөнә табан атлаған арала Фәрит тиҙ генә тороп, баҡса аша шишмәгә йүгерҙе, күлдәкте йыуырға кәрәк бит. Ошо хәлдән һуң Фәрит башҡаса Ғәйшә инәйгә кермәҫкә, күҙенә лә салынмаҫҡа тырышты. Ғәйшә инәй ҙә эште ҙурға ебәрмәҫкә булды, бала бит, ана нисек оялды, берәй әмәле сығыр әле тип уйланы.

Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң Сания сәйер генә һөйләшеү ишетте. Ҡапҡа төбөндә Фәрит менән бергә уйнаған Әхмәт һөйләшә ине:

- Мин хәҙер башҡаса лавкаға ла бармайым, йомортҡа ла урламайым, кәнфите лә кәрәкмәй, - тине лә ул Ғәйшә инәй менән булған хәлде һөйләп бирҙе.

- Һин дә башҡа Зәкиә әбейгә кереп йомортҡа урлап йөрөмә, минең хәлдә ҡалыуың бар. Ғариф ҡарт йомортҡаға туймаҫ ул, уның 3-4 кәнфитенә алданып...

Бына эш нимәлә икән. Сания Ғәйшә инәй менән булған һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө.

Ғәйшә инәй Санияның йомортҡа алып кергәнен күргәс аптыраманы.

- Нимә булды, күрше? – тигән булды.

- Һин асыуланма инде күршекәйем. Малай кеше шулай була, күрәһең. Ярай һинең ҡыҙҙар булған. Был хәл юҡлыҡтан түгел, шуҡлыҡтандыр, тим инде. Юғиһә кәнфит тә ашамай тормай. Атаһы булһа, бәлки, улай ҙа булмаҫ ине. Беҙ сепрәк баштарҙы тыңламаҫҡа уйлай күрәһең. Сания хәлде аңлатып бирҙе, ғәфү үтенде.

- Ярай, Сания, үҫә-үҫә шуҡлығы баҫылыр әле, аҡылһыҙ бала түгел бит, ана нисек оялып йөрөй минән. Онотайыҡ был хәлде, - тине Ғәйшә инәй. Күршеһе йәл булып тойолдо уға.

Сания шишмәгә һыуға төшкән ине, Әхмәттең әсәһе Мөслимә менән һөйләшеп торҙолар.

- Ҡара әле, Сания, анау һатыусы Ғариф ағайҙы әйтәм, йомортҡа планын үтәргә тип, балаларҙан йомортҡа ташыта икән. Тәмле кәнфит ҡайтты, йомортҡа алып килһәгеҙ, бирәм, үҙегеҙҙә булмаһа, күршенеке лә ярай, тип. Улыңды нығытып ҡуй, улай-былай эшләй күрмәһен.

Бына нисек булған икән. Сания бер аҙ тынысланды. Ярай әле теге көндө улына ҡаты бәрелмәгән. Фәрит тә үҙгәрҙе, әсәһе нимә әйтә шуны тыңлап тора, барыһы ла онотолдо кеүек...

Бер көндө Фәриттең өләсәһе янына күп һөйләй торған Фатима инәй килде. Был юлы Фәриттең әсәһе лә алынды телгә:

- Санияны әйтәм, йәшләй генә ирһеҙ бала үҫтерә. Арыу ғына берәй кеше булһа, барһын ине. Ана күрше Хәлимәнең ҡыҙы бара ла ҡайта, бара ла ҡайта. Нисәнселер, иҫәбен дә белмәйем, - тисе.

Ә Фәриттең өләсәһе бик тыныс, аҙ һөйләй, бик аҡыллы.

- Минең ҡыҙым да шулай булһын тиһеңме ни? – тип кенә ҡуйҙы.

Шунан Фатима инәй өҫтәлгә ниндәйҙер күстәнәс ҡуя, үҙе һөйләнә:

- Анау Ғарифты әйтәм, тауарға барып ҡайтҡанда, арбаһы ҡыйшайып, кәнфиттәре түгелгән күрәһең, шуға һыуҙа йыуҙым әле, һоро балсыҡҡа буялғанды ашап булмай бит, таҙарып ҡалды кәнфиттәрем. Мә, ашап ҡара әле, әхирәт.

Шул саҡ Фәрит үҙе лә һиҙмәҫтән:

- Эйе, өләсәй, беҙ ҙә ашаныҡ ул кәнфитте, тик йыуып түгел, бик тәмле булдысы, - тине.

Ә һүҙ ул ваҡыттарҙа бик популяр булған дүрт мөйөшлө һоро төҫтәге кәнфит тураһында бара ине. Шунан бирле ул кәнфит ауылда “әбей йыуған” кәнфиткә әйләнде.

Әлиә РӘХИМОВА.

Яңы Ҡыйышҡы ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас