

Үҙе мине эҙләп тапты
Быйыл 38-се тапҡыр мәктәптә 1 сентябрҙе ҡаршыланым. Ошо осорҙа бихисап уҡыусылар күҙ алдымда шәхес булып үҫеште, тормошта үҙ юлдарын тапты. Элекке уҡыусыларымдың балаларын уҡытам бөгөн.
Кемдәргәлер ярап та бөтмәгәнмендер. Был донъяла беребеҙ ҙә идеаль түгелбеҙ. Әммә күптәрҙең күңелендә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырыуыма иманым камил. Исем өсөн генә йөрөмәнем: белемен бирергә лә, үҙем белгән һәләттәргә өйрәтергә лә тырыштым, һәр кемгә ҡулымдан килгәнсә ярҙам ҡылдым.
Бер ваҡытта ла дан артынан ҡыуып, кемгәлер ярамһаҡланманым, ялағайланманым, һоранып йөрөмәнем. Дан - хөрмәт, Аллаға шөкөр, үҙе мине эҙләп тапты.
Һала белһәң, ятыуы мөмкин
Юлдар яҡшыра, тиҙлек арта, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүҙәрҙең ғүмере лә ҡыҫҡара.
Булғанына ҡәнәғәт булып, шөкөр итеү һәйбәт. Тик әҙәм балаһына барыбер етмәй ҙә етмәй. Айырыуса, байғураларға.
Кешенең аҡылы уның йәшен билдәләмәй. “Һаҡаллы сабый” тигән ҡушамат шуға дәлил.
”Беҙ ҡапсыҡта ятмай”, ти халыҡ әйтеме. Әммә һала белһәң, ҡайһылай ныҡ ятыуы мөмкин.
”Эш аҡсаламы ни ул?” - тип эре генә сирттереп ебәргән булабыҙ. Ә ысынында, ана шул аҡсаға барып төртөлә лә инде бар нәмә. Нәҡ ана шул аҡса талаштыра ла, яраштыра ла, дуҫлаштыра ла, дошманлаштыра ла.
Бер аҙ эшләтергә кәрәк
Әкиәт тә әкиәт тибеҙ, әммә уның нигеҙендә лә кескенә генә булһа ла дөрөҫлөк төҫмөрләнә. Был донъяла һәр нәмәнең дә үҙ ерлеге бар.
Ашығабыҙ, ашыҡтырабыҙ, ҡабаланабыҙ, ҡабаландырабыҙ. Бары тик ваҡыт ҡына ашыҡмай ҙа, ҡабаланмай ҙа, үҙ яйы менән алға бара. Әгәр ҙә ул да ашыҡһа, ҡабаланһа...
Үтмәҫ балта боҙ сабырға ярай, тигәндәй, бығаса һанлап бармаған, бик үк өнәп бөтөлмәгән кешенең дә ҡай саҡта кәрәге тейеүе ихтимал.
Көсләп астырған күҙҙең нуры булмай, тигәндәй, күңелгә ятмаған шөғөлдөң дә һөҙөмтәһе юҡ иҫәбендә.
Ғәҙәттә, сығыш яһаусыларҙан һуң: "Ниндәй һорауҙарығыҙ бар?" - тип мөрәжәғәт итәләр. Йыш ҡына һорауҙар булмаусан. Эйе, һорау бирер өсөн дә башты бер аҙ эшләтергә кәрәк шул.
Хан һыйында йәшәй
Көләмәстә профессор студентҡа аҡыл менән аҡсаның икеһенең береһен һайлап алырға тәҡдим итә. Билдәле, студент аҡсаны һайлай, ә профессор аҡыл яҡлы. Ысын тормошта, әлбиттә, аҡыллы кеше һис кенә лә аҡсанан баш тартмаҫ.
Ҡай берәүҙәрҙең: "Их, ҡанаттарым булһа", - тигәндәрен ишетергә тура килә. Ә бит кешелә лә ҡанаттар бар. Улар - өмөт, хыял, маҡсат. Нәҡ ана шулар йәшәтә кешене. Шуларҙың береһе генә булмаһа ла, тормош ритмы боҙола.
”Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай”, - ти халыҡ әйтеме. Әммә был ғүмер буйы дауам итә алмай: аҙағы күп осраҡта күңелһеҙ тамамланыусан.
Йөҙөнә эшлеклелек, белемлелек, аҡыллылыҡ сырайы сығара белгәндәр түрәләр кимәлендә хан һыйында йәшәй. Ә инде бындай оҫталыҡтан мәхрүм булғандар үҙ көсөнә таянып ғүмер итә һәм шунан ҡәнәғәтлек кисерә.
Күмәк кеше ҡатнашлығында эш ырамлы. Әммә тигеҙлек юҡ: кемдер бар көсөнә тырыша, кемдер шул тырыштар артына ышыҡлана.
Рим ИСХАҠОВ.
Бишауыл-Уңғар ауылы.