Даирә
+28 °С
Болотло
Әҙәбиәт
19 Октябрь 2022, 05:04

Көҙгә китәм! Фирүзә АБДУЛЛИНА

Илай-илай ҡалыр артымдан…

Көҙгә китәм! Фирүзә АБДУЛЛИНАКөҙгә китәм! Фирүзә АБДУЛЛИНА
Көҙгә китәм! Фирүзә АБДУЛЛИНА

Көҙгә китәм!

Йәйҙе көттөм – йәйем үтеп бара,
Мөғжизәләр көттөм йәйемдән,
Сәғәт-минуттарым бер туҡтауһыҙ
Тамсы булып тама йәнемдән…

Өмөт иттем йәйҙең йылыһына,
Йәнем мохтаж ҡояш наҙына…
…Алдап ышандырып эйәртте лә,
Алып барып тыҡты һаҙына!

Йәй бит үҙе – бер бәләкәй ғүмер,
Танһыҡтарым быйыл ҡанманы,
Йән теләгән йәшел мөғжизәгә
Өмөттәрем бер ҙә ҡалманы!

Былай булғас, башҡа сарам бөттө:
Көҙгә китәм! Көҙөм – алтындан!
Эй ялбарып миңә бахыр йәйем
Илай-илай ҡалыр артымдан…

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас