Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
19 Октябрь 2022, 10:40

ҠАТЫН-ҠЫҘ КҮКРӘГЕ йәки... Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева

Был посты яҙырға ҡыҙыҡ ҡына сәбәп булды. Шулай тип яҙҙым да рәхәтләнеп бер көлөп алдым әле. Бер көлөү – бер стакан ҡаймаҡ ашау менән бер, ти торғайнылар, тимәк, иртә менән бер стакан ҡаймаҡ ашаным булып сыға инде. Минең кеүек артыҡ кәүҙә ауырлығы менән яфаланыусыларға быныһы кәрәкмәй-кәрәгеүен... Хәйер, ситкә китеп барам. Ҡатын-ҡыҙ күкрәге, тигәйнек бит әле.

ҠАТЫН-ҠЫҘ КҮКРӘГЕ йәки... Зөлфирә ҠаҙаҡбаеваҠАТЫН-ҠЫҘ КҮКРӘГЕ йәки... Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева
ҠАТЫН-ҠЫҘ КҮКРӘГЕ йәки... Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева

ҠАТЫН-ҠЫҘ КҮКРӘГЕ
йәки “Эрогенная зона”
Был посты яҙырға ҡыҙыҡ ҡына сәбәп булды. Шулай тип яҙҙым да рәхәтләнеп бер көлөп алдым әле. Бер көлөү – бер стакан ҡаймаҡ ашау менән бер, ти торғайнылар, тимәк, иртә менән бер стакан ҡаймаҡ ашаным булып сыға инде. Минең кеүек артыҡ кәүҙә ауырлығы менән яфаланыусыларға быныһы кәрәкмәй-кәрәгеүен... Хәйер, ситкә китеп барам. Ҡатын-ҡыҙ күкрәге, тигәйнек бит әле.
Күптән түгел Баймаҡ районы Йәнйегет ауылы китапханаһында уҡыусылар (читатели, а не учащиеся) менән осрашыу булыуы тураһында яҙғайным инде. Шундағы әңгәмә барышында апай-инәйҙәр минең ниндәй яҙыусыларҙы яратып уҡыуым, ир-егет яҙыусыларға ҡарашым һ.б. тураһында байтаҡ һорау бирҙеләр. Мин ҡатын-ҡыҙ ижадсыларҙың ир-ат исеменән, ә ир-аттың бисәләр исеменән “мин” тип яҙыуын өнәмәүемде әйттем. Ысынлар та, беҙ бер нисек тә ирҙәр күҙлегенән донъяға ҡарай алмайбыҙ, ә улар, киреһенсә, бисәләр кеүек тойомлай алмай. Шулай уҡ ир-аттың беҙҙе тасуирлағанда һәр ваҡыт тиерлек “ҡалҡыу күкрәкле”, тын алғанда бер күтәрелеп, бер төшөп торған түштәре” һ.б. тип һүрәтләүе ҡыҙыҡ. Әҙибәләребеҙ бер ҡасан да улай яҙмай...
Ә шәхсән мин түштәрҙе ябай бер тән ағзаһы булараҡ ҡына ҡабул итәм. Мәҫәлән, күҙ - күреү өсөн, ҡолаҡ - ишетеү өсөн, түш - баланы имеҙеү өсөн, и все! Башҡа бер нәмә өсөн дә түгел, тик имеҙеү өсөн! Ирҙәрҙең уны тотоуын, иркәләүен дә ҡабул итмәйем. Шул турала бер иҫтәлек.
Йәш саҡ. Яңы университетты бөтөп, Шишмә районында эш башланым. Ауыл район үҙәгенән 10 ғына саҡрым алыҫлыҡта. Бер шулай Шишмәгә барырға сыҡтым. Автобус юҡ, ҡул күтәреп торам юл ситендә. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек шәхси автомобилдәр күп түгел ине, һирәк кенә йә Жигули, йә Москвич була торғайны, түрәләрҙә инде Волга. Бына бер ваҡыт эргәмә бер Москвичмы, Жигулимы килеп туҡтаны. (Ғәфү итегеҙ, шуларҙы айыра алманым инде. Ошолайтып яҙҙым да, бер көләмәс иҫемә төшөп, йәнә көлөп алдым. Яҙып үтәйем әле. “Бер ҡатын ирен саҡыра икән: “Ана һиңә бер Жигули килгән, бар сыҡ!”- тип. Ире тышҡа сығып әйләнгән дә, ингәс йәне көйөп: “Бисә, һин һыйырҙың тиҙәген аттыҡынан айыраһыңмы?”- тигән. “Кәнишнә!” “Ә эттекен бесәйҙекенән?” “Кәнишне”, “Бына бит, - тигән ир, - Буҡ-һаҡта разбираться итәһең, ә машинала – юҡ! Миңә ниндәй Жигули килһен, Москвич та баһа!”)
Шулай бер машина, легковушка тей ҙә ҡуя торғайныҡ, килеп туҡтаны. Яңғыҙ ғына ирекәй, 50 йәштәр самаһында. Ултырҙым, ҡурҡыңҡыраһам да, ара яҡын, урман-фәлән юҡ, тик ялан ере, тип үҙемде тынысландырҙым. Ҡайҙа эшләүем, кейәүҙә булыу-булмауым тураһында һорашты татар абзый. “Юҡ әлегә, ләкин сығырға уй бар”, - тинем. “Ана бардачокта бер журнал ята, шуны алып ҡара әле”, - тине. Ялтыр ғына матур бер журнал икән, исеме хәтерҙә ҡалмаған, тышында ярым-яланғас ҡыҙ. Эсен асһам, уй Аллам, яланғас ирҙәр һәм ҡатындар, тегеләй ҙә, былай ҙа...Шарт яптым, оялышымдан ҡып-ҡыҙыл булдым. Ә абзый көлөмһөрәне лә: “Ничего страшного. Һин кейәүгә сығырға планировать иткән еткән ҡыҙ, эрогенный зоналар тураһында белегә тейешһең”, - тимәһенме был! Ауыҙ асырға ла өлгөрмәнем, был минең капрон ғына колготки кейгән тубығыма ҡулын һалды: “Беренсе зона ошо тубыҡта инде, икенсеһе күкрәктә”, - тип түшемә ҡағылғайны, шарт тегенең ҡулын алып ташланым да, күкле-йәшелле тауыш менән: “Хватит лапать, туҡтат машинаңды, төшөп ҡалам!” – тип аҡырып ебәрҙем. Был аптырап китте, йәмһеҙ йөҙөн салшайтып: “Строят из себя недотрогу, шлюхи!”- тип ҡатлы-ҡатлы һүгенеп ебәрмәһенме! Ишекте аса башланым, һикереп ҡалмаҡ булып. “Ладно, ултыр. Хәҙер барып етәбеҙ. Кейәүгә сығырға булғас, все равно не девственница.Чего жалеть, было бы и тебе хорошо, и мне. Я бы тебя научила многим способам, аҙаҡ мужигың рәхмәт әйтер ине”, - ти. Өндәшмәнем, ҡурҡтым, талап ҡуйыр тип. Илап барып төшөп ҡалдым...
Ләкин был оятһыҙ тарыхтың ҡыҙыҡ дауамы ла булды әле. Бер-ике аҙнанан әхирәтем Нурзидә менән Шишмәлә китап магазинында йөрөп ятабыҙ. Яңы эшкә төшкән кешеләр методик ҡулланмалар әҙләйбеҙ инде. (Шунда методичкаларҙан тыш, Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Шәфәҡ нуры” тигән китабын һатып алғайным. Әле йыбанмай тороп ҡараным – 3 сентябрь 1989 йыл, тип яҙып ҡуйғанмын). Ҡараһам, ҡаршыбыҙҡа баяғы мине енси мәсьәләлә просвещать итергә теләгән ирекәй килә. “О, кого я вижу! Красавица!” – тип ҡосаҡ йәйгәс, ҡурҡып киттем. Был туп-тура беҙгә килде лә, әхирәтемде ҡосаҡлап алды. Мин аңшайып торам. Был аҙ-мәҙ һөйләшете, мин ситкә ҡасып киттем. Аҙаҡтан әхирәтемдән был ҡурҡыныс абзыйҙың кем икәнен һораһам, беләһегеҙме кем тине, юҡ, ғүмерҙә лә не догадаетесь – дуҫым эшләп киткән урта мәктәптең ДИРЕКТОРЫ! Вәт так просвититель! Нурзидәгә һөйләгәйнем, һыныбыҙ ҡатҡансы көлдөк. “Шулай ул, йәш ҡыҙҙар артынан саба. Мине лә ҡаҡшатҡас, ул мәктәптән китергә тура килде”, - ти. Хәтәр матур ине ул әхирәтем.
Әллә нишләп ирҙәр шул түш тип иҫтәре китә, миңә бер ҙә ҡыҙыҡ түгел. Йәш саҡта әле, бер генә балам бар саҡта, туй ваҡытында шаярышып, бейешеп йөрөгәндә, бер еҙнәй көтмәгәндә ҡарманы ла алды бит әй! Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, шарт әйләнеп сикәһенә һуҡтым. “Бында һиңә уйнаш Б. бисәләре барҙыр!” Үҙем йәнем алҡымыма тығылып, үртәлеп тышҡа сығып киттем. Туй өйҙә бара ине. Аҙаҡ апай кешегә әйткән: “Бөтә бисәләрҙе лә һәрмәп сыҡтым, бер Зөлфирә балдыҙ ғына отпор бирҙе, башҡалары рәхәтләнеп көлөп торҙо”, - тигән. Башҡа ҡатындарҙы яманламайым, кемдер оялғандыр, йә йәне көйһә лә, туй бит әле тип өндәшмәгәндер. Шулай ҙа ныҡ үсегеп йөрөнөм ул еҙнәйгә. (Йәне йәннәттә булһын мәрхүмдең...)
Р.S. Түшкә ҡағылғандарын әле лә яратмайым. Хәләл ефетемә лә рөхсәт юҡ, тейһә енем ҡуба ла китә. Баяғы татар абзый әйткән “эрогенный зонам” унда түгелдер, күрәһең!

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.

https://vk.com/tvorchestvo_kazakbaeva?w=wall-33490104_110%2Fall 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас