

Һәр кемдең үҙ арбаһы
Йөрәк һәр кемдә лә бар, әммә был барса кеше лә йөрәкле тигәнде аңлатмай. Һүҙ тырышлыҡ, ҡыйыулыҡ, йүнселлек хаҡында бара.
”Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың”, - ти халыҡ мәҡәле. Әммә һәр кемдең үҙ арбаһы, үҙ йыры булыуы мотлаҡ. Йәғни, һәр кемдең үҙ һүҙе, үҙ ҡарашы, үҙ фекере булырға тейеш.
”Эйе”тип әйтеү һәйбәт, әммә ваҡыты менән “юҡ” тип тә әйтә алыу яҡшы. Һүҙ ныҡлы ихтыяр көсө хаҡында.
Телеңде әрәм итмә
Өйҙәр элек тар булһа ла, күңелдәр киң ине. Хәҙер өйҙәр иркен дә, тик күңелдәр ҡайһы саҡта тарыраҡ.
Мәҙәниәтле кешеләрҙең дә мәҙәниәтһеҙ, белемле кешеләрҙең дә белемһеҙ булыуы мөмкин.
Аҡыл һатыусы ҡайһы берәүҙәрҙе лә аҡыллы икән тип уйларға ярамай.
Ярҙам ихлас күңелдән булһа ғына ярҙам. Нимәлер өмөт итеп, кемдер үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртһа - был ярҙам түгел. Ҡул ҡулды, бит битте йыуа тиҙәр бындай осраҡта.
Һаулыҡ ҡушып та сәләмеңде алмаһалар, кәңәш биреп тә ҡолаҡ һалмаһалар, ундайҙарға бүтәнсә телеңде әрәм итмә.
Тормош китап түгел шул
Ялҡаулыҡ - әрһеҙ нәмә, бер эйәләшһә, уны биҙҙереү анһат түгел. Иң яҡшыһы - уны яҡын юлатмау.
”Кем эшләмәй, шул ашамай”, - ти мәҡәл. Әммә эшләмәгәндәр ашай, эшләгәндәр бары семтенә генә.
Китап уҡыйбыҙ. Мауығып уҡыйбыҙ. Берсә шатланабыҙ, берсә борсолабыҙ, берсә ҡайғырабыҙ шундағы яҙмыштар ыңғайына. Ҡайһылай тормошсан әҫәр тип һоҡланабыҙ. Тик тормош ҡына китап түгел шул.
Балан менән миләш - әсе емеш. Әммә тормош әсеһе, яҙмыш әсеһе менән сағыштырғанда улар әсеһе сүп кенә.
Ул да иҫкерә
Белем алдым да эш бөттө түгел. Уны тормошта ҡуллана ла белергә кәрәк. Шуныһы ла бар: яңыртып тормаһаң, ул да иҫкерә.
Барлыҡ нәмәлә лә сама зарур. Артыҡ татлы ла, артыҡ тоҙло ла ялҡытҡан һымаҡ самаһыҙ иркәләү ҙә, маҡтау ҙа, артыҡ буйлатыу ҙа, өҙлөкһөҙ өгөт-нәсихәт тә файҙаға түгел.
”Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул”, ти мәҡәл. Юҡ инде, үҙ ереңдә лә ирәйеп, күкрәк киреп, иркен һулап йәшәүгә ни етә!
Һәр ялтыраған һары нәмә алтын булмағандай, тыштан балҡып торғандарҙың да күңеле ҡара булыуы мөмкин.
Рим ИСХАҠОВ.
Бишауыл-Уңғар ауылы