Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
19 Сентябрь 2022, 16:30

Урыҫтан түгел, кейәүҙән...

Тормоштан алынған мәҙәк хәлдәр.

Урыҫтан түгел, кейәүҙән...
Урыҫтан түгел, кейәүҙән...

Элегерәк колхоздарҙың гөрләп эшләп торған сағы.. Урманлы райондарҙың береһендә йәйләүҙә, ферма һыйырын айыу тәләфләгән. Көтөүселәрҙең айыу атырға рөхсәттәре булмау сәбәпле, ауылға хәбәр ебәрәләр. Икенсе көнгә прицеплы "Беларусь" тракторында былар биш ир-егет мылтыҡтар алып килеп төшә йәйләүгә. 

Көтөүселәрҙән эштең нисек булғанын һорашып, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәт туплағандан һуң, эңер төшөрҙән алда тип бер бәләкәйерәк буйлы урта йәштәрҙәге йыуантығыраҡ кәүҙәле көтөүсене һыйыр емтегенең ҡайҙа ятҡанын күрһәтеү өсөн трактор арбаһында үҙҙәре менән бергә алалар. Һыйыр ятҡан урынға бик яҡын килмәй генә, тракторҙы урман ситенә ҡуйып, арбанан төшмәй генә хәлде асыҡлап, ҡайһы ағаста таҙғаҡ эшләргә яйлыраҡ икәнен, йәйләүгә ҡайтып тракторҙы ҡалдырып, ҡараңғы төшөр алдынан кире килергә план ҡороп ултырғанда, теге көтөүсе трактор арбаһынан төшөп, ҡыуаҡ араһына бәҙрәфкә йүгерә.

Күп тә үтмәй арбанан бер-бер артлы ике мылтыҡ атҡаны һәм ялан ситендә көслө итеп айыу үкергән тауыш ишетелә. Көтөүсе ҡурҡышынан килеп торһа, имәнес ҙур, яралы айыуҙың алғы аяғына баҫа алмай абына-һөрлөгә быларға табан ынтылғанын күреп, салбарын да күтәрергә онотоп арбаға йүгерә. Шул ваҡыт арбанан йәнә бер-бер артлы өс тапҡыр мылтыҡ тауышы яңғырай.

Кәүҙәгә бәләкәй булғас ни, теге ағай арбаға менә алмай сәбәләнә ти. Һунарсыларҙан бер йәшерәге, көтөүсегә ярҙам итмәк булып, арбаның икенсе яғынан етеҙ генә һикереп төшә лә көтөүсегә арттан килеп тотоноуы була, тегеһе айыу эләктерҙе икән тип уйлап, бөтә урманды яңғыратып: "Мин атманы-ы-ы-ы-ы-ыым, мин түге-е-е-е-еел!" - тип йән асыуы менән ҡысҡырып та ебәрә, "һә" тигәнсә арбаға килеп тә менә. Яланғас арты ғына ялтырап ҡала.

Айыу былар янына ҡул һуҙымында ғына килеп йығыла. Был тамашаның шаһиты булған һунарсылар, көтөүсенән хәлдәре бөткәнсе көлөп, йәнлекте көскә тунап, ауылға ҡайтып еткәнсе көлгәндәр. Ә теге көтөүсегә ғүмерлеккә "Мин түгел" тигән ҡушамат йәбешеп ҡалған.

***

Ике дуҫ төнөн курше колхоздың ырҙын табағынан ниҙер урларға барған. Тоҡтарын тултырып ултырғандамы, ташығандамы, ҡарауылсылар килеп сыҡҡан. Үҙҙәрен танытмаҫ борон был ике дуҫ икеһе ике яҡҡа ҡасҡан. Берәүһе ҡысҡырып ҡаса икән:
- Гәрәй! Гәрәй! Тотолһаң, үлтерһәләр ҙә, исемеңде әйтмә!!!

***

Бер яңы тыуған сабыйға исем ҡуштыралар икән. Ҡәйнә ҡарт әбей, һаңғырау булған, йүнләп ишетмәй икән. Мулла, кем тип ҡушаһығыҙ улығыҙға, тип һораған. Ата-әсәһе, Руслан, тигән. Ҡәйнә "урыҫтан" тип ишетеп, урыҫтан түгел, кейәүҙән, тип ҡысҡырып ебәргән ти.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/public211764659 

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=медведь%20гонится%20за%20людьми%20в%20лесу&from=tabbar&p=1&pos=66&rpt=simage&img_url=http%3A%2F%2Fbugaga.ru%2Fuploads%2Fposts%2F2013-12%2F1386333749_zveri-24.jpg&lr=101184 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: