Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
9 Сентябрь 2022, 10:12

БЕР ЯҢЫЛЫШ АҘЫМ (Хикәйә)

“Ах, белмәйһең шул, әсәкәйем, хәлдәремде! Белмәйһең...” Түгелеп илағыһы килде. Юҡ шул, ҡороған Гөлзифаның күҙ йәштәре, күптән ҡороған... “Эҙләгәнеңде таптыңмы, Гөлзифа? Ана бит, үлем түшәгендә ятҡан әсәйеңә лә дөрөҫөн һөйләп бирергә көс тапманың...” Ҡапыл әсәһенең бынан бик күп йылдар элек әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө: – Нисек гонаһынан ҡурҡмайһың, Гөлзифа?! Аҡылыңа кил, апайыңдың рәнйеше төшөр бит үҙеңә! Шул һөйләшеүҙән һуң ике тиҫтә йыл үтеп тә киткән икән. Дөрөҫ һиҙемләгән әсәһе: төштө рәнйеше апаһының, нисегерәк кенә төштө бит әле...

БЕР ЯҢЫЛЫШ АҘЫМ (Хикәйә)
БЕР ЯҢЫЛЫШ АҘЫМ (Хикәйә)
–Ҡыҙым, нишләп был юлы ла кейәүҙе апҡайтманың ?
Ауыр хәлдә түшәктә ятҡан әсәһенең хәлһеҙ генә тауыш менән ҡапыл һорап ҡуйыуы Гөлзифаны тертләтте. Ул тиҙ генә яуап таба алмай бер аҙ шымып торҙо:
– Ул эшләй бит, әсәй, эшенән ебәрмәнеләр... Икенсе юлы бергә ҡайтырбыҙ, тип ҡалды. – Мөмкин тиклем тыныс яуап бирергә тырышты.
– Эйе-е... Ни хәл итәһең, килә алмағас... Бер үҙеңә юл йөрөүе лә ауыр бит, тигәнем инде... Заманаһы ла ниндәй бит әле, кем генә осрамаҫ юлыңда... Эй, ҡыҙы-ы-м, иҫән-һау ғына йөрө инде...
– Эйе, әсәй, шулай. Һин бер аҙ ял итеп ал, арығанһыңдыр, мин бына ошоларҙы ғына сайҡайым да...
Гөлзифа әсәһенең карауаты янында торған тасты алды ла, тиҙ-тиҙ атлап йыуыныу бүлмәһенә йүнәлде. Унда ингәс, ҡулындағы әйберҙәрен иҙәнгә ҡуйҙы, устары менән йөҙөн ҡаплап, тын ҡалды...
“Ах, белмәйһең шул, әсәкәйем, хәлдәремде! Белмәйһең...” Түгелеп илағыһы килде. Юҡ шул, ҡороған Гөлзифаның күҙ йәштәре, күптән ҡороған... “Эҙләгәнеңде таптыңмы, Гөлзифа? Ана бит, үлем түшәгендә ятҡан әсәйеңә лә дөрөҫөн һөйләп бирергә көс тапманың...” Ҡапыл әсәһенең бынан бик күп йылдар элек әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө:
– Нисек гонаһынан ҡурҡмайһың, Гөлзифа?! Аҡылыңа кил, апайыңдың рәнйеше төшөр бит үҙеңә!
Шул һөйләшеүҙән һуң ике тиҫтә йыл үтеп тә киткән икән. Дөрөҫ һиҙемләгән әсәһе: төштө рәнйеше апаһының, нисегерәк кенә төштө бит әле...
 
2
 
Бер туғандар – апалы-һеңлеле Диләфрүз менән Гөлзифа кемуҙарҙан, ҡыуышып тигәндәй үҫтеләр. Ата–әсәләре, икеһе лә юғары белемле уҡытыусылар, береһенән-береһе матур ҡыҙҙарын ҡаҡмай-һуҡмай, иркәләп кенә үҫтерҙе. Ә шулай ҙа кесе ҡыҙҙары Гөлзифаға иркәләү күберәк эләкте, шикелле. Кинйә ҡыҙ булыуынан файҙаландымы, әллә хәйләкәрерәк тә инеме, ул үҙенә иғтибарҙы күберәк талап итер ине: апаһына яңы күлдәк һатып алһалар, үпкәләп тә, мыжып та үҙенә тағы ла матурырағын алдыра, уйынсыҡ-фәлән менән дә шул уҡ хәл. Диләфрүз үҙе лә һәр саҡ уның яҡлы булды. Ата-әсәһенә шул саҡта:
– Гөлзифаға ла шундайҙы алып бирегеҙ, әтеү мин кеймәйәсәкмен! – тип үҙе үк әйтеп ҡуя. Һеңлеһен бигерәк ныҡ ярата шул ул, уны илатмаҫ, үпкәләтмәҫ өсөн барыһына ла риза.
Шулай йылдар үтә торҙо. Мәктәптә икеһе лә тырышып уҡынылар. Бына Диләфрүз унынсыны тамамланы ла, Стәрлеләге культура-ағартыу училищеһенә уҡырға инде. Ялында ҡайтһа, Гөлзифаға студент тормошон һөйләп, эсен ҡыҙҙыра. Һеңлеһе лә тиҙерәк мәктәбен тамамлап, апаһы янына уҡырға инергә хыяллана. Бер каникулында барып та ҡайтты инде. Эй-й, бигерәк ҡыҙыҡ икән студенттар араһында: береһенән-береһе һәләтле егет-ҡыҙҙар йыйылған бит унда! Кис еттеме, бүлмәләш ҡыҙҙары менән ниҙәр генә ҡыланмайҙар. Үҙҙәрен буласаҡ сәхнә йондоҙҙары итеп хис иткән йәштәр араһында һәләк күңелле Гөлзифаға.
Йәйге каникулына ҡайтҡанда Диләфрүз нисектер үҙгәреп киткәйне. Быға тиклем йылмайып-көлөп, барыһын да мәрәкәләп, өй эсен тик йәм менән тултырып йөрөгән ҡыҙ шымтайып ҡалған. Оҙаҡ ҡына уйға ҡалып йөрөй, үҙенең ирен ситтәренән һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу китмәй. Апаһындағы үҙгәрештәргә аптырап ҡалған Гөлзифа түҙмәй, һорашырға булды.
Ғашиҡ булған икән Диләфрүз... Үҙенән бер курс алда уҡыған Стәрле егете менән студенттәр ҡуйған спектаклдә бергә уйнарға тура килә уларға. Нисек тиҙ арала уға ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡала ул. Репетициянан һуң Радмир ҡыҙҙарҙы ятаҡтарына тиклем оҙатып бара. Ҡыҙҙар уны ихласлап үҙҙәренә күпме саҡырһалар ҙа, уңайһыҙланыпмы, инеп тормай.
Шул көндән һуң Диләфрүздең ғәмһеҙ тормошо бөтөнләй икенсе йүнәлеш ала. Егеттең яғымлы тауышы менән ролендәге ғашиҡ булған ҡыҙына һөйләгән һүҙҙәре ҡолағынан китмәй. Киләһе репетиция булыр кисте Диләфрүз көскә еткереп ала: ваҡыты ла һиңә кәрәк саҡта бигерә-ә-к оҙаҡ үтә икән. Етмәһә, ул көндө репетицияларын, ни сәбәптәндер, икенсе көнгә күсерәләр.
Бына яңынан осрашыу. Репетициялар ваҡытында егет тә, ролендәге һүҙҙәрен бутап, яңылышып бөтә. Бер-береһенә яҡыныраҡ торғанда Диләфрүзгә ҡарамаҫҡа тырыша. Репетицияны көс-хәл менән тамамлайҙар. Был юлы ла Радмир ҡыҙҙарҙы оҙатып килә. Курсташ ҡыҙҙары, уларҙың араһында ниҙер барын һиҙенеп, икәүһен генә ҡалдырып, алға йүгерәләр. Бына улар икәүҙән-икәү генә. Быға тиклем шаярып-көлөп, мәҙәктәр һөйләп, ҡыҙҙарҙың күңелен асып килгән егет ҡапыл тынып, юғалып ҡала. Күпмелер ваҡыттан һуң ғына ҡыйыулығы етеп:
– Диләфрүз, иртәгә кис һин бушһыңмы? Әйҙә, икәүләп осрашайыҡ? – тип һорай.
Диләфрүздең әлегә тиклем бер егет менән дә осрашып йөрөгәне юҡ, ә Радмир уның йөрәген тотошлай яулап алған да инде. Ҡыҙ өндәшмәгәс, егет йәнә батырлығын йыйып:
– Диләфрүз, һин миңә бик ныҡ оҡшайһың! Бая репетицияла саҡта ла, һиңә күҙ ташлауым була, әллә нишләйем дә ҡуям, ролемдең һүҙҙәре лә шундуҡ баштан сығып бөтә. Йә, әйт инде, һин ризаһыңмы? – тип ҡабатлай.
Йөрәге дөп-дөп типкән ҡыҙыҡай бер һүҙ ҙә әйтмәй, ризалығын белдереп башын ғына эйә лә, йүгереп ятаҡханаға инеп китә. Иртәгәһен ҡулына сәскә бәйләме тотҡан егет бүлмә ишеген шаҡый... Шул көндән алып Радмир менән Диләфрүз һәр саҡ бергә. Апаһының һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған Гөлзифа һоҡланып та, көнләшеп тә ҡараны уға шул саҡта. Үҙенең дә ошолай “үлеп” ғашиҡ булғыһы килде...
Ошо яҙҙа мәктәбен тамамлағас, һис шикһеҙ, ул да апаһы янына уҡырға инәсәк. Мәктәптәге бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып йөрөгән Гөлзифаның уҡырға инә алырына һис тә шиге юҡ.
 
3
 
Шау-гөр килеп йәй ҙә үтеп китте. Апалы-һеңлеле ике студент ҡыҙ Стәрлегә йүнәлде. Апаһының йөҙөнән серле йылмайыу китмәй: тиҙҙән яратҡан егете менән күрешәсәк бит! Йәйге каникул осоронда улар тик хат аша аралаштылар, Радмир бер нисә тапҡыр Диләфрүз янына ауылға килергә теләген белдергәйне, ҡыҙ ризалашманы. Беренсенән, егет тураһында ата-әсәһе белмәй, икенсенән, уҡыуын тамамлағас ҡына уларҙы шәхси тормошо менән таныштырырға уйлай.
Бер-береһен бик ныҡ һағынып өлгөргән йәштәр шул кистә үк осраштылар. Радмир ул саҡта уҡыуын тамамлап, театрҙа эшләй башлағайны. Диләфрүз осрашыуҙан ҡайтҡас, шәмбе кис училищелә дискотека ойоштороласағын, шунда Гөлзифаны Радмир менән таныштырасағын әйтте.
Дискотекала апаһы янына һушты алырҙай сибәр егет килеп баҫҡас, Гөлзифаның ни сәбәптәндер ҡапыл кәйефе ҡырылды. Улар янында оҙаҡ тотҡарланмай, башым ауырта, тигән һылтау менән ҡыҙ тиҙерәк ятаҡханаға йүнәлде. Бүлмәһенә инеү менән карауатына ауҙы. Үҙе менән ни булғанын аңлай алманы ул. Ауылда саҡта Радмирҙан килгән хаттарҙы апаһы уға ла уҡырға бирер ине. Хаттарын хисле шиғырҙай матур итеп яҙған егеттең үҙен күргәндән һуң бындай тойғолар кисеререн үҙе лә көтмәгәйне. Апаһының ғашиҡ булған егете бығаса Гөлзифа күргән егеттәрҙең береһенә лә оҡшамаған, үтә һөйкөмлө. Гөлзифа үҙен ҡабат бала сағындағылай хис итте: апаһына матур әйбер алһалар, ата-әсәһенә үпкәләп, ярһып-ярһып илаған саҡтары иҫенә төштө.
Әллә... был юлы ла Гөлзифа апаһынан көнләшәме?! Юҡтыр, улай уҡ түгелдер ҙә!
“Һы, Радмирын күргәс, Диләфрүз апаһы шундуҡ ҡояштай йылмайып ебәрҙеме?! Ә тегеһе, килештергән булып: “Диләкәй, мин һине шундай һағындым!”– тигән була. Биҙа икән берәүҙәр?! Кисә генә осрашҡайнылар ҙа баһа...”
Гөлзифа үҙен нисек тә тынысландырырға тырышты. Тиҙ арала уның үҙенә лә берәй бик шәп егет менән танышып алырға кәрәк! Дискотеканан ҡайтҡас, апаһының бүлмәләш ҡыҙҙары менән көлөшә-көлөшә сәй эскәндәрен ишетеп ятһа ла, ҡаты йоҡлағанға һалышҡан Гөлзифа урынынан ҡуҙғалманы.
Тынғыһыҙ студент тормошо башланғас, ҡыҙҙарҙың ваҡыттары тығыҙланды. Ул арала Радмирға ла әрмегә китергә ваҡыт етте. Һөйгәне менән хушлашҡандан һуң бойоғоп ҡалған Диләфрүз почта килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Вәғәҙәләр биреп оҙатып ҡалған егетенең һөйөү хаттарын һеңлеһенә лә уҡырға бирә. Хаттарҙы бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыған Гөлзифа ҡайһы саҡта хатта икеләнеп тә ҡуя: ундай ҙа иркә һүҙҙәрҙе Радмир “әртис” булғаны өсөн генә яҙалыр төҫлө. Шунан ул апаһына ҡарай ҙа, баш сайҡай: ул тиклем “алла” итеп күрерлек әллә ни ере юҡ та шикелле, ниҙә икән сәбәбе? Тик үҙенең уйҙарын апаһына һиҙҙермәй.
Бер ялында поезд менән Белоретҡа ҡайтҡанында, Өфөлә сәнғәт институтында уҡыған студенттар менән бергә ҡайттылар. Шул саҡта Сибай егете Зөфәр менән танышты Гөлзифа. Күңелле итеп аралашып килә торғас, бер-береһенең адрестарын алышып айырылыштылар.
Улар хат аша аралаша башланылар. Тәүге мәлдә уйынлы-ысынлы тигәндәй башланған аралашыуҙар тора-бара етди мөнәсәбәткә әүерелде. Гөлзифа баштан-аяҡ мөхәббәт даръяһына сумды.
Ҡышҡы каникулдарында оҙон-оҙаҡҡа һуҙып тормай, өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Бер-береһенән йыраҡ йәшәү сәбәпсе булдымы, бер нисә айҙан һуң аралары һыуынды ла ҡуйҙы. Кистәрен бүлмәһендә бикләнеп ултырыуҙан ялҡҡан Гөлзифа, әхирәттәренән ҡалмай, дискотекаларға йөрөй башланы.
Бер килгәнендә һөйгәнен бүлмәһендә тап итмәгән егет, Гөлзифаны дискотекала дуҫ-иштәре араһында осратты. Ялға килерен алдан яҙмаған Зөфәр ҡапыл алдына килеп баҫҡас, Гөлзифа албырғап ҡалды: сөнки ошо минутта ул үҙе менән бергә уҡыған курсташ егеттең ҡосағына һыйынып тиерлек, ниҙер хаҡында һөйләшә ине. Әлбиттә, хыянат хаҡында һүҙ ҙә юҡ, тик иренә быны бер нисек тә иҫбатлай алманы. Һөйгәненең ҡылығынан ғәрләнгән ҡыҙыу ҡанлы егет шул көндө үк Өфөгә ҡайтып китте. Гөлзифаның аңлашырға теләп яҙған хатына ла дорфа ғына итеп яуап яҙҙы. Ә хыялдары матур ине: уҡыуҙарын тамамлағас, Гөлзифа сәнғәт институтына уҡырға керә, ә ире драма театрында эшләй башлай. Бер-бер артлы балалары тыуасаҡ: бер ҡыҙ, бер малай. Гөлзифа уҡыуын тамамлағас, ул да ире эшләгән театрға урынлашасаҡ. Икеһенең дә отпуск көндәре тура килгәндә сәйәхәткә сығасаҡтар. Ҡара диңгеҙҙә лә, үҙебеҙҙәге иң яҡшы курорттарҙа ла ял итәсәктәр...
 
4
 
...Ҡапыл ҡолағына ыңғырашҡан тауыш салынып ҡалды. Ишеккә һөйәлеп, уйға сумып торған Гөлзифа тиҙерәк әсәһе янына ашыҡты. Янына ҡыҙы килеп баҫҡас, әсәһе:
–Эй-й-й, Хоҙайым, ниндәй гонаһтарым өсөн мине был хәтлем дә ыҙалатаһың инде? – тип әйтеп ҡуйҙы. Гөлзифа уға ауыртыуҙы баҫа торған укол яһаны ла, янына ултырҙы. Әсәһе уға шул тиклем йәл ине. Тик нисек кенә ярҙам итергә һуң?!
Ата-әсәһе бик бәхетле парҙар ине. Күгәрсендәй гөрләшеп, бар эштәрен кәңәшләшеп, үҙ-ара бик татыу йәшәнеләр. Йорттарында бар нәмә етеш, яйлы ине. Һөйөклө ҡыҙҙарын да бәхет-шатлыҡтар ғына теләп үҫтерҙеләр. Тик ҡыҙҙары Диләфрүз... йәшләй генә, ата-әсәһен ғүмерлек утҡа һалып, был донъяны ташлап китте. Бындай оло ҡайғынан тиҙ арала ҡартайып киткән ата-әсә нисек тә үҙҙәрендә көс табып, бер-береһенә терәк-таяныс булып, ҡыҙҙары Гөлзифаның да ғаиләһенә ярҙам итеп йәшәнеләр. Тик бынан бер нисә йыл элек атаһы ҡапыл ғына йөрәк өйәнәгенән вафат булып ҡуйҙы. Әллә ошо юғалтыуҙарҙан, әллә башҡа сәбәптәнме, әсәһе һуңғы арала бик йыш ауырый башланы. Тәүҙә йөрәк, ҡан баҫымы менән яфаланһа, һуңғы айҙарҙа күҙгә күренеп ябыҡты. Хәле бөтөүгә, тән температураһы йыш күтәрелеүгә зарланып, күберәк урында ята башлағас, Өфөлә тикшеренеү үтергә ҡушҡайнылар, башҡала табиптары әсәһендә яман шеш таптылар. Операция яһарға һуң булып сыҡты. Дауаханала тейешле процедуралар алып бөткәндән һуң өйөнә ҡайтарҙылар. Бына ике аҙна инде Гөлзифа әсәһенең янынан китмәй. Эш урынынан ваҡытынан алда отпускыһын һорап алды ла, көнө-төнө уны тәрбиәләй.
–Эй, ҡыҙы-ы-м, һине генә ыҙалатам шул... Әле бына саҡ ҡына йоҡлап киткән инем, шул арала өләсәйеңде, атайыңды... Диләфрүз апайыңды ла күреп бөттөм... Оҙаҡҡа бармамдыр инде... Эйе-е... оҙаҡҡа бармам... Һин... Гөлзифа ҡыҙым, зинһар, артыҡ бөтөрөнмә, һәр кемгә лә бер заман үлем киләбит ул...Үҙең генә бирешмә, ана бит, һуңғы аралаҡайһылай ябығып-ҡарайып киттең... Мин ней, ашарын ашаған... йәшәрен йәшәгәнмен инде, китһәм дә була...
Әсәһенең ашығып-ҡабаланып һөйләгән хәбәрҙәрен тыңлаған Гөлзифаға ул шул тиклем йәл, тик уколдарынан башҡа хәлен еңеләйтерҙәй бер ярҙам да күрһәтә алмай шул. Исмаһам, ашап алһа, көс-хәл кереп китер ине лә... Тамағына тәғәм ризыҡ үтмәгән әсәһе бөгөн дә тик әскелтем алма һутынан ғына ауыҙ иткәйне. Башҡаса бер ни ҙә бармай, тине.
– Кискегә берәй нәмә әҙерләйем әле, әсәй,инәйемдәр ҙә килергә тейеш бөгөн. Һин бераҙ ғына яңғыҙың ятып тор,йәме?– Гөлзифа иркәләп кенә әсәһенең ҡулынан һыйпаны. Саҡ ҡына ҡағылды кеүек, әммәәсәһе шунда уҡ бик ныҡ ыңғырашып ҡуйҙы. Ана шулай, саҡ ҡына ҡағылһаң да, ауыртыуына түҙә алмай, ҡысҡырып ебәрә. Хатта кейемен алыштырыуы ла уға үтә ауырға тура килә. “Бөтә күҙәнәктәрем тотошо бер юлы ауырта инде әллә?” –ти үҙе, ғәфү үтенгәндәй,мөлдөрәп ҡарап.
Гөлзифа аш-һыу бүлмәһенә сыҡты. Ҡыҫтыбый бешерергә булды. Әсәһе лә, бәлки, ауыҙ итер. Күптән инде үҙенең дә ҡамыр аштарына тотонғаны юҡ, һуңғы ваҡытта ашау тураһында бөтөнләй үк онотоп ҡуя. Янында маҡтап-маҡтап ашаусыһы булмағанғалыр, күрәһең...
“Диләфрүз апайыңды ла төшөмдә күрҙем...”
“Ах, әсәй, әсәй, үҙеңдә аңғармаҫтан, йөрәгемдең мәңге уңалмаҫ яраһына услап-услап тоҙ һыланың да ҡуйҙың шул!”Гөлзифа йөрәгенә тотондо. Юҡ, һаман дабылай барһа, үҙе лә оҙаҡламай түшәккә ятасаҡ. Тынысланырға, үҙен нисек тә ҡулға алырға кәрәк! Һыуытҡыс кәштәһенән “валидол” алып ҡапты ла, ашығып бәрәңге таҙартырға тотондо. Уны бешерергә ҡуйғас, ҡамыр баҫты. Нисек кенә уйламаҫҡа тырышһа ла, үткәндәрҙең ҡоршауына килеп ҡапҡайны инде ул...
 
5
 
Теге саҡта, Зөфәре ташлап киткәндән һуң, Гөлзифа оҙаҡ ҡына күңеленә тыныслыҡ табаалмай, ғазапланды. Көндөҙ дәрестәренә, репетицияларға әүрәп ваҡытын уҙғарһа, төндәрен үткәреүе бик ауыр ине. Буҫлығып илай-илай, таңға тиклем мендәре манма һыу булып бөтә. Диләфрүз апаһы нисек тә уны әүрәтергә тырыша, бар ваҡ-төйәк эштәрҙе лә үҙе башҡара. Радмирҙан хат килеп төшкәндә, ҡыуанысын йәшерә алмай, апаһының һикереп төшөп бейеп алғанын да күреп ҡалһа, Гөлзифаның уғата иренә асыуы арта, шул минутта бар нәмәне дөбөр-шатыр емереп ташларҙай була.
Ваҡыт дауалай. Тора-бара Гөлзифа ла тынысланды. Инде төндәрен дә тыныс йоҡлай. Әхирәттәре менән дискотекаларға, төрлө сараларға йөрөй. Егеттәр менән дә осраштырғылай. Тик бынан ары аҙымдарын үлсәберәк баҫырға тырышты, тәүге осраҡтағы кеүек баштан-аяҡ мөхәббәт диңгеҙенә суммай, ирекле йөрөүҙе артығыраҡ күрҙе.
Шул йылда Диләфрүз апаһы уҡыуын тамамлап, үҙҙәренең ауылына эшкә ҡайтты. Тыуып-үҫкән ауылындағы күптән инде һәләтле белгестәргә мохтаж клубтарында художество етәксеһе булып эш башланы. Беренсе көндән үк башкөллө мәшәҡәттәргә сумды.Тиҙ арала талантлы ауылдаштарын йәлеп итеп, тамашалар әҙерләне. Йәйге каникулына ҡайтҡан Гөлзифа апаһы ҡуйған спектаклде ҡарап, күҙ йәштәрен тыйып ала алмаған ине. Нисек аҙ ғына арала шундай уңышҡа өлгәште икән Диләфрүз апаһы тип, һушы китеп аптыраны шул саҡта.
...Октябрь аҙаҡтары ине. Гөлзифа ауылына аҙыҡ-түлек артынан ҡайтып килергә булды. Көндәр аяҙ, йылы торған саҡта тейәнеп килгәне яҡшыраҡ булыр. Ныҡлап һыуытып, ҡар яуып ебәрһә, юл йөрөүҙәр ҡыйынға төшәсәк. Ҡайтып еткәс, ата-әсәһе янында бераҙ ғына булды ла, тиҙерәк клубҡа ашыҡты. Был көндө, әмәлгә ҡалғандай, Диләфрүз апаһы күрше ауылға концерт менән киткәйне.
Гөлзифа юл ыңғайы әхирәтенә һуғылды. Өфөлә мединститутта уҡып йөрөгән Әнисә лә ялға ҡайтҡан икән. Әхирәттәр ҡыуанышып күрештеләр ҙә, тиҙерәк урамға ашыҡтылар. Аулаҡта ҡалғас, Әнисә:
– Бөгөн класташтар менән аулаҡта йыйылышабыҙ. Мәүлиҙәнең ата-әсәһе ҡалаға ҡунаҡҡа киткәндәр. Уларҙың өйөндә бер аҙ булғас, клубҡа бергәләшеп барабыҙ! – тип шыбырланы.
Мәүлиҙәләрҙә табын әҙер ине инде. Йәштәр осрашыу хөрмәтенә вино тултырылған бокалдарын күтәрҙеләр. Күңел асып бер аҙ ултырғандан һуң дискотекаға йүнәлделәр.
Гөлзифаға бөгөн ифрат күңелле. Винонан һуң кәйефе тағы ла нығыраҡ күтәрелгән ҡыҙ рәхәтләнеп, бар донъяһын онотоп бейеп йөрөгәнендә, барыһының да ишек яғына төбәлеп, бейеүҙәренән шып туҡтап ҡалғанын абайланы.
Йәштәрҙең иғтибарын йәлеп иткән яҡҡа күҙ һалғас, үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо. Бына Гөлзифа ҡоласын йәйеп, ишек янында баҫып торған һалдат кейемендәге һушты алырҙай сибәр егеттең ҡосағына ташланды:
– Радм-и-и-р, һин бит был?!
Гөлзифаны шунда уҡ таныған һалдат та был осрашыуға бик ныҡ ҡыуанды.
– Ә Диләфрүз нишләп күренмәй һуң? – Радмир аптырап тирә-яғына күҙ һалды.
– Ул бөгөн бында юҡ шул! Күрше ауылға концерт менән сығып киткәндәр икән, һуң ғына ҡайтасаҡтар. Мин үҙем дә уны күреп өлгөрмәнем, – Ҡапыл ғына күңелһеҙләнеп ҡалған егетте шулай йыуатып маташты Гөлзифа. Тик, ни сәбәптәндер, мейеһендә:
”Шул кәрәк һинең Диләкәйеңә!”– тигән уй сағылып уҙҙы. Егет кисә кис кенә хеҙмәтенән ҡайтып төшкәнен, туғандары менән бер аҙ ғына булғандан һуң, тиҙерәк уларҙың ауылына юлға сыҡҡанын һөйләп бирҙе. “Апайыңды бигерәк һағындырҙы бит, әй!”– тип тә өҫтәне. Ауылға килеп төшкәс, Диләфрүздәрҙең өйөн эҙләп тә тормай, Радмир тапҡыр клубҡа килгән икән. Был ваҡытта барыбер эшендә буласаҡ, тип уйлаған.
Бына уларҙың янына йәштәр йыйыла башланы. Диләфрүздең хатлашҡан егете килеп төшкәнен улар аңлап алғайны инде:
– Гөлзифа, нишләп һин ҡунаҡты тик ҡоро һүҙ менән һыйлайһың әле? Беҙҙе бит өҫтәл тулы һый көтөп ҡалды. Сәбәп тә бар, ишшу ниндәйе әле! Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан бит егетебеҙ! – тип кемелер тәҡдим иткәйне, уны барыһы ла дәррәү күтәреп тә алды.
Радмирҙы, ай-вайына ҡарамай, үҙҙәре менән алып киттеләр. Шау-гөр килеп Мәүлиҙәләрҙең өйөнә барып керҙеләр һәм табын яңынан дауам итте. Эсмәйем, тип баш тартып маташһа ла, осрашыу хөрмәтенә бер стакан виноны төп күтәрә эсергә тура килде һалдат егеткә. Гөлзифа Радмирҙың янынан китмәне, барыһын да һорашҡан булып, күҙенә кереп бара үҙе.
Әхирәте Әнисә ниҙер ымлап та, иҫкәртеп тә маташты, буғай. Тик күңеле бик ныҡ күтәрелгән ҡыҙ был ваҡытта Диләфрүз апаһының донъяла барлығын бөтөнләй онотҡан ине...
Бына йәштәр таралыша башланы. Гөлзифа менән Радмир ҙа ҡайтырға сыҡты. Гөлзифаларҙың өйө ауылдың иң осонда урынлашҡан. Әхирәте Әнисә үҙҙәренең өйҙәренә инеп киткәс, икәүһе генә ҡалды. Гөлзифа, инде бөтөнләй батырланып, Радмирҙы ҡултыҡлап уҡ алды. Бер-бер артлы ҡабатланған тостарҙан һуң шаҡтай иҫергән егет, теле көрмәлә-көрмәлә, төрлө мәҙәктәр һөйләп маташа. Янында барған имәндәй кәүҙәле егеттең яҡынлығы үҙен бик ныҡ тулҡынландырғанын һиҙҙермәҫкә тырышып, Гөлзифа:
– Радмир, әйҙә йылға буйына төшөп әйләнәйек. Көҙҙөң һуңғы йылы төнөлөр, бәлки. Һалҡындар башланһа, бөгөнгөләй рәхәтләнеп йөрөп тә булмаҫ әле! – тип, егеткә тәҡдим итте.
Радмир:
–Ҡуй, Гөлзифа, Диләфрүзде ҡаршылар кәрәк бит! – тип ҡаршы төштө.
–Ҡуйсәле, ҡаңғырмаһаңсы, улар төнгө өстәрҙә генә ҡайтып етә торған, өйҙәгеләр ҙә йоҡлай торғандыр. Әйҙә инде, исмаһам, ваҡытыбыҙ ырай торор! – Ҡыҙ, егеттең ай-вайына ҡарамай, йылғаға төшә торған һуҡмаҡҡа ҡайырылды. Октябрь айының аҙағы булһа ла, был кис, ысынлап та, бик йылы ине. Күк йөҙөндә талғын ғына моңһоу ай йөҙә, йондоҙҙар серле генә йымылдаша. Бар донъя ниндәйҙер сихри нурға ҡойонған төҫлө.
Бына улар йылғаға ла яҡынлаштылар. Эргәһендә килгән йәш, ҡайнар тәнле ҡыҙҙың яҡынлығы зиһенен бутанымы, әллә әлеге лә баяғы эсемлек шауҡымы инеме, күптән ҡатын-ҡыҙ наҙы күрмәгән егет ҡапыл шымып ҡалды. Шул саҡ Гөлзифа егеттең ҡосағына һарылды ла:
–Радмир, мин һине яратам да инде, һин генә был турала белмәйһең шул! –тип, хисләнеп ҡолағына шыбырланы... Был минутта тәндәре лә, йәндәре лә наҙға сарсаған икәү үҙҙәрен тыйып-туҡтатып торорлоҡ хәлдә түгел ине инде... Эш уҙғандан һуң ҡапыл айнып киткән Радмирҙың шул саҡта ҡурҡыныс булып салышайған йөҙө Гөлзифаның хәтеренә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Сикһеҙ нәфрәт тә, ерәнеү ҙә, ҡотолғоһоҙ ҙур бәлә килерен һиҙемләү ҙә сағыла ине уның аптырап та, алйып та ҡалған ҡарашында...
Өнһөҙ генә ауылға табан атланылар. Әле яңы ғына туҡтауһыҙ лыбырҙаған йәштәр, һөйләшер һүҙҙәре ҡапыл бөткәндәй, бөтөнләй тынып ҡалғайны. Гөлзифаларҙың өйөнә етер саҡта уларҙы Әнисә ҡыуып етте:
– Диләфрүз апай ҡайҙа? Ул һеҙҙең артығыҙҙан йүгергән ине бит! – тине ул, аптырап.
– Нисек – беҙҙең арттан?! – Гөлзифа, күҙҙәрен шарҙай асып, Әнисәгә төбәлде.
– Беҙ Мәүлиҙәләрҙән сыҡҡан саҡта, улар ауылға ҡайтып еткән булған икән. Бикле клубты асып, әйберҙәрен генә бушатҡандар ҙа, таралышҡандар. Ана шул саҡта уның менән аймылыш булғанбыҙ. Мин өйгә кереп өлгөрмәгәйнем, урамда Диләфрүз апайҙың кем менәндер ҡысҡырып хушлашҡан тауышын ишетеп ҡалдым да, ҡаршыһына “һөйөнсө” һорарға сыҡтым. Шунан һеҙҙең әле яңы ғына йылға буйына төшөп киткәнегеҙҙе әйттем. Ул, ни, ҡыуанысынан мине ҡосаҡлап үпте лә: “Һөйөнсөгә – минән матур яулыҡ!” – тип, артығыҙҙан йүгерҙе. Ысынлап та һеҙҙе тап итмәне, што ли?– тип ғәжәпләнде Әнисә. – Мин ней, барыбер йоҡом ҡасты, тип, һеҙҙең ҡайтҡанығыҙҙы көтөргә булдым...
Әлегә тиклем бер һүҙ ҙә өндәшмәй,шым ғына ситтә баҫып торған Радмир шул саҡ телгә килде:
– Юҡ, осратманыҡ! – тауышы нисектер ҡарлығып сыҡты. – Беҙ уны йылға буйында осратманыҡ... – тип, тағы ҡабатланы. Ҡапыл ул, йоҡоһонан кинәт уянып киткәндәй:
– Ә ҡайҙа киткән һуң ул?–тип ҡысҡырып ебәрҙе лә йылға буйына уҡталды. Ике әхирәт, ҡабаланып, уның артынан йүгерҙе.
Диләфрүзде бер ҡайҙа ла осратмаған йәштәр кире әйләнеп, ҡапҡанан инеүҙәренә, Гөлзифаның атаһы ҡаршы килеп сыҡты ла:
– Ҡыҙҙар! Нимә булды әле һеҙгә бөгөн? Төнө буйы йөрөп сыҡтығыҙ? – тип аптыраны. – Диләфрүз дә, ғүмерҙә ҡыланмағанды, ҡыштыр-ҡыштыр йөрөнө лә йөрөнө...
–Нисек?! Диләфрүз апай өйҙә булдымы ни? Ә нишләп беҙ...–Гөлзифа һораулы ҡарашын Радмирға төбәне. Һалдат кейемендәге таныш түгел егетте яңы шәйләп ҡалған атаһы уның менән ҡулын биреп күреште лә:
– Өйҙә булды шул. Әле яңыраҡ ҡына урамға сыҡҡанын ишетеп яттым. – Инде үҙе лә ғәжәпләнеп ҡыҙына ҡараны.
Бер һүҙ ҙә яуап бирмәгән Гөлзифа бер аҙ баҫып торҙо ла, ҡапыл ашығып һарай яғына йүгерҙе. Бер аҙҙан уның үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырған тауышы ишетелде. Барыһы ла шул минутта тауыш ишетелгән тарафҡа килеп етте. Ә унда... утынлыҡта... Диләфрүздең йәнһеҙ кәүҙәһе аҫылынып тора ине. Радмир тиҙ генә кәүҙәне бауҙан ысҡындырып алһа ла, йәш, сибәр, тик һөйөү өсөн генә яратылған ҡыҙҙың күҙҙәре мәңгегә йомолғайны инде. Тауышҡа әсәләре килеп сыҡты. Ығы-зығы, әле яңы йоҡоһонан уяна башлаған ауылды яңғыратып, илаш башланды. Халатын ғына кейеп сыҡҡан ҡыҙҙың кеҫәһенән ҡағыҙ киҫәге таптылар. Унда: “Ҡәҙерле атай! Әсәкәйем! Зинһар, миңә рәнйемәгеҙ, бәхил булығыҙ! Радмир, һиңә бәхет теләйем...” –тип кенә яҙылғайны.
Тимәк, ул... барыһын да күргән?! Барыһын да... Һуңынан, бер кемгә лә осрамаҫҡа тырышып, баҡса арттарынан ғына өйҙәренә ҡайтҡан?
Ни булғанын аңы һаман да ҡабул итә алмаған Гөлзифа шаҡ ҡатып тора бирҙе. Илай ҙа, берәй һүҙ өндәшә лә алмай ине ул. Кемдер уны ҡултыҡлап өйгә алып керҙе лә, дарыу һалып эсерҙе.
Ул көндәрҙе Гөлзифа төштә кеүек кенә хәтерләй.
“Мин ғәйепле, барыһына ла мин ғәйепле!” – тигән уй туҡтауһыҙ ғазапланы. Күтәргеһеҙ ауыр ҡайғынан бөтөрөнөп, бәләкәсәйеп ҡалған ата-әсәһе күҙ алдынан китмәне. Әсәһе, ҡыҙын йыуатырға тырышып:
– Ярай, ҡыҙым, тыныслан. Үлгән артынан үлеп булмай, тиҙәр, тереләргә йәшәргә кәрәк. Бәпкәмдең ғүмере шулай ҡыҫҡа булғандыр, күрәһең, – тине иламһырап. Оло ҡыҙҙарының үлемендә кесеһенең ғәйебе бар икәнен әлегә белмәйҙәр ине шул! Һуңынан ауылдаштары уларға барыһын да һөйләп бирәсәк, әлбиттә. Тик ата-әсәнең һәр балаһы өсөн дә йәне өҙөлә. Улар был турала белгәнен бер ҡасан да Гөлзифаға һиҙҙермәйәсәк. Тик бер генә тапҡыр әсәһе теге һүҙҙәрҙе әрнеп әйткән ине...
 
6
 
Ҡыҫтыбыйын бешереп бөтөүгә ҡапҡа асылған тауыш ишетелде. Күршеләре ингән икән. Шулай бер-бер артлы ауылдаштары әсәһенең хәлен белешергә инеп тора.
“Бер үҙеңә ҡыйынға төшөр” – тип, атаһы үлгән йылды мал-тыуарҙарын бөтөргәндәр ине. Күрше-күләне һөт-ҡатыҡтан бер ҡасан да өҙмәй. Бына әле лә Тәслимә апай һөт, эремсек, әсе ҡатыҡ тотоп ингән. Ҡатығы бигерәк яҡшы булды әле, тип ихлас ҡыуанды Гөлзифа. Әсәһе иртән генә: “Әсе генә ҡатыҡтан айран һыулап эсеп ҡарарға ине!” – тип ҡуйғайны.
Уколдан һуң бер аҙ тынысланып йоҡлап алған әсәһе уянған да ине. Күрше апай менән кейемдәрен алыштырғас, бергәләшеп сәй эсеп алдылар. Әсәһе ҡатыҡтан аҙ ғына ауыҙ итте лә арыны, шикелле, күҙҙәрен йомоп, йыш-йыш тын алып, серемгә китте.
– Оҙаҡҡа бармаясаҡ, әҙер тор! – тип ҡуйҙы күрше ҡатын, аш-һыу бүлмәһенә сыҡҡас. Былай ҙа күңеле болоҡһоп торған Гөлзифаға түҙеп торғоһоҙ яманһыу ине. Тәслимә, оҙаҡлап ултырмай, ҡайтып киткәс, әсәһенең кейем-һалымын йыуып элде лә ҡалала йәшәгән туғандары килеп еткәнсе, ятып ял итеп алырға булды. Былай ҙа ҡайтҡаны бирле йүнләп ял иткәне лә юҡ. Ауыл ерендә эш бөтә торғаны бармы? Әсәһе үҙе, ныҡлап урынға ятып китмәҫ элек, донъяһын гөл итеп тота торған ине.
Әле лә яҙҙан баҡса тултырып бәрәңгеһен, емеш-еләк, йәшелсәһен ултыртҡан булған. Гөлзифа, ҡайтып етеү менән, бәрәңге баҡсаһын утап, күмде. Түтәлдәрҙе тәртипкә килтереп, ихата эсен таҙартты. Әсәһе уколдан һуң тынысланып, йоҡлап киткән арала ғына өй эсендә лә бар ерҙе таҙартып, йыуып сығарҙы. Бар ерҙә лә тәртип урынлаштырып бөттө лә инде.
Эштәренән бушап, ҡыҙы бүлмәгә ингәнен күреп ҡалған әсәһе, ымлап ҡына уны янына саҡырып алды. Һынамсыл ҡарашы менән оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо, ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Бына ул яйлап ҡына һүҙ башланы:
–Ҡыҙым, Гөлзифам! Әйтмәһәң дә, аңлап торам, минән нимәнелер йәшерәһең... Һөйлә миңә барыһын да... эсеңдә тотма. Миңә оҙаҡ ҡалмаған, уныһын үҙең дә аңлайһыңдыр... Йәшермәйсә генә барыһын да һөйлә әле миңә... үҙеңә лә еңел булып ҡалыр, юғиһә, ауырыуға һабышып ҡуйырһың... Һиңә әле... йәшәргә лә, йәшәргә бит әле!– тине.
Әсәһенең ҡапыл шулай һүҙ башлауынан бик ныҡ тулҡынланған Гөлзифаның йөрәге дөп-дөп тибергә тотондо. Үҙен суд залында хөкөм ҡарарын көтөп торғандай хис итте. Үҙ ғүмерендә күпте күргән аҡыллы, сабыр әсәһенең ҡарашын күтәрә алмай, башын түбән эйҙе. Эйе, әсәһенән бер ниҙе лә йәшереп булмай торған ине, был юлы ла шулайҙыр, күрәһең. Гөлзифа үҙен көскә йылмайырға мәжбүр итте:
– Әсәй, мин һинән нимәнейәшерәлер, тип уйлайһың?– тигән булды.
– Гөлзифа, һөйлә дөрөҫөн! Мин тыңлайым...–Һуңғы һүҙҙәрен үтенгән дә, бойорған да кеүек итеп әйткән әсәһе, башҡаса бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ҡыҙына төбәлеп, тын ҡалды.
Гөлзифа ауыр итеп һулап ҡуйҙы:
–Эйе, әсәй, дөрөҫ, минең һиңә әйтмәгән серҙәрем бар,–тине. Ошо минутта уға әсәһенең һынамсыл ҡарашын күтәреүҙән дә ауырыраҡ хәл юҡтыр кеүек тойолдо, –Эйе, һин дөрөҫ һиҙемләйһең, мин иртәнсәк биргән һорауыңа ла дөрөҫ яуап бирмәнем... Дөрөҫөрәге, әйталманым...Һинең яратҡан кейәүең бына ярты йыл инде минең менән йәшәмәй. Улыбыҙҙың үлеменән һуң бергә йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе ҡалманы, тине...Илшатыбыҙ хаҡына ғына йәшәне бит ул минең менән, әсәй! Ғүмере буйына Диләфрүзен һағынды. Ә миңә... миңә еңел булғандыр, тиһеңме? Үҙеңде бер ҡасан да ярата алмаҫ кеше менән? Һәр көн, һәр төн, күп йылдар дауамында бергә булыуы...Әлеге ваҡытта уның хаҡында бер ниҙә белмәйем. Эҙләмәҫкә ҡушты, бөтөнләйгә китәм, тине. Шулай, әсәй, һин дөрөҫ һиҙемләгәнһең. Шул саҡта уҡ һиңә әйтмәгәнем өсөн ғәфү үтенәм. Һинең борсолоуыңды теләмәгәйнем, минең маңлайыма яҙылған яҙмышымдыр, барыһын да үҙем генә кисерергә тейешмен, тип уйланым. Мин бирешмәйәсәкмен, нисек тә тормошомдо яйға һаласаҡмын. Һин, зинһар, минең өсөн борсолма, яраймы, әсәй? –Бала сағындағылай әсәһенә һыйынып иркәләнгеһе килде шул саҡ Гөлзифаның. Ниндәйҙер яҡлау, ярлыҡау, башына төшкәнбөтә бәләләрҙән ҡурсыу ҙакәрәк ине уға ошо минутта...
–Эй, ҡыҙы-ы-м...Кеше бәхетһеҙлегендә бәхет төҙөп булмай, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Һиңә минең тик бер генә үтенесем бар – зинһар өсөн зыяратҡа, Диләфрүздең ҡәберенә барып, уның кисереүен һора?
Бары ошонан һуң ғына... күңелеңдә тыныслыҡ урынлашыр... Кисерәсәк ул һине... эйе, һисшикһеҙ кисерер... Мин дә һиңә бәхиллегемде бирәм... Ана бит! Күпме тәрбиәләнең һин мине...Тик бына... бөтөнләй яңғыҙың ҡалаһың бит?!Үҙ ишеңде табырға ине һиңә... йәшһең бит әле... Бәхетле бул, ҡыҙым...бәхетле булырға тырыш!Ауырымай - һыҙланмай, оҙаҡ йәшә... Йә, ярай, мин арыным... Һин дә ятып ял ит, йонсоғанһыңдыр...
Шулай тине лә, әсәһе тынып ҡалды. Гөлзифа ла урынына ятты. Әсәһенең һүҙҙәренән һуң тағы ла ауырыраҡ уйҙарға бирелгән бисара ҡатындың тыныслығы юғалғайны инде...
 
7
 
...Теге саҡта, Диләфрүздең үлеменән һуң, Радмирҙың ҡасан, ни хәлдә ҡайтып киткәнен бөтөнләй хәтерләмәй Гөлзифа. Диләфрүздең табутта ятҡан аҡ күлдәкле һыны, ата-әсәһенең ҡайғынан бөгөлөп төшөүе күҙ алдынан бер нисек тә китмәне. Әхирәте Әнисә генә уның хәлен яҡшы аңлай ине, шикелле. Гел янында булырға, Диләфрүз хаҡында бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә тырышты.Был ваҡытта Радмир ҡайтып киткән инеме, әллә ул да яндарында булдымы, был хаҡта Гөлзифа бер ҡасан да һорашманы.
Стәрлегә килгәс тә әле уның хаҡында иҫенә төшмәне. Ни өсөн аҡылы уның донъяла барлығын Гөлзифаның хәтеренән бөтөнләйгә юйҙырырға тырышты икән?
Тик был донъяла бер ни ҙә эҙһеҙ үтмәй икән шул. Ҡылған ҡылыҡтарың өсөн дә үҙ ваҡытындаяуап тоторға тура килә.
Апаһын ерләп килгәндән һуң, ниндәйҙер таныш булмаған урмандағыаҡланда, ҡуйы томан эсендә аҙашып ҡалғандай тойҙо ул үҙен. Бар тирә-яҡты ҡурҡыныс, шомло ҡараңғылыҡ ҡаплап алған да, ул ҡоршауҙы йырып сығырлыҡ бер ниндәй ҙә сара юҡтыр кеүек. Тағы Әнисәнең өнһөҙ генә өтөп ҡараған шелтәле ҡарашы туҡтауһыҙ эҙәрләп ғазапланы уны. Нисек шул саҡтарҙа көс табып дәрестәренә йөрөй алғандыр, нисек бөтөнләй аҡылынан яҙмағандыр?!
Ике айлап ваҡыт уҙып китте. Шунда ғына Гөлзифа үҙендәге үҙгәрештәргә иғтибар итә алды. Эштең ниҙә икәнен аңлап алғас, сараһыҙлыҡтан ни эшләргә лә белмәне. Ире менән йәшәгән саҡта ауырға ҡалмаған Гөлзифа осраҡлы ғына яҡынлыҡтан да балаға уҙған ине...
Радмир... Йә, хоҙай, ошо ваҡытҡа тиклем Радмир ҙа ҡуйы томан артында аҙашып йөрөнө микән? Әллә... Диләфрүздең рухы быға ҡаршы инеме? Бәлки...
Көтөлмәгән яңылыҡтан шаңҡып ҡалған Гөлзифа аҙна-ун көн уйҙарының осона сыға алманы. Был турала иптәш ҡыҙҙарына һөйләргә лә батырсылығы етмәне. Тик, нисек кенә ауырға тура килһә лә, баланы һаҡлап ҡалырға тейешлеге аңлашыла ине. Шундай ҡарарға килгән Гөлзифа Радмирҙы эҙләп табырға булды. Бер көн кискәрәк уның әрме хеҙмәтенән алда эшләп киткән театрына барып сыҡты. Әлеге ваҡытта ла ул шунда эшләй икән. Гөлзифаны күргәс, шып туҡтаны ла, нәфрәтле ҡарашын уға төбәне. Оҙаҡ ҡына һүҙ башлай алмай торҙолар. Радмир һуңғы арала нисектер ҡартайып киткән төҫлө, сикә сәстәре лә ап-аҡ булып ағарған. Гөлзифа, үҙендә көс табып, яңылығын әйткәс, егет күҙҙәрен аҫҡа төбәп, оҙаҡ ҡына шымып торҙо. Бик оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡтан уңайһыҙланып, Гөлзифа китергә йыйынғас ҡына, йән өшөткөс һалҡын тауыш менән:
–Был, ысынлап та, минең баламы? –тип һораны.
Гөлзифа, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, башын түбән эйҙе. Ошо осрашыуҙан һуң бер аҙ ваҡыт уҙғас, Радмир менән Гөлзифа ауылға бергә ҡайттылар. Ана шул саҡта әйткәйне лә инде әсәһе теге һүҙҙәрҙе:
– Нисек гонаһынан ҡурҡмайһың, Гөлзифа? Апайыңдың рәнйеше төшөр бит үҙеңә? –Шулай тине лә, ҡапыл тынып ҡалды. Ҙур итеп асылған күҙҙәре Гөлзифаның инде беленә башлаған эсенә төбәлгән ине...
-Эй-й-й, ҡыҙы-ы-м... – тине ул бер аҙҙан, башын сайҡап.
Һуңынан кейәүҙәрен үҙҙәренең улылай яратасаҡ ата-әсәһе. Артыҡ һөйләшеп бармаған Радмир, ауылға ҡайтҡан саҡта бөтә ауыр эштәрендә ярҙам итеп, уларҙы һәләк ҡыуандырыр ине. Улдары Илшат ҙурая төшкәс, икәүләп кенә лә ҡайттылар ауылға. Ҡайны-ҡәйнәһе, улы өсөн өҙөлөп торһа ла, Гөлзифа менән икеһенең аралары барыбер һалҡын килеш ҡалды. Бигерәк тә икәүһе генә ҡалған саҡтарҙа. Улдары тыуғандан һуң Гөлзифа бер аҙ ғына өйҙә ултырҙыла, Өфө сәнғәт институтына ситтән тороп артабан уҡырға инде. Уҡырға киткән сағында Илшатты күберәк ауылда ҡалдыра инеләр. Аҡыллы, шаян малайҙы туғандары барыһы ла һәләк ярата. Йәй көндәрен ул бөтөнләй ауылда ғына үткәрә.Гөлзифауҡыуын тамамлағас, театрҙа режиссер булып эш башланы,бөтә күңелен эшкә бирҙе. Береһенән-береһе ҡатмарлыраҡ әҫәрҙәргә тотондо. Йәш сағында бөтә нәмәгә еңел-елпе ҡараған елбәҙәк Гөлзифа тиҙ арала танылған театр белгесенә әүерелде.Талантлы, талапсан режиссер ҡуйған спектаклдәр һәр ваҡыт аншлаг менән үтә. Ире үҙе лә театрҙа эшләгәс, өйҙәренә арып-талып төндә генә ҡайтып инәләр ҙә, тиҙерәк түшәккә ауалар. Гастролдәр ваҡытында оҙаҡ ҡына бер-береһе менән бөтөнләй күрешмәйҙәр. Икеһенең араһында мөхәббәт, йылылыҡ булмағас, Гөлзифа тик эшендә генә күңеленә тыныслыҡ таба. Театрҙа булһа, яңғыҙы ғына ҡалған минуттарҙа мейеһен туҡтауһыҙ ҡайыҙлаған күңелһеҙ уйҙарынан да күпмелер ваҡытҡа онотолоп тора. Бер сәхнәлә Радмир менәнГ өлзифа бер ҡасан да бергә уйнаманылар. Баштан уҡ шулай килешкәйнеләр.
Бер генә тапҡыр Гөлзифа ире уйнаған спектаклде ҡарарға барҙы. Тик... был һуңғыһы ла булды. Бөтә ҡала халҡы яратып ҡараған, инде нисә көн тулы зал йыйған спектаклгә, ваҡытын табып, ул да барғайны. Радмирҙың драмала бөтә күңелен биреп, тамашасыһын ышандырырлыҡ, һоҡланғыс итеп уйнауын ғәжәпләнеп тә, сикһеҙ ғорурланып та ҡарап ултырҙы. Спектаклдең һуңында Радмир моңло итеп бер йыр йырланы:
Һинһеҙ уҙа, һинһеҙ уҙа
Иртәләрем, кистәрем,
Иртәләрем, кистәрем.
Айына түҙәм, йылына түҙәм,
Мәңгеһенә нишләрмен?
Барыһын да аңлай Гөлзифа, ире матур итеп үҙенең ролен башҡара, йыры ла әҫәрҙеке. Тик ниңәлер был йырын Радмир тик Диләфрүзгә бағышлап йырлайҙыр төҫлө тойолдо. Өйгә ҡайтҡас уның үҙенә был турала бер һүҙ ҙә әйтмәне, әммә шул көндән һуң Радмир ҡатнашҡан спектаклдәргә бөтөнләй йөрөмәҫ булды.
Шулай бер-бер артлы йылдар үтә торҙо. Улдары Илшат та үҫте. Уҡыуҙан буш сағында спорт менән шөғөлләнә. Бигерәк тә саңғы менән ныҡ дуҫлашты. Ҡайһы ваҡыт атаһы менән бергәләшеп саңғыла шыуырға сығалар. Тик, үкенескә ҡаршы, Радмирҙың буш сағы ғына бик һирәк тура килә.
Улдары мәктәбен тамамлар йылда Гөлзифаларҙың өйөнә ҡотосҡос, күтәрә алмаҫтай оло ҡайғы килде. Бер кис күнекмәләрҙән һуң өйөнә ҡайтып етер саҡта, ҡала башкиҫәрҙәре уны туҡтатып, бик оҙаҡ туҡмайҙар. Был ваҡиғаны күргән кешеләр ҙә була. Тик бер генә йән эйәһе лә ярҙам ҡулын һуҙмай. Теге әҙәм аҡтыҡтары һушһыҙ ятҡан Илшатты урамда ҡалдырып, ары киткәс кенә, кемдер тиҙ ярҙам саҡыра. Йәшәү менән үлем араһында өс көн, өс төн көрәшкәндән һуң, улыҡайҙары мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Ҡайғыһынан аҡылынан шашырҙай булған Гөлзифаның үҙен дә оҙаҡ ҡына дауаханала тоттолар. Был саҡтарҙы улын бик ныҡ яратҡан Радмир нисек кенә кисерә алды икән? Үҙе көн дә Гөлзифаның янына килә, килтергән әйберҙәрен тумбочкаға ҡуя ла, өндәшмәй генә бер нөктәгә уҡталып, оҙаҡ ҡына уйға батып ултыра. Шунан,иртәгә килермен, тип ҡайтып китә. Ҡайғыһынан бик ныҡ биреште Радмир, ябыҡты, тире лә, һөйәк ҡалды үҙендә. Гөлзифа дауахананан сыҡҡанда, өйөндә йәм ҡалмағайны инде. Радмир бөтөнләй һөйләшмәҫ булды. Икәүһе лә тик эшендә генә йыуаныс тапты. Ваҡыт уҙа торҙо. Улдарын үлем хәленә килтереп имгәткән башкиҫәрҙәрҙе тапманылар. Әллә бөтөнләй эҙләмәнеләр ҙәмикән?
Ял көндәре ине. Гөлзифа, йоҡоһонан һуң ғына уянып, коридорға сыҡһа, ишек янында сумаҙан тора. Бер ниҙә аңламай, аптырап баҫып торған ҡатыны янына Радмир килеп баҫты. Башын эйеп,тора бирҙе лә:
–Гөлзифа, мин китәм... Бөтөнләйгә. Илшатыбыҙ булмағас, беҙгә бергә йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалманы. Бер-беребеҙҙе яфаламайыҡ инде,яраймы?–тине.
–Ни-ниңә? Ни өсөн? Ә... мин һуң... мин һуң һинһеҙ нишләрмен?! Бер яңғыҙым...– Көтөлмәгән хәлдән аптырап ҡалған Гөлзифа шыбырҙап ҡына көскә һорай алды.
–Гөлзифа, һин барыһын да аңлайһың, беҙҙең арабыҙҙа бер ҡасан да мөхәббәт булманы. Ебәр мине, тотма, барыбер китәсәкмен! Бөтөнләй икенсе яҡтарға. Мине эҙләмә,кәрәкмәй, мәңгегә хушлашам. Көтмә лә, илама ла. Хуш, Гөлзифа!
Һуңғы һүҙҙәрен әйтеп, Радмир бөтөнләйгә сығып киткәс, урынынан да ҡуҙғалмай, оҙаҡ баҫып торҙо Гөлзифа.Түҙеп торғоһоҙ ауыр ине уға...
Шул китеүҙән һыуға батҡандай юғалды Радмир. Эҙләмәне Гөлзифа,иламаны ла... Ул үҙе шулай ҡушып китте...
 
7
 
...Күпме ятҡандыр, һөйләшкән тауыштар ишетеп, Гөлзифа урынынан торҙо. Туғандары килеп еткән икән. Күрешеп, хәл-әхүәл белешкәс, Гөлниса инәйе ауырыу һеңлеһе янына килде. Яратып ҡына сәстәренән һыйпап ҡуйҙы. Әсәһе, күҙҙәрен асҡас, танымағандай, оҙаҡ ҡына апаһына ҡарап торҙо, ниҙер әйтергә теләп, ауыҙын асты. Әммә... тауышы сыҡманы. Ул телдән ҡалған ине...
Ымлап ҡына ниҙер һөйләп маташты. Әле яңы ғына әсәһенең васыятын тыңлаған Гөлзифа, йөрәгенең әрнеүенә түҙә алмай, аш бүлмәһенә йүнәлде. Юлдан килгән ҡунаҡтар өсөн өҫтәл әҙерләй башланы. Янына инәйе килеп баҫты.
– Күптәнме?–тине ул.
–Юҡ, бары бер сәғәт элек кенә һөйләшеп ятҡайны, –Гөлзифаның сараһыҙлыҡтан ҡысҡырып илағыһы килде.
–Дә-ә-ә, эштәр былайға киткәс, оҙаҡҡа бармай икән һеңлем...Ярай, ҡалайтаһың инде, бер кем дә мәңгелеккә килмәй был донъяға, – оло йәштәге күпте күргән ханым ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы.
Таңға табан Гөлзифаның әсәһе яҡты донъянан китеп барҙы. Туғандары, ауылдаштары һуңғы юлға оҙатырға ярҙам иттеләр.
Күмәк кеше араһында Диләфрүздең ҡәбере янына яҡын барырға уңайһыҙланды Гөлзифа. Икенсе көн кискә табан баҡсанан матур-матур ләлә сәскәләрен өҙөп алып зыяратҡа йүнәлде. Иң тәүҙә ата-әсәһенең ҡәберҙәре янында баҫып торҙо. Һуңынан яйлап ҡына апаһының ҡәберенә табан атланы. Диләфрүздең үлеменән һуң бер ҡасан да зыяратҡа яҡын килгәне булмаған ине. Атаһы үлгәндә лә ҡапҡа янында ғына оҙатып ҡалды. Нимәлер һәр саҡ туҡтатты уны. Үҙенең ғәйебеме, әллә бүтән сәбәпме? Әле, аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән, апаһының матур рәсеме гранит ташҡа ҡуйылған ҡәбер янына килеп баҫҡас, үҙенең шул хәтлемдә бәғерһеҙ булыуына ғәжәпләнде. Нисек һуң шунса йылдар буйына намыҫы борсоманы икән? Тәүге тапҡыр апаһының теге саҡтағы күңел торошон үҙенең йөрәге аша үткәрҙе лә, башын ғына сайҡаны:“Аба-а, нисек шул саҡтарҙа кешеләр араһында йөрөй алдым икән мин, нисек ер йотманы үҙемде?!Бахыр әсәкәйе! Үлер алдынан булһа ла, дөрөҫ юлға йүнәлтеп киткән икән дә бәғерһеҙ ҡыҙын!”Апаһының рәсеменә оҙаҡ ҡына төбәлеп торғас, моңһоу ғына өндәште:
– Диләфрүз апай, кисер мине, әгәр булдыра алһаң... Мин ғүмерем буйына һинең алдыңда ғәйеплемен! Теге саҡта улай булырға тейеш түгел ине бит?! Кисер мине, апай? Теге саҡта... Радмир ғәйепле түгел ине... мин генә уның башын бутаным, зиһенен томаланым. Мин уны хата аҙымға этәрҙем, донъяла һинең барлығыңды бөтөнләй онотоп...
Һине генә түгел, уны ла, үҙемде лә ғүмерлеккә бәхетһеҙ яһаным. Тик... минең менән йәшәһә лә, күңеле, йөрәге мәңгелеккә һиндә ҡалған ине бит уның! Кисер мине, апай, барыһы өсөн дә... Кисер...
Был һүҙҙәрҙе һөйләгәндә күптән түгелеп илағаны булмаған Гөлзифаның күҙҙәренән туҡтауһыҙ йәштәре субырҙаны. Илаған һайын үҙендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Күптән уға ошонда килергә, күптән күңелендәге юшҡындарҙы ләйсәндәй шифалы күҙ йәштәре менән йыуып төшөрөргә кәрәк булған икән...
 
8
 
Зыяраттан сыҡҡас, бар булмышында ниндәйҙер сафлыҡ, күңел күтәренкелеге тойҙо Гөлзифа. Тиҫтә йылдар дауамында йөрәген туҡтауһыҙ талаған бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыр уй-кисерештәр, былай ҙа яралы күңелен гел әрнетеп-һыҙлатып ҡына торған ниндәйҙер ныҡлы сеймәлгән төйөн дә ҡапыл ғына иреп- таралып, бөтөнләй юҡҡа сыҡҡандай булды. Һулышы ла, нисектер, иркенәйеп киткәндәйсе? Ауылдың ситендә генә сылтырап ағып ятҡан шишмә янына килеп, уның көмөштәй саф һыуы менән ҡуш услап биттәрен йыуҙы ла, тирә-яғына күҙ һалды. Һәм, бына бер мөғжизә – тыуып-үҫкән ауылының тәбиғәтен үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр күргәндәй,Гөлзифа аптырап ҡалды. Быға тиклем нисек күрмәгән икән һуң шундай ҙа матурлыҡты?! Әкиәттәгеләй, иҫ киткес хозурлыҡ бит! Ауылдың теге осонда ғына сит яҡтарҙа йәшәгән ауылдаштары һағынып, исемен йырҙарына ҡушып йырлаған ҡупшыҡай Инйәр аға, тирә-яҡты мөһабәт ҡарағай-шыршылар үҫкән урмандар уратып алған. Ә ауылдың өйҙәре һуң?! Береһенән-береһе матур итеп төҙөлгән йорттарҙың тәҙрәләре, биҙәнеп-яһанып туйға килгән ҡыҙҙарҙай, шундай итеп семәрләнгән, һәр береһе ихлас көлөп-йылмайып,тик үҙенә генә ҡунаҡҡа саҡырғандай тора. Ҡыңғырауҙарын әллә ҡайҙарға ишетелерлек күңелле сыңлатып, яҡындағы болонда аттар үлән утлай. Сыр-сыу килеп балалар уйнағаны, бер-береһен уҙышып әтәстәр ҡысҡырғаны ишетелеп ҡала. Ана, теге яҡ ярҙағы туғайҙа Гөлзифалар бала саҡтарында “әйлән-бәйлән” уйыны уйнай торғайны. Аҡландың ҡап уртаһында үҫеп ултырған йәш кенә зифа ҡайынды күмәкләшеп уратып алалар ҙа эй йырлайҙар! Әле лә ул йыр ҡолағында ап-асыҡ булып яңғыраны:
Япраҡтары йәшел аҡ ҡайындың,
Хәтфә йәйгән кеүек һәр яғы.
Әйлән-бәйлән, уйнай йәш балалар,
Гөрләп тора һәр көн тау яны...
“Әйлән-бәйлән... Ни хәлдәрҙә икән ул ҡайын? Үҫеп киткәндер инде, күпме ғүмер уҙып киткән, күпме һыуҙар аҡҡан! Их, ваҡытын табып, бер барып сығырға ине янына, иркәләнеп –наҙланып ҡына, серләшеп торорға ине...”
Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр Гөлзифаның ауылын ташлап бер ҡайҙа ла киткеһе килмәне. Хәленән килһә, бөтөнләйгә ошонда ҡалыр ине ул...
Бындағы тик ауыл тормошона ғына хас үҙенсәлекле һиллек, ябайлыҡ, ауылдаштарының эскерһеҙ ярҙамсыллығы Гөлзифаның бар булмышын үҙенә ылыҡтыра. Ҡала тормошоноң ығы-зығыһынан, үҙенең яҙмышындағы ғүмерлеккә сеймәлгән төйөндө бер нисек тә тағата алмай ғазапланыуҙарынан тамам арыны ла, шикелле. Эй, алла, был ғазаптарҙың берәй ҡасан сиге булырмы икән?!
Күңеленә сикһеҙ рәхәтлек биргән шишмә буйында оҙаҡ ҡына йөрөнө Гөлзифа. Шишмә янына етәкләшеп алған егет менән ҡыҙ яҡынлашты. Бер-береһенән һөйөү тулы ҡараштарын айырып ала алмаған ғашиҡтарға ихлас һоҡланды Гөлзифа. Кем балалары икән? Әле яңы ғына мәктәп тамамлаған йәштәрме, әллә инде өйләнешкән кейәү менән кәләшме?
Уларға ҡамасауламайым, тип Гөлзифа ҡайтырға сыҡты. Бер генә миҙгелгә күңелен биләп алған шатлыҡ тойғоһо ла әкренләп һүрелде. Ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтырға ваҡыттыр... Бер-нисә көндән ҡалаға юлланыр, эшенә сығыр. Әсәһенең йорт-ерен ҡараштырып торорға Тәслимә апай ризалашты. Аҙ ғына ваҡыт эсендә ныҡлап өйрәнеп киткән ауыл тормошон ҡалдырып, ҡалаға ҡайтып китеүе ауыр булыр инде...
Үҙен яңынан солғап алған түҙеп торғоһоҙ ауыр уйҙарға сумған Гөлзифа өйөнә етеп барғанда, уны таныш булмаған мөләйем генә ханым ҡыуып етте. Үҙе, йүгереп килгәнгәлер, тыны тарлығып, йыш-йыш һулай ине. Һаулыҡ һорашҡас, ул:
– Ғәфү итегеҙ, Гөлзифа апай, һеҙҙе бик ныҡ аптыраттым,шикелле! – тине, ғәйепле кешеләй, –Ҡалаға ҡайтып китмәҫ элек,һеҙҙең менән һөйләшеп өлгөрәйем, тигән инем. Мин – ауыл клубының мөдире. Художество етәксебеҙ ошо арала декрет ялына сыҡты, һуңынан бөтөнләйгә китергә иҫәбе. Батырсылығымды йыйып, уның урынына һеҙҙе саҡырырға булдым. Тәжрибәле, дан ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре икәнегеҙҙе беләм. Әлбиттә, ауыл клубы – ҡала театры түгел инде. Әммә, теләк булғанда, бында ла ҡолас ташлап эшләргә була. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙ йылдан-йыл ҙурая бара, йәштәр ҙә бик күп бында. Һеҙгә эш етәсәк. Ситтән килгән кешегә күнегеп китергә лә ваҡыт кәрәк бит инде, йәшәргә урыны ла, тигәндәй... Һеҙ нисек ҡарайһығыҙ быға, Гөлзифа апай?
Көтөлмәгән тәҡдимдән аптырап ҡалған Гөлзифа оҙаҡ ҡына шымып торҙо. Ни өсөндөр хатта күҙҙәрен дә йомдо. Ҡапыл ҡолағына әсәһенең һуңғы һүҙҙәре ишетелгәндәй булды: “Бәхетле бул, ҡыҙым! Бәхетле булырға тырыш!”
Бына ул, үҙенән-үҙе йырыла башлаған ауыҙын көскә тыйып:
– Ысынлап та?! Ә нишләп эшләп ҡарамаҫҡа? Минеңсә, ауылда эшләүе минең үҙемә лә бик оҡшаясаҡ! –тине.
Гөлзифаның шулай тиҙ ризалашырын үҙе лә көтмәгән клуб мөдире ҡыуанысынан Гөлзифаны ҡосаҡлап уҡ алды:
– Бына, исмаһам, был шәп буласаҡ! Улайһа, һеҙҙе тиҙ арала көтөп ҡалабыҙ! Ҡайтығыҙ, көтәбеҙ!
Ханым ҡыуана-ҡыуана китеп барҙы.Ваҡиғаларҙың тиҙ арала бындай йүнәлеш алыры башына ла инеп сыҡмаған Гөлзифа баҫҡан урынынан ҡуҙғалмай тора бирҙе. “Йә, хоҙай! Ауылдаштарының өлгөр булыуҙарын әйтсе инде!? Гөлзифаның тыуып-үҫкән яҡтарына ҡарашы ҡырҡа үҙгәргәнен көтөп кенә торғандар, тиерһең! Әлбиттә, ҡайтасаҡ ул ауылына, бөтөнләйгә ҡайтасаҡ!
Диләфрүз апаһының ҡасандыр туҡталып ҡалған эшен дауам итәсәк. Бәлки,шул саҡта ғына уның күңелендә күптән юғалған тыныслыҡ ҡабаттан урынлашыр...”
Шундай ҡыуаныслы уйҙар менән ҡанатланып ҡайтып кергән Гөлзифа, биҙрәләренә мөлдөрәмә тултырып һыу алды ла, йәйге эҫелә дымға сарсап-һыуһап ултырған йәшелсә, сәскә түтәлдәренә мул итеп һыу һибергә тотондо.
 
 Сәлиә Ғатауллина
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: