Ижади бәйге 2021 йылдың 28 октябренән алып башҡорт һәм татар телендә ҡәләм тибрәтеүселәр араһында барҙы. Был проект Мәҙәни башланғыстар президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды. Конкурста ҡатнашырға 71 кеше теләк белдергән. Уларҙың иң кесеһенә - 14, иң олоһона 85 йәш. Ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киң: Татарстандан, Рәсәйҙең башҡа бик күп төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән шиғриәт һөйөүселәр үҙ көсөн һынап ҡараны был бәйгелә. Конкурста ҡатнашыусыларҙың ижади емештәре “Аҡ күгәрсен” тип аталған шиғырҙар йыйынтығында донъя күрҙе.
Сарала Мәскәүҙән, Ҡазандан, Өфөнән һәм башҡа бик күп төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Еңеү яҡташыбыҙ, талантлы шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллина ҡулында! Тулыраҡ материалды “Даирә” гәзитенең киләһе һанында уҡырға мөмкин буласаҡ.